

Бер заман баш ҡалабыҙҙың Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында А.П.Чеховтың «Дядя Ваня» әҫәре сәхнәләштерелә лә, унда мөгөҙлө кәзә, сыбар тауыҡ һәм ҡысҡыра торған ҡаҙ кәрәк була. Ҡайҙан алырға? Был проблеманы хәл итеү мәсьәләһе режиссер ярҙамсыһы Гөлнәфисә Исҡужинаның башына төшә. Һәм ул, оҙаҡ аптырап тормай, ауылға әсәһе янына ҡайта ла мал-ҡошо араһында «ревизия» яһай башлай. Кәзә юҡ икән. Әммә кәзәгә оҡшаған мөгөҙлө һарыҡ бар. Ә мөгөҙ бында бик мөһим, сөнки спектаклдә «держался за рога» тип тороп әйтелгән урын бар. Тауыҡ тәңгәлендә лә сетерекле хәл. Фәйрүзә апайҙың тауыҡтары был йылда тик әтәс себештәр генә сығарған, йомортҡа һалыусылары үҙендә лә һанаулы ғына. Шунда ла яйын табалар, тауыҡҡа тартымыраҡ бер ҡойроҡһоҙ әтәсте тотоп алалар. «Ҡара тауыҡ» йырындағы һымаҡ, урынһыҙ әтәс булып ҡысҡырып ҡына эште боҙмаһа инде, тип хәүефләнә биреп булһа ла, быны әртис роленә яҙалар. Ҡаҙ урынына ғәҙәти ҡаҙ үҙе була. Шулай итеп, өс герой, бесән һәм емдәре лә ҡуша тейәлеп, Өфө ҡалаһына юллана.
Аншлаг менән бара драма театрындағы спектакль. Бер аҙна бөтә һәләттәрен һалып сихри сәхнә донъяһында йондоҙ булып йөрөй «ҡармыштар». Хәтерегеҙҙә булһа, «Ай тотолған төндә» драмаһында ла шулай ат ҡатнашҡайны. Тик эш боҙҙо бит йылҡы малы. Сара Буранбаева илһамланып һөйләп торғанда ғына был дүңгәләктәрен ҡойоп китте лә барҙы. Шул тәбиғи момент ҡабатланып ҡуймаһын тип, яңы «әртистәрҙе» ҡат-ҡат «киҫәтәләр» һәм быны «аңлап» оятсылыҡ килтермәй хужабикәһе йөҙөнә улар, бик тә ипле һәм тәртипле булып йөрөйҙәр. Тик әтәс кенә иртәләрен аҙыраҡ «Кикрикү-үк!» тип кем икәнлеген танытып ала икән, ә кискә, спектакль барғанда инде, йоҡоһо килеп шиңә, ти. Уны уятыу өсөн аҙыраҡ төрткөләп алырға тура килә. Ҡаҙ ҙа ҡысҡырырға теләмәй ҙә ҡуя. Ахырҙа, быны нисек ҡысҡыртырға, тип һорап хужабикәгә шылтыраталар. «Мамығынан тартығыҙ», – ти мал-тыуар рәтен белгән ауыл кешеһе. Һәм шулай итәләр ҙә.
Фәйрүзә Фәнис ҡыҙы тәрбиәләнеүселәрен һағынып көтөп ала. Тегеләр аҙыраҡ эреләнеп тә киткән була инде. Уның ҡарауы, бергә йәшәп, ныҡ ҡына дуҫлашып алғандар икән. Һаманға тиклем бергә генә өйкөлөшөп йөрөйҙәр, ти. Быларҙың өсөһөнә лә бер исем хәҙер: Дядя Ваня. Бына шундай хәлдәр Ҡармышта. Әлегә «әртистәр» ял итә, спектаклдең ҡабаттан сәхнәгә сығыу ваҡытын көтә. Ә инде хужабикә тарафынан уларға оҙон ғүмер йәшәүҙе гарантиялаған «билет» бирелгән. Нимә тиһең инде, сәнғәт – бөйөк көс.