+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июля 2021, 10:47

Химия – ҡыҙыҡлы фән

Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе нигеҙендә “ИЗОТОП” йәйге химия мәктәбе үтте. Унда химия буйынса республика юниорҙар олимпиадаларында иң яҡшы һөҙөмтәләр йыйған 40 уҡыусы йыйылды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Химия – ҡыҙыҡлы фәнХимия – ҡыҙыҡлы фән
Химия – ҡыҙыҡлы фән

Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе нигеҙендә “ИЗОТОП” йәйге химия мәктәбе үтте. Унда химия буйынса республика юниорҙар олимпиадаларында иң яҡшы һөҙөмтәләр йыйған 40 уҡыусы йыйылды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“ИЗОТОП” йәйге химия мәктәбе 1999 йылдан бирле үткәрелә.

Ҡатнашыусылар ете көн буйына республиканың иң яҡшы тренерҙары менән шөғөлләнде һәм олимпиадаға әҙерлек программаһы үтте. Уҡыусылар теория менән танышты, олимпиада күнегеүҙәре систе, лаборатор практикумдар башҡарҙы, тип хәбәр итә  БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте. Балалар өсөн мәҙәни программа ла әҙерләнгән. Викториналар, уйындар, спорт саралары, сәй эсеү менән баргә Бөрйәндең гүзәл урындарында экскурсияла йөрөнөләр. Мәктәп олимпиада менән тамамланды, иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәргә бүләктәр тапшырылды.

Фото – БР Мәғариф һәм министрлығының матбуғат хеҙмәте.  

Читайте нас