+25 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
24 Июля 2025, 10:47

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Һеңлемдең исеме Гөлнур булһын.

СИРГАЛИНА Гөлдәр. 1937 йылғы, имсе. Сибай ҡалаһы.   Һеңлемдең исеме Гөлнур булһын   1946 йыл ине, сентябрь аҙаҡтары. Беҙҙең Ғәҙелша ауылында йәшәгән сағыбыҙ. Миңә 9 йәш тирәһе. Ғаиләбеҙгә ҡот, өйөбөҙгә йәм өҫтәп йәнә бер  ҡыҙ бала донъяға килде.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Һеңлемдең исеме Гөлнур булһын.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Һеңлемдең исеме Гөлнур булһын.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Һеңлемдең исеме Гөлнур булһын.

- Бәпәйгә исемде Мөжәүир хәҙрәттән ҡуштырайыҡ, - тине әсәйем.- Ул исем ҡушҡан балалар бәхетле  була,ти.

Атайым да быға риза  булды.

Бәләкәс кенә булһам да, бөтә ерҙә Мөжәүир хәҙрәт мөғжизәләрен хайран ҡалып телдән төшөрмәй һөйләгәндәрен ишетеп күңелемә һалып йөрөйөм. Был ғәжәйеп кешене нисек күрергә тип йөрөгәндә, бына мөғжизә, ул беҙгә үҙе килергә тейеш. Хәҙрәт тураһында ниндәй генә иҫ китмәле тарих һөйләмәйҙәр, минең күҙ алдында ул әкиәт батыры һымаҡ. Шуға ла бик тә күрәһем килә. Төрмәлә саҡта бикле торған камера ишеген үҙе теләгән саҡта асып сығып йөрөгән икән, тиҙәр. Кешенең ни уйлап килеүен дә һис яңылышмай әйтә имеш, һ.б.

- Инде ни эшләргә, данлыҡлы хәҙрәтте нисек итеп күреп ҡалырға? Әллә бөгөнгә мәктәпкә бармай торайыммы? Атайым асыуланһа? Эй, ярар, күп булһа кесерткән менән берҙе эләктерер.

Шулай тинем дә һарайға индем дә йәшендем. Атайымдың хәҙрәт олатайҙы алып ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтәм. Бына, ниһайәт, арба еккән ат ихатабыҙға килеп инде, атайым атты туғара башланы. Оҙон буйлы, яурынтаҡ кешенең йөҙөн күреп тә өлгөрмәнем, өйгә инеп тә китте. Хәҙрәт ингәс, нимәләр булғанын миңә аҙаҡтан әсәйем һөйләне. Башта, исем ҡушырҙан алда, әсәйемдәр хәҙрәтте ҡунаҡ итмәксе булған.

  • Әйҙә, табынға рәхим итегеҙ,- тигәндәр.
  • Юҡ әле, тороп тороғоҙ әле, аштан алда тышта бер ялбыр башлы ҡыҙ тора, шуны индерегеҙ, - ти икән хәҙрәт.

Был хәлгә аптырап ҡалған атайым тышҡа сыға, ә мин, исмаһам, хәҙрәттең тауышын булһа ла ишетеп ҡалайымсы, тип ишеккә ҡолағымды ҡуйғанмын да, тыңлап торам.

  • Бәй-бәй, һин бында ни эшләп тораһың? - тине атайым мине күреп.- Әллә мәктәпкә барманыңмы? Дәресеңдән артта ҡалаһың бит.
  • Ҡуй, ҡустым, ҡуй, шелтәләмә баланы! Ул бит мине күреп ҡалыр өсөн һабағына бармай ҡалды, - ти хәҙрәт көлөмһөрәп.

Атайым мине өйгә индерҙе.

  • Кил, ҡыҙым, бында эргәмә ултыр, - тине хәҙрәт олатай, үҙ ҡырынан урын күрһәтеп. Ҡулыма итле һөйәк тотторҙо. Миңә һынап ҡарап торҙо ла:
  • Был баланың ҡулында тылсымы бар. Аслан уны рәнйетә күрмәгеҙ, теләгәнен эшләргә ихтыяр ҡуйығыҙ. Үҫеп еткәс, ул имсе буласаҡ, - тине.

Табындан торғас, хәҙрәт аҙан әйтергә әҙерләнә башланы. Әсәйем бәпәйгә исемде Шәүрә тип ҡушырға ниәтләп йөрөй ине. Ә мин икебеҙҙеке оҡшаш булһын тип, Гөлнур тип ҡуштырғым килә. Хәҙрәт шунда көлөп ебәрҙе лә, арҡамдан тапап һөйөп:

  • Ҡыҙым әйткәс, Гөлнур тип ҡушабыҙ инде, -тине һәм асыҡ итеп:
  • Был ҡыҙ баланың исем-шәрифтәре Гөлнур булыр, - тине.

Шунда мин хәҙрәтте шул тиклем яраттым, шул тиклем яраттым! Кешенең ни уйлауын ғына белеп ҡалмай, күңеле иркен, йөрәге мәрхәмәтле икәнен белдем.

Шул саҡта беҙҙең табында һөйләгән вәғәздәре бөгөн дә ҡолағымда тора.

- Ерҙе рәнйетмә. Үҫеп ултырған сәскәләр хоҙайға тәсбих әйтеп ултырыр, уларҙы һис бер тапама, өҙмә. Ерҙән фатиха алып йөрө! Юлда ятҡан ағас-ташты ситкә алып һалып йөрө! Бына ошолар - хәҙрәттән үҙ ҡолағым менән ишеткән һүҙҙәр. Мин уның өйрәткәндәрен ғүмерем буйы тотасаҡмын!

 

Автор:
Читайте нас