

Үпкәләп тә түгел, көйөп тә, рәнйеп тә бирмәне әсәһе уға был һорауҙы. Ҡурҡыуҙары йөрәге менән ҡуша янып бөтөп, көлгә ҡалған да, шул көл һиллеге булмышын яулаған бит инде уның күптән. Тик көлө йылы әле. Шул йылылыҡ ине аҡ төшә башлаған күҙҙәрҙә лә.
– Әсәй, әйҙә, юл алдынан ултырып торайыҡ, – тине уға яуап итеп Салауат. Ҡарт әсә, ниндәйҙер уйынсыҡҡа үрелеп баҡҡан да, айырыла алмаған бесәй балаһылай эскерһеҙ булып төбәлгән уға. Тик яуап ала алмаҫын белә. Шуға ла ныҡышмай. Иламай ҙа ул. Йәшһеҙ генә эстән һыҡрай. Ҡартлыҡ касафатымы? Ә элек... Башта, тәүгеһендә... У-уй! Ер-һыу ағыҙырҙай буҙлап, ятып ҡайғырып... Ярар, уларын аҙағыраҡ та иҫләр, әле улын оҙатырға кәрәк. Тағы һуғышҡа китеп бара. «Йә, Хоҙай, – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә ҡапҡа тышынаса эйәреп сыҡты Сәлимә. – Һуғышһыҙ илдән өсөнсөгә ут эсенә оҙатыуым. Минең ғүмергә еткәндер инде...»
Тышта ялтыр машина көтөп тора ине. Эстәге ике ир ҙә ашығып төшөп ҡарсыҡҡа ҡуш ус һуҙып хушлашты, фатихаһын алды. Улының хеҙмәттәш егеттәре. Йыш киләләр ине, мунсаға ла, кәйеф-сафа ҡороп ултырыуға ла, эш-маҙарын да бергәләп атҡарып киткеләнеләр – үҙ кешеләр. Әле шул әсә менән улға ҡамасауламаҫҡа булып өйгә инмәй ултырыу-ҙарылыр. «Егеттәре» тиһә лә, сәстәре салланған, йөҙ-төҫтәре ярайһы тупаҫланған ир уртаһы улар. Тик Сәлимә өсөн һаман шул заман армияға оҙатҡан ун һигеҙ йәшлек малайҙар. Унда ла, вокзалда, әлеге Салауаты ҡолағына шыбырлағайны бит:
– Әсәй, «малайҙар» тимә әле, хотя бы «егеттәр» тиген... ҡыҙҙар бар...
Бәтәш! Кемдә нимә ҡайғыһы... Абайлабыраҡ ҡарап ебәрһә, ысынлап та, ҡыҙҙар күп икән шул: класташтары, ауылдаштары, райондаштары. Өс егетте өс төркөм итеп һырып алғандар, сырҡылдығы сығалар. Ул һаман бәпәй итеп ҡараған улы ла әлеге ҡыҙҙар ҡосағында. Кемеһе беләгенә аҫылынған, кемеһе биленән ҡосаҡлап уҡ һырынып тора. Ярай, класташтарын Сәлимә лә таный, улар шулай яҡын да, ти, ә бынау таныш булмаған ялбырбаштар нимә тип сат йәбешә икән? Шул ҡәҙәр күп ҡыҙ-ҡырҡынды беләме икән ни улы?
Гармунсы гармун күреген йырта яҙғансы һуҙа тартып халыҡты бейетте. Саҡ ҡына арыраҡ магнитофонға ҡыйшанланылар. Берәүҙәр, өйкөлөп тороп, ҡойоп эсте, икенселәр ҡосаҡлашып иланы, өсөнсөләр йырланы. Әллә нисә райондан йыйылған ялтырбаш егеттәрҙе әрмегә оҙатыусыларҙан кескәй ҡала вокзалы шау-гөр килде.
Ил өҫтөндә шом ятҡанын белеп йөрөһә лә, үҙенә килеп төртөлмәйенсә аңламай ине әле Сәлимә. Әҙәм шулай яратылған бит инде, ҡайҙалыр бәлә бар, тик ул миңә ҡағылмай, тип уйлай. Әммә яҙған булһа, ул ҡурҡытып ҡына ҡалмай, килә лә баҫа икән.
– Мине Афғанға алдылар! – тип баҡсаның теге осонан уҡ һөрәнләп килгән улының «һөйөнсө»һөнән картуф сүпләп йөрөгән ҡатын ултыра төштө.
Салауаттың тауышын күршеләр ҙә ишетеп турайып баҫышты. Бөтөн ғәм картуф ала ине ауылда, ҡоро көндәрҙә, ялдарҙа тип, баш күтәрмәҫтән йөрөүҙәре. Сәлимә лә ире иртәнсәктән ҡаҙып киткәнде йыйып ҡуймаҡсы.
– Әсәй! Ишеттеңме? Афған...
– Уф, Аллам!.. Ҡалайтабыҙ инде? – Ҡатын бысраҡ ҡулдары менән битен ҡаплап уҡ илап ебәрҙе.
– Ты че? Әсәй?.. – Егеттең ярһыуы баҫыла төшөп эргәлә тапанды. – Мин үҙем теләп китәм, берәү ҙә ҡушманы. Әйттем бит барам тип... барам.
Әйткәйне шул, әйтә лә ине... Тик кем уны улай етди һөйләй тип уйлаған? Шул тиклем еңмеш, шул ҡәҙәр үҙ һүҙле бит ул. Уйланы ла, теленә лә сыҡты әсәнең:
– Күҙең аҡшайып, үгеҙ һымаҡ үҙеңдекен һөрәһең. Бәләкәйҙән килде ошо холҡоң! Әйттем атаңа, ҡайыш тот, ҡайыш тот, тип. «Ир баланы баҫырға ярамай! Баҫырға ярамай!» – тигән булып... Бына инде! Ир балаһы ашҡынып һуғышҡа китеп бара! Ҡайҙа үҙе? Тәрбиәсе ишараты...
Тик атаһы өйҙә юҡ ине. Эштә йөрөй ул, урманда. Төн төшмәйенсә ҡайтмай ҙа. Тимәк, бөтөн был «дауыл»ды Салауатҡа үткәрәһе. Ҡулын йыуып ашарға йүнәтә башлаған ҡатын ҡыҙҙы ғына:
– Бөтөн класташтары ҡайҙалыр уҡырға инеп ҡалырға ынтыла. Йүнле кешеләрҙең балалары «институт» тип йән ата. Был атаң башы «хеҙмәт итәм дә хеҙмәт итәм»! Хеҙмәт итеп өлгөрмәҫмен тип ҡурҡа! Ана, хеҙмәтен институт эргәһендә лә үтә бит күптәр. Юҡ! Быға һуңғы сиккә барып етер кәрәк! Быға ут эсенә кәрәк! Атаң заты, ҡарышҡырҙар! Бушҡа арҡыры баш тейҙәрме уларҙы?
Беренсе көн әсәле-уллы шулай үпкәләшеп йоҡлап киткәйнеләр. Иртәнсәк әсәһе менән атаһының аш бүлмәһендә гәпләшкәнен тыңлап ятты. Ҡорғанһыҙ ишек ҡырынан күренә лә ине улар. Ҡара-ҡаршы ултырғандар, әсәһе тауышын баҫа биреп һөйләй ҙә һөйләй. Һаман шул армия темаһына игәйҙер инде атаһын. Ә атаһы, ара-тирә «ыһы», «уһу» тигән өндәр сығарып баш ҡаға бирә лә, ашауын дауам итә. Ҡапыл әсәһе көлөп тә ебәрә, уның бала сағынан нимәнелер иҫләйҙәр, моғайын. Ынтылып атаһына таҫтамал һуҙа, унан үҙе үк һонолоп усы менән иренең эйәген һөртөп ебәрә, һурпа тоҙлоғо ағып китте, күрәһең. Атаһы бит, әсәһе әйтмешләй, иртәнсәк кеше һымаҡ йомортҡа менән сәйгә генә мөрхәтһенмәй, уға иртә лә, кис тә һурпа кәрәк.
Һуңынан... Күпкә һуңынан, бик һағынған саҡтарҙа... ныҡ ауыр мәлдәрҙә... иң ҡурҡыныс минуттарҙа ошо илаһи күренеште иҫләне ул. Һәм бер ҡабат ҡына түгел. Тиҫтәләгән, йөҙләгән тапҡырҙыр. Атакалар алдынан, иртәгә тере ҡалырыңды белмәгәндә... Афған тауҙарында яралы ятҡанда, ниндәйҙер ҡышлаҡта аяҡҡа баҫа алмай аҙапланғанда... Чечен һуғышында... Йәш кенә һалдаттарҙың дерелдәгән усын ҡыҫып тынысландырғанда, күккә төбәлеп ҡатып ҡалған күҙҙәрен йомдорғанда... Пленда иҙеп һалғандарында... Һалҡын баҙҙа туңып ятҡанында... Унан үҙебеҙҙең төрмәлә... Гөлнурҙы уйлап әсенгәндә... Галина менән уртаҡ тел таба алмағанда... Тик быларға тиклем иртә әле. Әле беҙҙең герой уны Афған хеҙмәтенә ебәрергә теләмәгән әсәһенән әрләнеп ята. Әле уның уйҙары... туҡта, атаһының шунда, кухняла әйткәндәрен дә мәңгегә хәтерләп ҡалды бит ул.
– Сәлимә, бушҡа көймә, үҙгәрмәйәсәк. Быны ни хәтлем иртәрәк аңлайһың, шулай яҡшыраҡ. Унда яугир рухы, ҡаны. Ҡайҙан һәм кемдән күскәндер был балаға ул ҡөҙрәт, әйтә алмайым, әммә бәләкәйҙән күп күҙәттем – үҙ ҡарашы, фекере һәм идеялары бар. Уйынан кире ҡайта ла, ҡурҡа ла белмәй. Был, бәлки, артыҡ яҡшы ла түгелдер, тик ул шундай...
* * *
– Сашка! Бейе! Бейе, давай! – палаткаға осоп килеп ингән Гена Радужный ҡырынып ултырған Салауатты ултырғысы-ние менән төртөп йыға яҙҙы. – Ҡара! Ҡыҙҙар ҡулы! Күрәһеңме? Һинекенән был!
Егет, яңаҡтарындағы һабын күбеген тубығында ятҡан сепрәк менән һыпырып, ырғып торҙо. Баҫҡан ыңғайы ҡулдарын һуҙғылап бейеп тә китте. Сөнки Генаға ҡаршы тороу файҙаһыҙ һәм ул был хатты нисә ай йән атып көткән.
– Эй, һин нимә, Сашка? Маршировать итәһеңме әллә? Бейе, тинем бит! Бейе!
– Радуга! Хәҙер елкә төбөңә алаһың! – ауыҙы ҡолағына еткән Салауат, көйһөҙ генә һелкенеп йөрөгән ыңғайы дуҫына йоҙроҡ күрһәтә.
– Сержант Джамалов! Отставить! «Бейергә» булды бойороҡ, ә маймылланырға түгел! – Гена ике бармағын теш араһына ҡуйып һыҙғырып уҡ ебәргәйне лә, «бейеүсе» оҙаҡҡа сыҙаманы, килеп тә йәбеште үҙенә, көрмәкләшеп тә киттеләр. Һәм бер нисә секундтан хат икенсе һалдаттың усына күсте лә. Гена ахылдай-ухылдай тороп өҫтөн ҡағып, ҡыҙарған ҡәнәғәт йөҙ менән ашығып хат аса башлаған дуҫына ҡарап ултырғайны ла, тегенеһе артыҡ күҙҙәрҙән ҡасып сығып уҡ китте. Гена ҡысҡырып ҡалды:
– Эй, Ромео! Һөйләрһең аҙаҡ нимә яҙғанын!
Ул көнө дуҫтар күрешеп өлгөрмәне, тревога булды. Тәүлектән ашыу тау итәгендәге окоптарҙа оборона тотоп ятҡан взвод, дошман аҙыраҡ тын алырға форсат биргәндә, яралыларын тәрбиәләне, тамаҡ ялғаны. Шул мәлдә эҙләп тапты уны Гена. Килеп шым ғына янына сүгәләне лә окоп стенаһына
терәлеп ойоғандай булып ултырған дуҫына сухпаектағы тәғәмен бүлеп һуҙҙы:
– Мә, кимер.
Тегенеһе «юҡ» тигәнде аңлатып баш ҡына сайҡаны, күҙен асманы.
– Не спи, замерзнешь, – тип шаяртып бөйөрөнә төрттө дуҫы, ҡайнар ҡояш аҫтында ҡурылғанда. – Ҡапҡылап алайыҡ, ҡасан тағы мөмкинлек була әле...
Сохари кимереп фляганан һыу эскән егет, иптәшенең ҡушылмаҫына һәм хатта һөйләшергә лә теләге юҡлығына төшөндө. Бының бит сәбәбе булырға тейеш.
– Нимә яҙа? Сашка! Һинән һорайым бит.
– Кем?
– Нисек «кем»? Һин нимә, мине тупойға һанайһыңмы?
– Һанамайым, һин и так тупой.
Һалдаттар ултырған көйө төртөшөп алды. Аҙыраҡ күңелдәре күтәрелде. Салауат та аҙыҡҡа тотондо.
– Йә, көтәм? – тип ныҡышты Гена. – Нисек унда лябуф-маркуф?
– Ә бер нисек тә түгел. Гөлнур кейәүгә сыға. Тиҙҙән – туй!
Дуҫы зәңгәр күҙҙәрен шар асып төбәлеп ҡалды:
– Ниндәй... туй?.. Сашка...
Ике көн буйына әлеге тау итәгендә түгел, ә йөрәгендәге һуғыштан миктәгән егет, ярайһы тынысланғайны инде, битараф ҡына яуапланы:
– Ғәҙәти туй, Радуга, ябай башҡорт туйы. Ҡурай менән, гармун уйнап, бал эсеп, ҡыҙ йәшереп, һуғышып...
– Вәт, кәнтәй... – тип кенә әйтә алды дуҫы тешен ҡыҫып.
– Да, ну... Онот, был һинең проблема түгел.
– Нисек минең проблема түгел? Дуҫымдың проблемаһы – ул минең дә хәсрәт. Сашка! Беләһеңме? Ҡайғырма! Класташ ҡыҙҙар беҙҙең өсөн инде ҡарт ҡыҙҙар, почти әбейҙәр. Бына бер көн ҡайтып төшөрбөҙ, ә унда алһыу битле ун алты йәшлектәре бешеп торасаҡ, ышанаһыңмы? Ике ҡыҙҙы ике яҡтан ҡултыҡлайбыҙ, сигаретты ҡырын тешләйбеҙ, гитара сиртеп... и давай... Өс көн, юҡ, бер аҙна гулять итәбеҙ. Ишеттеңме? Бер аҙна...
Һалдаттар шымып, һәр кем үҙ уйына бикләнеп ултырып ҡалды. Тик тынлыҡ оҙаҡҡа барманы. Баш осонан зыйлап бер нәмә осоп үтте лә, арыраҡ ергә ҡаҙалып, тупраҡ-ташты аҡтарып күккә атты. Ике яҡтан да автоматтар, пулеметтар телгә килде. Алыш дауам итте.
Яҙманы Гена Радужныйға ҡайтып ҡыҙҙар менән ҡултыҡлашып йөрөү. Панджшер йылғаһы ярында ятып ҡалды ул. Тауҙар тарлауығындағы йылға ҡултығында туҡтаған разведка төркөмөн төндә һуйып китте «дух»тар. Арыған часовой йоҡлап киттеме, әллә уны ла аңғармаҫтан килеп баҫтылармы? Был һорауҙарға яуапты инде бер кем дә бирә алмаясаҡ.
Ә шул көнө, тау-таш артылып барғанда, бер ҡая аҫтында тороп кесе ярауын башҡарырға ниәтләгән егет алдына ҡайҙандыр өҫтән йылан шыуып килеп төшкәйне. Тертләп ситкә һикергәйне бит хатта. Тик ҡаса ла, автомат төйҙәһе менән башын иҙә һуға ла алманы. Бары аптырап ҡатты ла ҡалды – йылан ап-аҡ ине. Ярты кәүҙәһен күтәреп ыҫылдап бәүелә биреп торҙо ла, ҡапыл ғына шыуышып сығып та китте. Күҙ йомоп асҡансы барып тау ярығына инеп тә юғалды. Иптәштәренә ҡушылғас был хәлде Генаға һөйләгәйне, тегенеһе һәр ваҡыттағыса көлкөгә борҙо:
– Ярай әле ыштаныңа еппәрмәгәнһең. Ҡурҡҡанда аҡ йылан түгел, күк шайтан да күренә ул. Мин бына, ышанаһыңмы, кисә төшөмдә хур ҡыҙҙарын күреп ятам. Ул билдәре, ул түштәре... Мма! Берәүһе килде лә һурып үбә башланы. Ә мин – балдею! Үбә-үбә торғас шашып ялай башланы был мине. Ятам... че-то эт еҫе килгән һымаҡ... Күҙемде асып ебәрһәм... Блин! Муськам тора матур итеп төбәлеп! Битте шайығына буяп бөткән! Ятыр алдынан овчаркам менән икебеҙгә бер банка сгущенканы бүлешкәйнек, шуны тәм итеп килгән был мәхлүгем. Ха-ха-ха!..
...Кемдер шым ғына төртөп уятҡандай булды Салауатты. Уянған секундында уҡ хәлде аңланы, әммә күҙен дә асып өлгөрмәҫтән сикә тәңгәлендә хәнйәр һалҡынын тойҙо. Бөтөн көсөнә муйынын эскә тартты, үңәс тәңгәле янып китте, ҡорҡолдағын нимәлер ауырттырып сыйғандай итте лә, упҡынға осто... Йоҡоларында салып сығылған һалдаттарҙы һөйрәп килтереп ярҙан йылғаға тибеп төшөрҙөләр ҙә, ҡоралдарын йыйып алып, ҡараңғынан нисек ҡапыл пәйҙә булһалар, шулай юғалды шәүләләр. Һуңғараҡ Салауаттың иҫһеҙ кәүҙәһен тау йылғаһы яр ситенә сығарып ташлай, уны ауыл халҡы табып ала. Улы советтарҙа әсирлектә булған ҡартҡа бирәләр яралыны. Бабай ай ярым тәрбиәләп терелтә лә, ике арала бәйләнеш булдырыусылар аша һөйләшеп, улына алмаштыра. Шулайтып ул тағы ла ватандаштары яғына барып сыға. Быларҙың барыһын да аҙаҡ, тулыһынса аңына килгәс һәм аяҡҡа баҫҡас ҡына белә һалдат.
Шул саҡта ун алты кешенән бер үҙе тере ҡалыуын ауыр кисерҙе Салауат. Был һорауҙы уға башҡалар ҙа бирҙе. Уянғайны бит ул, уянып өлгөргәйне. Хатта уларҙы үлтерәләр икәнде лә төшөндө, тик... тауыш бирә алманы. Өлгөрмәнеме, әллә күндеме ул? Үлемдең боғаҙына ҡулын һалғанын аңлап буйһондо ла ҡуйҙымы? Хеҙмәттәштәрен ҡотҡара ала инеме, әгәр ҡысҡырһа, дуҫы Радуга, мәҫәлән, тере ҡалыр инеме икән? Әллә уларҙың кәүҙәләре инде ул уянғанда йән сығара алмай һеркелдәй инеме? Ы-ыһһ... Был икеләнеүҙәрҙән, был ғазаплы уйҙарҙан мәңге лә ҡотола алмаҫ уның йәне. Һуңғы һулышына тиклем алып йөрөр күңеле ул йөктө.
1989 йылдың февраль айында, эшелондарҙың һуңғыһында сыҡты уларҙың взводы был утлы ерҙәрҙән. Артыҡ шатланманы ла, борсолманы ла, БТР өҫтөндә ҡатҡан төҫ менән сайҡала-сайҡала ултырып барыуын ғына белде һалдат. Күп хис-тойғонан яҙғайны был ике йыл эсендә сырайҙары өлкәнәйеп өлгөргән егеттәр. Көлкөләре яңырған, йәштәре кипкән, үлемгә өйрәнгән ине улар...
Институтҡа имтиханһыҙ алдылар Салауатты. Һөйләшеүгә генә саҡырҙылар ҙа, студенттар теҙмәһенә керетте лә ҡуйҙылар. Афғандың бына шундай бер файҙаһы булды уға. Икенселәй булғанда инә лә алмаҫ ине, имтихандарға әҙерләнер кәйефе лә, теләге лә юҡ ине бит. Үҙе – ярай, әсәһенең шатланыуын күрһәгеҙ!
– Уҡы, улым, уҡы! Урында эшләрһең. Кәстүм-салбар ғына кейеп йөрөрһөң. Интеллигент булырһың! Атаң менән беҙ шул калхоз соҡоронан сыға алманыҡ инде. Һеңлеләрең, ҡыҙҙар улар былай ҙа уҡыр, һине, бер бөртөк орлоғобоҙҙо, кеше итке килә.
Ысынында Гөлнурға үс итеп барҙы ул институтҡа. Уҡырға артыҡ дәрте булмаһа ла. Уны шунда, институт коридорында осратыр ҙа, әллә нимәләр әйтер, әллә нимәләр эшләр, әллә нимәләр иҫбатлар кеүек ине, асылда, ҡаршы-һына килеп сыҡҡайны, ҡойолдо ла төштө. Шундай матур, илаһи ғына булып тора ине Гөлнур. Тап теге оҙатыу мәжлесендәге кеүек ҡупшы күлдәк кейгән, вокзалдағы һымаҡ ихлас йылмая.
Салауаттың өндәшмәҫен белеп үҙе үк килеп ҡулдарын тотто:
– Сәләм!
– Сәләм, – тип кенә ҡуя алды егет.
– Һин минән ҡасып йөрөйһөң әллә?
Быныһы яурындарын ғына йыйырҙы:
– Һинән? Нишләп?
Ҡыҙ етдиләнеп төбәлде:
– Беҙгә барыбер аңлашырға кәрәк бит. Һин мине, моғайын, ғәйепләйһең. Салауат?
Егет иҫәр һымаҡ тирә-яғына ҡаранып, яурындарын һикерткеләп тик торҙо:
– Һине? Нимә өсөн?
– Ҡыланаһыңмы? Ә бит миңә лә еңел түгел.
Әйтер һүҙе юҡ ине кисәге һалдаттың ҡыҙға. Окопта ятҡанда, госпиталь карауаттарында аунағанда күҙ алдына килтергәненсә, әгәр осрашһалар, күңелендәген өс көн, өс төн һөйләп бөтә алмаҫ һымаҡ ине лә бит, әле килеп – бушлыҡ... Һәм тағы ла башына нимә инә, шуны бытылданы:
– Һис ҡайғырма, класташ, бары ла яҡшы.
Һәм тотто ла үҙенә ялбарып төбәлгән ҡыҙҙың танауына бармаҡ осо менән баҫты:
– Пи-ип!
Эре-эре баҫып атлаған егет артынан Гөлнур моңһоу ҡарап ҡалды. Танауын һалдат ҡулынан яғылған хушбуй ҡатыш тәмәке еҫе ҡытыҡланы. Күкрәгендә, эстә, төптә, нимәлер әсетеп китте. Нисек аңлатаһың? Нимә тип төшөндөрәһең? Ҡалайтып һөйләп ышандыраһың инде егет кешегә ҡатын яҙмышын? Уның теләктәрен һәм хыялдарын. Хаталарын һәм яңылыштарын. Бәхетен һәм бәхетһеҙлеген...
(Дауамы киләһе һанда.)