Индира Сәхәүетдинова – ғәжәйеп табип. Уны, беҙҙең заман геройы, тиергә лә була. Ябайлығы, кешеләргә ихтирамлығы арҡаһында уның менән туғандарса, дуҫтарса аралашырға, күңелдәгеңде һис тартынмайса теҙеп һалырға мөмкин. Ә эшләгән ғәмәлдәренә ҡарап, “ул Ерҙәге фәрештә” тип уйларһың.
2019 йыла “Башҡортостан ҡыҙы”ның 7-се һанында Индира Венер ҡыҙы хаҡында очерегым баҫылып сыҡҡас, үҙен журналдың йомғаҡлау кисәһенә саҡырғайным. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПИ-ның Мостай Кәрим залында үткән сарала мөләйем ханымдың һылыу йөҙө күренде. Күрҙем дә, аһ иттем: юғары ҡатҡа ул ҡултыҡ таяҡтарында килеп менгәйне. Ғафү үтенде, гөлләмәне (ғүмерҙә онотасаҡ түгелмен – ҡыш уртаһында еҫтәре һушты алырлыҡ еләкле бәйләмде ҡулыма тотторҙо). Белмәнем дәһә аяғы һынғанын, үҙе лә өндәшмәгәйне! Вәт кешеләге һынмаҫ рух! Сер бирмәү! Ғафү үтендем. Әммә йөрәгемдә ошо хәтирә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Иҫләһәм, һаман да күҙҙәремә йәш тула.
Һөйөклө ҡыҙ бала
«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тергеҙеү медицинаһы һәм реабилитация буйынса юл үҙәге дәүләт ҡарамағында булмаған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы, Башҡортостан Республикаһының «Акушер-гинекологтар ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Индира Венер ҡыҙы Сәхәүетдинова тап быйыл ғүмеренең матур миҙгеленә – елле иллеһенә аяҡ баҫа. 50 йәш йәшме ни ул? Республикала билдәле шәхестәр – алтын ҡуллы хирург, ғалим, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Венер Ғәзиз улы һәм талантлы композитор Роза Хәйҙәр ҡыҙы ғаиләһендә тыуған ул. Атаһы юлынан, медицина буйынса китеп, ул вафат булғас, иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн бихисап эштәр башҡарһа, әсәһенә, 85-ен тултырған Роза Хәйҙәр ҡыҙына, ул матур бүләк эшләгән: уның тормош, ижад юлын тасуирлаған, төрлө йылдарҙағы фотоһүрәттәр, китабының тышлыҡтары, афишалар менән байытылған “Үткәндәр беҙҙең менән” йыйынтығын сығарған.
Аҡ халатлы фәрештә
“Миңә 48 йәш, Динара булам. Ҡыҙымдың исеме Асель, уға 8 йәш. Баламды 40 йәшемдә таптым. Әгәр ҙә бик яҡшы кеше һәм Хоҙайҙан булған табипты, Индира Венер ҡыҙын, осратмаһам, был мөғжизә лә тыумаҫ ине. Ошо юлдарҙы яҙғанда күҙемә йәш төйөлә. Оҙаҡ ваҡыттар балаға уҙа алманым. Ныҡ теләп, уға өлгөрөп еткәс, был мәсьәләгә үтә яуаплы ҡараным. Быға әсәйемдең үлеме лә сәбәпсе булғандыр. Ул ваҡытта миңә 28 йәш ине. Ни хәтлем һуңыраҡ табам, шул тиклем балама иртәрәк әсәйһеҙ ҡалыу янаясағын аңлағайным. Нисек кенә тырышһам да, ниндәй генә тикшеренеүҙәр үтмәһәм дә, ауырға ҡалманым. Түлһеҙлектең сәбәбе иремдә булып сыҡты һәм беҙ айырылыштыҡ. Йәнә лә кейәүгә сыҡтым – шул уҡ хәл тағы ла ҡабатланды, өс йыл ваҡытымды әрәм иттем. Табиптар сәбәп һиндә түгел, үҙең – һау, сәбәбе – түлһеҙ ирҙәреңдә, тинеләр. Тырыша торғас, миндә маҡсатыма ҡаршылыҡ та барлыҡҡа килде – миома үҫте. Һаман ныҡышып, үҙемдең маҡсатыма барҙым, бала тыуҙырыу йәше үтмәҫ борон өлгөрөп ҡалырға тырыштым. Миомамдан ҡотолорға ярҙам итерҙәй доктор эҙләргә тотондом. Йәшәгән урындағы клиникаларҙа, артабан яфаланып тормаҫ өсөн, бала урынын тотошлай төбө-тамыры менән алып ташларға кәңәш итәләр ине.
Аллаһ Тәғәлә мине Индира Венер ҡыҙы менән осраштырҙы. Ул 21-се дауаханала миңә операция яһаны. Лапароскопия түгел, ә ҡорһаҡты ярып, ауырға ҡалған хәлдә тегелгән урындар асылып китмәһен өсөн ныҡлы ямау һалды ул.
Шуның менән генә мөғжизәләр бөтмәне, ә дауам итте. Ике айҙан мин ауырға ла ҡалдым. Әммә был хәл көтөп алынған булһа ла планлаштырылмаған ине. Ул ваҡытта мин ирем менән айырылышҡайным һәм ипотекаға фатир алғайным. Ата-әсәйем дә мәрхүмдәр... Таяныр кешем юҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, 5 мең түләнгән декрет ялына китәсәгемде уйлап, сәстәрем үрә торҙо. Миңә ҡурҡыныс ине, шул уҡ ваҡытта шундай үкенесле хәл килеп тыуғайны. Ауырымды алдырырға булдым. Ярҙам һорап Индира Венер ҡыҙына шылтыраттым. Ул минең менән оҙаҡ әңгәмәләште. Табиптың сирле менән был һөйләшеүе, яҡшы психологтың өмөтһөҙлөккә бирелгән кеше менән әңгәмәһе ине. Шулай итеп, телефондан һөйләшеү аҙағына бәхетһеҙ илаҡ ҡатындан мин, ҡорһағын һыйпап, бәләкәсе менән осрашыу көҫәгән бәхетле әсәйгә әйләнгәйнем. Ул мине күндереп кенә ҡалманы, ауырлы ваҡытымда үҙ күҙәтеүе аҫтына алырға, тыуҙырған ваҡытта ярҙам итергә вәғәҙә итте, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына шылтыратып, минең хаҡта һөйләште. 2014 йылдың 27 февралендә Дим бала тыуҙырыу йортонда ҡыҙымды таптым, уны Индира Венер ҡыҙы ҡорһағымды ярып алды. Операция уңышлы үтте. Шуныһы ғәжәп, фатирға түләү менән бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуманы, бөтә һорауҙар ҙа анһат ҡына хәл ителде. Ҡыҙымды табырға ҡарар итеүемә бер генә тапҡыр ҙа үкенмәнем.
Беҙ ҡыҙым менән йыл да Тылсымсы апайҙы тыуған көнө һәм башҡа байрамдар менән ҡотлайбыҙ. Ебәргән ҡотлауҙарыма, открыткаларыма яуап итеп, ул Аселдың фотоларын ебәреүемде һорай, “Беҙҙең матурҡайыбыҙ нисек буй еткереүен күрәһем килә!” – ти ул. Ошо ғәжәп кешене осратмаһам, тормошом ҡайһы юҫыҡҡа боролор ине, әйтеүе ҡыйын. Бөгөн уның менән осраштырғанға Аллаһы Тәғәләмә рәхмәттәр уҡыйым. Ул минең тормошомдо ыңғай яҡҡа үҙгәртте һәм әсәй булыу хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Индира Венер ҡыҙына бөтмәҫ рәхмәтемде белдерәм һәм һөнәри оҫталығына, медициналағы уңыштарына ғына түгел, башҡа һәләттәренә һәм белемдәренә һоҡланам. Ҙур булмаған ваҡыт арауығында уның фәндә, һөнәрендә һәм хеҙмәт баҫҡыстарында шундай ҙур уңыштарға өлгәшә алыуына ҡыуаным. Был бит бөтәһенә лә бирелмәгән”, – Динараның тарихын тулыһынса килтерҙем, уның стилен дә һаҡланым. Сөнки уның кеүектәр Индира Венер ҡыҙының ғүмер юлында берәү генә түгел. Ә был әсәнең һөйләгене – әсе хәҡиҡәт. Уйлап сығарылмаған.
Бәләкәй мөғжизә тарихы
“2013 йылда бәлә ябырылды: октябрь айында бала төшөүе ихтималлығы хаҡында хәбәр иттеләр. 21-се дауаханаға ятырға ҡуштылар. Табиптар баланы ҡотҡарырға һуң тип баш сайҡаны. Тағы ла мөмкинлек булыр әле, тип йыуатты. Был бит бәләкәс кенә кешенең ғүмере. Әле ул тере, тип өҙгөләндем. Хәҙер шул хаҡта уйлап йылмаям. Ә ул ваҡытта шаңҡыған хәлдә коридорҙа тора инем. Ни эшләргә белмәүҙән башым ҡатҡайны. Аҡ халатлы ҡатын яныма килде. Аллаһы Тәғәлә беҙгә Индира Венер ҡыҙын ебәрҙе. Уға хәлдең айышын төшөндөрөп бирҙем. Күҙ йәштәрен тыйып тороу мөмкин түгел ине. Яуап ҡыҫҡа булды: “Мин һеҙгә ярҙам итәм. Барыһы ла яҡшы буласаҡ!” Шунан һуң ике ай сабыйымдың ғүмере өсөн көрәштек. Юғары һөнәри оҫталыҡ, кешелеклелек һәм тулыһынса бирелеп уңышҡа барыу арҡаһында ҡурҡыныс сигенде. Һәм бына бәләкәй генә мөғжизә – ҡыҙымдың тыуыуы. Шуныһы ҡыҙыҡ, ультратыуыш ярҙамында ҡарағанда малай тигәйнеләр. Хәҙер сая холоҡло ҡыҙыбыҙ – беҙҙең шатлығыбыҙ. Бәләкәй сағынан, табип булам, тигән хыял менән үҫә. Мине һәм йомшаҡ уйынсыҡтарын дауалай. Ҡала ситендәге өйөбөҙгә барғанда тиҙ ярҙам күрһәтерһең тип ҡулына дарыуҙар һалынған сумка тотторғайным. Ҡайтҡанда көрһөнөп ҡуйҙы. “Нимә булды Әмирә?” – тип һорағас: “Эх, бер кемгә лә ярҙам күрһәтергә тура килмәне”, – тип көрһөнөүенә рәхәтләнеп көлдөк һәм, киреһенсә, был бик яҡшы булыуын аңлаттыҡ”, – ә был тарихта күпме һыҙланыу һәм шатлыҡ йәшеренгән! Бында ла Индира Венер ҡыҙының алтын ҡулдарының һөҙөмтәһе, емеше сағылыш таба.
Тағы бер ҡыҙыҡлы тарих
“2015 йылдың декабрендә ҙур бәләгә тарыныҡ: 7 айлыҡ ауырым менән юл фашиғәһенә эләктем. Мине 21-се дауахананың реанимация бүлегенә һалдылар. Аңыма килгәс, баламды юғалтыуымды аңланым. Аналығымды ла алып ташларға йыйыныуҙарын, ризалыҡ белдереүсе ҡултамға ҡуйырға тейешлегемде әйттеләр. Һуңғараҡ эргәмә Индира Венер ҡыҙы инде һәм хәлдәр ҡырҡа икенсе боролош алды. Ул мине барыһы ла яҡшы буласағына, әсәйлек бәхетен һаҡлап ҡаласағына ышандырҙы. Операция уңышлы үтте, уның ҡулдарының шифаһына инандым. Мине үҙ ҡыҙын баҡҡан кеүек ҡараны. Баш һөйәгем һәм уның көмбәҙе һыныуы арҡаһында, башымды ла үҙе килеп йыуҙы. Бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырманы. Уның, бөтәһе лә яҡшы булыр, тигәнде аңлатҡан йәнде иретерлек итеп йылмауын һәр ваҡыт иҫемә төшөрәм. Ул минең өсөн ҡайғырған ата-әсәйемә һәм иремә барыһын да ентекләп һөйләне, сөнки уларҙың нисек борсолғанын аңлап ҡараны. Бер ай дауаханала яттым, ул һәр ваҡыт эргәмдә булды. Ике йылдан мин ауырға ҡалдым һәм 2018 йылда беҙҙең көтөп алған ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Уға 4 йәш тулды, хәҙер инде ул үҙе кендек инәһен ҡотлай ала. Индира Венер ҡыҙы, һеҙ алтын ҡуллы табип, изге һөнәр эйәһе, үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ҙур йөрәкле кеше лә!” – тигән юлдарҙы ла тулҡынланмайынса уҡып булмай.
Ҡыҙ теләгәнгә – ҡыҙҙар тыуа
Ул етәкселек иткән дауахана финанс йәһәтенән маҡтанырлыҡ уңыштарға өлгәшкән. 2-3 ай һайын унда яңы йүнәлеш асыла. Гинеколог булараҡ, ҡатын-ҡыҙ һаулығын ҡайғырта ул. Хеҙмәттәше Мария Вячеславовна Мельникова менән “Аҡ рауза”ның прототибын булдырырға уйлайҙар. Һәр бер ҡатын килеп үҙ һаулығын тикшерә алһын өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат иткән улар. Ковидтан һуң тергеҙеү, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау үҙәген булдырыу ҙа – шул йәһәттән башҡарылған эштәр. Был пацинеттар өсөн шул хәтлем уңайлы һәм рәхәт. Шуға ла бик теләп йөрөйҙәр. Уролог, колопроктолог, ортопед – бик яҡшы белгестәр командаһы тупланған бында. Гравитация методтары үҙәге, плазмоферез, озон терапияһы – барыһы ла заманса ҡорамалдар ярҙамында башҡарыла. Һанлы яңы 20 флюрографтар ҡайтарылыуын да ҡыуанып һөйләй баш табип. Ҡыҫҡаһы, ул етәкселек иткән дауахана заманса йыһазландырылған ҡеүәтле көскә әйләнә бара.
Балалар һөйөндөрә
25 йәшлек Кәрим Австрияның Линц ҡалаһында белем ала. Уның белемле, юғары эрудициялы булыуына әсә кеше һөйөнөп бөтә алмай. Кесе улдары Камилға 23 йәш. Ул һөнәре буйынса – инженер-технолог, икенсе белеме менеджмент, кредиттар менән бәйле, страховкалау компанияһында эшләп йөрөй. Индира Венер ҡыҙы улдарының үҙен киленле итеүен көтә, ҡәйнә, өләсәй булыу шатлығын татығыһы килә. Европала йәшәүсе улдары менән әлеге ваҡытта күрешеү еңел түгел. Ә 50 йәшлек юбилейын ул бала сағы эҙҙәре ҡалған Мәләүез районы Томансы ауылында дуҫтары менән бергәләп билдәләргә йыйына.
Ниндәй үрҙәр билдәләгән, барыһына ла етешкән ул. Әммә һөнәри йәһәттән үҫеү, белемен камиллаштырыуҙан бер ваҡытта ла туҡтамай. Спорт менән шөғөлләнә. Башҡаларҙы дауалау өсөн табип иң тәүҙә үҙе һау-сәләмәт булырға тейеш бит. Күнекмәләр яһамай, тир түкмәй тороп, кәүҙәне һығылмалы итеү мөмкин түгел. Шпагатҡа ултырыу хаҡында хыялланыу – көн дә күнекмәләр яһаған кешегә ап-анһат яуланыр бейеклектер. Индира Венер ҡыҙы, үҙенә үрҙәр билдәләп, уларҙы яуларға күнеккән. Уның асылы – кешеләргә хеҙмәт итеү. Шуны ул иң ҙур бәхет һанай. Ә кешеләр өсөн алтын ҡуллы табип – бәхеттең үҙе.