

Мәскәүҙә танылған кинорежиссер, актер, продюсер, тамашасыларға киң билдәле совет һәм Рәсәй фильмдары авторы Владимир Меньшов вафат булған. Уны үҙәк матбуғат саралары, коронавирус эҙемтәләренән һуң баҡыйлыҡҡа күскән тип хәбәр итә.
Кинорежиссер Владимир Меньшов та сир билдәләре 26 июндә асыҡланған. Яҡындары билдәләүенсә, ауырыу еңел формала үткән. Тик режиссер өлкән йәштә булыуынандыр күрәһең, уның эҙемтәләре һаулығында сағылған.
Владимир Меньшов иң элек беҙгә “Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай” фильмы аша таныш. Бының өсөн уға Оскар премияһы тапшырыла һәм картина “Сит телдәге иң яҡшы фильм” номинацияһына эләгә. Шулай уҡ тамашасылар әле лә яратып ҡараған “Любовь и голуби”, “Ширли- мырли” һәм башҡа картиналарҙың авторы ла Владимир Меньшов.
Замандаштары уны күренекле кинорежиссер, актер һәм гений тип билдәләй.
Владимр Меньшов менән хушлашыу хаҡында әлегә хәбәр ителмәгән. Режиссер 82-се йәше менән барған.
фото Woman.ru сайтынан.