-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
9 Ғинуар 2022, 16:35

Ҡолдар хәстәре

хикәйәИлсур бына өс йыл инде һәр айҙың егермеһе яҡынлашып килһә, борсола башлай. Әле лә башында бер генә уй: «Ҡайҙан алырға, кемгә өндәшеп ҡарарға?» Үткән айҙа хеҙмәттәше Мария Петровна көтөлмәгән сумартлыҡ күрһәткәйне. Бәлки, кем белә, тип өмөтһөҙ генә өндәшкәйне уға: «Әлбиттә, рәхим ит», - тине лә ҡуйҙы.

Ҡолдар хәстәре
Ҡолдар хәстәре

хикәйә
Илсур бына өс йыл инде һәр айҙың егермеһе яҡынлашып килһә, борсола башлай. Әле лә башында бер генә уй: «Ҡайҙан алырға, кемгә өндәшеп ҡарарға?» Үткән айҙа хеҙмәттәше Мария Петровна көтөлмәгән сумартлыҡ күрһәткәйне. Бәлки, кем белә, тип өмөтһөҙ генә өндәшкәйне уға: «Әлбиттә, рәхим ит», - тине лә ҡуйҙы.
Туғандарын, дуҫ-иштәрен, коллегаларын барлап сыға – береһендә лә туҡтала алмай. Ҡустыһына барыр ине – килененән тартына. Юҡ, үтенесен кире ҡағыр, тип уйламай ул. Килене һүҙен йыҡмаҫы билдәле. Тик ниндәйҙер эске бер ҡаршылыҡ туҡтата. Уның рәүешен үҙе лә аңлап етмәй.
Дуҫтар ауырлыҡта һынала, тиҙәр. Илсурҙың йомошон ауырлыҡтар рәтенә ҡуйғанда, дуҫтары юҡ иҫәбендә килеп сыға. Салт һәм ихластары юҡ түгел, тик хәлдәре үҙҙәренә саҡ уларының. Ә коллегалары – улар бит бер урынға тупланған ҡырҡ ҡәүем балалары, ҡапылғара бер-береһенең хәленә кереп бармайҙар. Биш тиҫтәләп кеше араһынан Илсур икәү-өсәүһенә генә, донъя баҫа башлаһа, арҡа терәй. «Айгөл Мырҙағоловнаға тағы баш эймәй әмәл юҡ. Иртәгә иртән үк, уңайын табып, һүҙ ҡатырға кәрәк», - тип ҡәтғи ҡарарға килде Илсур.
Ә уйҙары, йүгерек юрға кеүек, артабан елдерҙе.
Заманаһы шуға әйләнеп китте хәҙер: кеҫәң буш көйө магазинға инәһең дә, баштан аяҡ кейенеп, кәрәк-ярағыңды ла алып сығаһың. Хәс коммунизм, совет заманындағы китаптарҙа яҙылғанса. «Аҡса - барыһына ла! Биш меңдән биш йөҙ меңгә тиклем!», «Аҡса - шунда уҡ! Ун меңдән бер миллионға тиклем!», «Аҡса барығыҙға ла етә! Биш меңдән өс миллинонға тиклем!», «Ашығыс финанс ярҙам!» һәм башҡа ошо ише иғландар менән тулған гәзит биттәре. Кеше ымһына, нәфсеһен тыя алмай, йүне сығыр әле, тип уйлай һәм әйберен дә, аҡсаһын да ала. Иблис иһә үтә лә ҡәнәғәт. Кинәнесенән ҡулдарын ыуалап, рәхәтләнеп көлә.
Иртәгәһе көн – кредит өсөн түләү ваҡыты – тиҙ килеп етә. Кисә генә шарап эсеп күңелле байрам иткән кешене һеңгәҙәткән бахмур кеүек ул. Шаңҡыта һуға.
Артабан кредит өсөн түләү көнө, тауҙан төшкән лайғы – ҡар ишелмәһе – кеүек, тиҙлеген арттыра ғына бара. Килә лә етә, килә лә етә. Бер кредитын түләйем тип, кеше икенсеһен ала, бурысҡа инә. Бер саҡ уның бөтә йәшәйеше мәғәнәһен дүрт кенә һүҙ билдәләй башлай: «Ҡайҙан алырға, нисек түләргә?»
Илсур еңел уй йөрөтөп эш итә торғандарҙан түгел, әлбиттә. Ике туған ҡустыһы ише ҡыйбатлы телефон, планшетник кеүек уйынсыҡтарҙы, стенаның яртыһын алып торған телевизор, затлы тундарҙы кредитҡа алып бурысҡа батмаған.
Уныһының, йәнең көймәҫме, йүнле эше, ышаныслы килем сығанағы булһа бер хәл. Махсус ҡарауыл хеҙмәтендә йөрөгән була. Ун мең һумға. Ара-тирә ҡалым һуға. Бурысы артып тик бара, ни ҡылырға ла белмәй хәҙер. Таныш булмаған телефондан шылтыратһалар – алмай, сөнки банкынан булып ҡуйыуҙары ихтимал. Йоҙаҡты ла, шаҡыусының төҫ-ҡиәфәтен ишек күҙенән баштан-аяҡ үткәргәс кенә, аса. Бурысын ҡайтарыуҙы даулап килеүҙәренән ҡурҡа. Ғөмүмән, боҫоп йәшәргә мәжбүр.
Илсур кредитҡа алған машинаһына түләп бөтмәй, фатирын ҙурайтҡайны. Хәҙер ауырғараҡ тура килә уға. Һирәкләп булһа ла өҫтәмә премия яҙмаһалар, эш хаҡы ғына етмәй ҙә ҡуя. Бурысҡа инергә мәжбүр. Әле нәҡ шундай хәл.
«Был ҡуласанан сығыу өсөн миңә күпме аҡса кәрәк һуң?» - тип һораны Илсур үҙенән үҙе, ҡатмарлы шараданы сисеп, Айгөл Мырҙағоловнаға мөрәжәғәт итергә ҡарар сығарғас.
Әсәһе ҡарсыҡҡа утыҙ мең һум бирәсәген инде йылға яҡын ҡайтара алмай. Алда торған түләүе – утыҙ биш мең. «Алтмыш биш мең һум булһа, бөгөнгө бурыстарҙан ҡотолор инем», - тип билдәләне Илсур кәрәкле сумманы. Артабан атлай биргәс, алйот, тигәндәй, үҙенең башын сүкеп алды. Алдағы айҙарҙағы түләүҙәр оҙаҡлатмаҫ бит. Исмаһам, машинаһының кредитын түләп ҡуйһа ла еңелгә тура килер ине ләбаһа. Тимәк – тағы ла өс йөҙ мең! Йәмғеһе – өс йөҙ алтмыш биш мең һум.
Ул тиклем аҡсаны Илсур ҡайҙан алыр?
Һуң, кеше лотерея ота түгелме? Был бәхеттең Илсурға ла тәтеүе ихтимал да баһа. Башҡаларҙан ни ере менән кәм? Үткән аҙнала тешһеҙ бер ауыл бисәһе «Урал-лотонан» ун миллионды эләктерҙе. «Их, отаһы ине!» - татлы хыялдары донъя бөтәйтәм тип янған ирҙе әллә ҡайҙарға алып китте.
«Отоуын отҡас, өс йөҙ алтмыш биш мең генә булмаһын ине - ун биш..., юҡ, егерме биш..., юҡ илле миллион төшһөн бәхетенә. Һалымын да түләгәс, бөтә бурыстарын да ҡайтарғас, үҙенә ғүмергә етерлек ҡалһын», - Илсур, нәфсеһен тыя алмай, миллиондарға ынтылды.
Бурыстарын түләү өсөн тейешле сумманы тәғәйенләгәс, алаһы әйберҙәр теҙмәһен барлай башланы.
Әлбиттә, машинаһын яңыртасаҡ тәү сиратта. Кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеп торғандай модель кәрәкмәй уға. Сама менән миллион ярымлығы ла тамам булыр. Ике улына ла шундайыраҡтар ярап торор.
Баш ҡалала ике фатир аласаҡ. Балаларының үҙ мөйөшө булырға тейеш бит. Үҙәктән, өсәр бүлмәленән. Кәм тигәндә ун биш миллион сығасаҡ яңы торлаҡ өсөн.
Әле йәшәгән фатирына «евро» ремонт эшләү, яңы йыһаздар, мебель алып ебәреү, бөтә ғаиләнең өҫ-башын яңыртыу кәрәк буласаҡ. Ике миллион китер, ахыры.
Сит илдә булғаны юҡ. Европаһын да, Төркиәһен дә, Мысырын да, Һиндостанын да, Дубайын да күргеһе килә. Йылына икешәр тапҡыр путевка алып, ошо тарафтарҙы гиҙеп сығасаҡ. Ғаиләһенә бер сәйәхәт биш йөҙ меңгә төшһә, тағы ике миллион ярым осто, тигән һүҙ.
Хөкүмәткә бил бөгөү тамап йонсотто ла, ялҡытты ла. Ана, ҡатыны эштән ҡайта ла, ҡанды эсәләр, нерваны ашайҙар, ҡасан ғына пенсияға китәм инде, тип илаулай. Тик, пенсия тигәне, бик алыҫта әле. Зәңгәр офоҡтар артында ла күренмәй.
Үҙе лә йонсоно. Хеҙмәт иткән урыны офиста булһа ла, көнө буйы компьютерға текләп ултырыу, бөтмәҫ отчет, өҫтән төшөрөлгән хат һәм башҡа ҡағыҙ ағымын еренә еткереп теүәлләү, ҡайһы бер оңҡот коллегалары булдыра алмаған документтарҙы ла рәткә килтереү тамам ялҡытҡан уға. Тартҡанға йөктө өҫтәй генә бирәләр. Әллә ҡасан олағыр ине был эшенән, форсаты, ҡулай урыны сыҡмай ҙа ҡуя. Алла бирһә, үҙ эшен асып ебәрәсәк. Ул юғары килем бирергә тейеш. Ун миллион самаһы һалмайынса, быға өмөт итеп булмаясаҡ.
Туған-тыумасаны, дуҫ-иштәрҙе риза итмәй ҙә ярамай. Үҙе һәм ҡатыны яғынан бер туғандары ун бер кеше. Һәр ҡайһыныһына конвертҡа иллешәр меңдән һалғанда, биш йөҙ ҙә илле мең. Апаһы бик миктәп донъя көтә. Балаларын уҡытам, күҙле-башлы итәм тип, кредитҡа батҡан. Уға, башҡаларына белгертмәй генә, өҫтәп йөҙ мең бирер. Йәмғеһе алты йөҙ илле меңгә етә инде. Банкет залына туғандарын, коллегаларын ике тапҡыр йыйып алһа, өс йөҙәшәр меңдән сығасаҡ.
Мәсеткә зәҡәт бирмәү яҙыҡ булыр. Насип иткән байлыҡ - ул бит хәҙер байҙар рәтендә! Тимәк, уның өсөн был зарури ғәмәл. Шунһыҙ отҡан аҡсаның бәрәкәте китер. Шәриғәттә төшөмдөң ҡырҡтан бер өлөшө миҡтарында ҡаралған ул. Миллион ике йөҙ илле мең тирәһе булыр.
«Ҡара көнгә» тип ун миллионды банкыға һалып ҡуйыу ҙа мотлаҡ, тип Илсур һуңғы сумманың тәғәйенләнешен билдәләне. Иҫәпләп ҡарағайны, сығымдары илле миллионға етә яҙҙы. Бәхетле йәшәү өсөн бына күпме аҡса кәрәк икән уға!
«Алйот, отоштан һалым түләргә кәрәк бит. Тимәк, миңә алтмыш миллион самаһы оторға кәрәк. Бер миллион доллар!» - тип иҫәпләүҙәренә аныҡлыҡ индерҙе.
Был тиклем аҡсаны бик һирәктәр ота. Сығымдарҙы кәметергә кәрәк, тигән һығымтаға килде Илсур, сумманың ҡолас етмәҫ ҙур күләмдә булыуынан ҡото осоп.
Сумартлыҡ – күңелгә сикһеҙ кинәнес биреүсе бер сифат икән. Илсур, туғандарына, мәсеткә мул өлөш сығарып, шундай тойғо кисерҙе. Яҡындарының, мәсет имамының рәхмәтле йөҙҙәрен айырым-асыҡ күрҙе, үҙе менән сикһеҙ ғорурланды. Сығымдарын ҡыҫҡартырға булғас, ауыр хәлгә ҡалды. Үҙе өсөн бүлгән аҡсаға тейә алмай ине. Зарығып һорағаны ғәмәлгә ашҡас, уларҙан баш тарта алмай ҙа баһа. Яңы ғына йөрәген рәхәт тулҡынландырып үткән тойғонан да арынғыһы килмәй уның. Тик, ни ҡылмаҡ кәрәк, үҙ күлдәгең үҙеңә яҡыныраҡ. Мәрхәмәтлек өсөн бүленгән аҡсаны ҡыҫҡартмай булмай, «ҡара көнгә» лә аҙыраҡ ҡалдырыр, үҙ эшен, бәлки, асмай торор.
Күрәһең, ул хыялдарына шул тиклем бирелгән, хатта йөҙгә-йөҙ осраған ҡорҙашын да күрмәй үтеп киткән, имеш.
- Атаҡ, Илсур, һиңә ни булды? Күрмәй ҙә үтеп бараһың, - тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте. Артына әйләнеп ҡараһа - дуҫы Фәрит аптырап уға текләп тора.
- Уйҙарға бирелеп абайламағанмын, - тип аҡланыуҙан башҡа сара ҡалманы уға. Ләззәтле хыялдарынан ысынбарлыҡҡа ҡайтарған дуҫына асыуы килде. Ул башҡа тормошто ҡулдары менән ҡапшап ҡарар хәлгә етеп тойомлай башлағайны. Бөтә булмышы менән бүтән үлсәмгә күскәйне инде. Тик бер генә аҙым… һәм ул икенсе кеше сүрәтендә донъяға яңынан хасил булырға тора ине.
- Донъя баҫтымы әллә шул тиклем, өҫтөңә менеп килгән кешене лә күрмәйһең?
- Уныһы ла бар инде...
- Кинәнес сыҡҡан йөҙөңә ҡарағанда, хәстәрең икенсе юҫыҡта, дуҫ.
- Әйтәм дә баһа, уйланып киткәнмен.
- Ярай, була торған хәл. Теге, Илсур, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, бик ҡулай осраның. Иртәгә кредит өсөн түләй торған һуңғы көнөм. Һорамаған кеше ҡалманы, төрлө сәбәп табып, морон боралар. Ун мең биреп торсәле, өс көндән эш хаҡы алам, шунда уҡ ҡайтарырмын, - Илсур, керпек тә ҡаҡмай, дуҫына оҙаҡ текләп тоҙо ла, зәхмәт ҡағылғандай, быулығып көлөргә кереште. Оҙаҡ көлдө. Хәле бөтөп, Фәритте ҡултыҡлап уҡ алды.
- Донъя аҡылдан яҙған! Мин дә бит, ҡайҙан аҡса алырға, тип хыялый булып китеп барыуым, - тине һөйләшерлек хәлгә ҡайтҡас Илсур. - Беләһеңме, миңә күпме аҡса кәрәк? Алтмыш миллион!
- Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан алмаҡсыһың? - Фәрит, был үҙ аҡылындамы, тигәндәй, дуҫына сәйерһенеп текләне.
- Латарейға отам!
Инде көлөргә сират Фәриткә етте.
Ике дуҫ, ике иҫәүәндәй, урам сатында оҙаҡ торҙо. Күренмәҫ биктәр менән күренмәҫ зинданға ябылған замананың байғош ике бәндәһе. …Ҡолдары!
- Ҡарале, Илсур, беҙ бит заговор ҡорбандары, - Фәрит оло асыш яһаған, хәҡиҡәттең үҙенә төшөнгән кешеләй ҡапыл етдиләнде.
- Ниндәй заговор тағы? - Илсур ҙа иҫенә ҡайтты.
- Кем белһен ниндәй икәнен, уны кем ҡорғанын. Бәлки, сионистрҙыр, олигархтар булыуы ла ихтимал, туған хөкөмәтебеҙҙең ҡыҫылышы юҡ, тип тә ышаныслы әйтеүе ҡыйын. Беҙҙе, бөтөн халыҡты, кредитҡа батырып аяҡ-ҡулдарыбыҙҙы бәйләнеләр түгелме? Һинең бит бөтә уйҙарың шул бурыстарың тирәһендә әйләнә, уларҙан ары китмәй. Ҡайҙан алырға, нисек түләргә – көнө-төнө шуның менән башың ҡайнай. Иҫ киткес бай илдә халыҡтың нишләп ярлы йәшәүе, берәүҙәрҙең ун-ун биш йыл эсендә донъя йөҙөндәге иң бай кешегә әүерелеүе, ә күпселектең осон-осҡа ялғап саҡ йән аҫырауы, юғарыға бысраҡ ҡуллы кешеләрҙең анһат ҡына менеп ултырыуы тураһында төптән уйларға, башҡалар менән был хаҡта фекер алышырға теләгең дә, форсатың да ҡалмай. Беҙҙе әсиргә алғандар, ҡол иткәндәр! Беҙ – ҡолдар!
Илсур дуҫына оҙаҡ ҡына текләп торҙо ла, баш ҡаҡты. Ул Фәриттең әйткәндәре менән риза ине.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: