Пандемия башланғандан алып 6 июлгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороуҙың 42 352 осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә сир 184 ауырыуҙа асыҡланған. Был – 2021 йыл башынан алып иң юғары күрһәткес.
Әле стационарҙарҙа 469 сырхау коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. Ауыр хәлдәгеләр артҡан: кисә улар 29 ине, бөгөн – 38. Өс сирлене яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булғандар.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 822.
Тәүлек эсендә 225 кеше, һауығып, дауахананан ҡайтҡан. Инфекциянан сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 39 453.
Аҙаҡҡы тәүлектә яуыз вирус өс ғүмерҙе алып киткән. Унан вафат булыусылар барлығы 623 иҫәпләнә.
Дауахананан тыш пневмония тураһында һүҙ алып барғанда, мәғлүмәттәр түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 133 сирлене аяҡтан йыҡҡан, был ауырыуҙан ҡотолоусылар – 120.