+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июль 2021, 12:04

Башҡортостан киноһы ла ауыр юғалтыу кисерҙе

“Башҡортостан дәүләт телерадиакомпанияһы” дәүләт унитар предприятиеһында эшләүсе коллегаларыбыҙ, хеҙмәттәштәре,  “Сәләм” телеканалының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Хужәхмәтов менән хушлашты. Режиссер ошо көндәрҙә көтмәгәндә арабыҙҙан китте.

Азамат Хужәхмәтов яҡынса 50 фильмдың авторы һәм режиссеры. Уның ҡайһы бер эштәре Башҡортостан киноһының алтын фондына ингән. Ул оҙаҡ йылдар республиканың төп телеканалында баш режиссер булып эшләне, унан “Башҡортостан” киностудияһын етәкләне. Һуңғы йылдарҙа яңы асылған “Сәләм” телеканалында баш режиссер ине.

Хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, Азамат Шәриф улы ғәҙел, һәләтле һәм яҡты кеше булараҡ хәтерҙә ҡаласаҡ. Телевидениела эшләүсе коллегаларыбыҙҙың һәм режиссер Азамат Хужәхмәтовтың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Читайте нас: