+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
5 Июль 2021, 16:27

Кисә 166 ине, бөгөн – 178

Республикала коронавирус йоҡтороусылар көндән-көн күберәк асыҡлана: кисә сир 166 ауырыуҙа раҫланһа, бөгөн 178 сырхау өҫтәлгән.

Кисә 166 ине, бөгөн – 178
Кисә 166 ине, бөгөн – 178

Республикала коронавирус эләктереүселәр көндән-көн күберәк асыҡлана: кисә сир 166 ауырыуҙа раҫланһа, бөгөн 178 сырхау өҫтәлгән. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 42 168-гә еткән.

Әлеге мәлдә дауаханаларҙа 469 кеше зәһәр вирусҡа ҡаршы көрәшә. 29-ының хәле ауыр, дүртәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреп, өйөндә дауаланыусылар – 1 851.

Үткән тәүлектә, инфекциянан ҡотолоп, стационарҙан сығыусылар – 24. Пандемия башланғандан бирле 39 228 кеше инфекцияны еңеүгә өлгәшкән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, афәт ҡорбандары арта бара. Һуңғы тәүлектә вирус биш яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Унан вафат булыусылар хәҙер 620-гә етте.

5 июль мәғлүмәттәре буйынса, республикала ковидҡа ҡаршы прививканың беренсе өлөшөн 628 378 кеше эшләткән. Икенсе өлөшөн дә ҡаҙатып, вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр – 387 121. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн, 1,9 миллион кешенең прививка яһатыуы кәрәк.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Читайте нас: