+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июль 2021, 15:51

Фольклориадала ҡатнашыусыла коронавирус табылған

Фольклориадаға Мәскәүҙән килгән “Гжель” Бейеү театрын, араларында коронавирус менән сирләүсе табылыу сәбәпле, ҡайтарып ебәргәндәр.

Фольклориадала ҡатнашыусыла коронавирус табылған
Фольклориадала ҡатнашыусыла коронавирус табылған

Фольклориадаға Мәскәүҙән килгән “Гжель” Бейеү театрын, араларында коронавирус менән сирләүсе табылыу сәбәпле, ҡайтарып ебәргәндәр. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Мәскәү “Гжель” Бейеү театрының бер артисының температураһы күтәрелгән, ПЦР-тест ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Ижади коллектив Бөтә донъя фольклориада сараларында ҡатнашырға тейеш булған. Бөтә төркөм шунда уҡ изоляцияланған, артистарҙың һаулығын табиптар күҙәтә.

“Гжель” бейеүселәре башҡа коллективтар һәм техник персонал менән аралашмаған, сир таралыу хәүефе юҡ. 

Фото “Гжель” театрының социаль селтәренән алынды.

Читайте нас: