-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июль 2021, 09:19

Тағы бер көсөргәнеш нөктәһе төҫмөрләнә

Киң мәғлүмәт саралары, Афғанстан Хөкүмәтенә ҡараған бер төркөм хәрби, талибандарҙан (Рәсәйҙә тыйылған ойошма) ҡасып,  Таджикистан сиген үткән, тип хәбәр итә.

Тағы бер көсөргәнеш нөктәһе төҫмөрләнә
Тағы бер көсөргәнеш нөктәһе төҫмөрләнә

Киң мәғлүмәт саралары, Афғанстан Хөкүмәтенә ҡараған бер төркөм хәрби, талибандарҙан (Рәсәйҙә тыйылған ойошма) ҡасып,  Таджикистан сиген үткән, тип хәбәр итә.

Дәүләт сигендә килеп тыуған көсөргәнешкә бәйле, Таджикистан запастағы хәрбиҙәрҙе сафҡа баҫтыра, башҡа саралар күрә икән. Кремлдең матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, кисә ил етәксеһе Эмомали Рахмон Рәсәй Президенты Владимир Путин менән телефондан һөйләшкән. Унда: “Таджик-Афғанстан сигендәге ябай булмаған хәл тураһында фекер алышыу булды. Владимир Путин Таджикстанға ике яҡлы һәм шулай уҡ Коллектив хәүефһеҙлек тураһында Килешеү Ойошмаһы сиктәрендә лә кәрәкле ярҙам күрһәтеүгә әҙер булыуын раҫланы”, - тиелә.

Бөгөнгө көндә талибандар ике ил сигенең 70 процентын контролдә тота, тип билдәләй аналитиктар.

Читайте нас