+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
5 Июль 2021, 11:02

Өфөлә фольклориада карнавалы гөрләне

Уҙған ял көндәрендә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар  фольклориада карнавалының  шаһиты булды. Баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамы буйлап 37 илдең ижади коллективтары үтте. “Ватан” этнопаркында  артистар иң ҙур әйлән- бәйлән ойошторҙо. Был иһә донъя рекордына тиң сара.

Сит илдәрҙән килгән коллективтар карнавалы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрынан телеүҙәккә тиклем һуҙылды. Һәр бер дәүләт вәкиле үҙенең милли костюмдарында, халҡына хас булған традицион бейеүҙәрҙе башҡарып урамдарҙан үтте. Уларҙы баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар сәләмләне. Билдәләргә кәрәк, ошондай кимәлдәге саралар буйынса, башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә,  ҡала урамдарына  кешеләр күпкә аҙыраҡ сыҡҡайны. Фольклориада коллективтары һәм тамашасылар араһында дистанция һаҡланды, кешеләр урамда битлектәрҙә йөрөнө.

 “Ватан” этнопаркында  бер нисә илдең коллективтары тарафынан иң ҙур әйлән- бәйлән ойошторолдо. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, был иһә донъя рекордына тиң сара.

Читайте нас: