+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
14 Ноябрь 2021, 14:40

Быуаттар алмашынғанда

Быуаттар алмашынғанда хикәйә Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә туҡһан туғыҙынсы йылдың декабрь аҙағы. Бөтә ғәм бер мәсьәләне сисә алмай бәхәс ҡора: утыҙ беренсе декабрь төнөндә егерме беренсе быуатты ҡаршылайбыҙмы, әллә егерменсе быуаттың һуңғы йылына аяҡ баҫабыҙмы? Һәр яңы йылды ҙур өмөттәр менән ҡаршы алырға күнеккән халыҡ, яңы ғасырҙан оло яңырыу көтә. Әлбиттә, бәхетле киләсәген түҙемһеҙләнеп ашыҡтыра.

Быуаттар алмашынғанда
Быуаттар алмашынғанда

Быуаттар алмашынғанда

хикәйә

Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә туҡһан туғыҙынсы йылдың декабрь аҙағы. Бөтә ғәм бер мәсьәләне сисә алмай бәхәс ҡора: утыҙ беренсе  декабрь төнөндә егерме беренсе быуатты ҡаршылайбыҙмы, әллә егерменсе быуаттың һуңғы йылына аяҡ баҫабыҙмы? Һәр яңы йылды ҙур өмөттәр менән ҡаршы алырға күнеккән халыҡ, яңы ғасырҙан оло яңырыу көтә. Әлбиттә, бәхетле киләсәген түҙемһеҙләнеп ашыҡтыра.

Көндәренең иҫәбен юғалтҡан Асҡар ҡарт башының һыҙлап ауыртыуына сыҙай алмай кире күҙҙәрен йомдо.

- Әбе-е-й, - тауышы, тамағының төбөндә үк йотолдо, бөтөнләй сыҡманы.

Теле аңҡауына йәбешкән, кипкән ауыҙы уттай яна. Бөтә тәне һыҙлай, эсе бороп ауырта. Тамуҡ язаларына тиң ғазаптарға сыҙар әмәле ҡалмағас, көс хәлгә урынынан торҙо. Әбейе икенсе бүлмәләлер, ахыры, эргәһендә күренмәй. Тәнтерәкләп аш-һыу бүлмәһенә сыҡты ла, кранды асып, ауыҙын һалҡын һыу ағымы аҫтына ҡуйҙы. Ҡомһоҙланып эсте. Ултырып бер килке хәл алғас, тағы һыуға ынтылды. Бер мәлгә генә тән ғазаптары баҫылғандай тойолдо. Тик ул күпкә барманы. Кәбиров Асҡар Талип улына сиренең дауаһы – йөҙ грамм - кәрәк ине кеше рәтенә ҡайтыр өсөн.

- Әбе-е-й, - тауышы был юлы көрөрәк яңғыраны. Тик ауазы яуапһыҙ ҡалды.  – Яталыр инде йоҡо һимертеп, йыбытҡы бисә. Икмәк шүрлегеңә менеп төшһәм, бик тиҙ йоҡоңдан айнырһың.

Асҡар ҡарт, мөсһөҙ кәүҙәһен саҡ һөйрәп, йоҡо бүлмәһенә туйтаңланы. Әбейе - Мөслимә Ғатауылла ҡыҙы – ҡаҡашып бөткән, төҫө ҡасҡан юрғанға уранып, түшәгендә ята ине.

- Тор! Тор, тием, - ҡарттының бөтә асыуын һалып төртөүенә лә ҡымшанманы әбей. – Атаҡ, ни ҡыланыуың был, бисәкәй?

Нимәлер һиҙенгән ҡарт, сәйерһенеп, юрғанды асты. Уға быяланланған төҫһөҙ күҙҙәр текәлде. Ҡарт ипле хәрәкәттәр менән, ыҡсым ғына итеп, юрғанды кире урынына ҡайтарып япты.

Әбейенең үле кәүҙәһе эргәһендә ҡымшанмайынса оҙаҡ ултырҙы Асҡар ҡарт. Уйланырлыҡ та, кисерештәргә бирелерлек тә хәлдә түгел ине ул. Бер нөктәгә текләп тик ултырҙы. Уҡыныр ине – доға белмәй, ҡайғырыр ине – араҡы булған хис-тойғоларын йыуып, күңелен таш бәғергә ҡалдырған. Тәне хәрәкәттә булһа ла, йәне юҡ уның. Хәмер хаҡына шайтанға һатҡан.

Алтмыш ете йәшен ҡыуалай Асҡар ҡарт. Һуғыш осоро балаһы. Ғазраил менән көн дә айҡашып, уны еңгән быуын кешеһе. Күптәр, бик күптәр бала көйө ҡалды, йотлоҡто күтәрә алманылар. Ә ул үҙе лә бирешмәне, аслыҡтан ике туғанын, әсәһен, эргәһендә йәнһеҙ ятҡан һөйөклө Мөслимәһен дә йолоп алды. Үҙенең һәм яҡындарының йәне өсөн айбарланып көрәште малай. Һәм еңде ул саҡта!

Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә ҡырҡ икенсе йылдың ҡышы ғаиләләре өсөн уғата ауыр булды. Күк үләнгә тамам хәлһеҙләнеп аяҡ баҫтылар. Туғыҙ йәшен тултырған Асҡар, яҙғы ташҡын һыуы тартыла башлағас та,  өй башында ятҡан атаһынан ҡалған мурҙаны алып, Дим йылғаһы буйына төштө. Айырылып, элекке үҙәненән аҡҡан ҙур булмаған йылға ҡулсаһын ағас, таш, кәҫ менән кәртәләне лә, уртаһынан ауыҙ ҡалдырып, шунда мурҙаһын һалды. Ярты көн булышты, манма һыу булды, өшөп күгәренде. Мурҙаһын һалғас, сабырһыҙланып, уны  әллә нисә тапҡыр алып ҡарарға уҡталды: «Туҡта, балыҡ инмәгәндер әле», - тип үҙен саҡ тыйып ултырҙы. Арыуыҡ ваҡыт үткәс, ниһәйәт, тәүәкәлләне. Биш-алты сабаҡ бар ине. Был минутта Асҡарҙан да бәхетле кеше булмағандыр донъяла. Бер балыҡты әллә сәйнәне, әллә тереләй йотоп ебәрҙе – нисәмә көн төйөр төшмәгән ҡорһағы сәнскеләп ауыртып ҡуйҙы. Шулай ҙа, ризыҡланған малай тәне буйлап йүгергән ғәжәйеп йылылыҡтан бер килке  ләззәтләнеп ултырҙы.

Икенсе, өсөнсө сығарғанда, табыш мулыраҡ булды. Ҡараңғы төшкәс кенә, ҡанатланып ҡайтып инде.

- Ҡурҡып бөттөм, ҡайҙа йөрөйһөң, улым, - әсәһе хафаланып ҡаршы алды.

- Балыҡ тоттом! – Асҡар әсәһенең алдына ҙур шештәргә теҙелгән өс бәйләм балыҡ һалды.

- Бөркөтөм, минең, - элек, «ҡолонсағым», тип яратҡан әсәһе, улына «бөркөтөм», тине, күҙҙәре йәшләнеп.

Табыш һиҙгән януарҙай, ҡустыһы менән ҡарындашы балыҡҡа яҡынланылар, берәрен эләктереп, сей килеш ауыҙҙарына алдылар.

- Сабыр итегеҙ, балаҡайҙар, хәҙер утта ҡыҙҙырып бирәм, - тип әсәләре уларҙың ҡулдарындағы балыҡҡа ынтылғайны, илаш-тартыш ҡупты. Асҡар аслыҡтан йонсоған туғандарының тамаҡ даулашҡанын ҡарап торор хәлдә түгел ине. Йәне әсеүенә түҙә алмай, күҙҙәрен һөртә-һөртәп, тышҡа сыҡты. Шул мәлдә бәләкәстәрҙе башҡа асыҡтырмаҫҡа үҙенә һүҙ бирҙе.

Балыҡҡа көн һайын йөрөнө. Ризыҡҡа йоғонған өйҙәге ике баланың йөҙҙәрендә йылмайыу сатҡылары күренә башланы. Хәҙер урындарында тик кенә ятмайҙар улар, уйын да ҡоралар, шаярып маташалар.

Бер көнө Асҡар балыҡтан баш-күҙе күгәреп ҡайтты. Ҡыйналған булһа ла табышһыҙ түгел ине.

Уға үҙе ҡорған мурҙа һалыу урыны өсөн һуғышырға тура килде. Мурҙаһын һалған урынға етәрәк яр башында кемдеңдер ҡуҡайып ултырғанын күрҙе. Уның мурҙаһын ҡарайҙар – йөрәге дарҫлап тибә башланы. Яҡынлай биргәс, арғы ос «сҡәтте таныны. Йәшкә лә, кәүҙәгә лә ҙурыраҡ ул.

- Минең балығымды урлайһың, - тине Асҡар ҡаушауын белгертмәҫкә тырышып.

- Йылғаның балығы һинеке генә түгел, убшый ул, - тип ергә сарт төкөрҙө тегенеһе.

- Мурҙа ҡапҡаһын мин ҡорҙом, мурҙа ла минеке.

- Булһа ни, - Әсҡәт яр башында ултыра бирҙе. Эргәһендә шешкә теҙелгән балыҡ бәйләме ята ине.

Асҡар, һүҙ көрәштереүҙең файҙаһыҙ булыуын аңлап, мурҙаны ҡарарға төшөп китте. «Минеке. Ороноп ҡына ҡараһын!» - тине эстән. Беләктәрен төрөп, һыуға эйелгәйне генә, арттан килтереп тибеүгә сүмәксеп барып һыуға тәгәрәне. Йөҙ түбән төшһә, икенсе ынтылыуҙа дошманы уны һыуҙа тонсоҡторасаҡ. Йәшен тиҙлеге менән башынан үткән ошо уй Асҡарҙы, осоп барған килеш, бөтә таҫыллығын һалып, һауала әйләнергә мәжбүр итте. Ул һыуға арҡаһы менән барып төштө һәм, өҫтөнә ырғыған Әсҡәттән янтайып, уға үҙе атланып ултырҙы ла йән асыуы менән дошманының башын һыуға тыҡты. Асҡар, бар тереклек кеүек үк, был ерҙәге үҙенә тейеш тәғәм өлөшө өсөн көрәште. Инде хәле бөткән Әсҡәттең башын һыуҙан күтәрҙе лә:

- Мурҙа кемдеке? Балыҡ кемдеке? - тип ҡырағай тауыш менән ажарланып ҡысҡырҙы. Бөтә тәне ҡалтырана ине.

- Һинеке, Асҡар! Һинеке!.. – ярайһы һыу йотҡан, муйынына сытырман йәбешкән Асҡарҙан ҡотолоу әмәленең тик еңелеүен таныу ғына икәнен аңлаған Әсҡәт ялбарыулы яуапланы. Ҡоршауҙан ысҡынғас, артына әйләнеп тә ҡарамай, ауыл яғына йүгерҙе.

 Ун алты йәшендә Асҡарға, яҡты донъяла үҙ урынын даулап, бынан да хәтәрерәк алышҡа сығырға тура килде. Дошмандары көслөрәк кенә түгел, күберәк тә, мәкерлерәк тә ине.

Мобилизация буйынса ФЗОла уҡый башлаған сағы. Яңы кейем биргәйнеләр. Һуғыштан һуң халыҡ әҙме-күпме икмәккә туйынып, өҫ-баш бөтәйтеүҙе хәстәрләй башлаған мәл. Асҡар курсант формаһына ныҡ ҡыуанды. «Өҫтөмдәге ҡустыма булыр, әсәй, мул урындарын тотҡолап, йәтешләп бирер уға», - тип уйланы. Шулай кейемдәрен барлап торғанда, янына өс егет килеп баҫты - ФЗОла «шишка» тотҡан ҡала шпаналары.

- Кримплен! Дан форма. Миңә булыр. Бына һиңә алмашҡа, - тип «шестерка» урынында йөрөгәне, осоҡланып, эргәһенә килде лә, Асҡарға ойпаланған салбар менән форманың өҫтөн ташланы. – Ботинкаларың - Паханға! Яловыйҙар. Сусҡа тиреһенән! – тип, эйелеп,  ботинкаһын эләктереп тә алды. Пахан, тигәне финка бысаҡ менән уйнап, арыраҡ баҫып тора. Эргәһендә – дәү кәүҙәле амбал - һаҡсыһы. Һынын килтереп йөрөйҙәр инде ҡарап тороуға.

Асҡарҙың яңы әйберҙәрен ошолайтып кемгәлер тоттороп ебәрергә иҫәбе юҡ ине. Уның мөлкәтенә ынтылалар, уны ғына түгел, туғандарын да талайҙар! Ахыры нисек барып бөтөрөн уйлап торманы, эйелгән томшоҡҡа йән асыуы менән типте. Сәүек сыйнаған тауыш сығарып, «шестерка» хужаһының аяғы аҫтына тәгәрәне. Хәлдең былай барып сығыуына бер мәлгә генә баҙап ҡалған Пахан, боролоп, һаҡсыһына ымланы. Уныһы шул арала ҡайҙандыр бысаҡ сығарҙы ла Асҡарға ташланды. Һунарға күп йөрөгән Асҡар хәнйәр менән үҙе лә оҫта эш итә. Ләкин үҙенә  йүнәлтелгән осло ҡоралға ҡаршы торғаны юҡ. Был юлы ла таҫыллығы, тиҙ ҡарар ҡабул итә белеүе, тәүәкәллеге ҡотҡарҙы.

«Шестерка» ташлаған салбарҙы электереп алды ла амбалдың алға һонолған ҡулын уның балаҡтары менән уратып ҡарманы, үҙе эйелеп, ҡултыҡ аҫтынан дошманының артына сыҡты һәм ҡайырылған ҡулды йәнасыҡҡа өҫкә күтәрҙе. Амбалдың ҡулын быуынынан ҡайырып сығарҙы. Айыу үкерҙеме ни, казарманы яралы йыртҡыс тауышы яңғыратты.

Асҡар Пахандың уға ырғыуын арҡаһы менән тойҙо. Тик ниҙер ҡылырға әмәле ҡалмағайны. Башын ғына бороп өлгөрҙө, һәм аяғы аҫтына ауған дошманын күрҙе. Ошоно ғына көткәндәй, иҙәндә аунап ятҡан өс шпанаға төрлө яҡтан курсанттар ташланды, имен ерҙәрен ҡалдырмай асырғанып типкеләнеләр, иҙеп ташланылар. Асҡарға ташланған Паханды ла улар йыға һуҡҡайны. Йәберләүселәренән үс алдылар шулай әмәле сыҡҡанда.

Шпаналар ФЗОла башҡа күренмәнеләр. Ә Асҡарҙың баҙары күккә сөйөлөп күтәрелде.

Табышы өсөн Асҡар ике ботло «бүреләр» менән генә түгел урманда йөрөгән дүрт аяҡлылары менән дә айҡашты бер мәл.

Илек аулау уның ҡышҡы төп кәсебе булды. Һуғыш осоронда был кейеккә һунарҙың ябай, әммә ләкин сыҙамлылыҡ, таһыллыҡ талап иткән ысыулы малайҙар араһында киң таралғайны. Ҡыр кәзәһенең эҙенә төшөп, уны көрттә бер туҡтатмай, хәлдән тайып йығылғанса ҡыуалайҙар һәм салып алалар ине.

Көндәрҙең береһендә иртәнән ҡара кискә тиклем баҫтырып тотҡан табышын, махсус эшләп алған санаға һалып, ауыл яғына өҫтөрәгән мәлдә Асҡар алыҫта бүреләрҙең олоуын ишетте. Йыртҡыстарҙың үҙенең эҙенә төшөүен аңланы. Табышын да биргеһе, үҙенең дә бүреләр тешенә эләккеһе килмәй ине. Шуға бик йылдам ҡыланды. Илекте тотошлай ағас башына мендерергә хәленән килмәгәс, уның алғы һәм артҡы боттарын - һум итле өлөштәрен - һанлап айырып алды. Йәш ике ҡайынды берәмләп эйелдерҙе, уларға итте бауланы ла, ипләп кенә кире ебәрҙе. !ҙе ҙур ағасҡа үрмәләп менеп китте.

Бүреләр оҙаҡ көттөрмәнеләр. Эҙенән юллап, Асҡар ултырған ағас төбөнә килеп тә баҫтылар. Күҙ асып йомғанса илектең ерҙә ятып ҡалған ҡабырға-муйынын өҙгөләп ашап бөттөләр. Һөйәктәре лә ҡалманы. Шунан ағасты уратып ултырҙылар ҙа, ара-тирә олоп, ҡорбандың хәлһеҙләнеп ҡолап төшөүен көтә башланылар.

 Асҡар үҙәгенә үтеп өшөнө, аяҡ-ҡулы иҫ юғалтты, ағасланып ҡатты. Ботаҡта тотоноп ултырырға ла хәле ҡалманы уның. Ниндәйҙер мәлгә иҫен юғалтҡандай булды, бына-бына бүреләр алдына ҡолап төшөр кеүек тойҙо үҙен.

Бәхетенә күрә, малайҙың ултырған ағасы сана юлынан алыҫ булмай сыҡты. Тимер юл станцияһына ашлыҡ ташыусы ылаусылар, алыҫ түгел бүреләр олоуын ишетеп, йыртҡыстар ауыл малын көҫәп килгәндер тип, тауышҡа боролалар һәм, мылтыҡтарҙан атып, өйөрҙө ҡыуалап ебәрәләр. Ағас башынан Асҡарҙы көскә төшөрөп алалар.   

Балыҡ тотоуҙы Асҡар йыл әйләнәһенә ташламаны. Ҡышҡыһын мурҙаны мәке уйып һалды.

Ер һурыҡҡас - йыуаға, йәй башында - балтырған-ҡуҙғалаҡҡа йөрөнө, унан ары һарына ҡаҙҙы, башҡа ҡыр ниғмәттәрен өйгә ташыны, йомран, бүтән ваҡ ҡыр кейектәрен ауланы. Ашъяулыҡтарында ризыҡ артыҡ мул булмаһа ла, астан интекмәнеләр. №ыйырҙары ла аҡтан өҙмәне.

Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә ҡырҡ өөсөнсө йылдың май аҙағынан Асҡарҙың хәстәре бермә-бер артты.

Колхоз, сәсеү эштәрен тамамлап, һабантуй ише бәләкәй генә байрам үткәрергә әҙерләнгән көндә күрше Мөхлисә апайҙы, орлоҡ игенен урлауҙа ғәйепләп, ҡулға алдылар. Ҡартайған әсәһе менән Мөслимә ҡыҙы үкһеҙ йәтим тороп ҡалды.    

- Әсәй, ишетһен ҡолағың, колхоз икмәгенә оронаһы булма! Тамаҡты үҙем йүнләйем! Асыҡмайһығыҙ. Асыҡмаҫһығыҙ артабан да! – тине Асҡар әсәһенә, илауҙан шешенгән Мәймүнә әбей ҡайғыһын һөйләп сығып киткәс. Ҡаты итеп, ололар балаларҙы тыйған кеүек, итеп әйтте. Әсәһе улына текләп һынағастай ҡатып ҡалды. Бер килке торғас, һаҡ ҡына урындыҡ ситенә сүгәләне лә, илап ебәрҙе. Улының балалыҡты ла күрмәй шулай олоғайыуы уның бәғерен телдеме, әллә, яҡлаусыһы үҫеп етеүгә ҡыуанып, күңеле йомшарҙымы? Әсә кешегә, ҡалай ҙа, илау өсөн сәбәп бар ине.

Ошо көндән башлап Асҡар табышынан өлөштө күршеләренә лә бүлде. Мөслимә менән өләсәһен аслыҡтан ҡотҡарҙы шулай итеп.

Һуғыштан һуң, ФЗОны тамамлап, йүнәлтмә буйынса Сибайға, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты төҙөлөшөнә килде. Биш йылдан һуң ул удар комсомол бригадаһы бригадиры, социалистик хеҙмәт алдынғыһы, Бөтә Союз комсомол конференцияһы делегаты һәм башҡа күп шөһрәт ҡаҙанған йәш төҙөүсе ине инде. Исеме гәзит биттәренән төшмәне. Ул етәкләгән комплекслы бригада, тәүлек әйләнәһенә сменалап эшләп, объектты нигеҙенән алып ҡыйығына тиклем бер нисә ай эсендә күтәреп ултырта ине. «Кәбиров почины» тип атанылар эште ойоштороуҙың был ысулын. 

Янып эшләне, тейешле ялын да алманы. Хеҙмәт хаҡының ҡап яртыһын почта аша әсәһенә ебәреп торҙо һәм, яуап итеп, оло рәхмәт һүҙҙәре менән һуғарылған сәләм хаттары алып ҡыуанды.

Сибайҙа төпләнеүенә өс йыл үткәс кенә тыуған ауылына ҡайтып әйләнде. Йәшләй дан ҡаҙанған яҡташтарын районда ла беләләр ине. Комсомол райкомы секретары Асҡарҙы ауылына тиклем үҙ машинаһында алып барып ҡуйҙы.

Мөслимә менән дә яңынан танышыуы район үҙәгенән ауылына юлланғанда булды.

- Ултыртайыҡ һылыуҡайҙарҙы, - тине ул секретарға, юл ситенән атлаған ҡыҙҙар күренгәс.

- Әлбиттә, алабыҙ. Ҡыҙҙар ҡосағында машинала ғына елдереп ҡайтып төшөү һирәктәргә тәтей. Ә һин быға достоин! – тип шаяртты хужа кеше. 

Юлда сыр-сыу килеп шаян ҡыланған ҡыҙҙар, машинанан төшкәйнеләр, баҙап ҡалдылар.

- Рәхмәт, ағайҙар, - итәктәрен тартҡылап, күҙҙәрен аяҡ остарына терәп өнһөҙ ҡалған һылыуҡайҙарҙың  берәүһе, араларындағы иң ҡыйыуҙарылыр, күрәһең, әйтте быны. Ул Асҡарға таныш һәм үтә лә яҡын тойолдо. Тик, нисек кенә сырамытырға тырышып ҡараһа ла, ҡыҙыҡайҙы таный алманы. ФЗОға сығып киткәс, һирәкләп кенә ҡайтып йөрөнө. Һуңғы тапҡыр ауылында булыуына дүрт йыл да үтеп киткән шул. Ул саҡтағы үҫмер ҡыҙҙар, буй еткереп, тамылйып бешкән сейәләй күҙҙең яуын алып торалар хәҙер, танырмын тимә.

Һүҙ ҡатырға баҙнат иткән баяғы ҡыҙ күрше йортҡа боролғас: «Әллә Мөслимә булды инде», - тип ҡараштары менән оҙатып ҡуйҙы уны Асҡар. Артынса күңеле төбөнөң тәрән бер мөйөшөндә ятҡан, быға тиклем кисерелмәгән ниндәйҙер бер тойғоноң талпынып ҡайыуына үҙе һиҫкәнгәндәй итте.

Тыуған йортонда Асҡар оло хөрмәткә сорналды. Әсәһе лә, туғандары ла уны мөкиббән китеп ҡаршы алды, күрһәткән барлыҡ изгелектәре өсөн уға сикһеҙ рәхмәт менән яна ине йөҙҙәре. Бәләкәс кенә тәпәш был йортта бынан да ҙурыраҡ ҡунаҡты ҡабул иткәндәре, ҡыуаныс кисергәндәре булмағандыр ошоға тиклем. Һуғыш йылдарында асыҡтырмаған, әле лә хәстәренән өҙмәгән улы һәм ағалары ҡайтҡан! Илленсе йылдарҙа ла аҡса күрмәгән колхозда тик улар ғына лавкаға аҡса тотоп йөрөй бит. «Асҡар улымдан алдым», - ти ғорурлыҡ менән Сәлимә һәр саҡ, аҡсаның уға ҡайҙан килеп торғанын һатыусы белһә лә. Сәлимәгә улынан ҡайһы айҙа күпме аҡса килгәне бөтә ауылға  мәғлүм – почта ташыусы Хәлфетдин ҡарт ҡарсығына самауыр артында уны һүҙ араһында ғына әйтһә, ҡолағына төшкәнде үҙендә тота белмәгән әбейе шул кистә үк хәбәрҙе бөтә ауылға тарата.

Аҡсаһы ғына түгел, улының даны ла йоға Сәлимәгә. Ул хәҙер ауылда абруйлы кеше. Ауыл Советына депутат итеп һайланды, район гәзитендә, «Данлыҡлы ул тәрбиәләгән әсә», тип яҙып та сыҡтылар.

Асҡар ауылда аҙна торҙо. Һәр өйгә йөрөтөп ҡунаҡ күрһәттеләр. Илле өсөнсө йылда амнистияға эләгеп аҡланған Мөслимәнең әсәһе Мөхлисә апай иң беренсе булып саҡырҙы.

- Асҡар миңә улым һымаҡ. Ул әсәйем менән ҡыҙымды аслыҡтан алып ҡалды, - тип башҡаларҙы алдына сығарманы.

Шул көндән Асҡар менән Мөслимә киске уйынға бергәләп сыҡтылар, башҡа ваҡытта бер-береһен күрергә йән атып торҙолар. Егет кире Сибайға киткәндә вәғәҙә бирешеп айырылыштылар.

Бер йыл хатлаштылар ҙа, ҡауышырға ҡарар иттеләр. Гөрләтеп комсомол туйы үткәрҙеләр, төҙөлөш тресы бөтә сығымдарҙы ла үҙ өҫтөнә алды, туй бүләге итеп, фатир асҡысы тапшырҙылар.

Матур башланған ғаилә тормошо, бәхетле көндәр, айҙар һәм йылдарҙан торған сәскәләр гөлләмәһендәй, балҡып, башҡаларға өлгө булып торҙо. Ике йылдан һуң, Асҡарҙың бригадаһын күрше райондағы трестың күсмә колоннаһына күсерҙеләр. Райондың сиҙәмселәр ҡасабаларында төҙөлөштөң киң йәйелдерелгән осоро ине.

Унда ла йәш ғаилә өс бүлмәле фатирға инде - яңы урында бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ йәшәп алып киттеләр. Был ваҡытта улдары, тәпәй баҫып, йүгереп йөрөй ине инде.

Асҡарҙың даны районға үҙенән дә алда килеп еткәйне. Алдынғы төҙөүсе исеменә тап төшөрмәне ул – етәкләгән бригадаһы объекттарҙы ваҡытынан алда тапшыра килде. Утыҙ биш йәшендә Асҡар Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены менән бүләкләнде, ҡырҡы тулғанда РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе исемен алды. Ғаилә тормошо ла һәүетемсә байманлыҡта дауам итте. Балалары өсәү булып китте.

Район үҙәгенә күскәс, бергә эшләгән иптәштәренең күптәре комсомол йәшенән уҙыу сәбәпле, бригаданан «удар комсомол» исеме алынды. Шул уҡ кешеләр, шул уҡ етәксе, ике ҡулға шул уҡ эш булһа ла, ҡапыл ҡарай күҙгә ташланмаған үҙгәреш тә ошо мәлдән башланды.

Бригадала Асҡарҙың абруйы бер ваҡытта ла шик аҫтына ҡуйылманы. Ул оҫта ойоштороусы һәм етәксе генә түгел, ә баһадир кәүҙәле һәм ғәйрәтле ир – ысын ҡорбашы ла ине. Шуға ла барыһы ла уны ихлас ихтирам итте, уны тыңлыны, уға эйәрҙе.

Аҡсаны ҡайырып алған бригадаға эшкә төшөргә теләүселәр һәр саҡ күп булды. Йыш ҡына түрәләр ҙә туған-тыумасаһын, дуҫ-ишенең яҡындарын ҡанаты аҫтына алыуын үтенеп мөрәжәғәт итте. Ҡулынан эш килерҙәйҙәрен Асҡар алды, ә йыбытҡыларҙы, кем генә һораһа ла, бригадаға яҡын юлатманы.

Шундай «блатной»ҙарҙың береһе, бер саҡ, үҙ «характерын» күрһәтә башланы. Уға йә ҡушҡан эш оҡшамай, йә уны башҡаларҙан артығыраҡ «егәләр», имеш.  Берҙән-бер көндө ул Асҡарҙың битенән алды:

- Бында шул тиклем командывать итергә һиңә кем права биргән. Шуны эшлә, быны алып кил. Ҙур хужа табылған икән! Бик кәрәкһә үҙең йүгер, – тип ҡушҡан йомоштан баш тартты.

- Мин бригадир, ҡустым, - тине Асҡар тыныс ҡына.

- Һин беҙҙең кеүек үк рабуший. Пошел ты, козел, йырағыраҡ, - егеттең был ҡылығына бригада шаҡ ҡатты. Бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле. Асҡарҙы кемдер ҡайҙалыр оҙатһынсәле. Башҡа һыймаҫлыҡ, әҙәм ышанмаҫлыҡ  ҡылыҡ.

Асҡар мән белмәгән әҙәмде күтәреп алды ла, көсөк балаһындай баш осонда әйләндереп, бетон түшәмәгә һалды һәм ике ҡулы менән аяҡтарынан эләктереп, өсөнсө ҡат кимәленә еткән төҙөлөп ятҡан бинаның ситенә килде:

- Мин кем, ҡустым? - тип һораны тауышын күтәрмәй генә. Бушлыҡта баш түбән һәленеп торған егет, һуғым малындай тыпырсына, үҙен белмәй аҡыра ине. – Ишетмәйем!

- Һин - бригадир, аға-а-ай! Ебәр зинһар өсөн, башҡа улай итмә-ә-әм, – йөҙө буръяҡланып күкшелләнгән егет шыр ебәргәйне.

Быға тиклем гел өлгөлө, башҡаларға үрнәк бригаданың «удар комсомол» исеме менән ҡото китте, әйтерһең. Күҙҙәрҙә дәрт һүрәнләнде, ошоға тиклем янып торған осҡон  сатҡылары баҙыҡланды. Инде ҡайҙалыр ынтылырға, еңергә, үрҙәр яуларға кәрәкмәй уларға. Иртәнге һигеҙ менән киске биш арауыға нисек тә үтһә – шул яраған. Берәүҙәр бригадаға килде, икенселәр китте. Тик Асҡар ғына бер кейгән ҡамытын һалырға ашыҡманы, йөктө  тарта бирҙе.

Тағы ла бер нисә йыл үтте. Инде Асҡар йышыраҡ һүҙ – өгөт-нәсихәт менән түгел, ә уҫаллыҡ  менән алдырҙы, бер әйткәнде аңламағандарҙың яғаһынан ҡармап һелкетеп ҡуйыу уның ғәҙәтенә инде. Бригадала эш хаҡын элеккесә мул алдылар. Наряд кәрәгенсә ябылмаһа, ҡул ҡуйыу урынына ҡағыҙҙы мастер-прорабтарҙың битенә бәреү Асҡарға бер ни тормай ине. Улары үҙен шулай ышаныслы тотҡан данлыҡлы бригадирҙан шөрләнеләр.

Егерменсе быуаттың етмешенсе йылдарында йәмғиәтте тамам ялмап алған эскелек Асҡарҙы ла урап үтмәне. Тәүҙә тик табындарҙа һаулыҡ һәм бәхет өсөн генә рюмка күтәргән ир, тора-бара, башҡалар кеүек үк, эсеүҙе йышлатты. Сәбәбе сығып торҙо. Үҙе лә теҙгенде бушатты. Баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуймаһа ла, кеше тормошонда була торған шатлыҡлы ваҡиғаларҙы эш урынында «йыуыу»ҙы, тыуған көндәрҙе билдәләүҙе тыймай башланы. Һый мулыраҡ булып, артыҡлап ташлаһалар, икенсе көнө эште «баш төҙәтеү»ҙән башланылар. Берҙән-бер көндө «йәшел йылан» бригаданың тулы хоҡуҡлы «ағзаһы» ине  инде. Асҡар быны күрмәне лә, һиҙмәне лә.

 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы орденын «йыуыу» бер көндә тыйнаҡ ҡына үтеп китһә, Асҡарҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе исемен алыуын бригада аҙна буйы «байрам» итте.

- Ҡәбировсылар теттерә, - тип ауыл халҡы бот сапты.

Илле йәшенә еткәндә Асҡар ярайһы бәҫһеҙләнгәйне. Дан-шөһрәте тураһында юғары трибуналарҙан түгел, эске табындарында ғына һөйләйҙәр ине ғүмеренең  был дәүерендә. Буйлатып йөрөп эсте. Аҙналап эшкә сыҡмаған осраҡтары йышайҙы. Был ваҡытта ул бригадирлыҡтан да сығарылғайны.

Нәҡ ошо осорҙа Мөслимә лә шешәгә тартыла башланы. Шешәләш дуҫты урамдан эҙләп олаҡҡан ире өсөн хафаланыуҙан ялығып, өйҙә генә эсһен, тип тә үрелде тәү башлап ул рюмкаға. Ире эскәндә яфаға әүрелгән йоҡоһоҙ төндәре, ҡыҙмаса булып алған ҡатынға һиҙелмәй ҙә үтә башланы. Күңелле лә үтә өҫтәүенә. Әхирәттәре менән дә ваҡыты-ваҡыты менән, сәбәп табып, берәр шешәне төпләп ҡуйыуҙы яҙыҡ күрмәне.  Тора-бара Мөслимә, нимәнелер там итеп, йыш ҡына үҙенең аңлайышһыҙ болоҡһоуын тойа башланы. Асҡар ярты тотоп ҡайтһа, күңеле ирей, тормошо түңәрәкләнгәндәй була. Бер мәл Мөслимәнең мейеһен: «Мин бит эскесегә әүрелеп барам», - тигән уй ярып үтте. Ул ошо хәлгә етеүенә шул тиклем ғәрләнде, хатта йәшәгеһе килмәне. Уға кисекмәҫтән туҡтарға, Асҡарын да шешәнән айырырға кәрәк ине. Юғиһә икеһе лә харап буласаҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙа йәшәүгә ынтылыш, ғаилә именлеге хәстәре көслөрәк шул. Сәбәп табып, Асҡарҙың айыҡ сағына тап килтереп,  ситтәге балаларын ҡайтарып алды.

- Атағыҙ менән беҙ эскесе хәленә төшөп барабыҙ, - тине ни сәбәп менән саҡырылыуҙарына төшөнә алмай ултырған балаларына Мөслимә. – Мин дә эсәм бит хәҙер, эскем килеп тотам рюмканы. Атағыҙҙың эскесе даны сыҡҡан инде, - илауҙан тыйыла аманы әсә.

Асҡар башын баҫып тик ултырҙы.

Уға хөкөм сығаралар. Үҙенең балалары! Бер ваҡытта ла бер кемгә лә баш бирмәгән, баш эймәгән кешегә.

Ғәрлек!

Асҡар иланы. Бала саҡтан алып тәүге тапҡыр.

Вәғәҙә бирештеләр, ант ҡылдылар.

Ул эсеүҙе ташланы. Кире бригадир итеп ҡуйҙылар, даны ҡайтты, президиумдарҙа ултырҙы, трибуналарға сыҡты.

Был юлы ла ул еңде. Хәмерҙе!

Тағы биш йыл үтте. Бирешкән вәғәҙәләрҙең, әйтелгән анттың төҫө уңды, ялҡындары һүрелде. Улар онотола төштөләр.

Араҡы ғаилә байрамдарында, эш урынында ҡорған табындарҙа кире пәйҙә булды. Асҡар менән Мөслимәнең тормошонда үҙ урынын ҡабат биләне, йорттарына, бынан ары сыҡмаҫҡа инеп, түрҙән ҡунаҡланы.

Эсмәгән осорҙа Асҡар мотоциклдан машинаға күсеп ултырғайны. Сираттаға эске мәжлесенән һуң, аяғында саҡ тороуына ҡарамаҫтан:

- Бажамды күрмәгәнгә ней заман. Яратҡан балдыҙымда ҡунаҡ булып ҡайтам, - тине лә, машинаһына ултырып, саң туҙҙырып елдереп сығып та китте.

Юл аҫтында аунап ятҡан машинанан көс хәлгә сығарып, дауаханаға алып килгәндәр уны. Шунда иҫенә ҡайтты.

- Мин ҡайҙамын? Әллә үлгәнменме?, - тине, күҙен асып, үҙенә текләп торған аҡ һаҡаллы ҡартты күргәс.

- Юҡ үлмәгәнһең. Аллаһы Тәғәлә ҡурсалаған үҙеңде, - булды яуап.

- Һине, ҡартлас, Хоҙайҙың үҙе, тип торам. Мине уның ҡаршыһына хөкөмгә алып килгәндәр, тигән булам тағын, - Асҡар шаяртырға үҙендә көс тапты.    

Ауыр һауыҡты ул. Эске ағзалары ҡуҙғалғайны. Баяғы ҡарт менән дуҫлашып китте . Ул диндар кеше ине. Пәйғәмбәрҙәр сәхифәләрен бирелеп тыңланы. Тәҙрә пәрҙәһенең ситен генә күтәреп, бөтөнләй таныш булмаған яңы донъяға баҡҡандай тойҙо үҙен Асҡар. Күңелендә билдәһеҙ ашҡыныу һиҙҙе, тормоштоң ысын мәғәнәһен күргәндәй ине уға. Пак һәм ғәжәйеп сихри донъя. Партия тәғлимәте бутаған зиһене, эшкә бирелгән булмышы, эске табындарында ғына хушланған күңеле - дингә урын ҡалмағайны шул тормошонда. Донъя ығы-зығыһынан дауахана диуары менән ышыҡлаған палатала иһә ғәм бөтөнләй башҡа. Унда – күңел хөрриәте. Көнитмеш, йән аҫырамаҡ ваҡлыҡтарҙан азат кешеләр ҡоро.

- Алла булһа, нишләп беҙҙе, көфөрҙәрҙе, ер упмай, һыу баҫмай, ут ялмамай? – фокусҡа ышанырға ла ышанмаҫҡала белмәгән бала кеүек ине Асҡар. Бабайҙың һүҙҙәре күңелен ялманы, ә аҡылы: «Мөғжизә юҡ, фани донъянан арыһы –төпһөҙ һәм сикһеҙ мәңгелек ҡараңғылыҡ», - тип ныҡышты.

- Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте сикһеҙ. Ҡолоноң иманға килеүен сабырлыҡ менән көтә ул. Уны иҫкәртә, һынауҙар ебәрә. Фажиғәгә юлығыуыңды шул иҫкәртеүҙәрҙең береһе тип ҡабул ит. Иманға килеү ҡапыл булмай. Уға һәр саҡ ынтылыу шарт. Бер мәл эске тауыш әшкәртер, юл күрһәтер. Башта Фатиха сүрәһен – Китапты башлаусы сүрәне – өйрән, ҡабатлап йөрө. Шунан ары үҫерһең, - шулай тине ҡарт яуап итеп.

Дауахананан Асҡар дәртләнеп, ҡанатланып сыҡты. Күңел күҙе асылғандай тойҙо үҙен. Бабай яҙып биргән сүрәне һалып ҡуйған пижәге кеҫәһен әйләнгән һайын ҡапшап ҡараны.

- Мин бит ғәрәп яҙыуын танымайым, - тигәйне ул ҡағыҙ һуҙған бабайға.

 - Ваҡыты етер, күҙең асылыр, - тине лә ҡуйҙы уныһы, уҫал мөғәлимдәй.

 Күпмелер ваҡыт Асҡар Фатиха сүрәһенең иҫләп ҡалған юлдарын ҡабатлап йөрөнө. Бер кем дә күрмәгәндә бабай биргән яҙыуҙы алып, текләп ултырҙы. Семәрле һыҙыҡ һәм нөктәләрҙең айышына төшөнгөһө килде.

Бәлки ай, бәлки ярты йыл шулай хыялый булып йөрөгәндер. Эргәһенән ғәҙимге тормош ағымы үҙенең ғәҙәти көндәрен хисапһыҙ үткәрә торҙо. Асҡар ташҡын уртаһында һерәйеп торған ҡолға хәлендә ине. Шаулап аҡҡан һыу үҙе лә баҫа, ағыҙып барған ҡый-ҡыпыр ҙа бер туҡтауһыҙ бәрелә, ян-яғын аяуһыҙ ашай.

Ҡолға оҙаҡ һерәйеп тора алманы. Ашалып нескәргән урынынан һынды. Асҡар ҙа шулайтты. Кире ҡәҙимге, күнегелгән, тормошона ҡайтты. Ағымға ҡаршы тора алманы.

Йәнһеҙ Мөслимәһе янында ултырғанда, Фатиха сүрәһен иҫенә төшөрөргә булып, араҡы йыуған мейеһен күпме генә сирып ҡарамаһын, сүрәнең бер генә һүҙе лә теленә килмәне. Мейеһе үлгәйне уның.

Оҙаҡ ултырҙы. Ҡуйыра барған төн ҡараңғыһын тоҡанған урам шәмдәре кире сигендерҙе. Ҡарт ҡымшанманы.

Бына бер мәл ул аяғына баҫты, ишек янына килеп, элгестән нимәлер һәрмәп алып иң башына һалды, урамға сыҡты. Аяҡтарын көс хәлгә һөйрәп урам буйлап атланы.

- Ҡартлас, яңы йыл менән, - тине бер төркөм йәштәр араһынан берәүһе.

- Артур, яңы йылға бер сәғәт бар бит әле. Иртәләнең, - быныһы яғымлы ҡыҙ бала тауышы ине.

- Барыбер, тыуасаҡ бит ул. Бер сәғәт нимә ул сикһеҙ йыһан өсөн.

- Улайға китһә, бер көн, бер ай, бер йыл, бер кеше ғүмере лә бер ни тормай мәңгелек менән сағыштырғанда, - йәштәрҙең бәхәскә ҡоролған әңгәмә тауышы һүрәнләнә барып, еңелсә өргән буран һыҙғырыуы менән алмашынды.

Ауыл да артта ҡалды. Асҡар ҡарт һыуыҡты ла, битенә бәргән ҡарҙы ла тоймай атлай бирҙе. Көслө шартлауға, тирә-яҡтың яҡтырып китеүенә һиҫкәнгәндәй итте. Туҡтаны. Артына әйләнде. Күк йөҙөн ялмап яңы йыл салюты аталар ине.

- Егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫтым мин дә. Мин еңдем, Мөслимә! Мин һәр саҡ еңдем! Мин еңеүсе булып килдем был ергә! Егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫмайынса китмәйем, тинем һәм булдырҙым да. Һине уҙҙырҙым. Хыялланма, алкаш, дөмөгәһең, етә алмайһың, тип еңмешләнһәң дә, Мөслимә. Мин - Еңеүсе-е-е!

Ошо ашҡынып ҡысҡырыуы ҡарттың һуңғы көсөн алды, ахыры. Аяҡтары ишелеп, ул ҡарға ауҙы. Торорға ынтылғайны, быуындарының бөтөнләй хәлһеҙләнгәнен тойҙо. Ҡыл өҙөрлөк тә кәре ҡалмағайны.

- …Абындым. Бәйге арғымығы ише тигеҙ ерҙә абындым… Арығайным шул мин, ауыр йөктән миктәгәйнем. Тарттым да, тарттым йөктө. Үңәсем өҙөлгәнсе, күңелем һиҙгерлеге юйылғансы, һуңғы тойғом ҡороғанса… Шешәне лә ашаҡлап үтә алманым шуға, абындым, хәмергә тонсоҡтом…  Туғандарымдың һөйөүен, хәләл көсөм менән яулаған данымды, Мөслимәмә булған мөхәббәтемде шайтан һыуына алмаштырҙым, балаларымдың ышанысын юғалттым, уларға терәк була алманым, ейәндәремде тубығыма ултыртып һөймәнем… Фатиханы ла аңыма һеңдерә алманым… Иманһыҙмын мин… Мөслимәм, бәғерем, балаларым, бер үк ҡаты хөкөм итмәгеҙ. Мин иртәрәк китергә тейеш инем... Бәҫһеҙләнмәй… Мин – яуҙа үлмәй ҡалған батыр... Бахыр мин!.. Бахырлыҡҡа хөкөм ителгән батыр… Иманһыҙ батыр!.. - һуңғы һүҙҙәрен оло үкенес менән бышылдап ҡына әйтте. Бәлки, әйтмәгәндер ҙә, уйлаған ғыналыр. Бындай китап һүҙҙәрен Асҡарҙың бер ваҡытта ла теленә алғаны булманы бит.

Ярһып йәшәне ул. Яҡындары аслыҡтан интеккәс – тамаҡ хәстәрләне, кешеләр араһында үҙ урынын яулау зарурлығы тыуғас – дан ҡаҙанды, мал-мөлкәт теүәлләр, ғаиләһен аҫырар өсөн емереп эшләне. Тик ғүмеренең бер миҙгелендә сәсәп туҡтаны, йәшәүенең мәғәнәһен юғалтты … һәм аҫҡа кире мәтәлләп осто…

Күңел бушлығы туҡтатты Асҡарҙы. Иман нуры йылытмаған булмышы юлдан яҙҙы, аҙашты, эскелек упҡынына ҡоланы.

Һуңғы инаныуы ла ялған ине. Егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫманы Асҡар ҡарт. Егерменсе быуатта ҡалды.

«Ҡар бөртөгө ирей керпек осонда,

Томан ҡайта ҡояш нурында.

Кешенең дә ғәзиз, ай, йәнкәйе,

Тилмереп тә көтә ғәжәп мөғжизә …», - уның табындарҙа күтәргән берҙән-бер йырының һүҙҙәре был.

…Эҙһеҙ юғалған Асҡар ҡарттың кәүҙәһен, яҙ етеп, ҡар әрселгәс, ауылдан алыҫ түгел яланда таптылар. Усына сүрә яҙылған ҡағыҙ киҫәген йомғайны ул.

 

 

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: