Фольклориадаға килгән сит ил коллективтарын республика төбәктәрендә ҡабул итәләр. Ҡунаҡтарҙы әле Мишкә, Дүртөйлө, Нуриман, Әбйәлил райондарында ҡаршы алдылар. Ижади коллективтар барлығы 22 муниципаль районға бүленгән.
Әбйәлил районы халҡы Албания, Ҡушма Штаттар, Коста-Рики, Ҡырғыҙыстан, Черногория, Венгрия, Швейцария фольклор коллективтарын ҡабул итте. Район үҙәге Асҡар ҡунаҡтарҙы һалҡынса һауа торошо менән ҡаршыланы. Ошоға тиклем дә күп төрлө сараларҙа ҡатнашып, ни бары 2-3 сәғәт серем итеп йөрөгән коллективтар урындағы мөхиткә сумды. Тәү сиратта улар халыҡ кәсептәре һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре менән танышты, унан һуң район сәхнәһендә концерт бирҙе.
Шул уҡ ваҡытта фольклориадаға Мәскәү өлкәһенең Гжель ауылынан килгән төркөмдә коронавирус булыуы ихтималлығы асыҡланды. Ҡатнашыусыларҙың береһенең тән температураһы күтәрелгән, уның ПЦР-тесты ла ыңғай һөҙөмтә биргән. Белгестәр билдәләүенсә, коллектив артабан байрам сараларында ҡатнашмаясаҡ. Уларҙы кире ҡайтарып ебәреүҙәре лә мөмкин.