

Ниса үҫкән ғаиләлә әсәһе баш булды. Ысынлап баш ине. Ир баш, ҡатын муйын, тигән әйтем ул бик һирәк ғаилә ҡанундарына ғына тура килә. Күптәрендә ул ир муйын да булмай ҡуя әле. Бына шундайға шәһит булып үҫте ҡыҙ. Атаһы үтә лә йыуаш, үтә лә йомшаҡ бер йән уның. Һүҙе лә, ихтыяры ла, баһаһы ла юҡ. Баһаһы тип үк әйтеү артығыраҡ булыр, моғайын, сөнки Ниса уны һанлай. Атай итеп ярата ла, хатта йәлләй ҙә. Йыш ҡына әсәһенең ҡатылығынан ҡотҡарып ҡалырға, араларға тырышып та болаша. Ныҡ бәләкәйендә атаһын әрләгәндә илап тороп яҡлаша ине, үҫә бара ир кешенең шул ҡәҙәрем үҙен яҡлай алмауын күрә-күрә екһенде. Һуң, атаһы әсәһенән кәүҙәгә лә ҙур, беләктәре лә йыуан, йоҙроҡтары ла елле. Тороп баҫҡа түбәһе өрлөккә тейә яҙа. Ә ҡараш ҡынаһы ҡаушаған баланыҡы ише инде. Бигерәк тә әсәһе туҙынып алып китһә йәки уға секерәйһә, бөтә лә китә. Хатта ҡатыны ҡапыл өйгә килеп инһә лә ултырған еренән ҡуҙғала. Шул хәтлемдә ҡурҡа микән ни, тип күп ҡатар уйлағаны булды Нисаның. Тик һорарға ҡыйманы бер ҙә. Атаһын тағы ла нығыраҡ рәнйетер, кәмһетер һымаҡ булды.
Үҫмерлек осоронда китап уҡыуға әүәҫләнеп китте лә, ауыл китапханаһында булған барлыҡ әҙәби китаптарҙы ла уҡып бөттө ул үҫмерлек осоронда. Бигерәк тә “Унесенные ветром” тигәне оҡшаны уға. Скарлетт о Хараның яҙмышы арбап алды. Скарлеттың үҙенән бигерәк Ретт Батлерға ғашиҡ булды. Ҡыйыу ҡарашлы, ғорур төҫлө геройҙың ҡылыҡтары ла ҡырҡыу. Бөтөн төрлө проблемаларҙы ла хәл итә белә. Ул бер һүҙе, ер йылмайыуы менән дә ҡатын-ҡыҙҙы ҡоралһыҙландыра. Бына ошондай фиғелле ир-егет арбай ине уның йәш күңелен. Өйҙәге өндәшмәҫ, мәңге башын эйеп йөрөгән атаһының тап киреһе. Реттың янында уның ҡушҡанын, әйткәнен, бойорғанын көтөп кенә торалар. Уға буйһоналар һәм хөрмәт итәләр. Уны яраталар, унан яҡлау эҙләйҙәр, унан ярҙам алалар. Бына шундай кешене көтә, шундайға ымһына ине Ниса. Һәм, колледжды тамамлап, ҡала дауханаһында эш башлағас та,төрлө сәбәптәр менән юлында тап булған ир халҡын һынсыл күҙәтте. Уңайһыҙланып ҡарашын йәшергән, ауыҙын асырға ҡыймағандарҙан шундуҡ йөҙөн борҙо. Тышҡы ҡиәфәтенән, йөрөшөнән, төҫөнән көслө характер, физик һәм рухи ныҡлыҡ бөркөлөп торғандарҙы ғына күҙенә элде. Тап бына шундайҙарҙың береһе ине Афзалы ла. Юҡ, “шундайҙарҙың береһе” тип әйтмәҫ ине уны Ниса, уның кеүек берәү генә ине. Ә нисек таныштылар һуң?..
--Һаумыһығыҙ, -- процедура бүлмәһенә башын тығып өндәшкән егеттең тауышынан терләп китте ҡыҙ. – Мөхәмәтова Гөлъямал тигән инәйҙе эҙләй инем. Кисә дөйөм палатаға күсерелде, тинеләр.
Шприцҡа дарыу һурҙырып торған шәфҡәт туташының ҡулынан уколы төшөп китә яҙҙы. Дауахананың өсөнсө ҡатына нисек килеп менгән был кеше? Һәм, кем уға бында үтергә рөхсәт иткән?
--Һеҙ ауырыуҙар янына үтергә тейеш түгел.
--Үттем бит инде. Бында килеп еткәс әсәйҙе күреп сығам.
Ниса тауышына ҡатыраҡ тон бирергә тырышты:
--Бынан сығыуығыҙҙы һорайым. Иртәгә сәғәт биш менән ете араһында килегеҙ. Ә инде операция яһалғандарға аҫҡа йөрөү бөтөнләй тыйыла...
Башын тығып һөйләшеүсе егет бүлмәгә килеп үк инде. Хатта үтеп тапчанға ултырҙы. Аҡ халаттағы ҡыҙҙы баштан аяҡ байҡап ҡарап алды. Ирен сите менән генә йылмайғандай ҙа итте.
--Ҡалай уҫал апай булдығыҙ әле һеҙ. Аҫтағы бүлектәр үткәрҙе, мәрхәмәт күрһәтте.
--Бында ауыр хәллеләр ята.
--Бына шуға ла ашығып ҡайтып килеүем. Әсәй ҡапыл ауырып киткән, операцияға эләккән. Ә мин ҡырҙа эшләйем. Төнө буйы остом, унан ярты көн таксила. Инде килеп еткәйнем, бер сибәркәй үткәрмәй аптырата.
Ниса егеттең үткер теленән дә, ныҡышлығынан да аҙыраҡ албырғаны. Шулай ҙа бирешмәҫкә тырышты:
--Һеҙ миңә эшләргә ҡамасаулайһығыҙ. Сығығыҙ.
Саҡырылмаған ҡунаҡ торҙо ла элгестә элеүле торған бер халатты алып кейә башланы:
--Әйҙәгеҙ мин һеҙгә ярҙамлашам. Бына ошо арбағыҙҙы этешеп йөрөй алам. Бәлки, шунда аҙыраҡ ирерһегеҙ.
Ниса уның был ҡылығына хайран ҡалды:
--Һ-һеҙ нимә?..
Тик егет уның ай-вайына ҡуймай уколдар һәм дарыуҙар теҙеп ҡуйылған тәгәрмәсле кескәй тимер арбаны этеп коридорға уҡ сыҡты. Ҡыҙ ҡалған кәрәк-яраҡтарын тотоп уның артынан эйәрҙе.
--Хәҙер доктор килеп сыҡһа... һеҙ мине эштән ҡыуҙырырға йөрөйһөгөҙ, ахыры.
--Ә мин әйтәм, яңы хеҙмәткәрмен, тәжрибә туплайым, тип.
--Эйе, ул үҙ бүлегендәге хеҙмәткәрҙәрҙе белмәй икән, тиһегеҙме?
--Улайһа, бына... кем әле исемең?
--Кемдең? Минеңме? Ниса...
Егет еңел генә итеп дауам итте:
--Бына Нисаның иремен. Ҡатынымды күрергә килдем, тим.
Ҡыҙ уның ҡулын арба һабынан этәреп, үҙе тотоп алды:
--Етәр, шауламағыҙ. Кемде эҙләй инегеҙ әле?
--Мөхәмәтова.
--Остағы һуңғы палатаға барығыҙ. Тик оҙаҡлмайһығыҙ. Инәһегеҙ ҙә, сығағыҙ. Әгәр врачҡа тотолһағыҙ, мин һеҙҙе күрмәнем. Үҙегеҙ яуап бирәсәкһегеҙ.
--Бик яҡшы. Килештек.
Ниса, дарыу-шешәләре менән сылтырай-сылтырай ҡуҙғалғандан, боролоп бармаҡ янаны:
--Бер нәмәһен дә килешмәнек. Һеҙ тәртип боҙоп йөрөйһөгөҙ.
Шулай тип ҡәтғи өндәшеп киткән булһа ла, боролғас йылмаймай түҙә алманы. Әллә нишләп күңелен күтәрҙе уның был еңмеш егет. Ҡайһылай алдына алғанын ҡуймай бит әле. Дауаханала күптән ҡабул итеү бөткән, инде халыҡҡа киске уколдарҙы алып йоҡларға ятырға ваҡыт. Ә был аҫтағы посты нисектер күндереп килеп ингән. Ингән генә лә түгел, бүлек буйлап иркен йөрөп ята. Вәт, наха-ал...
Палатанан палатаға дауаларын таратып, энәләрен сәнсеп, кемдәрҙеңдер температураһын, кемдәрҙеңдер ҡан баҫымын үлсәп карталарына теркәп барып, һуңғы ишеккә лә етте. Уны асыр алдынан нисектер тулҡынланыуын һиҙҙе. Баяғы ир кешенең юғарынан ҡарағаныраҡ ғорур ҡарашы, арыуыҡ ҡуйы һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ҡырыҫыраҡ ҡуңғырт йөҙө күҙ алдында, әллә шаяртып, әллә ысынлап һөйләшкән тәрән йомшаҡ тауышы ҡолағында сыңлап тик торҙо. “Ҡалай уҫал апай булдығыҙ” тинеме шул? Апай... Ниндәй апай булайым мин һиңә? Үҙең бер бабайҙыр әле...
--О-о! Бына тиҙ ярҙам да килеп етте, -- тип тороп ҡаршы алмаһынмы уны теге егет. – Ә беҙ һине көтөп ултырабыҙ.
Ниса тыныслыҡ һаҡларға тырышты:
--Һеҙ, зинһар өсөн, сығығыҙ. Аҙыҡ-түлектәрегеҙҙе коридорҙа торған һыуытҡысҡа ҡуйып китегеҙ.
Ҡағыҙҙай ап-аҡ булып ятҡан бәләкәй генә инәй, улына шыбырланы:
--Бар, балам, бар... Бер нәмә лә ҡалдырма... Ашар рәтем юҡ...
Улы уның битенә эйелеп, маңлайына төшкән йоҡа яулығын рәтләне:
--Ярай, әсәй... Иртәгә иртәнсәк килермен. Һин тынысланып йоҡлап ал.
--Йоҡларым... Инде күҙемә күрендең... Һине күргәс - булды.
Егет медсестра тәңгәленән үткәндә шыпырт ҡына күҙ ҡыҫты. Бындайҙы уҡ көтмәгән ҡыҙҙың ҡаштары өҫкә һикерҙе. Был тегене көлдөрҙө генә. Ауыҙы йырылып сығып китте.
Инәйгә һәм палатала ятҡан тағы ла өс ҡатынға уколдар яһағас, тыныс йоҡо теләп уттарын һүндереп сыҡты. Арбаһын һөйрәп процедуркаға барып инһә, баяғы ҡунаҡ шунда ултыра.
--Охрана саҡырғанды көтәһегеҙме? – Ниса хәҙер ысынлап асыуланырға итте. Был әҙәм уға мәшәҡәт тыуыҙырыға йөрөйме әллә?
--Юҡ-юҡ. Рәхмәт әйтеп, танышып ҡына китәйем тип көттөм.
--Все! Рәхмәтеңде ишеттем. Бар – тай.
Егет һаман шаярҙы:
--Һин – Ниса. Мин – Афзал. Беҙ бик тә шәп пар. Ә хәҙер телефон номерыңды ғына әйт тә, юғалам.
--Бер ниндәй ҙә номер бирмәйем. Өскә тиклем һанайым һәм кнопкаға баҫам.
Ҡыҙҙың янауына иҫе лә китмәне тегенең. Хатта кире урынына ултырып алды. Үҙе һаман көлә бит әле:
--Йә, матурым, һана. Бе-ер... Ике-е...
--Һеҙҙең башығыҙ эшләмәйме әллә?
--Шуға бына ярҙам һорап балнисҡа килдем бит. Ә һеҙ кәмһетәһегеҙ. Матур ҡыҙҙарға улай һөйләшеү килешәме инде?
--Мин һеҙҙе йәлләп үткәрҙем, ә һеҙ миңә һүҙ тигеҙергә тораһығыҙ! Оят түгелме?
--Оят, һылыуым, бик ныҡ оят. Хәҙер номерыңды яҙып алам да, теләһәң бына тәҙрәнән төшөп китәм, берәү күрмәйәсәк.
Инде бынан ҡотола алмаҫын аңлаған ҡыҙ һандарҙы теш араһынан ҡыҫып сығарҙы:
--Һигеҙ... туғыҙ йөҙ ун ете...
Уның әйткәндәрен тиҙ генә яҙып өлгөргән егет йәһәт кенә шылтыратып та ебәрҙе. Шулай итеп номерҙың дөрөҫлөгөн тикшергәс, киң йылмайып усын түшенә ҡуйып тороп баш эйҙе:
--Дико извиняюсь. Мең рәхмәт һиңә. Бөгөнгө кис мине икеләтә бәхетле итте.
Уның артынан һөйләнеп ҡалды Ниса:
--Бар-бар – дуйып ултыр...
Иртәнсәк сменанан сығып барғанда уҡ ватсабына хат килде: хәйерле иртә. Яуап бирмәне, әммә күңеле булды. Төшкә ҡарай ҙа сәләм алды, кискә лә. Һәм кискә тағы ла көтөлмәгән хәл булды: фатир ишеге төбөндә Афзал үҙе пәйҙә булды. Бергә йәшәгән ҡыҙҙар сырҡылдашып бүлмәләренә таралышты. Ниса халатының түшен ҡауышырып аптырап ҡалды:
--Һеҙ... нисек бында?
Афзал эре генә сирттерҙе:
--Кәрәк булғас таптым бына, --артҡа йәшергән гөлләмәһен алға һуҙҙы. – Һиңә.
Сәскәләрҙе алырғамы-юҡмы һәм егеттең үҙен дә эскә саҡырырғамы әллә нишләргә икән, тип, сәбәләнде ҡыҙ. Уның был уйҙарын үтә күреп торғандай, Афзал аяҡ кейемен һалып уҡ үтеп китте. Икенсе ҡулындағы пакетын аш бүлмәһенә индереп ҡуйҙы, букетын да шунда өҫтәлгә һалды. Ҡыҙға уның артынан эйәреп барырға ғына ҡалды. Шунан боролдо ла хәбәр һалды ҡунаҡ:
--Ял иттең, йоҡлап алдың, моғайын, ивет? Хәҙер тиҙ генә кейенәбеҙ ҙә, берәй ергә барып ултырып киләбеҙ. Йә, һуҙылма, айт-два, һиңә ун биш минут ваҡыт.
Ниса күҙҙәрен сылт-сылт йомғоланы. Ул ысынлап та көнө буйы йоҡлап, әле яңыраҡ ҡына тороп сайынып йөрөй ине.
--Ниндәй ергә? Ҡайҙа? Минең сыҡҡым килмәй.
Афзал ишек төбөндә аяғына кейә ине инде:
--Ҡайҙа теләйһең – шунда. Башта тамаҡ ялғап алайыҡ, мин әле ашамағанмын, һин дә шулайҙыр...
Ҡыҙ уға яҡыныраҡ килде, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп башын күтәреп юғарыға ҡараны:
--Һин ҡалай дөрөп алып бараһың. Әгәр сыҡмаһам?
Афзал һаман да киң йылмайҙы:
--Ун биш минуттан инәм дә... ошо кеймеңдә алып китәм. Һин минең бында кире инә алырымды беләһең.
Ниса башын ғына сайҡап ҡалды, егет һаҡ ҡына итеп ишекте япты.
Уның артынса, йәшеренгән ҡыҙҙар сығып ябырылды:
--Был кем ул, Ниса?
--Что за красавчик?
--Ҡара халыҡ икән тиһәм, башҡортса һөйләшә. Кем был?
--Ни эшләп беҙ уны белмәйбеҙ?
Ҡыҙ ҡулдарын күтәрҙе:
--Ҡысҡырышмағыҙ! Китмәгәндер, бәлки... Ишетеп торһа?..
Тегеләр ҡуйманы:
--Ишетмәһә кәрәк! Давай, һөйлә!
--Кем белгән уның кем икәнен, -- Ниса нисек бар шулай әйтте. – Кисә отбой алдынан бүлеккә килеп ингән. Әсәһен эҙләп. Себерҙән ҡайтып төшкән дә, иртәнсәкте көтөп тормаған инде. Ошолай уҡ башты ҡатырып сығарҙы.
--Кем булып эшләй?
--Күпме ала?
--Ҡатыны юҡмы икән, белеш...
--Һаҡалын ҡырҙырып ташлат, атыу бабай ҡошап...
--Булһын! Килешә лә инде. Яратам бруталь ирҙәрҙе...
Ниса көлә-көлә әхирәттәрен тыйҙы:
--Етәр һеҙгә!.. Ир күрмәгән гарем һымаҡ ҡыланмағыҙ.
Ә улары быны төрткөләп ҡыуҙы:
--Бар, нимә тораһың! Ун биш минут, тине бит.
Ҡыҙ ҡарышты:
--Сыҡмайым мин.
--Как сыҡмайһың?
--Ишекте эләм дә...
--Беҙ асабыҙ! Шундай егеттән ҡасып ятмайыҙ инде. Давай, живо! Анау йәшел күлдәгеңде кей.
--Әйҙә, мин сәсеңдең остарын ғына бөҙрәләтеп ебәрәм.
--“Лакоста”ңды һиптерергә онотма, сразы наповал яһайбыҙ уны.
Ун биш минуттан саҡ ҡына оҙаҡлағандыр, тик нисек булғанда ла, бер аҙ ваҡыттан Ниса сынъяһау булып подъезд төбөндә тора ине инде. Уны күргән Афзал һыҙғырып уҡ ебәрҙе:
--Мамма-мия! Хоҙай миңә ярҙам бирһен...
***
Бибисара ҡарт инде хәҙер. Һикһәнен тултырып бара. Ысынында атап ҡына нисә йәштә икәнен дә белмәй. Ҡыҙҙары ғына иҫенә төшөрөп тормаһа, быйылғы йылдың да һанын әйтә алмай. Ә бына ҡайһы бер нәмәләрҙә яңылышмай һәм бик яҡшы хәтерләй ҙә. Мәҫәлән, Камилын нисек тапҡанын һәм бәпләп кенә үҫтергән ғүмер юлдарын. Ҡырҡты үтеп саҡ уллы булды бит ул. Ире иллегә яҡынлашҡан ине инде. Ике ҡыҙ тыуҙырҙы ла, ҡалған балалары үлеп тик торҙо. Әллә фермала ауыр эштә йөрөүенең касафаты булды, әллә башҡа сәбәптән, ҡорһаҡта ҙурайып бөткән бәпәйҙәре йәнһеҙ булып төштө лә торҙо. Уныһын да раҫлап ҡына әйтә алмай, әммә ҡара иҫәп менән дә, бер алты-ете балаһы әрәм булды уларҙың.
Ул табам тип ымһыныуының да сәбәбе – бабайы йәнен алып барҙы. “Затымды ҡороттоң инде, бер малайһыҙ ҙа ҡалам” тип игәр ине эсеп алһа. Ә айныҡта артыҡ телләшмәне, әммә бер ауырынан бушанып, саҡ башын күтәргән ҡатынына тағы яҡын килде: “Әйҙә... малай кәрәк”.
Камилы тыуғанда ҡыуаныуҙары! Бабайы бала менән ятҡан ҡатынының аяҡ осонда күҙ йәштәрен дә йәшермәй соҙорап илап торҙо. Үҙе йылмайған була, ә йәштәре аға. Әйтерһең, бөтөнләй балаһы булмаған. Әйтерһең, анау йөрөгән ике ҡыҙ кеше түгел. Эй, ирҙәр...
Улына ун йәш тигәндә ҡарты китеп барҙы, атай тәрбиәһе теймәне малайға. Әллә шуға был ҡулдан яҙып йөрөүе? Улай тиһәң, балалығында ла, үҫмерлегендә лә ул бит насар егет булманы. Ҡушҡанды үтәне, уҡыуҙа артыҡ алдыра алмаһа ла, сумкаһын тотоп барып-ҡайтып йөрөнө, уҡытыусыларға ҡарышманы. Өйҙә лә мал араһында, кәртә-ҡурала таянып торған терәге шул булды. Өндәшмәй генә ҡара эште һыпырып эшләп килеп инә ине. Танауын мырш-мырш тартып сисенә лә, ҡулын йыуып өҫтәл артына килеп ултырған була торғайны. Хас ирҙәрсә ҡыланған булыр ине, атайһыҙ үҫһә лә. Тәмәке тарманы ул, ундай еҫ-бәлән һиҙмәне әсәһе. Эсеүенә лә ана шул ҡырҙа йөрөгәндә генә өйрәнде, былай булһа ауылда кем менән ҡотороп йөрөһөн дә, тәртип боҙһон?
Ҡыҙ-ҡырҡын тирәһендә лә уралманы, исмаһам, тип уйлай көйәләнеп Бибисара. Анау күрше ҡыҙын әпиреп ҡуйманылар, йә. Шул Камилға битраф түгел тип ишеттерҙеләр ҙә инде. Әйтеп тә ҡарағайны улына, күсереп алып йәшәй ҙә китәһеңме әллә тип, уныһы, диуанаһы “эй, күҙе ҡыҫыҡ” тип көлгән булды. Булһа ней! Күҙе ҡыҫыҡ булыуы, ана, икенсегә кейүгә барып, өс бала табып йәшәп ятыуға ҡамасауламаны. Ә уның улы йөрөй сәс-баш туҙып, һаман өйләнмәй, һаман донъя көтөргә эшкинмәй. Йә, инде...
Бибисара, бәйләп ултырған йөн ойоҡ ҡуңысын ситкә ҡуйып ҡуйҙы хатта, ошо уйҙары тынғы бирмәй уға яйлап ҡына ултырырға. Ипләп йоҡлай ҙа, ята ла, нимәгәлер әүрәй ҙә алмай. Шул шилма малайҙы урынлаштырмай тороп үлеп китергә лә ярамай бит уға. Ә уныһы яйлап тик йөрөй, бутта әсәһенең ғүмерен арҡыры ағасҡа әйләп ҡуйғандар. Бына был юлы ла, ҡайтып ҡына күренде лә, ҡалаға сығып киләм генә тине лә, юҡ та булды. Ун көн тигәндә бер ҡайтып мунса инеп, өҫ-башын алыштырып китте. Унан тағы бер быуа ятып китте, ахыры... Ҡалғанын онотҡан да инде ҡарсыҡ. Кәртә башын алмаштырыуға ҡышын осһоҙлата ябыу алып ҡуям тигәйне – булманы. Баҙҙағы артыҡ картуфты ҡайҙалыр сталауайға тапшырам тигәйне – йөрөмәне. Хәҙер ул ҡайтҡансы яҙ тыуа, ята инде улары бәжеп. Барыһының да сәбәпсеһе шул бер нәмә – эскелек. Аҙаҡҡы көндәре ахылдап-ухылдап ятты ла ятты, торҙо ла һыу эсте лә уҡшыны. Өндәшмәне Бибисара улына. Әрләүҙән уҙғайны.
Ошоларҙы уйлап ҡуҙғып киткән әсә, түңәрәк өҫтәлдә ултырған телефонға тотондо. Лупалы күҙлеге аша секерәйеп ҡарап һандарҙы йыйҙы. Теге яҡтан йәһәт кенә алдылар, әйтерһең шуны ғына көтөп ултырғандар.
--Әү, әсәй? Ни хәлдәр?
--Шәвәле. Мин ней, һаман шул бер хәбәрҙе һөйҙәйем инде...
--Эйе...
--Йә, ҡарап сыҡтыңмы шундағы ҡыҙ-ҡырҡынды, бисә-сәсәне?
Өлкән ҡыҙы был Бибисараның. Күрше ауылда йәшәй.
--Барланым былай. Бер дүрт кешене тоҫмалланым. Түкә берәүенең балаһы бар инде.
--Буһа ней. Бала һыйҙырмаҫтай затмы беҙ? Теге ир йораты әүрәһә булды.
--Тегеләре лә ултырып ҡалғаныраҡ ҡыҙҙар инде. Башҡа ни хәл итәң, беҙҙең егеткә лә ҡырҡ булып бара бит инде, -- ҡыҙы ашыҡмай ғына хәбәрен теҙҙе.
--Эйе шул. Әйҙә, ниәттәйек. Мужывыт шуларҙың береһенә эйәләр, әйвит?
--Эйәләгәнен көтмәйек инде, әсәй. Ҡайтһын да, ошо ҡыҙҙарҙың фотоларын күрһәтәм дә, ҡайһыныһын төртөп күрһәтә, шуны һората барабыҙ. Хватит аға!
Уның шулай ҡәтғи һөйләшкәне әсәһенең күңеленә яраны:
--Шайтырыҡ... шай... Ауыҙын ҡайырып бисәле итәйек беҙ аны.
Шундай ҡарар сығарылды берәҙәк Камилға. Әсәһе менән апаһы уның ирекле көндәрен һанап теркәп ҡуйҙы.Теүәл дүрт аҙнанан вахтанан ҡайта ла, әсәһе әйтмешләй, Аллаһы тәғәлә биреп, иҫән-һау булһа, бындағылар сепрәк-сапрағын, аҙыҡ-түлеген йыйнап әҙер генә тора ла, тегене килеп төшкәндә генә тотоп алып, артына тибеп, башына һуғып алып барып өйләндерәләр. Бөтә һинең шағараҡлы тормошоң. Аллаһүәкбәр шуның менән. Әлеге татлы уйҙарын йомғаҡлап, Бибисара, хатта битен һыпырып уҡ ҡуйҙы. Амин.
***
Ашығыуҙан оҙон коридорҙар буйлап йүгереп-йүгереп китә Анна. Һанһыҙ ишектәр аша үткәндә, быяла сағылышында үҙенә күҙ һалып та өлгөрә. Бәйләмдән ысҡынып туҙып барған сәстәрен ипләй, әммә улары кире тарала. Атлағанда өҫкә күтәрелеп барған итәген тартҡылай, уныһы ла тыңлашмай. Тик ҡатындың уларҙа артыҡ ҡайғыһы юҡ. Бына ул һуңғы ишекте һелтәп ябып урамға килеп сыға. Сасҡау һауа асыҡ түшен, йоҡа ойоҡтағы боттарын ҡурып ала. Тирә-яҡты байҡап таныш машинаны эҙләй ҡатын. Әһә, сигнал! Машиналар араһынан тегегә ыңғайлай. Килеп етеп, “йәлп” итеп инеп тә ултыра:
--Привет!
--Хәйерле кис, -- руль артындағы ир ҡуҙғалырға уйламай, хисләнеп төбәлеп ултыра бирә.
--Ни булды? – Анна һағая төшә.
--Булманы. Былай.
--Ә нимәгә ҡарайһың улай?
--Һоҡланам.
--Искандер! – Анна иркәләп устары менән битен ҡаплай. – Көлмә минән.
--Юҡ, көлмәйем. Мин һиңә беренсе күргәнемдән алып һоҡланып бағам.
Анна ла битен асып уға текәлде. Башта көлөп ҡараны, унан ҡараштары етдиләнде, уйсанланды. Искәндәрҙең дә күҙҙәре яралы йәнлектеке кеүек асырғаныу һәм һағыш аша төбәлгән ине. Ярһып, шашып, яндырып килеп ҡаплаған һөйөү ҡосағында ҡалған был ике йән, асылдарының ни торошло икәнен дә баһаларлыҡ, иртәгә нимә булырын да аңламаҫлыҡ хәлгә еткәйне. Улар өсөн әле алда ла, артта ла бер нәмә лә юҡ, хәтер һәм иҫ юйылған, намыҫ һәм выждан быуылған, ҡурҡыу һәм оялыу төҫһөҙләнгән мәл. Бында, ошонда, уларҙың икеһе араһында бары ҡайнар хистәр, тотоп торғоһоҙ теләк һәм башкөллө яратыу ғына бар. Ҡатын үрелеп ирҙең шырт баҫҡан сикәһен һыпырҙы:
--Әйҙә... Минең ике сәғәт кенә ваҡытым бар.
Искәндәр баш ҡаҡты ла машинаһын ҡабыҙҙы.
Теге мәл, егеттәрен авариянан алып килгән төндө күргәйне бит ул Анна Семеновнаны. Шунда уҡ оҙайлы итеп йотлоғоп ҡарағайны уға. Кире боролоп килеп номерын да һорап алғайны. Быларҙы хәҙер, барыһын аңлағас ҡына төшөнә ир. Ул бит беренсе күреүҙән үк был ҡатынға ғашиҡ булған. Бары аңына барып етмәгән генә. Йөрәге шунда уҡ хәл иткән. Аннаға шул тәүге күрешеүҙә үк йәнен биреп киткән булған икән.
Юҡ, Искәндәр быны теләмәгәйне. Ул Хоҙайҙан мөхәббәт һораманы. Бала саҡтан дуҫлашып, мәктәптә лә, институтта ла бергә уҡып, йәшләй өйләнешеп йәшәгән Ләйсәнен яратам тип уйланы. Хатта уйламаны ла, ә шулай икәненә инанды. Бишенсе класта уҡығанда уҡ парта аша шул ҡыҙыҡайға тексәйгәнен, етенсе синыфта записка яҙғанын, һигеҙҙе бөткәндә, сығарылыш кисәһендә класташының уның хистәренә яуап биргәнен бәхетле яҙмыш итеп ҡабул итте. Ләйсән уны армиянан көтөп алды, матур балалар табып бирҙе. Күҙенә ҡарап ҡына тора, уның менән һынаша, хөрмәт итә, буйһона. Араларында бығаса етди асыуланышыу ҙа, аңлашмаусанлыҡ та булғаны юҡ бит. Ул ҡатынына берәүгә лә ышанмаған кеүек ышана, таяна һәм ярҙам көтә ала. Хәләленә хыянат итеү түгел, башҡа ҡатын-ҡыҙҙы уйлағаны ла, кемгәлер күҙ атҡаны ла булманы. Ул бит бығаса гүзәл зат менән шаяртып та, мәрәкәләп тә һөйләшмәне. Ләйсәндән башҡа донъя барҙыр тип тә уйламаны.
Аҡламай үҙен Искәндәр. Әллә аҡларға теләмәйҙәме? Ниндәйҙер ярһыу, саялыҡ менән ырғыны ла ҡуйҙы был упҡынға. Әйтерһең, йөрәге ошо дауылды, ошо баш әйләндергес хистәр буранын көтөп кенә торған. Бар булмышы шуға әҙерләнгәнме ни? Шулай уҡта йәне был осрашыуҙы, яҙмыш боролошон һиҙгәнме? Бөтөн тәне әлеге һөйөү наҙына һыуһаған, бар булмышы ҡорошҡан, кипкән ерҙән шифалы ямғырға эләккәндәй тоя үҙен. Ләм баҫҡан күңелен ташҡын йылға йыуып алып киткәндәй. Ҡарышмай ул һөйөүгә. Сөнки, ҡаршылашҡыһы килмәй. Бындай бәхетте, илаһи ләззәтте һәм әйтеп аңлатҡыһыҙ яҡынлыҡты кисергәне лә булмаған икән. Яратыуы ла әлегесә булмаған, яратылыуы ла башҡаса булғанмы...
Теге мәл... Анна уға үҙе шылтыратты. Егеттәрҙең хәлен һөйләне. Унан Искәндәр Аннаның сменаһына ҡарап дауаханаға килде. Кабинетында кофе эстеләр. Тағы килде. Тағы... Дүртенсе күрешеүҙәрендә Анна ирҙе оҙатырға сыҡты ла, ҡул бирешкәс... үрелде лә яңағынан үпте. Үпкеһе килгәйне уның ошо ирҙе. Тәүге күрешкәндәрендә үк. Шундай дыуамал тойғо ялмап алды, артынан йүгереп сығып муйынына һарылғыһы килде. Шул теләгенән башы әйләнеп киткәндәй булды. Эйе, үпкәйне бит әле... яңағынан тигәйне...ирендәре берләште... Ир көслө ҡулдары менән ҡармап алып ирендәренә йомолдо. Һурып-һурып үпте... битенән, сәстәренән... Бар тирә-яҡ зырлап әйләнде... Һауа етмәне...Ап-асыҡ төнгө күктәге сағыу йондоҙҙар һибелешеп ергә яуҙы...
...Ир менән ҡатын ләззәтле мәлдең ҡәҙерле минуттарын һуҙып, ошо рәхәтлекте боҙорға ла ҡыймай һыйынышып ята. Искәндәр ҡытыршы усы менән Аннаның нәфис арҡаһын һыйпай. Тегеһе күҙҙәрен йомоп, танауы менән ирҙең ҡаты беләгенә төртөлгән дә тынып ҡалған. Бер-нисә сәғәткә генә тип ингән фатирҙың стенаһындағы иҫке сәғәттең текелдәүе ваҡытты һанай. Бына шул ғына уларға онотолорға бирмәй, был оянан сығырға, айырым донъяларға таралырға икәнде иҫләтеп тора.
--Һиңә минең менән... һәйбәтме? – тип һорай Анна шыбырлап ҡына.
--Бик һәйбәт. Мин һинең яныңда бәхетле, -- тип яуаплай Искәндәр.
--Иҫләп йөрөйһөңмө мине?
--Һәр ваҡыт башымдаһың, күҙ алдымдаһың.
--Һағынаһыңмы?
--Әлбиттә, һағынам, -- ир ҡатындың был балаларса бер ҡатлы һорауҙарына осрашҡан һайын ошолай яуаплай, ә уныһы күрешкән һайын әлеге һорауҙарын бирә. Кәрәкле яуаптарын алып бөтә лә, һығымта яһап ҡуя:
--Был – мөхәббәт. Беләһеңме шуны, Искәндәр - Александр Македонский. Һин –яулап алыусы. Минең йөрәгемде әсир итеүсе...
Был хаҡта ла беренсе тапҡыр ғына ишетмәй ир. Анна уны баштан уҡ шулай атай, яулап алыусы Александр, тип.
--Ә һин мине сихырлап алыусы, тимәк. Был хәтлем башымды юғалтырмын тип ғүмерҙә лә уйламағайным. Йәки ошо ҡәҙәремдә бәхетле булып була, тип.
Анна һөйгәненә боролоп ята, уның ҡыҫығыраҡ һоро күҙҙәренә төбәлеп ҡала ла, һүҙҙәр һайлап ҡына артабан дауам итә:
--Һинең ҡатының... матурмы?
Искәндәр ҙә аҙыраҡ пауза ала ла, яуаплай:
--Матур.
--Яратамы һине? – ти ҙә, үҙе үк әйтеп ҡуя, -- Яраталыр... Һине нисек яратмаҫҡа...
Искәндәр өндәшмәй. Уның был хаҡта һөйләшкеһе килмәй. Ә Аннаның ниңәлер тап ошо теманы ҡуҙғатҡыһы килә лә тора.
--Мине лә ирем ярата... Тик миңә уның һөйөүе кәрәк түгел. Арыйым, ялҡам уның хистәренән... Көсләп тотам үҙемде шул тормошта...
Был хәбәргә лә әйтер һүҙе юҡ ирҙең. Аннаның ире тураһында ла ишеткеһе килмәй уның. Ысынбарлыҡты бөтөнләй күргеһе һәм тойғоһо килмәй әле. Хатта үҙе лә шуға аптырай. Былай уҡ ерҙән айырылғаны һәм яуаплылыҡтан ҡасҡаны юҡ ине бит. Әле бер нәмә лә уйлағыһы ла, хәл иткеһе лә килмәй, бары Аннаның йомшаҡ тәнен ҡосағына алып, етен сәстәренә битен йәшереп, татлы еҫенә иҫереп кенә ятҡыһы килә. Ошо торош уға барыһынан да мөһим һәм кәрәкле. Ошо халәттә генә ул йәшәй кеүек.
Ҡатындың зифа кәүҙәһен ҡармап алып һығып ҡосаҡлай ир. Уны үҙенә һеңдереп алырға теләгәндәй итеп ҡыҫа. Икеһе бербөтөн, бер йән һәм тән булып бергилке яталар. Ахырҙа Искәндәр ауыр көрһөнөп ҡосағын бушата:
--Һиңә ваҡыт...
Анна ла ауыр һулай:
--Эйе.
Теләмәй генә тороп кейенә башлайҙар. Әйберҙәрен йыйып алып, ишек төбөнә еткәс, ир ҡатынды тағы ла бер ҡосаҡлай:
--Ҡасан күрешәбеҙ?
--Киләһе сменам дүрт көндән генә. Әгәр бер ниндәй ҙә ҡатмарлы хәлдәр тыумаһа, хәбәр итермен.
--Ярай. Көтөрмөн.
Пар эйәртенешеп тышҡа ыңғайлай. Инде төн бөтөн көсөнә инеп, ҡаласыҡ тәрән йоҡоға талған. Был мәлдә күңеле тыныс булғандарҙың барыһы ла етенсе төшөн күрәлер. Бары тик Искәндәр менән Анна кеүек хистән буталғандар һәм ут эсендә ҡалғандар ғына төн гиҙә.
Бер-нисә минуттан ир ҡатынды дауахана ихатаһында төшөрөп ҡалдырып, артабан юлын дауам итте. Уға таң яҡтырыуға ҡасабаға ҡайтып етеп, иртәнсәкке хеҙмәт төркөмөн эш урынында ҡаршы алырға кәрәк. Ул әллә машина тиҙлегендә, әллә илһам ҡанаттарында осто.
***
Искәндәрҙе был вахтаһынан дүрт күҙ менән көтөп алды Ләйсән. Ҡырға эшкә йөрөгәненә хәҙер инде ун биш йыл тулып уҙҙы, төрлө мәлдәре булды: үлеп һағынғаны ла, үпкәләгәне лә, төңөлөп киткәндәй булғаны ла, яҡты өмөттәр, яңылыҡтар менән көткәне лә. Әммә нисек кенә булғанда ла – көттө. Иргә барғандан алып уның тормошо шул көтөүгә ҡоролғайны. Педагогия институтын бергә тамамлап, кескәй ҡала мәктәбендә икәүләшеп хеҙмәт юлын башлаһалар ҙа, ирен эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәне. Сөнки, алған ғына аҡсаларын бергә ҡушып тотҡанда ла, айҙыҡы айға етмәй ине. Тора-бара тинлектәр һанап йәшәү уның ғорурлығына ныҡ тейҙе. Былай бармай, тине лә ул, газ белгестәре әҙерләй торған училище курстарын уҡып алып танытмалы булды ла, себер тарафтарына юлланды. Башта өйрәнсек булып төштө. Унан шул өлкә буйынса ситтән тороп институт уҡыны. Ләйсән әсәй булды, өйҙә ултырҙы. Иренең үҫешенә хәленән килгән тиклем булышлыҡ итеп, усаҡ һаҡланы. Искәндәрен яйлап-яйлап үрләттеләр. Бөгөн ул ҙур газ станцияһының баш инженеры. Бик етди белгес, етәксе, хатта ҡаты һәм талапсан ғына ла шикелле. Шулайҙыр тип уйлай Ләйсән, сөнки ул өйҙә лә шулайыраҡ. Ысын хужа ул. Бер яҡтан, әсәһе әйтмешләй, аҡса тапҡан ир шулай булалырҙа инде. Ғаиләһен ҡарай ҙа, үҙ ҡанундарында йәшәтә лә белә. Бик уңды иренән Ләйсән. Шулай тип иҫәпләй һәм эстән генә һөйөнөп йәшәй. Ә әле ирен һағайып та, сабырһыҙланып та көтөп алыуының сәбәбе – улы. Баш балалары Шамил. Уның үҙгәрә, ҡулдан ысҡына барыуын аңғара ла, нимәлер хәл итергә көсө етмәй. Бына, ире ҡайтып инер, барыһын да яйлар, урынына ҡуйыр, уға башҡаса борсолорға урын булмаҫ. Шулай уйлай Ләйсән, ул бит шулай йәшәп өйрәнгән.
Искәндәр хәбәр иткән көнөнә ҡайтып төштө. Ҡатыны уны мунсалар яғып, аштар һалып, тәм-том бешереп ҡаршы алды. Балалары ла байрамғалай булып кейенешкән, өй ялтлап тора, бөтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Барыһы ла яҡшы кәйефтә.
--Уррра! Ата-ай!
--Атай инеп килә!
Ишек асылыуға бәләкәсе ике ҡулын үргә һуҙып шунда бейеп тә тора:
--Ата-ау...
--Ай, улымды...
Оло юл сумкаһын ултыртҡан ыңғайы уныһын күтәреп ала ир. Ҡуйыны аҫтына ҡыҙы килеп инә. Уларҙы һөйөп асҡындырыуға олоһо ҡосаҡлай. Иң аҙаҡтан ипле йылмайып торған ҡатыны килеп һарыла:
--Хуш килдең. Өйөңә рәхим ит. Беҙ һине көттөк.
Башта йоҡлаған бүлмәләренә үтә ир. Унда балалары инмәй. Барыһы ла тыныс ҡына аш артында көтә. Юл кейемдәрен алмаштырып, бит-ҡулын сайып, өҫтәлгә килеп ултыра ғаилә башлығы. Уның алдына кемуҙарҙан һый ҡуялар. Итен, һурпаһын ултырта ҡатыны. Һуғанын, боросон шылдыра улы. Ҡыҙы икмәк алып һалған була. Барыһы ла уға текәлешкән. Атай кеше был ихласлыҡҡа иреп, ҡарашы менән генә яратып байҡап ала ла, баш ҡаға:
--Ашап алайыҡ, әйҙә...
Ғаилә шаулап-гөрләп, яңылыҡтары менән бүлешә-бүлешә, көлөшөп-шаярышып табын артына ултыра. Ләйсән ире эргәһендә өйөрөлгәндә, уға йә таҫтамал биргәндә, йә ынтылып һаҡалына йәбешкән икмәк киҫәген алғанда, йә сәй яһап ултыртҡанда ҡағылып-тейеп киткәндә, тәне буйлап йүгергән йылы тулҡындарҙан рәхәтлек кисереп, инде яҡынлашҡан ҡауышыу минуттарын тойоп йөрөй. Шул хистәренән ҡарашы ла үтә моңло, хисле уның. Берсә балаларының берен-бере бүлдерә-бүлдерә хәбәр һөйләгәнен, берсә иренең уларҙы көлөмһөрәп тыңлағанын ҡарап-күҙәтеп, йылмайып-балҡып ултыра. Ошо мәлде нисә йылдар, инде нисәнсе тапҡырҙыр кисерһә лә, һәр береһе ҡабатланмаҫ бер солғанышҡа эйә. Һәр береһендә күңелендә ниндәйҙер башҡа бер яңы кисерештәр тыуа. Ваҡыт та үтә, йәш тә бара. Һәм барлыҡты ҡабул итеү ҙә үҙгәрә бара икән.
Тамаҡ туйҙырып алғас, ғаилә аш һеңдереп ял итеп алыу өсөн залға күсеп ултыра. Унда ла хәбәрләшеү туҡтамай әле. Арысланы алдына менеп ҡунаҡлай ҙа атаһының битен тик үҙенә генә төбәлтеү өсөн сикәләрен ике услап ҡыҫа. Лилиәһе бер яҡтан һыйынып, ҡолағына бышылдай. Шамилыҡаршыһына тороп алып уҡ үҙенекен һөйләй. Ләйсән ул арала өҫтәлде йыя. Сығып мунсаны тәрбиәләп инә, миндек ебетә.
Күпмелер ваҡыттан һуң зал ишеге төбөндә әсәләре пәйҙә була ла, балаларға өндәшә:
--Булып торор, йә... Атайығыҙға йыуынып, ял итеп алырға кәрәк.
Тегеләре тағы ла бер аҙ сорылдаша ла, әйтелгәнгә буйһоноп, аталарын ысҡындырып ебәрә. Искәндәр ауырайып киткәндән саҡ ҡуҙғалып тороп, бер кирелә лә, ҡатыны һуҙған әйберҙәрен тотоп мунсаға юллана.
Эх, һағындырған мунса еҫе. Тегендә лә бар ул, унда ла пары ла, башҡаһы ла шәп. Тик үҙеңдең ихатаңдағы, үҙ ҡулдарың менән төҙөгән һәм ҡарағай еҫе аңҡығанға етәме ни? Былай ҙа шартлап торған эҫе өҫтөнә ҡат-ҡат пар һалып иреп ятты эләүкәлә. Һөйәктәренәсә үткән йылынан тәне тулыһынса йомшарҙы.
Ғәҙәтенсә, саҡ ҡына торараҡ Ләйсән килде. Быяла көршәктә һалҡын һыу алып инде. Ире уны түшенә түгә-түгә йотлоғоп эсте. Унан һауытын ситкә ҡуя ла ҡатынын ынтылып ҡосаҡлап ала торғайны. Быны белгән һәм шуны көткән ҡатын иренә ынтыла ла биргәйне, тегеһе кире салҡан төшөп ятты ла ҡуйҙы. Ымһынып ҡалды Ләйсән, әммә өндәшмәне, хатта күңеле кителгәнде белгертмәне лә. Миндекте алып һелккеләне лә, эләүкә эргәһенә килеп баҫты:
--Әйлән.
Миндек шап та шоп, сәп тә соп итте, япраҡтар өҙөлөп осто, ташҡа сажлатып һыу һирпелде лә, ҡып-ҡыҙыл булған арҡала тағы ла мәтрүшкәле ҡайын миндеге бейене. Арманһыҙ булғансы сапты ирен ҡатын. Унан ал яҡҡа сығып аҙыраҡ һауа һулап инде лә, тастарға һыу ҡойоп, йүкә йыуғыстарҙы күпертеп алып, эскәмйәгә төшөп ултырған иренең арҡаһын ышҡыны. Был уның бергә йәшәгәндәренән алып мунсала үтәй торған хеҙмәте ине. Шулай өйрәнгән, тейешле тип ҡабул иткән ҡатын бурысы. Әсәһе шулай итте, атаһын мунсаға оҙата барҙы, йыуындырышып сығарҙы. Бар мәшәҡәтен ташлап китә ине артынан. Ҡәйнәһендә лә шундайҙы уҡ күрҙе. Мунсаны яғып, өлгөртөп, кәрәк-ярағын әҙерләп, ирен алып барып йыуындырып, алып ҡайтып сәй эсереп ҡуйыуҙы яҙылмаған ҡанун итеп алған ине улар. Был тәрбиә Ләйсәнгә лә һеңгән һәм ул был тәртипте үҙгәртергә лә уйлағаны юҡ. Шулай тейеш икән – шулай тейеш. Ире лә был йоланы үҙенә иғтибар һәм ихтирам итеп ҡабул итеп өйрәнгән.
Ләйсән эләүкәгә менеп ятты. Ул сабынмай. Шулай ҙа үрҙә ебеп ятырға ярата. Быны ире лә белә. Ҡайтҡан көнөндәге мунсала улар бында йәнәш ятып арыуыҡ ҡына серләшеп тә ала торғайнылар. Шуға өмөт итеп ҡатын иренә ҡараш һирпеп алды. Аңланы уны Искәндәр, әммә янына үрмәләргә ашыҡманы. Йыуынып бөтөп, өҫтөнә бер тас һалҡынса һыуҙы ауҙарҙы ла, сыҡыуға ыңғайланы. Тотҡаға тотонғас туҡтай биреп, иҙәнгә ҡарап мығырланы:
--Ләйсән... ғәфү ит, йәме. Ныҡ арытҡан... Мин һине өйҙә көтәм.
--Ярай, бар, -- тине ҡатыны ризалашып, -- Компот асҡанмын, өҫтәлдә тора.
--Эйе.
Арығандыр. Ике ай ҡырҙа йөрөп, өҫтөндә әллә күпме яуаплылыҡ йөкмәп... был юлы, ана, аварияһы ла сығып ҡуйҙы. Әллә ниндәй хәлдәр булғандыр әле. Бында ятып ул ғына белмәй. Искәндәр бит бөтөнөһөн һөйләп, бәлә һалып, ҡатынын борсоп йөрөй торған әҙәм түгел. Уның күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ул шуны ла белдермәҫ. Юлына ла өс көндәй генә китә... Бахырҡайы...
Тағы ла бер ҡат табынға йыйылып, үпкә йөҙгәнсе сәй эскәс, бала-сағаһын тынысландырып һалғас, ир менән ҡатын түшәктә осрашты. Ләйсәне Искәндәрҙең муйынына беләктәрен урап уҡ ҡосаҡлап алды, ҡолағына ҡайнар бышылданы:
--Уф, һағындым...
Ире лә уны түшенә ҡыҫты. Шулай аҙыраҡ тынып яттылар. Ир тарафынан ҡайнарлыҡ тойолманы. Ҡатыны уны этәрә биреп ҡараңғыла йөҙөнә ҡарарға тырышты:
--Искәндәр?.. Йәнем... Берәй нәмә булдымы әллә? Ауырыйһыңмы?
--Ю-уҡ...
Шулай икәнлеген иҫбатлау өсөн ҡатынын нығыраҡ ҡыҫып алды. Устары менән йоморо янбашын, балтырҙарын һыйпаны. Мейеһен нимәлер әсеттереп телде Искәндәрҙең, башы шаулап китте, әммә ул үҙен ҡулға алып, барлыҡ ихтыярын йыйып, ҡосағындағы ҡатынының ирендәренә үрелде...
***