

Беҙ бәләкәй саҡтан, ололар һөйләүе буйынса, Манһыр ауылында Мөжәүир тигән әүлиә йәшәүен, уның өшкөрөп кешеләрҙе һауыҡтыра алыуын, иҫ китмәле кирәмәттәрен белеп үҫтек. Миңә ул әкиәт донъяһынан килгән серле зат булып күренә, шуға уны бик тә күргем килә торғайны. „Их, тылсым эйәһен бер генә күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем," - тип уйлағандарым иҫемдә. Иншалла, күреү генә түгел, өйөбөҙгә саҡырып ҡунаҡ итергә, кирәмәттәрен үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип булды. Әле яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның „Мөжәүир хәҙрәт" тигән китабын уҡығас, шул хәтирәләрҙе яҙып ебәрергә булдым. Рәхмәт Лира ҡыҙыма, ул изге эш эшләгән!
Элек-электән беҙҙең Икенсе Этҡол яҡтарында Мөжәүир хәҙрәттең кирәмәттәрен иҫе-аҡылы китеп, хайран ҡалып һөйләй торғайнылар. Бына шундай хәтирәләрҙең береһе.
Беҙҙең Икенсе Этҡол яҡтары йәйрәп ятҡан дөм-ҡара урманлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан шул урман, ни ғиллә менәндер, ныҡ ҡына ҡырыла. Яҙын көндө ныҡ йылытып тороп, күп итеп ямғыр яуа ла, бер аҙҙан шатырлатып туңдырып ебәрә. Ағастар ҡалын боҙ менән ҡаплана, боҙло ботаҡтарына көсө етмәйенсә, һынып ҡолай, күптәренең тик төпһәһе генә тороп ҡала. Бер килке урман шулай ергә түшәлгәс, ауыл тирәһе күңелһеҙләнеп ҡалды. Был хәлде Мөжәүир хәҙрәт былай тип аңлатҡан: „Бер афәт сығырға тора, тәбиғәт шуны әшкәртә. Ошо тәләф булған ағас кеүек, әҙәм балаһы ла һәләк булыр инде."
Ысынлап та, бер аҙҙан Германия менән миллион ҡорбандар талап иткән биш йылға һуҙылған ҡанлы һуғыш башланып китә. Халҡыбыҙҙың иң аҫыл ирҙәре еңеү өсөн башын һала. Аҙаҡ ишеттек: «Герман һуғышҡа әҙерләнә, беҙгә лә уяу булырға кәрәк»,-тигән өсөн Мөжәүир хәҙрәтте төрмәгә ябалар,оҙаҡ ҡына ултырып ҡайта. Уның исемен әйтеү тыйыла. Әммә, властарҙың эҙәрлекләүенә ҡарамаҫтан, халыҡ уны теленән төшөрмәй. Ҡөрьән аштарында, төрлө дини байрамдарға йыйылғанда һәр кем уның менән ҡайһылай итеп осрашыуын, уны белеп күреүен, нисек өшкөрөүен, ниндәй мөғжизәләр күрһәтеүен хәтерләп һөйләй. Власть кешеләре,ни саҡлы тырышһа ла, ил ауыҙына иләк ҡаплай алмай. Иманым камил, хәҙрәт менән осрашыуҙан, уны күреүҙән һәр кемдең күңелендә иң изге хәтирә һаҡлана, телдән телгә күсеп һөйләнелә. Мин дә уның әсмухалы бөртөклө сәйҙе ҡайҙан алыуымды, иремде көсләшеп булһа ла үҙенә күрһәтергә тырышҡанымды белеүен, самауырҙың һыуын арттырыуын, иремде, Рәшиҙә исемле ҡыҙымды, дуҫ ҡатыным Фәхернисаның улы Тәлғәтте һауыктырыуын гел ғорурланып һөйләп йөрөнөм.
...Һуғыш һуңынан яҙмыш мине Ишмырҙа яҡтарына ташланы. Етешһеҙ генә йәшәйбеҙ, ирем аяҡ-ҡулы һыҙлап йүнләп эшләй алмай. 1953 йылдар. Ауылға хәҙрәт килгән икән, тигән хәбәр таралды. Ишмырҙаның иң өлкән аҡһаҡалы Әфләтунов Абдулла ағай хәҙрәтте йылдың-йылы саҡырып ҡайтара торғайны, быйыл да саҡырған икән. Мин иремә: „Олатайҙы саҡырып ҡалайыҡ, ауырыйһың бит, күренеп ҡал," - тим. Ә ул риза түгел. Ит юҡ, ашҡа саҡырмағас, ҡоро сәйгә генә оят бит, ти, Һуя һалып ебәрер инек, ваҡ мал юҡ. Шулай ҙа өгөтләй торғас, ирем сәйгә саҡырырға риза булды. Хөрт кенә йәшәгәс, таҡта сәй генә, бөртөклө сәй ҙә юҡ. Маусуфа апайыма йүгерҙем. Ярай әле унда арыу сәй булып сыҡты. Иремә: „Бар, хәҙрәтте, Абдулла ағайҙы иртәнге сәйгә саҡырып кил", - тим. Ул һаман тиҫкәреләнә. «Беҙгә сират теймәҫ ул», - тип тик тора. «Яҙған булһа тейер, - тим. - Иртәнге намаҙ бөтөүгә барып тор!» Үҙем сәй яһап эсерергә тартынып, күрше инәйгә өндәштем. Ул ҡыуана-ҡыуана килде. Кунаҡтар көттөрмәне, әйтелгән ваҡытҡа һуңламай килеп еттеләр. Ишектән ингәндән беҙҙе маҡтап килеп инделәр.
- Килендең уңғанлығы бына ошонан күренә: иртә торғандың эше бешә, һуң торғандың бите бешә.
Табынға ултырғас хәҙрәт беҙҙең кем балалары булыуыбыҙҙы һораша башланы. Иремдең Мәмбәт ауылы Юныстың улы икәнен белгәс: „Мин уны беләм, ул миңә яҡын ғына кейәү тейеш", - тине. - һин былай булғас, минең ейәнем булып сығаһың даһа." - Шунан миңә ҡарап йылмайҙы ла:
- Ҡыҙым, мине ниңә саҡырҙың әле? - тине.
- Бына улың ауырый: аяҡ-ҡулы һыҙлай, - тинем.
Хәҙрәт беҙҙе бер аҙ шаяртып алмаҡсы булды, күрәһең, көлөмһөрәп:
- Үҙең ауырымағас, кеше µсµн ниңә ыҙалайһың һуң? Мине саҡырғыһы килмәй ҡырталаша бит хәләлең.
Үҙе тағы көлә. Әйтерһең, беҙҙең кисәге һөйләшеүҙе үҙ ҡолағы менән ишетеп-тыңлап торған. Тағы мыйыҡ аҫтынан көлөп алды ла дауам итте:
- Кеше һимеҙ-һимеҙ һарыҡ ите ашата, ә һеҙ сәйгә генә саҡырҙығыҙ. Шулай ҙа ҡыҙымдың сәйе иттән дә һәйбәтерәк булды бит әле. Ярай әле күршеңдә хәлле генә апайың йәшәй икән, арыу сәйен, һеҙҙең һымаҡ әрһеҙләмәй, һандығында ғына тотоп һаҡлай икән.
Үҙе рәхәтләнеп көлә. Яңыраҡ бер әсмүхә сәйебеҙ булыуға, уны иремдең, таҡта сәй эскем килмәй тип көсләп тотондороуына ишара яһауы ине олатайҙың. Бөтәһен дә ҡайҙан белеп-күреп тора, тип уйлайым эстән генә, үҙем тағы уйымды хәҙрәт белеп ҡуймаһын тип ҡурҡам. Ә хәҙрәт тағы мәрәкәләй:
- Эй, ҡыҙым, олатайығыҙҙы кешенең ни уйлауын белеп торған µсµн алып йөрөтәләр бит.
Хәҙрәт тағы ҡәнәғәт көлөп алды ла:
- Улым, тупһаң һәйбәт икән, иркәләп кенә ҡәҙерләп көт һин уны.
Абдулла ағай ҙа һүҙгә ҡушыла:
- Иркәләтә башлаһаң, ҡотора бит улар.
-Шәриғәт ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам итергә,ҡәҙерләргә ҡуша,- тип уның фекерен кире ҡаға олатай.
Яйлап һөйләшә-көлөшә сәй эсә торғас, бер саҡ самауырыбыҙҙың һыуы бөттө лә ҡуйҙы. Мин, кәрәк булһа тип күршеләрҙең самауырын алып торғайным, икеһен дә ҡушлап ҡайнатҡайным. Шуны индерәйем тиһәм, олатай рөхсәт итмәй:
- Ул самауырҙың һыуын үҙҙәре эсһен. Хәҙер үк үҙҙәренә кире илтеп бир.
Мин хәҙрәт әйткәнде тыңлап, самауырҙы шунда ук кире алып барҙым. Хәҙер ни эшләрмен икән, ҡайһылай итеп самауырҙы тиҙ генә тағы ҡайнатырмын, тип уйлап килһәм, күрше инәйем һаман бая уҡ һыуы бөтөргә тейешле самауырҙан сәй яһап эсереп ултыра. Мин аптырап киттем, түҙмәй әйтәм:
- Атаҡ-атаҡ, самауырҙың һыуы бөтмәй ҙә, ҡайһылай бәрәкәтле булды!
Олатай һаман мыйыҡ аҫтынан ғына көлөүен белә:
- Самауырҙа һыу күп әле, ҡурҡмағыҙ, эсегеҙ-эсегеҙ, бөтмәй ул. Сәйеңде яһа, яһа.
Эштең ниҙә икәнен аңламаған инәй, әҙерәк аптырап торҙо ла тағы сынаяҡтарға алҡындырып сәй яһарға тотондо. Бик күңелле итеп, көлөшә-көлөшә яйлап тороп рәхәтләнеп сәй эстек. Күпме эсһәктә самауырыбыҙҙың һыуы кәмемәне лә, бөтмәне лә. Олатай беҙҙән тиҙ генә сығып китергә ашыҡманы. Беҙгә тоҙ өшкөрөп бирҙе, доғалыҡ яҙҙы.Шунан аяҡ-ҡул һыҙлауға уҫаҡ япрағының бик ныҡ килешеүен әйтте.
- Етмеш төп уҫаҡ ағасынан япраҡ һыпырып алығыҙ, шунан уны быҡтырығыҙ, бер аҙ һыуый төшкәс, ауырыуҙы шуға урап һалып ҡуйығыҙ. Бик килешә, иншалла улыбыҙ һауығып китер. Уҫаҡ – Аллаһы Тәғәләнең фатихаһы төшкән ағас ул. Уның япраҡтары (бармаҡтарын тибрәндереп күрһәтә) бына ошолай итеп Хоҙайға тәсбих әйтеп ултыра.
Хәҙрәт беҙгә тағы ҡайһы бер үләндәрҙең шифаһы тураһында һөйләне, күп кенә өгөт-нәсихәт бирҙе, шунан һуң ғына фатихаһын биреп, бөтмәҫ дәүләт теләп, риза булып ҡайтып китте.
Ирем йүнәлеп, арыу ғына йәшәп киттек. Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәй, 1961 йылда Рәшиҙә исемле ҡыҙым, уйнарға сығып киткән еренән, аяғын ауырттырып ҡайтты. Иртәгәһен ҡыҙымды Баймаҡҡа алып киттем. Врач анализдар бирергә ҡушты. Оҙон көнө буйына сират тора-тора анализдар тапшырҙыҡ. Иртәгәһең тағы килергә ҡушып ҡайтарҙылар. Кыҙым атлай алмағас, күтәреп алып йөрөтәм. Бер ҡайнағама барып йоҡларға булдыҡ. Ул Манһыр ауылынан ине:
- Былай итеп үҙеңде лә, балаңды ла ыҙалатып йөрөткәнсә хәҙрәт ағайға алып бар.
Ҡайттыҡ та ат егеп алып иртәгәһен киттек Манһырға. Барып ингәс тә хәҙрәт:
- Йә, ҡыҙым, килеп еттеңме, мин һеҙҙе көтөп ултырам бит. Был бала насар урында уйнаған. Бүтән ул ергә барып уйнама, йәме, ҡыҙым - тине.
Ул бетеү яҙып бирҙе. Хәҙрәттең өйөнән Рәшиҙә ҡыҙым үҙ аяғы менән атлап арбаға сығып ултырҙы. Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләрен, именең килешеүен ни саҡлы күп ишетһәм дә был хәл йәнә мине хайран итте. Беҙҙең ул осрашыуға 50-60 йыллап ваҡыт үтһә лә хәҙрәттең алсаҡ йөҙө, мәрәкәләп һөйләшеүе, иҫ китмәле кешелеклелеге һаман күҙ алдымда.