-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
29 Июнь 2022, 14:35

Ҡарғыш

Тәнзилә ДәүләтбИрҙина Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина – шиғриәттә лә, прозала ла егелеп эшләгән ижадсыларҙың береһе. Хикәйәләрендә замандың ҡырҡыу мәсьәләләрен күтәрә, уны хәл итеү юлдарын эҙләй. Сараһыҙлыҡ – рухи ярлылыҡта, кеше күңеленән миһырбанлыҡ китһә, ул һәләкәткә дусар, ти ижадсы.

Ҡарғыш
Ҡарғыш

Ҡарғыш

Хикәйә

«Эй ошо яңғыҙлыҡ – үҙәк кенәгә үтә бит! Ҡосаҡлап ятырлыҡ, ҡара-ҡаршы ултырып, көлөшөп сәй эсерлек кешекәйең булһа икән дә! Юҡ шул!» Йылы юрған аҫтынан һурылып сығып, ялан аяҡ һыуыҡ иҙәнгә баҫҡан Хәсән уң аяғы менән карауат аҫтынан тәпешкәһен һәрмәне. «Ҡайҙа ҡасҡан?» – тип эйелеп ҡараны ла, туңҡайып, уларҙы һөйрәп алып кейҙе һәм, шыпылдата баҫып, мейес яғырға китте.
«Ҡырындың ни, ҡырынманың ни... Кемгә кәрәк һинең бөх­тәлек?!» Хәсән төҫө уңған футболкаһы өҫтөнән һуҙылып бөткән, еңе аҫты һүтелгән свитерын кейҙе лә көҙгөгә баҡты. Тубығы сыҡҡан трикоһы аяғын кәкре итеп күрһәткән кеүек булды. Ярамағанмы! Кешегә күренәһе юҡ, эшкә бараһы түгел... Эшкә тигәс тә, бөгөн Мәстүрә инәйгә инеп сығырға кәрәк. Аҡса бөттө. Утын алдырам, ти ине. Ҡасан килтерәләр икән? Бысып, ярып бирһә – пин­сийәнир мул ҡуллы була торған.
Әсәһенән ҡалған электр самауырын шыжлатып ебәргәс, өйгә йәм инде. Ир кеше, урамға сығырға булғас, ҡырынып алды. Тәүгә күргәндәй, үҙенә оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. Ҡайҙа һуң ҡыҙҙарҙы аҡылдан яҙҙырған бөҙрә сәстәр? Ҡайҙа һуң?!
Тышҡа сыҡҡас, Рексҡа кистән ҡалған ашын ҡойҙо. Ҡырпаҡ ҡарҙы көрәй һалып алды. «Мәстүрә инәйҙе көрт баҫһа ярай ине», – тип йылмайҙы. Этен бәйҙән ысҡындырып, урамға сыҡты.
Эт һуғара Хәсән, тип көләләрҙер инде. Көлһөндәр ҙә. Эш булмағас ауылда, ни хәл итәһең? Шулай ҙа, кеше күҙенә бик күренмәҫкә тырышып, ул һыу буйына төштө, бер-ике йәйәүле һалған тар һуҡмаҡ буйлап бата-сума түбәнге осҡа атланы. Эте, хужаһына юл ярғандай, ҡойроғон болғай-болғай алдан йүгерҙе.
Таң һарыһынан ат егеп, яланға һаламға барған саҡтарын һағынып иҫләне Хәсән. Бер ҙә арытмаған икән дә. Һәнәк ҡулында уйнап тора торғайны. Ә фермалағы йор һүҙле шаян бисәләр! Оялсан ҡыҙҙар! Ҡалай күңелле булған! Зәлифәһенең һыйыр һауған саҡта шым ғына уны күҙәтеүе. Ҡараштар осрашып, икеһенең дә битенә ҡан йүгереүе... Их!..
Мәстүрә әбей ҡыуанып ҡаршы алды Хәсәнде. Мейес ауыҙындағы көршәктә бешеп ултырған ҡаҙ һурпаһы еҫе танауҙы ҡытыҡланы. «Һалма ҡырҡып тороп бешерәлер инде», – тигән уйҙан ир һеләгәйен йотто. Хәлле ул әбей. Яҡшы пенсия алһын өсөн ҡыҙҙары уны оҙаҡ йылдар Себерҙә үҙҙәре эргәһендә йәшәтте. Эшен теләһә кемдән эшләтмәй, кеше айыра. Алкаштар кәрәкмәй уға. Ә Хәсән – сос, уңған егет.
Ихатаны, ҡапҡа алдын тап-таҡыр итеп көрәп, тирле маңлайын бейәләйе менән һыпырып, өйгә ингәнсе Мәстүрә әбейҙең өҫтәле ниғмәттәр менән тулғайны.
– Әйҙә, ҡулыңды йыу ҙа... Аш һыуына.
Хәсән: «Ашаһам, эш хаҡын кәмерәк түләмәҫме?» – тип уйлап, ишек төбөндә тапанды.
– Аһ-аһ, торма аптырап! Үт!
Әбейҙең ҡаты тауышынан быймаһын нисек сисеп ырғытҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды ир. Йылы һыуҙа рәхәт кенә итеп иреп киткәндәй тойолған өшөгән ҡулдарын йыуғас, оялып ҡына, уртала ҡаҙ бото менән бергә өйөп ит һалынған тәрилкәгә күҙ һалмаҫҡа тырышып, барып ултырҙы.
Мәстүрә әбей Хәсәндең ипле генә итеп икмәк үрелеп алғанын, ҡалағы менән һөрпөлдәмәй генә аш эскәнен күҙҙәре йылмайып, ихлас күҙәтте. Сынаяҡ аҫтына ҡаҙ бото, майлы ғына ит киҫәктәрен һайлап һалып бирҙе. Ир кеше оҙаҡ итеп сәйнәп, кинәнеп ашаны. Әбей аңғармағанда кимерелгән ҡаҙ ботона ҡушып бер-ике һимеҙ ит киҫәген Рекс өсөн салфеткаға төрөп алды.
– Бер килгәс, малымды һуғарып ҡайтырһың инде, – тине хужабикә, хуш еҫе аңҡып торған сәйле сынаяҡты һоноп.
Хәсән ҡыуанып эйәк ҡаҡты.
– Мин ҡыҙҙарым менән һөйләшкәйнем әле. Һинең турала.
– Ә? Эйеме?
– Эйе. Себерҙә эш юҡмы, тип. Бигерәк ҡыйын бит.
– Ҡыйын түгелсе...
– Эшһеҙ ыҙалайһың бит.
– Йәйгеһен була ул. Шабашка.
– Вахтала эшләп ҡараһын, ти ҡыҙҙар.
– Әлләсе...
«Һаулығым юҡ», – тип әйтергә теле әйләнмәне ирҙең. Аяғының сәңкеп һыҙлағанын әйтһә, әбей бүтән эшен эшләтмәҫ, тип ҡурҡты.

***
Ҡайтышлай Хәсән урам буйлап атланы. Кеҫәһендә ятҡан бер мең һум: «Мине тотон, мине тотон!» – тип ҡысҡыра ине. Магазинға инеп, футболка, трико һатып алды. «Йома көн утын алдырам. Буш итмәм, ярҙамға килерһең», – тине бит Мәстүрә әбей. Буш итмәм, тигәне аҡсаны мулыраҡ түләрмен, тигән һүҙ икәнен белә Хәсән. Шул уй дәрт өҫтәне уға. Бәлки... Шул бәлки, тип ғүмер үтте бит инде буйҙаҡлыҡта! Икеләнде лә икеләнде! Зәлифәһе армиянан ҡайтҡанын көтмәй кейәүгә сыҡҡас, ҡыҙҙарҙан күңеле һүрелде лә ҡуйҙы. Барыһы ла хыянатсы булып күренде. Донъялар икәмәтләнеп китте. ДОСААФ-та уҡып сығып, бензовозға ултырҙы. Тиҙҙән, колхоз тарҡалғас, уныһының да кәрәге бөттө. Әсәһе, «ҡартайҙым, эргәмдә ҡал», тип илаулаһа ла, Себергә ынтылды. Яртышар йыл өйгә ҡайтмай, берәр ай ғына ял итеп, эшкә әүрәне. Әсәһе лә, аҡса тәмен белеп алғас, өндәшмәне. Йорт-ҡураны нығытты, өйгә төкөтмә эшләтте. Мал үрсетте. Һыйырын аҡса түләп кешенән һауҙырҙы. Бесәнде лә кешенән эшләтте. Ауылдаштарын көнләштереп, матур итеп кейенде. Улы йонсоп, буҙарынып, хәлдән тайып ҡайтып төшкәндә аҙналар буйы мунса яғып, тәм-том ашатып, әҙәм итеп алды.
Бер заман Хәсән, машиналы булам, тип ҡырҙа һигеҙ ай йөрөп ташланы. Ҡаты һыуыҡтарҙа аҫтына фуфайка түшәп машина ремонтлап ятыуҙар, яҙлы-көҙлө резина итек кейеп йөрөүҙәр, тишек ауыр тәгәрмәсте тундрала бер үҙе запасҡа алыштырыуҙар үҙенекен итте: арҡаһы түҙеп торғоһоҙ ауыртып, аяғы һыҙлап ыҙалатты. Рейста саҡта теше зеңкеүгә сыҙамай анальгинын да ҡапҡанын, аспиринын да сәйнәгәнен мәңге онотмай ул. «Нимәмде ҡарап йөрөйөм мин был йәһәннәм тишегендә, ошонда үлеп ятһаң – бер кем дә күрмәҫ тә, белмәҫ тә!» – тип үҙен әрләп бөткәйне. Шул мәл аптырағандан аккумулятор шыйыҡсаһына мамыҡ манып, ҡаңғыртҡан тешенә ҡыҫтырғайны. Һыҙлау шундуҡ баҫылды, тик кислотанан урт өтөлдө, аҙаҡ шул теш менән бергә эргәһендәгеләре лә кителә башланы...
Хәсәндең эшлектән сығып ҡайтып төшөүе әсә өсөн оло хәсрәт булды. Яңы машина һатып алыуын алдылар, тик улына, оҙаҡ ҡына балниста ятып, пневмониянан дауаланырға тура килде. Шунан һуң Себер тип ауыҙ асыусы булманы.
Аҡлы-ҡаралы донъяның ҡара яғы өҫтөнлөк итеп, тиҙҙән әсә кешене фалиж һуҡты. Түшәк эргәһенән китә алмаған улан машинаны иҫкерәк тимер атҡа алыштырҙы. «Килен ал», – тип теле әйтһә лә, күңеле: «Алма, алма!» – ти ине әсәнең. «Әбейүшкәне кем ҡараһын инде? Кем риза булып килһен?!» Ә шулай ҙа үлер алдынан әсәне ауыр уй баҫты. Буйҙаҡ улының емеш бирә алмай ҡартайыуына ҡайғырҙы. Гонаһтарын барлағанда, баланың бәхете булмауын үҙенән күреп өҙгөләнде. «Әллә бесәй балаларын йыуынты биҙрәгә батырып, үлтереп торғанға шулай булдымы икән?.. Сысҡан тотһа ла, йыш балаланы бит әле Мырлағы ла. Мырлаҡтан һуң ерән арлан бесәй алғайнылар, тәртипһеҙ булып сыҡты. Өй иҙәнен бысратып йонсотто. Хәсән уны урманға барып аҫып, күмеп ҡайтты»...

***
...Яңы трикоһы менән футболкаһын кейеп, көҙгө алдында үҙенә һоҡланып ҡарап торҙо Хәсән. «Нисауа ғынамын икән дә», – тип йылмайып, пеләш башын һыйпаны. Шунан былтыр шабашкала эшләгән аҡсаға ҡулдан алған иҫке генә ноутбукты асты. «Класташтар»ҙағы аватаркаһында торған һөмһөҙ фотоһы урынына армияла төшкәнен ҡуйҙы. Тағы йәш саҡтағы рәсемдәрҙе урынлаштырҙы. Күҙ яуын алырлыҡ тигеҙ тештәр, алтын бөҙрә сәс, ялтырап торған ҙур зәңгәр күҙҙәр! Хәҙер ауыҙ тулы пломба, тимер коронка икәнен кем белһен! «Контакт»ҡа ла инеп сумды ул. Сибәр ҡатындарҙы күҙләне. Шул арала «Класташтар»ға хат килеп төштө. «Әһә! Эләкте!» Шунан китте яҙыш, шаярыш! Әйтерһең дә, ир менән ҡатын бер-береһен ғүмер буйы эҙләп, яңы табышҡан! Хәсәндең күңеле күтәрелеп китте, дәрте уянып, йөрәгенә ниндәйҙер йылы йоморсаҡ инеп ояланы. Икенсе көндө лә түҙемһеҙлек менән кисте көттө.
– Ватсабың бармы?
– Бар.
– Телефоныңды яҙ.
Хәсән йәһәт кенә телефон номерын яҙҙы. «Видеонан шылтыратмаһа ярар ине был түтинкә», – тип үҙенең ҡото осто. Ҡара тиргә батты. Шөкөр, телефондан ғына һөйләште. Ирҙе ҡатындың яңғырап торған көр тауышы арбаны. Ул ҡыйыулана төштө, осрашыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Өфө эргәһендә генә йәшәй икән Сәмәрә. «Ике аҙнанан балалар Хургадаға ял итергә китә», – тигән һүҙенән Хәсәндең йөрәге йыш-йыш тибә башланы. Кил, бер үҙем ҡалам, ти ҙә баһаң ул! «Әтеү ҡунаҡҡа киләм инде», – теленән үҙенән-үҙе ысҡынған был һүҙгә ир үҙе аптыраны. «Кил һуң! Бәлешем хәтәр тәмле ул минең!» – Сәмәрәнең сылтыратып көлөүенән тулҡынланып, ирҙең күҙ алдары ҡараңғыланып китте.
Бынан ары улар көн дә шылтыратышты. Ҡатын, фотолағы йәш Хәсәнгә ғашиҡ булып, бүтәндәр эләктермәҫ борон, тигән һымаҡ, ҡыйыуланғандан ҡыйыулана барҙы. Буйҙаҡ ир, башҡа енес иғтибарын тойғас, ирәйеп китте. Киләсәккә пландар ҡора башланы.
Виртуаль мөхәббәттән башын юғалтҡан Хәсән, ноутбугын япҡас, йылмайып карауатына барып ятты. Ҡатын наҙын, ҡайнар тынын тойғандай булды. Хыялында татлы ирендәрҙән һурып үпте, гүзәл затты ҡосағында тирбәлтте, түшәгендә тәгәрәтте...
...Тышта эт олоуы һиҫкәндерҙе уны. Был хәүефле ауаз хыял донъяһынан ғәҙәти ысынбарлыҡҡа атып бәргәндәй тойолдо. Эт олоно ла олоно. Әсәһе үлер алдынан да шулай олоғайны бит ул. Ике йыл элек. Хәсән йүгереп барып соландағы утты яндырҙы. Ишекте асып: «Рекс! Рекс! Етте!» – тип аҡырҙы. Эт, хужаһының тауышын ишетеп, йәлләткес кенә итеп сыйылданы ла тымды.
Хәсән кире ятҡас, Сәмәрәһен яңынан күҙ алдына килтерергә тырышты. Тағы эт олоуы бөтә ләззәтте юҡҡа сығарҙы. Быныһында инде солан ишеген асып екерергә тура килде. Ҡапыл әсәһенең һүҙҙәре иҫенә төшөп: «Ҡара башыңа күргер!» – тип ҡысҡырҙы. Бер аҙ тынып торған эт таңға тиклем олоно. Йоҡоһо туймаған Хәсән, йәне көйөп, уны иртән бәйҙән дә ысҡындырманы, ашты ла наҡыҫ бирҙе.
Был юлы Сәмәрә көндөҙ шылтыратты. Видеонан. Ярай әле Хәсән тышта йөрөй ине. Башында кәпәс. Күңелле генә һөйләштеләр. Ир йорт-ҡураһын, малһыҙ булһа ла ҡуҡырайып ултырған һарайын, ҡапҡа эсен күрһәтте. «О! Оһо!» – тип һоҡланды ҡатын. Иҫке нексияһы менән дә маҡтанды. Иҫке тип ни, йылы буйынса ғына иҫке, ҡарап тороуға бынамын тигән! Машиналы ир күрһә, ҡатындарҙың күҙе маңлайына менә бит инде ул!
Рекс хужаһының өрөлөп йөрөп кем менәндер шат һөйләшеүен, ояһы эсенән мороно ғына күренеп, моңһоу күҙәтте.
– Киләһеңме?
– Киләм! – Хәсән Сәмәрәнең видеоны башлап һүндереүен көттө. Шунан бер-береһенә ҡарап ихлас көлөштөләр ҙә бер секундта икеһе бергә телефон төймәһенә баҫты.
Тәк. Хәсән синдек аҫтындағы ҡайын түмәр өҫтөнә ултырҙы. Ваҡыт етә лә ул, ә аҡсаһысы?.. Мәстүрә әбей утын бысҡан-ярған өсөн биргән өс мең аҡса нимәгә етә инде? Барғас-барғас күстәнәсе лә кәрәк. Бүләге лә. Ҡыҙҙарға сәскә тотоп барырғалыр инде ул. «Барыуын барһам, хужалығындағы бөтә эшен бөтөрөп, ярап алыр инем дә ул», – тип уйланы буйҙаҡ ир, ымһындырғыс Сәмәрәнең бүлтәйгән ирендәрен иҫе китеп уйлап. Оҙаҡҡа ҡалһам, был этте ҡалай итергә? Кемгә кәрәк кеше бәләһе, тамаҡ яуы?.. Кеше бәләһе, тигән уйҙы һиҙгәндәй, Рекс шыңшып ҡуйҙы. Тик ояһынан сыҡманы. Хәсән өйгә инеп, сисенеп, диванға һуҙылып ятты. Аҡса арҡаһында алдындағы хыял һарайы селпәрәмә килеп, сылтырап ҡойола башлағандай тойолдо. Ауыр уйҙарҙан ҡотолор өсөн телевизор ҡабыҙҙы. Тик мейене «аҡса», «аҡса», «аҡса» тигән уй сүкене. Төн буйы уйланды Хәсән. Рекстың олоуы ла ҡамасауламаны.

(Дауамы киләһе һанда.)

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: