+25 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
31 Июля 2025, 09:20

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Ҡартәсәйем ҡөрьән менән дауаланы

  БҮЛӘКОВА Рәйсә. 1956 йылғы. Байым ауылы. Беҙҙе эргәһенә ултыртып алыр ҙа, күҙҙәрен нурландырып, ҡартәсәйебеҙ Манһырҙың данлыҡлы әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәт тураһында һөйләр ине: Миңә ҡырҡ ете йәштәр тирәһе булғандыр, Мөжәүир ағайым килһен тип әйтеп ебәргән. Ни булды икән, әллә үҙем дә белмәйенсә берәй хилаф эш ҡылдыммы,тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына барам. - Өләсәйебеҙ тағы дәртләнеберәк дауам итә. - Ағайым мине ихлас ҡаршы алды. Эргәһенә ултыртып алып, хәл-әхүәлемде һорашты. Шунан етди һөйләшеүгә күсте: Аллаһы Тәғәлә юғарынан һәр бер ергә тейешенсә имсе-табибтарын тигеҙләп бүлеп тәғәйенләп сыға. Бына мин ошо ергә төбәп ебәрелгәнмен, ошо төбәкте ҡарарға тейешмен, - тип һүҙен башлаған олатай, -һиңә лә бит Алланан кешеләрҙе сихәтләндереү һәләте, илаһи көс бирелгән, Гөлъямал туғаным, һиңә силсилә ҡылынған! Бынан түбән кешеләрҙе ҡөрьән менән дауалаһын, өшкөрөүе, тыны килешһен тип, һиңә юғарынан көс ебәрелгән.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Ҡартәсәйем ҡөрьән менән дауаланыМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Ҡартәсәйем ҡөрьән менән дауаланы
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Ҡартәсәйем ҡөрьән менән дауаланы

 

Ҡартәсәйебеҙ Көмөшҡолова Гөлъямал (ҡыҙ фамилияһы Дәүләтбаева) әшкәрәмә, йәғни, доға уҡый-уҡый, өрөп имләүе менән тирә-яҡта дан алған халыҡ табибәһе була торғайны. Иҫемдә, беҙ бәләкәй саҡта, уны эҙләп әллә ҡайҙарҙан, хатта ҡаҙаҡ яҡтарынан килеп етерҙәр, яҡшы машиналарға ултыртып үҙҙәре менән алып ҡайтып китерҙәр ине. Ҡаҙаҡ далаларында айҙар буйы йөрөп, кешеләрҙе ҡөрьән менән дауалап, өшкөрөүе килешеүгә үҙе балалай ҡыуанып, ҡайтып төшөр ине. Өҫ-башын сынъяһау итеп кейендереп, намаҙлыҡтар, беләҙектәр бүләк итеп күстәнәстәр тейәтеп, үҙ яғын, туған-тыумасаһын һағынған ҡартәсәйемде ҡәҙерләп алып килеп ҡалдырырҙар ине, - тип хәтерләй Рәйсә ейәнсәре.

- Гөлъямал инәй бәүелен тота алмаған улыбыҙҙы йүнәлтте, быума сирлене имләне, башы ауыртып йонсоған әсәйебеҙҙе өшкөрөп һауыҡтырҙы; ҡыҙып, енләнеп ауырыған баланы бәпләп ипкә килтерҙе; өй һайын йөрөп ҡөрьән уҡыны, - тип, уны маҡтап, ололоҡлап, иҫ китмәле сихәтләндереү һәләтенә хайран ҡалып, ҡайтып китерҙәр ине, - ти ҡыҙы Гөлйыһан да.- Әсәйемдең доғалары бала саҡтан күңелемә һеңде. Хәҙер үҙем дә, иншалла, биш ваҡыт намаҙымды ҡалдырмай, изге дин юлында йөрөйөм.

- Совет заманы, дингә ҡаршы мәктәптәрҙә көслө агитация алып барылған саҡ. Шунлыҡтан иҫемдә, беҙ ҡартәсәйебеҙҙең билдәле имсе булыуынан ояла торғайныҡ. Уҡытыусыларҙың мәктәптә өйрәтеүе буйынса, имселекте иҫкелек ҡалдығы, наҙанлыҡ билдәһе тип белә инек. Их, ниндәй аяныслы! - тип үкенә хәҙер ейәнсәрҙәре. - Ниндәй ғилем эйәһе эргәбеҙҙә йөрөгән, саф алтындың ҡәҙерен белмәгәнбеҙ! Ҡартәсәйебеҙҙең:

- Үәй-үәй, был ғүмерҙәр, минең доғаларымды бер ишетеү µсµн бөтә байлығын бирергә әҙер кешеләр булыр, тик мин булмам, - тигән һүҙҙәре иҫкә төшһә, ятып иларҙай булабыҙ.

Беҙҙе эргәһенә ултыртып алыр ҙа, күҙҙәрен нурландырып, ҡартәсәйебеҙ Манһырҙың данлыҡлы әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәт тураһында һөйләр ине:

  • Миңә ҡырҡ ете йәштәр тирәһе булғандыр, Мөжәүир ағайым килһен тип әйтеп ебәргән. Ни булды икән, әллә үҙем дә белмәйенсә берәй хилаф эш ҡылдыммы,тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына барам. - Өләсәйебеҙ тағы дәртләнеберәк дауам итә. - Ағайым мине ихлас ҡаршы алды. Эргәһенә ултыртып алып, хәл-әхүәлемде һорашты. Шунан етди һөйләшеүгә күсте:
  • Аллаһы Тәғәлә юғарынан һәр бер ергә тейешенсә имсе-табибтарын тигеҙләп бүлеп тәғәйенләп сыға. Бына мин ошо ергә төбәп ебәрелгәнмен, ошо төбәкте ҡарарға тейешмен, - тип һүҙен башлаған олатай, -һиңә лә бит Алланан кешеләрҙе сихәтләндереү һәләте, илаһи көс бирелгән, Гөлъямал туғаным, һиңә силсилә ҡылынған! Бынан түбән кешеләрҙе ҡөрьән менән дауалаһын, өшкөрөүе, тыны килешһен тип, һиңә юғарынан көс ебәрелгән.
  • Силсилә нимә ул? - тип һораған ҡартәсәй.
  • Силсилә - илаһи көстөң рух аша бирелеүе, йәғни, туранан-тура Аллаһы Тәғәләнән бирелгән сер ғилеме. Уны институтта укып та, академия бөтөрөп тә алып булмай.

Шулай итеп, ағаһы уны ипләп-ипләп байтаҡ нәмәгә өйрәтә, сер ғилеменә күҙен аса.

- Им-томдоң да юлдары төрлөсә була: берәүҙәр - ҡул көсө, икенселәре - шифалы үлән-тамыр, өсөнсөләре - әмәл-әпсен менән һауыҡтыра. Ә һинең юлың - ҡөрьән сүрәләре аша шифа биреү булыр, иншалла. Быға мөҙҙәт етте инде, ауырыуҙарҙы ҡабул итеп, ҡарай башларһың, - тигән.

  • Нисек? Минме? - тип хайран ҡалған ҡартәсәйебеҙ.
  • Эйе, һин! - тигән олатай. - Бына мөритем булыу иҫтәлеге итеп һиңә тиҫбемде бирәм, - Хәҙрәт зәйтүн ағасынан яһалған, хаждан ҡайтҡан тиҫбене һеңлеһенең ҡулына тоттора. Эргәңдә ошо тиҫбе барҙа яман көстәр һиңә зыян килтерә алмаҫ, ауырыуҙарҙың сир-соро һиңә ҡаҡлыҡмаҫ. Өшкөргән саҡтарыңда тиҫбең гел эргәңдә булһын, рөхсәтемде бирҙем, туғаным, әйҙә, тотон Хоҙай ҡушҡан эшкә,- тигән. Өйрәтеп тағы шуны әйткән: имселек нәфсене һөймәй, һин кешеләрҙе Алла хаҡы өсөн сихәтләндерәһең. Уй-ниәтең гел изге булһын, яман эштәрҙән йыраҡ йөрө, хатта насар уй уйлама. Аллаһы Тәғәләнең һайлам бәндәһеһең, һәр эшеңде уйлап эшләргә, һәр һүҙенде үлсәп һөйләргә өйрән. Белеп тороп та гонаһ ҡылһаң- юйылмай. Үҙе тағы өҫтәп ҡуйған: үпкәләмә бындай иҫкәртеү µсµн. Мин быны эшләргә тейеш инем. һинең бар булмышыңды үтә күрәм, тотҡан юлың хаҡ, йәнең-тәнең пак, тормошоң ауыр булһа ла биш ваҡыт намаҙыңды ҡалдырмайһың, фиғелең изге.

Шул көндән башлап, Мөжәүир хәҙрәттең ҡушыуы буйынса, Гөлъямал инәй ҡөрьән менән дауалау серҙәрен өйрәнә башлай, зирәк ҡатын доғаларҙы тиҙ ятлай, уларҙың серенә тиҙ төшөнә, бөтә иждиһатын һалып бер нисә ҡат ҡөрьән сыға. Шунан ғына әкренләп изге эшкә тотонорға баҙнат итә.

Күршеһенең өс йәштәр тирәһендәге малайы бите, тәне ҡутырлап ауырып китә. Аҙна -ун көн тирәһе дауаханала ятҡырып сығаралар, килешмәй. Бысылдап торған лыс ҡутыр көйө ҡайтарып ебәрәләр. Ҡартәсәйебеҙ ниндәйҙер йомош менән быларға барып инһә, теге бала ауырыуы аҙып, бите, тәне бысҡылдап, күҙен саҡ асып ҡарап ултыра, ти. Ҡартәсәйебеҙ доғалары менән өшкөрөп-өшкөрөп ҡайтып киткән. Өс көндән һуң барып ҡараһа, ни ғәләмәт, теге баланың тәне тап-таҙа икән. Күршебеҙ ҡыуанысынан Фирғәт тигән был улын "Гөлъямал малайы" тип йөрөтә башлай.

Күптәрҙе аяҡҡа баҫтыра ҡартәсәйебеҙ. Уның һауыҡтырыу һәләте бөтә тирә-яҡҡа тарала. Бына ҡайһындай көс-ҡөҙрәткә эйә булған беҙҙең ҡартәсәйебеҙ! Күңелдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ үкенес: ниңә быны беҙ һуңлап аңланыҡ икән? Бер ниндәй махсус белеме булмаған яп-ябай бер ауыл әбейе ауырыуҙарҙы һауыҡтыра алһын әле... Бәлки һәләтенә ышанып етеңкерәмәгәнбеҙ. Ә күптәр бит ҡартәсәйҙе аңланы, ҡәҙерен белде. Эргәһенән кеше өҙөлмәне: кемдер  доғалыҡтар яҙҙырып ала, икенселәре өшкөрөүен һорай. Кәңәш һорап килеүселәр ҙә өҙөлмәй торғайны. Хәҙер шул саҡтарҙы уйлап, ҡартәсәйебеҙҙе яңынан тергеҙеп ултыртырҙай булабыҙ. Ейән-ейәнсәрҙәре бергә йыйылып алабыҙ ҙа ҡартәсәйебеҙҙе һағынып, уның беҙгә һөйләгәндәрен хәтеребеҙҙә барлайбыҙ, кирәмәттәрен, холоҡ-фиғелен   хәтерләйбеҙ.

- Кил, ҡыҙым, бер-ике доға уҡып өрөп ебәрәйем, талсығып тораһың бит, - тийер ҙә эргәһенә ултыртып өшкөрә башлар ине, - тип иҫкә ала Роза ейәнсәре.

- Иң беренсе - Аллаһы Тәғәлә! Унан Мөхәммәт пәйғәмбәр, беҙҙең Мөжәүир ағай шулар ҡоронан булыр, ул да юғарынан ебәрелгән илсе-әүлиә, - тип әйтергә яратты ҡартәсәйебеҙ. Дин юлын үҙ иткән ейәнсәре Рәшиҙә ҡартәсәһенең ошо һүҙҙәрен күңелендә һаҡлай.

Йылайыр совхозында йәшәгән ҡыҙы Гөлйыһан әсәһен иҫкә алып былай ти:

- Ул хәҙрәт әйткәнде юғарынан ҡушылған фарман итеп ҡабул итте һәм урыны еренә еткереп үтәргә тырышты. Олатайҙың: „Тыуған тәбиғәтте, Хоҙай биргән хозур донъяны, ер-һыу, тау-урман, ялан-ҡырҙарҙы һаҡлау - иң сауаплы эш. Ерҙә үҫкән һәр үҫемлек, һәр сәскә Аллаһына тәсбих әйтеп ултыра, уны урынһыҙ өҙөргә, йә тапарға һис ярамай," - тигән һүҙен дә, шишмәләрҙе тәрбиәләп торорға ҡушыуын да ул тайпылышһыҙ үтәне. Юлда ағас-таш күрһә, мотлаҡ алып ситкә һалыр ине.

Гөлйыһан апайҙың ҡыҙы Роза табибәнең ейәнсәре, ҡартәсәһе менән еләккә барған саҡтарын хәтерләп, ошоларҙы һөйләне:

- Еләккә барырға тип сыҡһаҡ, юлда шишмәләр осрай. Ҡартәсәйем тубыҡланып тороп ала ла, ике еңен һыҙғанып, шишмәнең башын таҙалай башлай. Беҙҙән эре-эре таштар килтертеп, уны   кәртәләп ҡуя. Шунан ғына юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

- Ниңә улай итәһең? - тим ҡартәсәйгә, - ваҡыт үтә бит?

- Мөжәүир ағайым ҡушты, - ти. – Манһырының әйләнә-тирәһен йәйендәй күрер ине. Ерен һөрҙөртмәне, тау битләүҙәрен һарыҡ-кәзәнән тапатманы, һирәк осрай торған сәскә-үләнде өҙҙөрмәне. Аяҡ баҫҡан һайын Аллаға рәхмәт әйтегеҙ, еребеҙ хазина ғына тийер ине.

-     Ысынлап та, әсәйебеҙҙең Аллаһы Тәғәләнән, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән ҡала донъяла иң ололоҡлаған кешеһе Мөжәүир хәҙрәт булды, - тип хәтерләй ҡыҙы Гөлйыһан. - Мөжәүир минең ағайым: уның әсәһе Мәрғүбә менән минең атайым Мәсәлим икеһе бер туғандар, улар икеһе лә Дәүләтбай ҡарттың балалары, тип ғорурланыр ине. Әсәйебеҙ Гөлъямал Мөжәүир хәҙрәттән 27 йәшкә кесерәк. 1903 йылда тыуып, 1987 йылда гүр эйәһе булды. Инде икеһе лә ысын донъяла ята.

Гөлйыһан апай әсәһенең Мөжәүир хәҙрәткә ҡағылышлы тағы бер фәһемле хәтирәһен иҫенә төшөрҙө.

Йәнйегет ауылында Гөлъямал инәйҙе сәбәпһеҙгә бер ҡатын гел рәнйетер булған, "һин кулак балаһы, һин халыҡ дошманы ҡалдығы. Хафизың хас дошман булмаһа, Мәскәүгә үк алып барып атмаҫтар ине. Халыҡ дошманының ҡалдыҡтары беҙҙең балалар менән уҡымаһын, улар "Алла әкбәр" әйтеп совет балаларын боҙа, һ.б."

Биш баланы яңғыҙы тәрбиәләп былай ҙа ахмалға төшкән ҡатын тегегә тел ҡалҡытып бер ни яуап бирмәй. Ире Хафиздың да бер гонаһһыҙ икәнен белә, үҙенең дә бер кемгә насарлыҡ эшләгәне юҡ. Нескә күңеле ҡаты рәнйегән тол ҡатын бары тик Аллаһына ғына һыйына, унан ғына шәфәғәт көтә.

Шулай донъяға һыймаҫтай булып йөрөп ятҡанда теге ҡатындың ҡыҙы ҡаты итеп сирләп китә. Дауаханалар буйлап байтаҡ йөрөтә улар һөйөклө балаһын, ниндәй генә диагноз ҡуйылмай ауырыуға, ниндәй генә дарыу менән дауалап ҡарамайҙар. Ахырыһы .төҙәлмәҫ, үлер инде был сабый, тип врачтар өмөт өҙә. Ата-әсә һуңғы һаламға тотоноп ҡарай: аптырап-алъяғас ҡатын балаһын үҙе мыҫҡыл итеп йөрөгән дин әһеленә, Мөжәүир хәҙрәткә, күрһәтеп ҡарарға була. Хәҙрәт уны һалҡын ҡаршылай:

  • Ҡыҙыңды бер генә кеше кире аяҡҡа баҫтыра ала, -ти.
  • Кем? - Әсәнең күҙҙәрендә өмөт осҡоно тоҡана.
  • Йәнйегет ауылындағы Гөлъямал табибә.
  • Минең уға барғым килмәй.
  • Ниңә?

Ҡатын ыҡ-мыҡ итә. Гөлъямалды нисек ыҙалатҡанын һөйләп бирә алмай бит инде ул хәҙрәткә.

  • Эйе, һинең ҡыҙынды тик шул имсе генә һауыҡтыра ала, - ти ҙә боролоп инеп китә. Берәүҙең дә ғәзиз балаһын үҙ ихтыяры менән һалҡын гүргә илтеп һалғыһы килмәй. Әлеге ҡатын үҙе көн күрһәтмәй хурлап йөрөгән имсегә башын эйеп килергә мәжбүр була. Мәңге килмәҫ ине, зарурат мәжбүр итә. Гөлъямал табибә уны йылы ҡаршы ала. Үтенесен кире ҡаҡмай. Баланы бөтә ихласлығын һалып өшкөрә.
  • Иншалла, йүнәлер, - ти. - Тик башҡаса нахаҡҡа кеше рәнйетмә! Ер өҫтөндә миңә лә һиңә лә урын етә, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң!

- Был хәл хәҙрәттебеҙҙең сираттағы бер хикмәте булғандыр. Үҙе иршатын (рөхсәтен) биргән ҡәрендәшен ул шулай итеп яҡлаған булыр, - тип һүҙен тамамланы Гөлйыһан апай. - Шунан йомғаҡлап ҡуйҙы: - Иншалла, хәҙер әсәйемдең бөтә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хәҙрәтебеҙ һәм әсәйебеҙ күрһәткән изге юлдан, дин юлынан бара: Аллаһы Тәғәләнең барлығын һәм берлеген таный, доғаһыҙ юлға сыҡмай, бисмиллаһыҙ эш башламай, тыуған ерен һаҡлай.

Гөлйыһан апайҙың һүҙҙәренең хаҡлығын мин дә раҫлай алам. Былтыр йәй беҙ Гөлъямал инәй ейәнсәре Розалар менән Яугүл буйына ял итергә сыҡтыҡ. Ғаилә башлығы Йосопов Рәис, улы Тимур, ҡыҙы Гүзәл үҙҙәренең әҙәп-тәртибе менән мине хайран итте. Хәҙрәтебеҙҙең, әүлиәбеҙҙең яратҡан, һаҡларға ҡушҡан урыны тип килеп төшөү менән тоҡ алып, күл буйында йыйылған бөтә сүп-сарҙы, тырым-тырағай ятҡан ҡый-ҡыпырҙы күмәкләп тиҙ генә йыйып алдылар, шунан ғына һыу инергә төшөп киттеләр. Был күргәнем атай- әсәй, изгеләр әйткән-өйрәткән юҡҡа сыҡмай, быуындан-быуынға аманат булып ҡалыуға бер дәлил булды.

 

Автор:
Читайте нас