+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
6 Ноябрь 2021, 22:55

Малайҙар

Рәсүл Байгилдин Малайҙар Хикәйә Илназ алыҫ юлға сығыуҙарының сәбәбенә лә, атаһы һүҙҙәренең мә­ғә­нә­һе­нә лә аҙағынаса төшөнөп етә алмай әле. Атаһы әйләнгән һайын: «Ике айға ғына, йәме… Оҙаҡ түгел ул, Денис ағайың ял һайын килеп йөрөр. Яңы йыл­ға алып ҡайтырбыҙ», – тип ҡабатлай ғәйепле төҫ менән.

Малайҙар
Малайҙар

Рәсүл Байгилдин

Малайҙар

Хикәйә

Илназ алыҫ юлға сығыуҙарының сәбәбенә лә, атаһы һүҙҙәренең мә­ғә­нә­һе­нә лә аҙағынаса төшөнөп етә алмай әле. Атаһы әйләнгән һайын: «Ике айға ғына, йәме… Оҙаҡ түгел ул, Денис ағайың ял һайын килеп йөрөр. Яңы йыл­ға алып ҡайтырбыҙ», – тип ҡабатлай ғәйепле төҫ менән.

Әсәһе лә оҙатҡанда:

– Улым, оҙаҡҡа ебәрмәйбеҙ, һә тигәнсә үтә лә китә ул ике ай. Шыршы бай­ра­мына үҙем барып алырмын, – тине. Үҙе иланы нишләптер.

– Ярай, һуң, – тине Илназ, ғәҙәтенсә.

Ул ололарҙың өгөтөнә гел шулай ризалаша. Бигерәк йәлләгес күренәләр бын­дай саҡта, тиҙ генә күнмәй булдыра алмай шуға.

Әсәһе илағас, үҙенең дә күңеле тулғайны.

Тәүҙә самолетта остолар, шунан автобуста килделәр.

– Ана, Өфө күренде, – тине атаһы, алыҫтағы ҙур шаҡмаҡтарға, һерәйгән тор­баларға күрһәтеп.

«Өфө нимә була икән?» – Эстән генә һораны малай үҙенән. Шунан иҫенә төштө – балалар баҡсаһында: «Тау башында балҡый бер ҡала, ул ҡала Өфө тип атала» – тип йырлағайнылар. «Бейектә эленеп тора икән Өфө тигәндәре», – ҡар аҡлаған ер күк менән тоташҡан һымаҡ күренгәнгә Илназ шулай уйланы, тау башындағы ҡалаға бағып.

Бейек йорттар, киң урамдар, машинаның да, кешенең дә күплеге Илназды артыҡ әҫәрләндермәне. Телевизор ҡарап, донъяны арҡыры һәм буй гиҙеп иҫ белгән бала, күрәһең, ысынбарлыҡ менән «зәңгәр экран» араһында айырма күрмәй. Уға бит биш йәш тә тулмаған әлегә.

– Атай, ҡасан ашайбыҙ? – тип һораны Илназ, бергилке урам буйлап атлағас.

– Хәҙер, улым, – студент йылдарында йыш йөрөгән Ленин урамындағы ашханаға тоҫҡап алып китеп бара ине Рамаҙан Илназды.

– Ҡарале, атай, сәпит, – ҙур витринаға ҡуйылған төрлө велосипедтарға төртөп күрһәтте малай, ҡапыл туҡтап.

– Әйҙә, инеп ҡарайыҡ һуң, – тине атай кеше.

Алдында бит улына баш ҡаланы күрһәтеү, уның менән таныштырыу бурысы ла тора. Тәүге килеүе бәләкәсенең башҡорттоң төп ҡалаһына. Ҙурайғас һөйләп бирер уға – ҡасан, ни сәбәп менән тәүләп Өфөгә аяҡ баҫыуы тураһында. Үҙенә күрә, улының яңы башланып ҡына торған тормош юлында иҫтәлекле ваҡиға. Кем белә, бәлки, яҙмышында эҙһеҙ ҙә ҡалмаҫ ул.

Спорт тауарҙары магазиныныҡы ине Илназдың иғтибарын йәлеп иткән витрина.

Урамда мең туғыҙ йөҙ ҙә туҡһан дүртенсе йыл. Йәшәгән урындары район үҙә­ге булһа ла, магазиндарҙа әйбергә ҡытлыҡ. Баш ҡалала иһә сауҙа кәштәләре сағыштырмаса бай. Ана, велосипедтарҙың да ниндәйе генә юҡ...

Ауылдан килгән кешегә магазин кәштәләрен ҡарап йөрөү – үҙе бер ирмәк. Тик кеҫә яғы һай булғас, унан фәтүә юҡ. Рамаҙан, улын ҡулынан ысҡындырмай, оҙон залды бер ураны ла сығыуға ыңғайланы.

– Атай, туҡта, ҡайҙа бараһың? – Илназ атаһын ике ҡуллап тотто ла, аяғын терәп, кирегә һөйрәне. – Сәпитсе…

– Сәпиткә аҡса юҡ, улым, – ир малайына ипле генә өндәште.

– Сәпит ал, әтеү санатурыйыңа бармайым! – Илназдың сигенергә иҫәбе юҡ. Ма­газинды яңғыратып ҡысҡырҙы.

Ағаһы Илгиҙәр менән өс тәгәрмәсле велосипедтарын әллә ҡасан туҙҙырып, ботарлап ташланылар инде. Үткән йәйҙе ҡупшы сәпитендә елдергән күрше Фәнис дуҫының артынан йүгереп үткәрҙе. «Тимер ат» төштәренә инә хатта. Ә атаһы алдына үҙе килеп ятҡанды алмаҫҡа итә.

– Ярай, ярай. Тәүҙә ашап алайыҡ та шунан берәй нәмә уйларбыҙ... 

Илназ тағы күнде ололарҙың хәйләһенә. Бала бит хәҙер бер нәмәгә, күп тә үтмәй икенсе әйбергә ҡапыл ылығып китә, тәүгеһен шунан онотоп та ҡуя.

Тамаҡ ялғап алғас, автобусҡа ултырып, Черниковкалағы балалар өсөн пульмонология шифаханаһын эҙләп киттеләр. Илназ һыуыҡ тейеп йыш ауырығас, һау­лығын нығытырға путевка биргәйнеләр. «Бигерәк күп сирләй, улайға китһә, баҡсаға йөрөтөргә справка бирмәйем башҡа», – тип участка педиатры киҫәтеп тә алғайны.

Илназ шифаханала ике ай яңғыҙ ятып ҡайтырға тейеш. Баланы сит ҡулдарға тапшырырға мәжбүр булыуҙарын Рамаҙан менән ҡатыны Менәүәрә ауыр кисерҙе. Бигерәк йыш ауырый шул кесе улдары, үҙәктәренә үтте дауахана коридорҙарын тапауҙары. Бала ла уколдан, дарыуҙарҙан ныҡ йонсоно.

Шифаханала ихлас ҡаршы алдылар. Тейешле ҡағыҙҙарҙы йәһәт кенә тултырҙылар. Илназ артыҡ шөбһәләнмәй. Күрәһең, атаһының уны ошо таныш түгел йорт­та, сит апайҙар ҡарамағына, ят балалар араһына ҡалдырып китергә ултырыуы башына инеп тә сыҡмай. «Ике айға ғына… Ике айға ғына», – тип тыл­ҡыу­ҙарын үҙенә ҡағылмаған һымаҡ ҡабул итте, был хәбәр нисектер башҡа төрлө хәл ителергә тейеш кеүек ине уға. Нисек инде, атаһы әллә ҡайҙа алып килеп, әл­лә ниндәй кешеләргә биреп китһен! Була торған хәл түгел!

– Ярай, улым, санаторий ошо инде… Һин бында ҡалаһың, әйткәйнем бит, ә мин ҡайтам. Шулай… – тине лә атаһы, кәүҙәһен ауыр күтәреп, урынынан торҙо. Үҙе күҙҙәрен ситкә күсерҙе. Ят апай Илназды күтәреп алды.

Малай ныҡ аптыраны. Бер атаһына, бер ят апайға текләне. Шунан үҙен күтәргән ҡатынды ике йоҙроҡлап төйә башланы.

– Атай, мин ҡайтайым, алып ҡайт инде, пажалыста, – тип илап ебәрҙе.

Рамаҙан йәһәтләп сығыуға ыңғайланы. Ишек аша ла Илназдың ярһыған тауышын ишетте, балаһының өҙгөләнеүенә йөрәге һыҙланы, күҙҙәренә йәш төйөлдө. Кире әйләнеп, улын ят ҡулдарҙан йолоп алғыһы килде. Ҡаршы осраған кешеләрҙән йәшләнгән күҙҙәрен йәшереп байтаҡ атланы. Илназдың руссалап «Пажалыста» тиеүе ирмәк һымағыраҡ ишетелһә лә, улының шулай үҙе лә белеп ет­мәгән һүҙҙәр менән ялбарыуы күңелен тағы ла нығыраҡ әсетте.

Юлында осраған уйынсыҡтар магазинына аяҡтары үҙҙәре ыңғайланы. Рамаҙан ҡабалан аҙымдар менән кәштәләр рәте аша үтте лә, уйынсыҡ машиналар ҡуйылған урынға еткәс, күҙенә ташланған тәүге ҡапты тотоп кассаға ыңғайланы.

Хәҙер юлы кире – шифаханаға.

– Уйынсыҡ ҡына ҡалдырырға ине, – тине аҡ халатлы хеҙмәткәрҙең аптыраулы ҡарашына яуап итеп.

– Иҫкәрттем бит, хөрмәтле атай кеше, килеп, баланың психикаһын ҡаҡшатып йөрөмәҫкә, тип. Башҡа туғандарығыҙ килһә ярай, ә үҙегеҙ аяҡ баҫаһы булмағыҙ. Телефон аша хәлен белешеп тороғоҙ, – бая итәғәтле генә күренгән ханым үтә лә ҡырыҫ ине.

– Уйынсыҡ ҡына… Ҡалдырып ҡына китергә… – Рамаҙан ҡаушаны. Балаһына хоҡуғын да юғалтырға тора әллә?

– Ҡуйып тороғоҙ, үҙем бирермен.

– Илназ улым нисек?

– Ҡайғырмағыҙ, тынысланды. Бала тиҙ күнегә ул… Тик үҙегеҙ сабыр булығыҙ… Улығыҙ хаҡына…

***

Илназ арығансы иланы. Уны әрләмәнеләр ҙә, тыйманылар ҙа.

– Бәләкәс, ярай, бөттө-бөттө. Тыныслан, – тип ипле генә йыуатты кинолағыса һөй­ләшкән апай. Яңы урында бер ниндәй ҡурҡыныс та юҡ икәнен тойған малай яй­лап баҫылды. Үҙенән башҡа бында байтаҡ малай һәм ҡыҙҙарҙың һин дә мин йөрөп ятыуын абайлап алды.

Илназ кешеләрҙең өс төрлө һөйләшкәнен белә: өйҙәгесә, кинолағыса, юлыҡтағыса. Үҙе тәүгеһенсә генә һөйләшә белһә лә, башҡаларын да, юлыҡтағысаны ла аңлай. Ҡайһы бер һүҙҙәрен әйтә лә белә.

Шифаханала тик кинолағыса һөйләшәләр икән – иң тәүҙә шуға иғтибар итте ул. Малайҙарҙың ҙурыраҡтары ла, бәләкәсерәктәре лә бар. Ә ҡыҙҙар бер тигеҙ һымаҡ.

– Һинең йоҡлай торған карауатың ошо була. Быныһы – әйберҙәреңде һалыр өсөн тумбочка. Бына исемеңде яҙып ҡуйҙым, яңылышма, йәме, – Илназға урынын күрһәтте баянан бирле эргәһенән китмәгән апай. – Бар, уйнап ал малайҙар менән.

– Ладны, – тине Илназ.

Уға хәҙер кинолағыса һөйләшергә өйрәнергә кәрәк – ят урында, яңы кешеләр менән йәшәй башлағанда иң тәүҙә шул һөнәрҙе үҙләштерергә тейешлеген аңлап алғайны шул арала малай. Аңланы, тип әйтеү арттырыу, әлбиттә. Эске һиҙемләү, артабан тереклек итеү зарурлығы аңғартты сабыйға бынан кире үҙен нисек тотоу кәрәклеген.

Илназда әлегә уйын ҡайғыһы юҡ. Карауат эргәһенә ҡуйылған балалар ултырғысына сүгәләне лә ололарса уйға батты.

Һуңғы көндәрҙә булып үткән хәл–ваҡиғаларҙы, атаһының, әсәһенең һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Үҙен бында ҡалдырып китеүҙең сәбәбенә төшөнгөһө килде.

«Йыш ауырыйһың бит, дауаланырға кәрәк», – тип бер туҡтауһыҙ тылҡынылар өйҙә. Тик ул һүҙҙәр бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты. Үҙенә нығыраҡ төп­сөнөргә, барыһын да ныҡлап белеп алырға кәрәк булған. Ә ул мәшәүләнеп тик йөрөнө, уйынға һалышып.

Әллә ҡасандан бирле балнисҡа барғаны юҡ. Хәҙер ҙә ауырымай. Йүткермәй ҙә хатта. Әллә уны яратмаймы икән атаһы менән әсәһе? Шуға алдатып алып килеп ҡалдырып киттеме атаһы?

Юҡтыр. Гел һөйөп, иркәләп кенә йөрөттөләр. Илгиҙәр ағаһы ла, гел һуғышырға ҡулы ҡысытып торһа ла, урамда уны яҡлаша. Хәйер, Илназ үҙе лә бирешкәндәрҙән түгел – ҙур малай тип ҡарап тормай, йоҙроғон төйөп, йәберләүсеһенә ташланырға һәр саҡ әҙер.

Стена буйлап ҡына атлап, башҡа балалар уйнаған яҡҡа ыңғайланы. Йүгерәләр, сабышалар, әллә быларҙың өйө ошонда микән? Ҡайһылай күңелле уй­най­ҙар, ҡайғырмайҙар ҙа…

Ә уға күңелһеҙ. Тағы әсәһе менән атаһы, ағаһы иҫенә төштө, өйөнә ҡайтҡыһы килде. Эсендә – бушлыҡ. Бында йөрөгән кешеләр бөтәһе лә йәнһеҙ ҡурсаҡ кеүек. Яттар, һалҡындар, алыҫтар... Бер кем дә күрмәгәндә мөйөшкә генә боҫоп ултырып илағыһы килә Илназдың. Ниңә бында алып килделәр, нишләп атаһына нығыраҡ йәбешмәне? Кире ҡайтып китһәсе... Хәҙер атаһы менән тағы сталауай ашап алырҙар, шунан самолетта Аҡъярға осоп ҡайтып китерҙәр ине. Ә өйҙә – әсәһе, ағаһы! Их-х...

Ҡайтып алһамы, башҡа бер ваҡытта ла Өфөгә килмәйәсәк, өйҙә генә ултырасаҡ! Кәрәге юҡ уға баш ҡаланың! «Өфө, Өфө», – тип йырлаған булалар бит әле.

Кире карауаты янына барҙы ла ултырғысҡа ултырҙы. Күҙҙәрен һөрткөләп ал­ды. Арығайны. Кисерештәрҙән дә, юлдан да. Был ваҡытта йоҡларға ла күнеккән.

Ултырған ерендә ойоп киткән. Кемдер төрткәнгә уянып китте.

– Һин кем? – тип һораны үҙе шикелле малай.

– Ә... Нимә? – Йоҡо аралаш өйҙәгесә сыҡты һорауы.

– Бә-бә… Басурман мәллә? – Малай ауыҙын ҡыйшайтып мыҫҡыллы йылмайҙы.

– Нимә? – Илназ уға өндәшеүсене аңламаны.

– Басурман, басурман, – тип үсекләшә башланы тегенеһе.

– Ты сто, ах...л столи? – Илназ ултырған урынынан һикереп торҙо ла бок­сер­ҙар стойкаһына баҫты. Ул һуғышырға яҫҡынғанда малайҙар әйтә торған һүҙҙәрҙе нисек баҫырға, йоҙроҡтарҙы төйөп тоторға кәрәклеген белә – дошманын хәҙер иҙеп ташлаясаҡ.

Бая шәп ҡыланған малай албырғап ҡалды – был тиклемен, шундай ҡәтғи тәүәккәллекте көтмәгәйне, күрәһең.

– Мин Мунька, ә һин кем? – тип ярашырға ишара яһаны.

– Я – Илназ, – ул йоҡо аралаш ҡайҙа ултырғанын да, ҡайғыһы булыуын да иҫенән сығарғайны.

– Минең урыным – ошо, ә һинеке ҡайҙа? – Үҙен Мунька тип таныштырған малай бөтөнләй үҙгәрҙе.

– Быныһы минеке... Беҙҙең урын бергә лә баһа, – Илназ яңы танышының ихласлығына шулай уҡ ихлас яуап бирҙе.

Тыуған йортонан алыҫта, ят кешеләр араһында ҡалыуы иҫенә төшһә лә ниңәлер, баяғы шикелле үҙәк өҙҙөргөс юҡһыныу кисермәне. Эргәһендә үҙе ише теремек малайҙы күреп ирене.

Мунька – Мөнир менән дуҫлығы шулай башланды.

***

Мөнир менән дуҫлашып киткәс, Илназды алмаштырып ҡуйҙылармы ни! Тағы ике генә көн бойоғоп, уйсан йөрөнө лә, бер ни булмағандай, башҡа балаларға ҡушылып китте. Өйҙә ашаталар, кейендерәләр, йыуындыралар, йоҡларға һалалар, ҡолап китмәһен, өшөп ҡуймаһын, машина юлына сығып китмәһен, яман кешеләргә юлыҡмаһын, тип һәр аҙымын күҙәтеп торалар. Берәй ҡурҡыныс янай ҡалһа, шул мәлендә ярҙамға ташланырға әҙерҙәр. Бында башҡараҡ. Сыр-сыу килгән бер өйөр балаға – бер тәрбиәсе апай. Саҡ ҡына ауыҙыңды асып торһаң, төртөп йығып китәләр, әйбереңдән ҡолаҡ ҡағаһың, тамағыңды ур­таҡлашалар. Өҙлөкһөҙ көрәш һәм талаш-тартыш майҙаны ине балалар шифаханаһының һәр мөйөшө.

Арҡаһына ҡаты төрткәнгә Илназ йығылып китә яҙҙы, ләкин ҡоламаны. Был ни булды тип аптыраны тәүҙә. Кеше улайтып уйнамай ҙа баһа. Аҡъярҙа балалар баҡсаһында төртөшмәйҙәр улай. Етмәһә, арттан йәшенеп эттеләр. Әйләнеп ҡараны. Кәүҙәгә ҙурыраҡ малай телен күрһәтеп: «Бә-ә-ә», – тине лә йүгереп китте. Илназ, йоҙроҡ күрһәтергә лә онотоп, аптырап тороп ҡалды. Ашағанда компотын урланылар. Ҡалағы төшөп киткәс, өҫтәл аҫтына эйелгәйне, турайып ултырыуына компоты юҡ ине. Тағы аптыраны Илназ.

Атаһы алып килгән машина менән уйнап ултыра ине – Тамара Петровна, атайың алып килде, тине (ул апайҙарҙың исемдәрен дә белә хәҙер) – эргәһенә бер өйөр малай килеп баҫты.

– Һин минең машинамды урлағанһың, малайка, – тине кәүҙәгә ҙурырағы. Ил­наздың русса насар һөйләшеүенә ҡарап, «малайка» тине, күрәһең.

– Мая масина, – тип Илназ үҙенең мөлкәтен ҡурсалап алып ҡалырға әҙерләнде.

Машинаны бер ҡулы менән артына йәшерҙе, икенсеһен йоҙроҡҡа төйнәне.

– Минеке, әйт Вовка, – мәкерле план менән килгәйне былар.

– Эйе, һинеке, Толик, – тине лә Вовка башын эйҙе.

– Мая, – уйынсығын тоттороп ебәрергә Илназдың бер ҙә теләге юҡ.

Толик уға яҡыная башланы. Башҡалар ҙа артынан эйәрҙе. Көстәр нисбәте Илназ иҫәбенә түгел. Шулай ҙа ул көрәшһеҙ баш һалырға уйламай. Тигеҙ булмаған ике көстөң ҡаршы тороуы күпмегә һуҙылғандыр, бер мәл хәл ҡапыл үҙгәрҙе – Илназ менән Толиктың араһына Мөнир килеп баҫты.

– Ша, шалава, – тине ул булдыра алғанса уҫал итеп.

Яңы ғына Илназдың өҫтөнә менеп килгән малайҙарҙы алмаштырҙылармы ни – ғәйепле йылмайып, тырым–тырағай таралышып юҡ булдылар.

– Мунька, әллә волшебный һүҙ беләһеңме? – тип аптыраны Илназ.

– Старшактан өйрәндем. Ул шулай әйтһә, беҙ детдомда вис ҡасып бөтәбеҙ, – тине дуҫын ҡотҡарып алып ҡалыуына ҡыуанған Мөнир.

Мунька-Мөнир – балалар йортонан. Малай әсәһен дә, атаһын да белмәй, улар­ҙы күргәне лә юҡ. Уны бала табыу йортонда ҡалдырып киткәндәр. Биш йәше әллә ҡасан тулһа ла, кәүҙәгә Илназ самаһы ғына. Уның ҡарауы, теремек, телдәр, йылғыр. Уларҙы, бер төркөм детдом балаларын, шифаханаға бер ай элек алып килгәйнеләр. Тағы ла ике ай дауаланырға тейештәр.

***

Шундай текә дуҫы булғас, Илназды башҡаса туранан-тура йәберләргә теләүсе табылманы.

Тик әсәһе менән атаһы ҡуйынында һөйөлөп кенә үҫкән бала был стихияла үҙе аҙым һайын абынды. Йә кейеменә буталды, йә йыуына алмай ҡаңғырҙы. Йәһәт ҡыланырға, барыһына етешергә кәрәк – ул аҙапланғансы, башҡалар өлөштөң ҙурырағын эләктереп тә өлгөрә. Уйынсыҡтың – ватылғаны, ултырғыстың – тояҡһыҙы, икмәктең – ҡайырыһы, компоттың яртыһы эселгәне эләгә. Һәр саҡ эргәһендә Мөнир дуҫы булмаһа, ул бөтөнләй харап булыр ине.

– Мунька, мине шәп эшләргә өйрәт әле, йәме. Ыштанды ла кейеп булмай ҙа ҡуя, күлмәкте лә. – Холҡонда лидерлыҡ һыҙаттары ярылып ятҡан Илназ үҙенең әлеге хәле менән бер ҙә ҡәнәғәт түгел. Уға арттан түгел, алдан йөрөргә кәрәк!

– Һин үҙең кейемеңде вис сисеп ятаһың бит. Улай итмә. Күлдәгеңде сисмә, ә ыш­таныңдың балаҡтарын ултырғысҡа тигеҙләп һал. Йоҡлап торғас, бутамай ғына ике аяғыңды бер юлы тыҡ та ҡуй. Тиҙ кейенеп алһаң, теүәлиткә лә, йыуынырға ла алдан өлгөрәһең. Торорға әйтһәләр, һин ятаһың ҡыҙҙар шикелле һуҙылып. Тиҙ генә тор ҙа кит, – тип балалар йортондағы ҡағиҙәләрҙе өй­рәтте Мөнир.

Аҙна-ун көндән Илназ үҙен һыуҙағы балыҡтай иркен тоя башланы. Хәҙер ул балауыҙ һығып ултырған мәмәй малай түгел. Руссаны ла ярайһы ебәрә, бүре балаһылай һиҙгер – ҡайҙан, ниндәй ҡурҡыныс янағанын әллә ҡайҙан белеп тора. Малайҙарҙың атлап килеүенән, ҡарашынан, йылмайыуынан, уға табан ниндәй уй менән ыңғайлауҙарын алдан тойомлай. Ҡурҡыныс янағанын арҡаһы менән һиҙә хатта. Шуға уның өсөн көтөлмәгән хәлдәр һирәк хәҙер.

Үҙе белгәнсә, булдыра алғанса атай-әсәй терәгенән башҡа йәшәргә өйрәнде. Уларҙы иҫенән дә сығарғандай хатта. Үҙенә тереклек өсөн мыҫҡаллап киңлек яуланы. Бер мәл төндә уянып китте. Кемдер уға асыҡ итеп: «Әсәйең килгән, һине көтә», – тине.

Илназ йәһәтләп йоҡлап ятҡан еренән торҙо ла, кейенеп, төнгө няня ултырған ишек яғына китте. Тоноҡ яҡтылыҡта ла аҡ халатлы ҡатын асыҡ күренеп ултыра.

– Ҡайҙа юл тоттоң, бәләкәс? – тине ул аптырап, кейенеп алған баланы күргәс.

– Миңә әсәйем килгән, – Илназ шат тауыш менән яуапланы.

– Кем әйтте? – Няня аптырауға ҡалды.

– Белмәйем кем әйткәнен. Ишеттем... Апай тауышын...

– Төш күргәнһеңдер, бәләкәс...

– Әтеү әсәйем килмәгәнме ни? – Бала иларға етеште.

– Кил әле, ултыр яныма... Мына кәнфит... Ашап ал, – төнгө няня болоҡһоп уян­ған баланы нисек тә тынысландырырға тырышты. – Исемең кем?

– Илназ… Ә һин, апай, юлыҡтағыса һөйләшәһең...

– Миңә Нурия апай тип өндәш. Юлыҡтағыса һөйләшеү нисек була ул?

– Мына мин өйҙәгесә һөйләшәм, Тамара Петровна – кинолағыса, ә һин – юлыҡ­тағыса.

– Татарса, тип әйткең киләме?

– Белмәйем. Юлыҡта өләсәйем йәшәй. Ул өйҙәгесә һөйләшә, ә Альмира апай, Ғәбдерәүеф бажа, урамдағы малайҙар – юлыҡтағыса.

– Башҡортса, русса, татарса була инде. Һин минең менән башҡортса һөйләшеп ултыраһың, – няня малайҙың тел өлкәһендәге «төплө» белеменә ихлас көлөп алды.

– Әлләсе…

– Һинең бажаң да бармы ни?

– Б-а-а-а-р… Нишләп булмаһын тей… Атайымдыҡы, минеке, ағайымдыҡы… Ғәбдерәүеф, ней, бажа инде беҙҙең, – Илназ няня апайҙың шуны ла белмәүенә ғәжәпләнде, ә ҡатын өсөн тағы көлөп алырға сәбәп булды.

Төшөндә күренгән әсәһе, күңелен ҡуҙғытып, оҙаҡ ҡына иҫенән сыҡманы Илназдың.

– Мунька, минең әсәйем үлгәндер ул... Шулай уйлайым... Минең өйҙән китеү­мә миллион йыл үтте бит. Беҙ Өфөгә самалут менән осҡанда атайыма үҙенә дарыу алып ҡайтырға ҡушҡайны ул. Ауырығандыр ҙа үлгәндер... Кисә лә, килгән тиһәләр ҙә, килмәне, – карауаттары йәнәш булғас, башҡа баш терәшеп, йоҡоға китер алдынан улар төрлөсә һөйләшеп ята шулай.

– Белмәйем һуң... Әсәйең үлһә, детдомға алалар инде һине, – Мөнир үҙе белгәнсә теманы дауам итте.

– Атайым бар бит минең, шәт...

– Әсәй главней. Ул булмаһа сразы детдомға әпкитәләр! Мин беләм! Сашканың, Гуньканың, Машканың аталары бар – үҙҙәре детдомда...

– Юҡ, детдомға бармайым, өйөмә ҡайтам барыбер... Атайым килеп алам тине.

– Әсәйҙәр нисек була, Илназик? – Мөнирҙең тауышы тулҡынланыуҙан ҡалтырай биреп сыҡты.

– Әсәйһеҙ ҡыйын… Әсәй матур була… Йомша-а-аҡ ҡына, йылы-ы-ы ғына... Шунан – гел ярата... – Илназ мышнап шымып ҡалды. Ул тағы ла үҙен үкһеҙ яңғыҙ, ташланған бәхетһеҙ бала итеп тойҙо.

– Илназик, илама, – Мөнирҙең ҡатҡан күңеле лә йомшарғайны. – Ә мин әсәйемде гел көтәм. Килер ул... Илназик, килер микән?

– Бәлки, ул һине просто юғалтҡандыр? Табып алыр әле...

– Һинеке кеүек минең дә ағайым барҙыр, моғайын. Рәхәт булыр ине ағай менән икәүбеҙгә. Ә атай нисек була?

– Атай?.. Атай көслө була. Филде лә күтәрә ала. Ғәләмәт көслө була... Мине түбәгә тейгеҙгәнсә һикертә лә ҡуя... Шунан мыйығы була. Ошолай, – Илназ Чапайҙыҡынан да еллерәк мыйыҡ һыҙатын, ҡулын иркен ташлап, танауы аҫтынан йөрөтөп күрһәтте.

– Минең дә атайым бар микән? – Мөнирҙең тауышында өмөт сатҡылары са­лынды.

– Кешенең атаһы булырға тейеш, – малайҙар оҙаҡ тыныслана алманы.

 

***

Башҡа ваҡытта Мөнир Илназға яттан әкиәт һөйләй йә юрған аҫтына боҫоп, йыр йырлай.

Илназ тәүҙә тыңлай ғына торған булды. Шунан яйлап Мөнир артынан ҡабатлап, һүҙҙәрен отоп ала барҙы. Уйнағанда ла шыбырҙап ҡына ҡабатлап йөрөргә ғәҙәтләнде:

«Жили-были дед да баба. И была у них Курочка Ряба.

Снесла курочка яичко, да не простое – золотое.

Дед бил, бил – не разбил.

Баба била, била – не разбила.

А мышка прибежала, хвостиком махнула, яичко упало и разбилось.

Плачет дед, плачет баба. Курочка Ряба им говорит:

– Не плачь, дед, не плачь, баба: снесу вам новое яичко – не золотое, а простое!»

Пульмонология шифаханаһы булғас, ашау, йоҡлау, уйнауҙан тыш, балаларҙы төрлө һауыҡтырыу процедураларына йөрөтәләр, сыныҡтырыу күнекмәләре үткәрәләр. Көн режимы тығыҙ. Әйләнгән һайын «Төркөм, теҙелергә, биш ми­нуттан процедураға» тигән командалар яңғырап ҡына тора. Иртәнге ашты ашап, саҡ ҡына уйнап алғайнылар, сираттағы бойороҡ ишетелде.

– Илназ, бында кил, – тауыш ишетелер-ишетелмәҫ кенә ҡайҙандыр сыҡты. Мө­нир үҙе күренмәне.

– Мунька, һин ҡайҙа ул? – Илназ ғәжәпләнеп тирә-яғына ҡараны.

– Аҫта, аҫта тейем... Туңҡайып ҡара...

– Унда нимә эшләйһең ул? – Илназ, эйелеп, дуҫын карауат аҫтында саҡ байҡап алды.

– Кил бында... Апай күреп ҡуймаһын түлке...

Илназ шыпырт ҡына дуҫы янына сумды.

– Тауышланма, тик кенә ят, – тип бойорҙо Мөнир.

– Нишләп бында ятабыҙ? – Дуҫы өндәшмәҫкә бойорһа ла, Илназ түҙмәне, һор­ны.

– Тс-с-с, – Мөнир йоҙроғон күрһәтте хатта.

Бер мәл бүлмәлә һиллек урынлашты. Балалар процедураға сығып китеп бөттө.

– Дастали, процедура ла процедура, процедура ла процедура... Инде бер ҡайҙа ла бармайым, ошонда ҡасам да китәм. Икәүләп ҡасайыҡ, йәме, – Мөнирҙә балалар йорто ҡылығы өҫкә сыҡты, күрәһең. – Тәрбиәсе апайҙарҙы гел тыңларға ярамай. Ҡотора ла китә улар.

– Ололарҙы тыңларға кәрәк гел дә, Мунька...

– Юҡ, тыңламаҫҡа кәрәк...

– Әһә, бына ҡайҙа ҡасып яталар, суҡынмыштар, – малайҙар бигерәк бәхәскә би­релеп китеп, тәрбиәсенең бүлмәгә ингәнен дә абайламай ҡалған. – Тиҙ генә сы­ғығыҙ унан!

Мөнир тәрбиәсе апайҙарҙы уҡытып алыу өсөн көндө уңышһыҙ һайлаған бу­лып сыҡты. Варвара Николаевна – иң уҫал тәрбиәсе һәм бөгөн уның сменаһы ине. Ул малайҙарға язаны оҙаҡ һайлап торманы – бәләкәстәрҙең бызмырлағандарына ваҡытты әрәм итмәй, өҫтәренә ыштан-пальтоларын ике ынтылыуҙа үҙе кейҙерҙе лә, аяҡтарын иҙәнгә лә тейҙермәй, елкәләренән күтәреп, тышҡа сығарҙы һәм яңы яуған ҡар өйөмөнә баштары менән батырып-батырып алды.

– Сынығығыҙ нығыраҡ шулай, – тип ҡабатланы асыу менән.

Илназ да, Мөнир ҙә иламаны – үҙҙәре ғәйепле булғас ней.

Илназ ныҡ ҡурҡты. Мөнирҙең эргәһенә инеүенә үкенде, дуҫының уны яҙыҡ ҡы­лыҡҡа этәреүенә йәне көйҙө. Уның бер ғәйебе лә юҡ, ә язаһын берҙәй ала. Мөнирҙе йәлләне шунан. Атаһы ла, әсәһе лә юҡ, хәҙер апайҙар ҙа яратмаҫ инде уны, тип уйланы.

Уларҙы Варвара Николаевна елтерәтеп алып китеп барғанда күҙ ҡырыйы менән генә дуҫына ҡараны ла саҡ «пырх» итеп көлөп ебәрмәне. Мөнир бер ҙә бошонғанға, артыҡ бөтөрөнгән кешегә оҡшамағайны – телен күрһәтә, шунан ауыҙын бәлшәйтә, күҙҙәрен бер аҡайта, бер ҡыҫа.

***

Был хәл онотолоп та өлгөрмәне, малайҙар тағы ла Варвара Николаевнаның ҡулына барып ҡапты. Көндәрҙең береһендә Мөнир Илназға ҡағыҙ аҡса күрһәтте. Усына йомғайны уны.

– Сәлдерҙем... Гуляныҡын... Уға гел дә апаһы килә бит: һорап алғанын күрҙем, ҡай­ҙа һалғанын ҡарап торҙом аҙаҡ. Шунан сәлдерҙем, – тине бышылдап ҡына.

– Урлашырға ярамай бит, Мунька, – Илназ дуҫына аптырап текләне.

– Миңә кәрәк, детдомға ҡайтҡас, общакка аҡса һораясаҡ старшак, ҡайҙан ала­йым уға. Гел урлайым мин, – тине уныһы бер ни ҙә булмағандай.

Илназ Мөнирҙең ни турала һүҙ алып барыуын, әлбиттә, аңламаны. Күпме генә аңлатһаң да, барыбер төшөнә алмаҫ ине дуҫын баҫҡан хәстәрҙең айышына. Сөнки яҙмыш ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа осраштырған был ике бала бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған көнитмеш принциптарына, кеше-ара мөнәсәбәттәргә ҡоролған йәмғиәтебеҙҙең ике төрлө ҡатламы ағзалары бит. Уларҙың һәр кеме донъяға үҙ мөхите аша баға, танып белә, ҡылыҡ-фиғел үҙләштерә, шуларға таянып, тормошто үҙенсә ҡабул итә һәм йәшәү рәүешен ҡора.

Общакка аҡса индереү – Мөнир өсөн ауыр йөкләмә. Биш йәше тулғас башланды был михнәттәре. Киске аш ашағанда, тыуған көнө менән ҡотлап, сәйгә кәнфит менән печенье бирҙеләр. Мөнир ҡыуанды был татлы бүләккә. Шунда уҡ, өҫтәл артында, ашаны – ҡалдырһа, барыбер өлкәндәр тартып аласаҡ. Был дәресте ул әллә ҡасан үткән.

Ашап сығыуға уны малайҙар көтөп тора ине.

– Именинник, әйҙә, беҙҙең менән, – тине Рудик.

Мөнир уның старшак икәнен, нимә ҡылып йөрөгәнен белә. Тәүҙә ҡурҡты, былар ҡайҙа саҡыра икән тип, шунан, һуңғы ваҡытта бер ниндәй ҙә эш боҙмауын, бер кемде лә бинахаҡҡа йәберләмәүен иҫенә төшөрөп, тынысланды.

– Биш йәшең тулды, ҙур үҫтең, инде эштә ҡатнашырға кәрәк, пацан, – тип өҙөл­гән һүҙен дауам итте Рудик аулаҡ мөйөштә туҡталып. – Ай һайын общакка йөҙ һум аҡса бирергә тейешһең. Аңланыңмы?

Бәләкәстәрҙән башҡа бөтәһе лә түләгәнен белә Мөнир. Был бәләнең бынан ары үҙенең дә башына төшөүенә эсе бошто.

– Йөҙ һум күпме ул? – тип һораны йөктөң дәүмәлен белә була.

– Пүстәк – ун ҡап шырпы хаҡы ғына. Әлегә шулай. Бер йылдан тағы өҫтәлер. Нисек, хәлеңдән киләме? – старшак бик итәғәтле күренә бөгөн.

– Әллә... – Мөнир ауыр һуланы.

– Бик булмаһа, кәтлитеңде һатырһың. Миңә, мәҫәлән, – тағы йор күңеллек күрһәтте башлыҡ.

Тәүге иғәнәне Мөнир май байрамы хөрмәтенә таратылған әфлисун менән түләне. Ныҡ ашағыһы килһә лә, башҡа сараһы юҡ ине. Бынан ары татлы ризыҡтан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн аҡса урлау юлына баҫты. Кеше күрмәгәндә эленгән кейемдәрҙең кеҫәһенә ҡапыл–ҡапыл ҡулын тығып ала. Юҡ-юҡ та тинлектәргә булһа ла юлыға. Бер мәл тәрбиәсенең ҡарауһыҙ ҡалдырған халатынан ҡағыҙ аҡса сығарҙы хатта.

...Илназ дуҫына оҙаҡ текләп торҙо. Аяғындағы тәпишкәһенән алып башы осон­да тырпайып торған сәстәренә тиклем күҙҙән үткәрҙе. Нимә күрергә теләгәндер был һынамышлы ҡарашы менән – әйтеүе ауыр. Бәлки, Мөнир урынында башҡа берәү күренмәй микән күҙҙәренә, тип икеләнгәндер шул тороуында.

– Аҡсаны кире бирәйек Гуляға... Денис ағайым килһә, мин һиңә мең һум һорап алып бирәм, яраймы, Мунька. Ул бирә ул... Добрый ул. Мин һораһам гел бирә... Әтеү, бур, тип үсекләшһәләр, мин һинең менән нисек уйнайым... Кире бирәйек аҡсаны... – Илназ дуҫының бур булыуын теләмәй ине. Ундайҙарҙың насар кеше икәнен яҡшы белә.

– Илназик, һин дурак мәллә? Аҡсаны кире бирмәйҙәр инде... – Мөнир аптырауға ҡалды үҙ сиратында.

– Беҙ урынына һалайыҡ кире... Денис ағайым бирә ул мең һумды, – Илназ ныҡышыуын белде.

Байтаҡ һүҙ көрәштергәс, Мөнир ризалашты. Мең һум барыбер күберәк бит. Усына йомған аҡсаның хисабын белмәһә лә, мең һум тосораҡ, ҙурыраҡ, тип уйланы сабый аҡылы менән.

Бер кем дә күрмәгәндә аҡсаны урынына кире һалырға килеште малайҙар. Уларҙы ситтәрәк күҙәтеп торған Варвара Николаевнаны дуҫтар абайламаны.

Үҙҙәренсә бик һаҡ ҡыландылар. Тәрбиәсе апайҙың вайымһыҙ йөҙө лә шик тыуҙырманы – ул башҡалар менән мәшғүл. Мөнир ипләп кенә ҡулын Гуляның яҫтығы аҫтына тыҡты. Һәм, ҡото осоп, үҙен ауыр кәүҙәһе менән баҫҡан аҡ халатлы бәндәне танырға теләп, башын күтәрҙе. Илназ ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе:

– Беҙ урынына... урынына һалабыҙ... Алмайбыҙ... Пажалыста, Варвара Николаевна, – илап, Мөнирҙе баҫҡан тәрбиәсенең ҡулына барып йәбеште.

– Брыс, кит бынан! – Тәрбиәсе икенсе ҡулы менән Илназды этте. – Тотолдоңмо, бур?! Хәҙер мин һиңә күрһәтәм, кеше әйберенә нисек тейергә икәнен...

Варвара Николаевна Мөнирҙе йыуыныу бүлмәһенә һөйрәкләп алып инеп китте. Эстән бик һалды. Илназ, илап, уның артынан эйәрҙе. Тик ишектән үтә алманы.

– Варвара Николаевна, пажалыста, – малай ғәҙелһеҙлектән сыҙай алмай уры­нын­да тыпырсынды, бәләкәй ҡулдары менән ишекте төйҙө.

– Мә, ал дуҫыңды, – бер аҙ торғас, ишек ҡапыл асылып китте лә, Варвара Ни­колаевна башы, өҫтө һыуланған, илауҙан шешенгән Мөнирҙе Илназ яғына этәр­ҙе. – Һиңә лә кәрәк ине… Ух-х!

Мөнир Илназға әйләнеп тә ҡараманы. Башын эйеп, үҙенең карауаты яғына атланы.

– Мунька... Мунька, – Илназ дуҫы артынан эйәрҙе.

– Предатель, кит бынан... Из за тебя... – Мөнир Илназды ҡаты итеп этәреп ебәрҙе. – Башҡа һин миңә друг түгел... Предатель!

Илназ бөтөнләй миңрәүләнде. Варвара Николаевна бармаҡ янап ҡалды, Мөнир, дуҫ булмайым башҡа, тей. Ни булды? Ул бит яңылышлыҡты төҙәтергә генә теләгәйне. Хәҙер дуҫы ла юҡ, тәрбиәсеһе лә уға ҡаныға.

Бөтөнләй юғалған ҡиәфәттә ултырғысына сүгәләне. Ғәрлектән, ғәҙелһеҙлектән илауҙан башҡа сараны күрмәне. Һығылып оҙаҡ ултырҙы. Эргәһенә килеүсе булманы. Йоҡларға ваҡыт еткәс, шыпырт ҡына урынына барып ятты ла тағы ҡайғылы уйҙарға сумды: «Инде әсәһе лә, дуҫы ла юҡ. Атаһы ташлап ҡайтып китте. Ҡайҙа яҡты, йылы өйҙәре, шаян ағаһы? Япа-яңғыҙ! Уны бер кем дә яратмай... Бынан ары нисек йәшәр, кем менән һөйләшер, уйнар?..»

Илауҙан арыған, бәләкәс башына төшкән бәләнән албыраған бала күп тә үтмәй йоҡлап китте. Һаташып, ауыр йоҡланы. Төшөндә Мөнирҙе ҡурҡытып ҡысҡырып та алды.

***

Әгәр сабый, ололар шикелле, ауыр кисерештәрен күңелендә оҙаҡ һаҡлаһа, аҡылға зәғиф булып үҫер ине. Тиҙ онота, кисә булғанды бөгөнгөгә ысҡынмаҫлыҡ итеп бәйләп ҡуймай. Бала, ғәҙәттә, йоҡонан пакланып уяна һәм ҡыуанып яңы көнөн башлай. Илназ менән Мөнир ҙә, иртәнге мәшәҡәттәрен бөтөрөп, ашап алғас, бер ни булмағандай бергә уйнап алып китте. Дуҫлыҡтары ҡаҡшамағайны.

– Мең һум бирер микән Денис ағайың? – тип кенә бер тапҡыр һорап алды Мөнир уйын араһында.

– Бирә, нишләп бирмәһен, мына һиңә, – Илназ шикләнергә урын ҡал­дыр­маны.

Шифахана тормошо һәүетемсә дауам итте. Рәсәй Конституцияһы көнөнә концерт әҙерләү менән янып йөрөй ине был мәлдә тәрбиәселәр. Кем бейей, йырлай, шиғыр һөйләй белә – барыһын да һынап ҡарайҙар, сәхнәгә сығарырлыҡтарынан исемлек төҙөйҙәр.

– Һин нимә эшләй беләһең? – тип Илназдан да һоранылар.

– Йырлай беләм, – тине малай тәүәккәл генә.

Уны уртаға сығарып ҡуйҙылар ҙа йыр башлауын һоранылар. Илназ, ҡыйыу атлап, халыҡ алдына сығып баҫты. Шымып ҡалған балаларға, ололарға баҡты ла йыр башланы:

«Цыпленок жареный,

Цыпленок пареный –

Цыпленок тоже хочет жить!

Его поймали,

Арестовали,

Велели паспорт показать...»

– Туҡта, туҡта тейем! – тип яр һалып һөрәнләгән директорҙы ишетмәне лә тәүҙә хатта. Йырға бигерәк бирелеп киткәйне шул. – Туҡта, паразит малай!

Ярһыған директор урынынан килеп торғас ҡына аптырап туҡтаны Илназ.

– Кем өйрәтте һиңә был йырҙы? – тине үҙен ярһыуҙан саҡ тыйып торған хужа.

– Үҙем беләм, – Илназға уны махсус рәүештә бер кем дә өйрәтмәне, үҙе отоп алды Мөнирҙән. Шуға ышаныслы яуап бирҙе.

– Мостафин өйрәттеме? Әйт! – Мөнирҙең фамилияһы Мостафин икәнен Илназ белә, исемлек буйынса тикшергәндә бөтәһенекен дә әйтәләр. Ул үҙе – Байтирәков.

– Өйрәтмәне. Мунька йырланы, мин отоп алдым, – Илназ был юлы ла ялғанламаны.

– Концерт бөттө, таралышығыҙ, – директор уғата ныҡ көйһөҙләнде.

Малай, ғәжәпләнеп, аптырауға ҡалды. Ирмәк йыр, нишләп ул тиклем асыуланып ҡысҡырырға инде?

***

Директор тәрбиәселәрҙе ашығыс рәүештә биш минутлыҡ кәңәшмәгә йыйҙы.

– Байтирәков интеллигенттар ғаиләһенән. Әсәһе – баш бухгалтер, атаһы – төҙөлөштә мастер. Тәрбиәле, ҡәҙерле бала. Мостафинға эйәреп, тамам хулиган бу­лып китәсәк ошо ике ай эсендә. Режимды боҙоп тотолдолар, уғрылыҡта фашландылар. Инде блатной йыр һуҙа бәләкәй шайтан. Ата-әсәһе беҙгә рәхмәт әйтмәҫ. Министрлыҡҡа ялыу яҙып ебәрһәләр нисек булыр? Онотмайыҡ: ошо йылы урын арҡылы, ҡалъяны артыҡ мул һоғонмаһаҡ та, ярты йыллап аҡса күрмәгән башҡалар ише ҡоро макарон ашап ултырмайбыҙ. Бындағы балалар ҙа асыҡмай, беҙ ҙә өйҙә, ашъяулыҡ йәйеп, унда нимә ҡуйырға белмәй аптыранмайбыҙ. Шөкөр итеп кенә, йорттан яман һүҙ сығармай, эшләргә лә эшләргә һәммәбеҙгә. Байтирәков менән Мостафинды артабан бергә ҡалдырып булмай. Ниндәй тәҡдимдәр булыр был йәһәттән? – Хужа барыһына ла һөҙөп ҡарап сыҡты.

– Ваҡытынан алда ҡайтарып ебәрә алмайбыҙ инде. Төрлө төркөмдәргә айырырға кәрәк малайҙарҙы, – Варвара Николаевна һүҙгә килде, башҡаларҙан уҙҙырып.

– Илназ Мөниргә бигерәк ныҡ эҫенеп китте. Башҡаларҙы үҙһенмәй бигүк. Мөнир ҙә, уға ҡарап, яҡшыға үҙгәрә. Бәлки, малайҙарға тейергә кәрәкмәйҙер. Күберәк иғтибар бүлһәксе уларға, – Тамара Петровна, тәжрибәле, үҙ эшенә яуаплы ҡараған педагог булараҡ, хәлде тәрбиә эше аша төҙәтергә тәҡдим индерҙе.

– Мин һеҙҙе аңлайым, Тамара Петровна, тик бында бит мәктәп түгел. Балалар ике ай һайын алышынып тора. Мостафин, детдомына ҡайтһа, бындағы булған тәр­биәне шунда уҡ онотасаҡ. Байтирәков та үҙ ғаиләһендә тиҙ генә кире ипкә ултырыр. Беҙгә үҙебеҙҙе янъялдан, ялыуҙан ҡурсалап алып ҡалыу зарур. Коллективҡа өҫтәгеләрҙең иғтибары кәрәкмәй. Кәрәкмәй, эйе... Үҙ эшебеҙҙе беләбеҙ, еренә еткереп атҡарабыҙ. Нимәгә кемдеңдер килеп соҡоноп йөрөүе? Сүптәп сүмәлә өйөргә сәбәп бирмәйек. Шул ғына... Эйе, Варвара Николаевнаның тәҡдимен хуплайым. Малайҙарҙы төрлө төркөмдәргә айырырға кәрәк. Бөгөн үк Мос­тафинды «Г» корпусына урынлаштырығыҙ, – директор әмерен бирҙе лә, кәңәшмә тамам икәненә ишаралап, өҫтәлендәге ҡағыҙҙарҙы ҡараштыра башланы.

– Яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алһам әгәр...

– Юҡ, юҡ, Тамара Петровна, мәсьәлә хәл ителде... Ҡатмарлаштырмайыҡ уны... Кәрәге юҡ, – директор Тамара Петровнаға һүҙ әйтергә ирек бирмәне.

Варвара Николаевнаның тәҡдиме хупланғас, эште лә уға йөкмәттеләр.

Уныһы ҡушылған йомошто оҙаҡҡа һуҙып торманы. Шунда уҡ малайҙар йәшәгән осҡа үтте.

– Мостафин, әйберҙәреңде йый, икенсе корпусҡа күсәһең, – үҙе ҙур ихласлыҡ менән баланың монаятын төйнәргә кереште.

Нишләптер баштан өнәмәне ошо ике малайҙың айырылғыһыҙ дуҫ булыуын. Әллә үҙенең яңғыҙаҡ тормошоноң мөһөрөмө – иллә-мәгәр кеше араһындағы яҡынлыҡты үҙенән көлөү һымаҡ ҡабул итә ул. Күрә алмай башҡалар араһындағы дуҫлыҡты, шулай уҡ ир менән ҡатын татыулығын.

– Варвара Николаевна, Мунька ҡайҙа бара ул? – Илназ был хәлдән хафаға ҡалды.

– Унда ней эшең, марш бынан! – тип баланы ҡыуҙы тәрбиәсе.

– Мин дә, әтеү, барайым, – Илназ уҫал апайҙың һүҙҙәренә был юлы ыжламаны. Ҡурҡыуын дуҫының яҙмышы өсөн борсолоуы еңде.

– Директор ҡушты, уның һүҙе – закон! Беләһегеҙ бит. Бар, уйнап тор, Бай­ти­рәков, ҡамасаулама, – тип апай кеше йомшара төштө.

Күрәһең, Илназдың ныҡышмалылығы һағайтты уны. Үҙен иплерәк тоторға ишараланы. Малай тағы берәй ғауға сығарып ҡуймағайы тип уйланымы – әйтеүе ауыр.

– Мунька, бер ҡайҙа ла барма, яраймы… Ҡайҙа алып китәләр ул һине? – Баланың бер бәләкәй моҡсайлыҡ әйберен йыйнап та бөттөләр Илназ, был ни ғиллә булды, тип аптырап торған арала.

– Хушлашығыҙ ҙа тиҙерәк, минең ваҡытым юҡ, – Варвара Николаевна тағы ми­һырбанлыҡ күрһәтте.

– Мунька, һине ҡайҙа алып китәләр ул? – Илназ һорауын тағы шыбырҙап ҡабатланы.

– Белмәйем, – ҡаҙна йортонан башҡаны белмәгән, ололарҙың үҙенә ҡушылған эште барыбер ослап ҡуя торған ғәҙәте булыуына күнеккән Мөнир битараф һымаҡ ине.

– Кире киләһеңме?

– Белмәйем…

Варвара Николаевна Мөнирҙе етәкләп алды ла ишеккә ыңғайланы. Илназ арттарынан эйәрҙе. Мөнир башын баҫып атлай, Илназ бер-ике аҙым арттан бара. Тышҡы ишеккә еттеләр. Мөнир башын күтәрҙе лә артына әйләнеп ҡараны. Шуны ғына көткәндәй, Илназ дуҫына ташланды.

– Варвара Николаевна, Муньканы ҡалдырығыҙ, пажалыста, – тип ҡапыл ярһып илап ебәрҙе.

Мөнир тәрбиәсенең ҡулынан һыпырылып ысҡынды ла Илназға ташланды.

– Ах, паразиттар, ҡайһылай үҙҙәренә күрә түгелдәр! Байтирәков, марш бынан! – Малайҙарҙың елкәһенән эләктереп, береһен – бүлмә яғына, икенсеһен ин­де асылған тышҡы ишеккә этәрҙе.

Ярһыған Илназ сығып барған тәрбиәсе апайҙың аяғын ҡосаҡланы ла балтырына тештәрен батырҙы.

– Ай-й-й! – тип ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе уныһы.

Тауышҡа башҡа тәрбиәселәр килеп еткәйне. Тамара Петровна Илназды күтәреп алды, ҡосағына ҡыҫты:

– Тыныслан, бәләкәс, Мөнир икенсе корпусҡа ғына күсә. Шулай кәрәк. Күрешерһегеҙ әле.

***

Эшен ослап, кире әйләнеп ҡайтҡан Варвара Николаевна аяғын тешләгән Илназды тәрбиәселәр кабинетына алып инде. Ата-әсәле балаға ҡул күтәреү, ҡолағынан бороу ниәте юҡ унда. Аллам һаҡлаһын ундай яҙыҡ аҙымға барырға. Тик нотоҡ ҡына уҡыны:

– Мостафин һине боҙоҡлоҡҡа ғына өйрәтә. Унан ары булыу хәйерле. Инде лә эш боҙһаң, әсәйеңә телефондан шылтыратам, үҙе килеп күрһен малайы ҡайһылай насар яҡҡа үҙгәргәнен.

– Минең әсәйем үлмәгәнме ни? – Көтөлмәгән һорауы менән Варвара Николаевнаны аптырауға һалды Илназ.

– Нисек инде, үлмәгәнме? Ул тағы ни тигән һүҙ? Ҡайҙан алып ундай хәбәр һөйләйһең?..

– Ысын үлмәгәнме әсәйем? – Илназ күҙ алдында үҙгәрҙе.

Мәңге уҫал, гел әрләргә генә әҙер торған Варвара Николаевна уға ер йөҙөндәге иң һөйкөмлө кеше булып күренде. Бүлмә яҡтырып китте, уның һәр мөйөшөндә, түбәлә, люстралар осонда, иҙәндә лә хатта йондоҙҙар йымылдаған кеүек күренде малайға. Ул Варвара Николаевнаның башҡа бер һүҙен дә ишетмәне – ауыҙын йырып, йылмайып тик торҙо. Тәрбиәсе апай хәбәр һөйләмәй, ә моңло итеп йырлай тиерһең!

– Байтирәков, тием! Байтирәков! – Малай саҡ аңына килде.

Ҡайҙа барһа ла, кемде күрһә лә – барыһы ла башҡаса ине Илназға: бүлмәләр – яҡтыраҡ, кешеләр – матурыраҡ, ҡояш нурҙары – сағыуыраҡ һәм йылыраҡ, һулаған һауаһы – сафыраҡ, ҡуйы һәм татлыраҡ! Төшкө аш мәлендә бер ризыҡҡа ла үрелмәне, компотын ғына эсте. Уға хәҙер ашарға ла кәрәкмәй – ғүмерлеккә туҡ! Әсәһе үлмәгән бит, шулай булғас, ашап ултырмай инде.

– Ашамайһың барыбер, кәтлитеңде алайыммы? – Өҫтәл артында йәнәш ултырған малай өндәште.

– Ал һуң – тине Илназ, йылмайып.

– Пюреһен мин алайым әтеү. Алайыммы, Илназ? – Икенсе яғынан һоранылар.

– Ал шул…

Кискеһен ҡыуанысынан ҡуҙғыған Илназ йоҡоға китә алмай аҙапланды. Нурия апай үтте рәттәр араһынан, ул дежур икән бөгөн. Малай торҙо ла серҙәш апайы янына китте.

– Нурия апай, шыршы байрамына тиклем нисә көн ҡалды икән? – тип һораны, уйсанланып.

– Тиҙерәк Ҡыш бабай бүләге алғың киләме ни?

– Юҡ та. Әсәйем, шыршы байрамына үҙем килеп алам, тигәйне. Мин беләм хәҙер: әсәйем бит үлмәгән!..

– Бәй, бәләкәс, мин һине бер ҙә генә аңламайым. Ни тураһында һөйләйһең? – Илназ үҙенең яңылыш уйлап йөрөгәне, хәҙер сабырһыҙланып әсәһен көтөүе тураһында һөйләп бирҙе.

– Шыршы байрамына тиклем нисә көн ҡалды, апай? – һорауын тағы ҡабатлап ҡуйҙы хикәйәтенең аҙағында.

– И-и-и, балаҡай, ҡайһылай бөтөрөнөп йөрөгәнһең. Һөйләргә булған уйҙарыңды миңә, улайтып һыҙып ҡайғырып йөрөгәнсе... Ҡуйсы, балаһын ошолай зарыҡтырып, сит-яттарға ҡалдырып киткән кеше йөрәкһеҙҙер... Ике аҙна ғына ваҡыт ҡалды, балаҡай, шыршы байрамына.

– Күп буламы ул ике аҙна?

– Ун дүрт көн инде, – Нурия ханым малайҙың бармаҡтарында күрһәтте ун дүрт көндөң ни дәүмәлдә икәнен.

Илназ, урынына барып ятҡас, бармаҡтарын бер яҙып, бер ҡалған көндәрҙе үҙенсә хисаплап ятты ла, бәхетле йылмайып, йоҡлап китте.

***

Илназ хәҙер Мөнир менән саф һауала йөрөгәндә генә күрешә. Һөйләшеп хәбәрҙәре бөтмәй, мауығып уйнайҙар.

Илназ әсәһенең иҫән-һау булыуы тураһында дуҫына ике көн буйы бәйән итте. Моңһоуланған Мөнир уны бүлдермәй тыңланы. Башҡаларҙың үлгән әсәһе лә терелә, ә уныҡы килмәй ҙә ҡуя. Ҡайҙа йөрөй, нишләп килмәй икән?

– Мунька, мин придумал: әсәйемә әйтһәм, һине үҙебеҙгә ала ул. Эйе, нишләп алмаһын, ала! Добрая бит минең әсәйем. Илгиҙәр ағайым, һин, мин рәхәтләнеп беҙҙә йәшәрбеҙ, садикка йөрөрбөҙ, тышта уйнарбыҙ. Беҙҙә, өйөбөҙҙә, уйынсыҡтар кү-ү-ү-п – тау һымаҡ. Сәпит кенә юҡ. Атайым ала ул. Алам тине, – Илназ шулай уны үҙҙәренә алып ҡайтыу тураһында уйлағанын әйтте Мөниргә.

Дуҫы, нишләптер, иғтибарһыҙ тыңланы уны. Урынһыҙ шаярҙы, ҡар бәрҙе Илназға. Битенә тейгеҙҙе хатта.

– Мине ысынлап та алыр микән әсәйең? – Мөнирҙең тәүге һүҙе шул булды, дуҫтар икенсе көн күрешкәс.

– Ала, тинем дә баһа, – Илназ дуҫының үҙгәреүенә аптырай биреп яуапланы.

Мөнир, Илназдың һүҙҙәрен ҡолағы аша үткәргән һымаҡ ҡыланһа ла, ныҡ тулҡынланды. Дуҫы ғына әйтте бит, әсәһе түгел. Шуға ымһынғыһы килмәне.

Ундай бәхеткә ышанманы ла. Бәләкәс кенә йөрәгенә донъяның уға ҡарата бәғерһеҙ булыуын әллә ҡасан һеңдергән инде. Бынан ары ла үҙе белгәнсә генә даулар кешеләр араһында урынын, юл ярыр һикәлтәле тормош яланынан.

Тик, барыбер, әсәйле булғыһы килә уның. Йымылдаған бәләкәс кенә осҡон сатҡыһы күңеленә өмөт ойотҡоһон һалмай ҡалманы. Шуға һораны Илназдан, кисәге хәбәрҙе яңыртып.

Малайҙар оҙаҡ хәбәрләште яңы тормош тураһында. Тора-бара ниәттәренең һис шикһеҙ ғәмәлгә ашырына тамам ышандылар. Төрлөсә хыялланып ҡыялдылар.

Шифаханала дауаланыу ваҡыты тамамланыуға барған мәлдә ата-әсәләр балаларын килеп ала башланы. Һирәгәйгән төркөмдәрҙе бергә ҡуштылар. Яңы йыл алдынан хеҙмәткәрҙәр шулай үҙҙәренә эште кәметте. Илназ менән Мөнир бер нисә көнгә тағы йәнәш карауатта йоҡлап йөрөнө. Илназ йоҡларға ятҡан һайын, бармаҡтарын бөгөп, шыршы байрамына ҡалған көндәрҙе хисапланы. Тағы дүрт кенә бармағы ҡалды. Инде әсәһе лә оҙаҡламаҫ. Үҙенең дә сабырлығы сигенә етте. Мөнир ҙә бер хафаланып, бер татлы өмөт менән Илназдың бөгөлгән бармаҡтарының кәмей барғанын күҙәтте.

– Мостафин, йыйын, детдомдан алырға килделәр, – тинеләр ике генә бармаҡ бөгөлмәй ҡалған көндә.

Мөнир үрһәләнеп бер Илназға ҡараны, бер бойороҡ биргән апайға баҡты. Эйе, белә-күрә тороп, юҡҡа өмөтләнде шул. Ҡасан уға бәхеттең йылмайғаны бар? Гел шулай: яҡшы нәмә ауыҙ һыуын ҡоротҡансы ымһындыра ла юҡ була ла ҡуя. Өмөттәренең емешен татырға яҙғаны юҡ әле Мөниргә. Бәхетһеҙ ул шулай.

Илназ да ҡатып ҡалды. Үҙен дуҫы алдында ғәйепле тойҙо. Уны ышандырып бөткәйне бит. Хәҙер, ана, ҡорған бөтә пландары селпәрәмә килде. Мөнирҙең тағы әсәһе булмаясаҡ. Дуҫын үҙҙәренә алып ҡайтырға уйлауы тураһында үҙенсә әйтеп ҡараған булды ололарға. Тик уға йәлләп кенә ҡаранылар ҙа бының булыуы мөмкин түгеллеген аңлаттылар.

Бөтәһе лә дөрөҫ, бөтәһе лә уйланылған, тик ғәмәлдә, нишләптер, ярамай бу­лып сыға ла ҡуя. Ололар тормошто үҙҙәренсә шулай килбәтһеҙ итеп ҡорған, үҙҙәренә лә, балаларға ла ирәйеп йәшәргә ирек бирмәйҙәр. Уларҙың бөтә нәмәһе лә киреһенсә, кешегә ҡаршы. Килешеп торған һәм ҡарауға тейешле күренгән ябай ғына нәмәне лә, ярамай, ти ҙә ҡуялар. Ярамай – башҡа һүҙ белмәй улар!

Илназ да, Мөнир ҙә был юлы иламаны. Ысынбарлыҡты нисек бар шулай ҡабул иттеләр. Мөнир башын эйҙе лә әйберҙәрен йыйнарға кереште, ә Илназ ситтән ҡарап торҙо.

Бына Мөнирҙе ят апай сығыу яғына алып китте.

– Тамара Петровна, мин, мин подарок... Мунькаға... Тиҙерәк, сникерсымды бирегеҙ, Мунькаға подарок, – тип Илназ тәрбиәсегә ташланды, үрһәләнеп.

Балаларға туғандары алып килгән күстәнәстең бер өлөшөн тәрбиәселәр ғәҙәттә шкафҡа бикләй. Аҙаҡтан өлөшләп бирәләр. Илназға Динис ағаһы һуңғы тапҡыр ике «Сникерс» алып килгәйне. Береһен Мөнир менән бүлешеп аша­ны­лар, ә икенсеһен тәрбиәсе апай, күп була бер юлы, аҙаҡтан бирәм, тип йыйып ҡуйғайны. Тамара Петровнанан шуны һораны. Дуҫы менән бүләк биреп хушлаша алыуы ҡайғыһын йомшартты бер аҙ.

Туң тәҙрә быялаһының ҡырындағы иреү һыҙаттан ҡарап торҙо дуҫының урамға сыҡҡанын, уны автобусҡа ултыртҡандарын. Мөнир күрмәһә лә, ҡул болғаны уға Илназ.

***

Малайҙарҙың тормош юлы яңы һыҙатлана ғына. Алда әле күреү ҙә, зиһен менән айҡау ҙа мөмкин булмаған киләсәк ята. Йыл артынан йыл үтәсәк, ҡышты – яҙ, йәйҙе көҙ алмаштырасаҡ. Ни көтә Илназ менән Мөнирҙе ваҡыт ағышы ярҙарында, нисек ҡорор улар юғарынан бүләк ителгән берҙән-бер тормошто?

Был һорауҙарға яуап юҡ.

Башланып торған ғүмер юлында малайҙар, оло бер һынауҙы лайыҡлы үтеп, юғарыраҡ баҫҡысҡа үрләне, миңә ҡалһа. Илназ ҡаршыһына ҡуйылған се­те­рек­ле мәсьәләләрҙе үҙ алдына хәл итеү дәресенән имтихан тотто, ә Мөнир ысын дуҫлыҡты, тоғролоҡто, миһырбанлыҡты тойоп белеп, күңеленең бер мөйөшөнә һалып ҡуйҙы. Ҡыҫҡа ғына мәлгә осрашҡас, үҙ юлдарынан артабан атлап китте малайҙар.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: