+29 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июля 2021, 09:47

Ҡояш, һауа һәм йога

Октябрьский ҡалаһында оло йәштәгеләр өсөн йога күнекмәләре ойошторола. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ҡояш, һауа һәм йогаҠояш, һауа һәм йога
Ҡояш, һауа һәм йога
Ҡояш, һауа һәм йога
Ҡояш, һауа һәм йога

Октябрьский ҡалаһында оло йәштәгеләр өсөн йога күнекмәләре ойошторола.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә ойошторолған йога күнекмәләре даими үтә. Оло йәштәгеләр ҡыҙыҡһыныу менән килә. Дәрестәрҙе Рузанна Һаҙыева алып бара, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Йәйге йылы көндәрҙә күнекмәләрҙе тәбиғәт ҡосағында, “Дуҫлыҡ” паркында үткәрәбеҙ. Ҡояш, һауа, йога! Организм өсөн шунан да яҡшы ни бар! Бер ниндәй көнүҙәк проблема ла беҙҙе күңел тигеҙлегенән сығара алмаҫ! – тип дәртләндерә барыһын Рузанна Ғәзинур ҡыҙы. – Йәйгә тиклем 30-ар кеше килә торғайны, әле шуның яртыһы йөрөй. Паркта беҙгә яңы кешеләр килеп ҡушыла, улар араһында төрлө йәштәгеләр, шул иҫәптән балалар ҙа бар.

– Бер дәресте лә ҡалдырмаҫҡа тырышам. Йога менән шөғөлләнеү бик оҡшай: йәшемә ҡарап ҡына эш бирелә, тартылып-һуҙылыу, күнекмәләр кәйефте күтәрә. Башҡалар менән аралашып та өлгөрәбеҙ, – ти Людмила Байдукова.

Рузанна Ғәзинур ҡыҙы 60 йәштән ололарға, бигерәк тә физик әҙерлеге булмаһа, тап йога менән шөғөлләнергә кәңәш итә.

Фото –  Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Читайте нас