+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
25 Октябрь 2021, 16:05

Көтөп алған туй

Баҡсала түтәлдәр йомшартып йөрөгән Гөлбаныу ханым ҡойма буйындағы  ҡарағат ҡыуаҡтары артында ят тауыш ишетте. Нимәлер мыштыр-мыштыр килә, мышнай. Әллә эт, әллә берәйһенең ҡуяны баҡсаға ингән. Шауламаҫҡа тырышып, ипләп кенә баҫып, тауыш сыҡҡан урынға йүнәлде.

Көтөп алған туй
Көтөп алған туй

Көтөп алған туй

хикәйә

Баҡсала түтәлдәр йомшартып йөрөгән Гөлбаныу ханым ҡойма буйындағы  ҡарағат ҡыуаҡтары артында ят тауыш ишетте. Нимәлер мыштыр-мыштыр килә, мышнай. Әллә эт, әллә берәйһенең ҡуяны баҡсаға ингән. Шауламаҫҡа тырышып, ипләп кенә баҫып, тауыш сыҡҡан урынға йүнәлде.

Һөйләшкән кеүектәр. Туҡтап тыңлап торҙо. “Басынды күтәрмә, әтеү төкөй. Сулай-сулай”, – бала кемгәлер күрһәтмәләр бирә. Һаҡ ҡына ҡыуаҡтың ботаҡтарын ҡайырҙы – дүрт-биш йәштәрҙәге ҡыҙ сабый баланы ҡойма аҫтындағы  соҡор аша был яҡҡа сығарып маташа. Күрәһең, юлды эттәр соҡоп эшләгән. 

– Ана сулай. Осонда ултылып толайыҡ. Молат һин тауысланма, ялаймы. Мына икмәк алдым. Әсәй әлләлгә онотҡас өйгә ҡайтылбыҙ, йәме, – ҡыҙсыҡ энекәшенең битенән дә һыйпай, арҡаһынан да һөйөп ала, ҡосаҡлаған да була. Сабый уға шундай ышаныс менән баҡҡан – алдында, донъяның ел-ямғырҙарынан һаҡларҙай, уның ҡурҡыныстарынан ҡурсаларҙай оло бер кеше, тиерһең.

Йәтешләп кенә ултырҙылар ҙа икмәк киҫәген бүлешеп ашарға керештеләр. Хәс тә ике януар балаһы – ышыҡта, бер кемдең дә күҙенә салынмай, бер-береһенә һыйынып ҡына боҫоп ултыралар йәндәрен һаҡлай була.

Гөлбаныу ханымдың күҙҙәре йәшләнде. “И-и-и, эскерһеҙ сабыйҡайҙар. Үҙҙәре белгәнсә йәшәү өсөн көрәшәләр”, – тип уйланы. Бик алыҫта ҡалған иҫтәлектәр күңелен семетеп алды, йөрәген юҡһыныу, оло юғалтыу тойғоһо быуҙы. Улар ҙа бит – биш бала – берен-бере ҡурсалап, аслыҡ-яланғаслыҡты еңеп сыҡтылар һуғыштан һуңғы ауырсылыҡ заманында.  

Балаларҙы күҙәтеп, байтаҡ ҡына торҙо. Уларҙы ҡурҡытмай ғына, нисек яндарына сығырға белмәй аптыранды.

– Зөһрә, – ҡыуаҡ аша ипле генә өндәште. – Ҡурҡма, был мин, Гөлбаныу инәйең, – ҡыҙыҡай, барыбер, ҡурҡты.

Күрәһең, һорамайынса был яҡҡа сыҡҡанға, хужаны күргәс, юғалып ҡалды.

– Беҙ уйнап ҡына ултылабыҙ, – тине аҡланып.

Йәнәһе, бер нәмәгә лә теймәнек, тиеүе ине. Йәһәтләп ҡустыһының ҡулынан тотоп алды. Күҙ ҡырыйы менән үҙҙәренең  яғына кире  сығыу урынын байҡаны. Сабый, апаһының ҡурҡыуын һиҙеп, иларға етеште, ирендәрен бүлтәйтте.

– Ултырығыҙ шул. Әрләмәйем мин һеҙҙе, – тине Гөлбаныу ханым яғымлы ғына. – Йәшенмәк уйнайһығыҙмы әллә? Боҫҡанһығыҙ.

– Уйнамайбыҙ, былай, – Зөһрә күҙҙәрен төшөрҙө. – Әсәййән ҡасып утылабыҙ.

– Нишләп улай?

– Мин Молатҡа һөт ҡойоп биләйем тигәнем, Фаяз белән Ҡаяз аҡайлал, саялып, эттеләл. Сынаяҡ төсөп ялылды. Сәлимә апай әлләне, әсәйгә әйтәм, тип. Беҙ ҡасып киттек. Фаяз белән Ҡаяз аҡайлал кәлтә башында йәшенәләл.  

– Әйҙә, өйгә инәйек. Сәй эсербеҙ кәнфит менән, – Гөлбаныу ханым сабыйға үрелде, күтәреп алмаҡ булып.

– Билмәйем, – бәләкәй генә, сибек кенә балала ҡайҙан ул тиклем көс тиерһең – Зөһрә, йылп итеп аяҡ өҫтө баҫты ла, Морат ҡустыһын күтәреп алып, ҡойма аҫтындағы соҡорға, үҙҙәренең ихаталарына сығыу яғына, шылыша башланы. Ҡулындағы бәләкәс, апаһына сытырман йәбешеп, ҡурҡыу менән үҙенә ынтылған кешегә баҡты.

– Алмайы мин Моратты. Алмайым, – Гөлбаныу ханым үҙе артҡа сигенергә мәжбүр булды. Балалар эт йөрөгән юлдан шыуышып үҙҙәренең яғына сығып китте.  

Күпмелер ваҡыт үткәс, күршеләре ихатаһында шау-шыу ишетелде:

– Ошо Зөһрәне, баланы харап итә инде. Артынан һөйрәкләп ала ла йөрөй. Мына хәҙер, – күрәһең әсә ҡыҙына сәпәп алды. Илау тауышы ишетелде.

Гөлбаныу ханымдың ут күршеһе – күп балалы йәш ғаилә. Ҡунаҡҡа йөрөшөп, яҡындан уҡ ҡатышмаһалар ҙа, йомошҡа бер-береһенә инәләр. Ауылда шунһыҙ мөмкин дә түгел. Әле биш балаһы бар Айгөлдөң, алтынсыһына ауырлы. Бер-бер артлы бәпәйләгәс, эшләмәй. Хәйер, ауылда эш тә юҡ. Аҡсаны ире таба – ул Себергә вахтаға йөрөй.

Гөлбаныу ханым, сәбәп табып, күршеләренең хәлен белеп сығырға булды.

Үҙе байтаҡ ултырып киткән ҡыҙы менән генә йәшәй. Ире ҡапыл үлеп киткәс, кеше араһына артыҡ сығып та йөрөмәй, өйҙә көңгөр-ҡаңғыр үҙ яйына йөрөп тик ята. Ҡыҙын эшкә оҙата ла, көнө буйы яңғыҙы. Әле бәләкәс балаларҙы күргәс, уларҙың донъяһының остоҡ ҡына бер миҙгеленә ҡағылғас, нишләптер күңеле болоҡһоп ҡуйҙы. Нимәнәндер мәхрүм булып йәшәгән кеүек тойоҙо үҙен. Ҡойма аша ғына мәж килеп йөрөгән сабыйҙарға быға тиклем нишләп иғтибар итмәүенә аптыраны. 

– Айгөл, байтаҡ әйберҙәрем йыйылып киткән икән, кәрәге тейер күмәк ғаиләгә ни, – тине, күршеләренә ингәс, ҙур ғына төйөнсәген ҡайҙа ҡуйырға белмәй тирә-яғына ҡаранып.

Өй эсе бигерәк ҡотһоҙ күренде уға. Бер генә әйбер ҙә үҙ урынында түгел. Телевизорҙы хатта түбәгә еткереп тигәндәй йәтешләр беркетеп ҡуйғандар.   

– Үтегеҙ, үтегеҙ, Гөлбаныу апай. Былай беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, Аллаға шөкөр… Балалар өйҙөң аҫтын өҫкә килтерә лә ҡуялар шул, – хужабикә, ҡунаҡтың һораулы ҡарашынан оялып, иҙәндә аунап ятҡан уйынсыҡтарҙы, кеймем-һалымды, тағы әллә ниндәй әйберҙәрҙе йыя башланы. – Балалар артынан йыйыштыр, тип гел тылҡыйым һиңә, – ун йәштәр тирәһендәге өлкән ҡыҙы Сәлимәгә сәпәп тә алды.

– Зарары юҡ, һылыу. Балалы өй күрмәгәнменме әллә… Кил әле миңә, – баҡсала уны ятһынған бәләкәскә ынтылды.  

Зөһрә йәһәтләп Морат ҡустыһының эргәһенә килеп тә баҫты, уның ҡулын  үҙенең усына йомдо. Үҙе әсәһенә һораулы ҡараш  ташланы: ҡурҡыныс янамаймы күрше инәйҙән, йәнәһе.

– Балалар ятһырай, – тигән булды Айгөл.

Быға тиклем күршеһе Гөлбаныу апай йомошҡа килһә лә өйгә ингәне булманы. Тәҙрә аша уны тышҡа саҡырып ала ине, ғәҙәттә. Әле бер сәбәпһеҙ  килеп ингән, әйберҙәр килтергән. Айгөлгә сәйер күренде был хәл. Аптырағанданмы, ғүмерҙә ҡыланмағанын – ҡыҙына ҡул тейгеҙҙе бер сәбәпһеҙ, ҡөһөрөн төшөрҙө. Әллә нишләп һуҡты ла ҡуйҙы тик торған балаға, үҙе лә һиҙмәй ҡалды.

– Һуғасы, әстер, буштан-бушҡа, – тип уныһы үсегеп илап ебәрҙе көтөлмәгән ҡунаҡтары сығып киткәс.

– Эште белеп эшлә, ҙурһың инде. Ярай, илама буштан-юҡҡа, онотолғас, – тине аҡланып.

Ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө, Моратын күтәреп алды, икенсе ҡулы менән Зөһрәһен үҙенә ҡыҫты. Әсәләренең күңеле болоҡһоп китеүен һиҙепме, тиктормаҫ игеҙәктәр ҙә – Фаяз менән Ғаяз да – шымып  ҡалды, барып әсәләрен ҡосаҡлап алдылар.

Күршеһе индергән төргәкте асҡыһы килмәне нишләптер Айгөлдөң: “Тишерҙәй булып балаларға текләп торҙосо, сихырлап индерҙеме икән әллә. Бәләһенән баш аяҡ”, – тип соландың мөйөшөнә сығарып һалды уны.

Гөлбаныу ханым үҙен артыҡ тойҙо был йортта. Нишләптер балалар ҙа, әсәләре лә һағайып ҡаршыланылар, килтергән әйберҙәренә лә ымһынманылар. Бигерәк ҡырағайҙар шул. Хәйер, хәҙерге заманда сепрәк-сапраҡ менән кешене әүрәтереүе ҡыйын – осһоҙ ҡытай тауары магазиндарҙа ла, кибиттәрҙә лә, ҡулдан һатыусыларҙа ла тулып ята.

 Күршеһе менән һүҙҙәре берекмәгәс, оҙаҡлап ултырманы, тиҙерәк сығыу яғын ҡараны:

– Ҡыҙым эштән ҡайтырға тейеш төшкө ашҡа, сәй ҡайната һалайым, – тине, сәбәп табып.  

Бала һағынған икән – шуны аңланы. Шуға ингеһе килгән күршеләренә. Ә улары, үҙәренең тар донъяларына мөккибән киткән мәжнүндәр, тарһынды, танһыҡ сабый еҫен татырға, баланы һөйөргә лә бирмәне.

Хоҙай уларға бер генә ҡыҙ бирҙе. Табиптар, икегеҙ ҙә һау-сәләмәтһегеҙ, тинеләр. Урындағылар ҙа, өфөнөкөләр ҙә. Вологоградҡа билдәле  клиникаға ла барҙылар – әйткән һүҙҙәре шул уҡ булды. Сихыр ҙа, им-том да ярҙам итмәне. Күрәһең, Аллаһы Тәғәлә бирергә теләмәне баланы бүтән.

Наҙлап, ел-ямғыр тейгеҙмәй үҫтерҙеләр Гүзәлиәләрен. Мохтажлыҡ күрмәне, теләгән ризығын ашаны, гел матурҙан кейенеп йөрөнө. Бағыулы бала иптәштәре араһында айырылып торҙо.  Күңеленә лә матур орлоҡтар һала алғандарҙыр – итәғәтле, тәртипле ҡыҙ булып буй еткерҙе берҙән-бер балалары. Уҡып алды, аҙып-туҙып, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтереп йөрөмәне. Хәҙер белеме лә, абруйлы эше лә бар – силсәүиттә ауыл башлығының ярҙамсыһы. Тик, шуныһы әсәнең күңелен ҡыра: йәше үтеп бара, кейәүгә сыҡмаған.

– Мынау бисәне, бәпкәләрен эйәрткән өйрәкме ни, ҡалайтып китеп бара… Хәҙерге заманда күрә-баға туплы әтәғәрәм ярлы үрсетеп. Ауыры тағы бар үҙенең…Балнисҡа юл белмәйме икән әллә, бисура, – Айгөлдөң, биш балаһын эйәртеп, өйҙәре тапҡырынан үтеп барыуын күҙәтеп торған Гөлбаныу ханым шулай һөйләнде.

- Әсәй, көнләшәһең буғай. Һүҙҙәрең – бер, күҙҙәрең – икенсе, – тине Гүзәлиә.

– Көнләшәм шул… Бәпес табып бирмәгәс үҙең…

– Бәпесте табырға кейәү юҡ та баһа…

– Кейәү үҙе килеп инмәҫ инде өйгә…

– Юҡтар бит ауылда.

– Рәмил, Рөстәм, Илһам…

– Эскесе, ялҡау, ҡарт ишәк…

– Улай булғас икәүләшеп ғүмерҙе заяға үткәреп ултырабыҙ инде.

– Дитдумдан алайыҡ берәй йәтимде.

– Эйе, кеше балаһын, үҙең түлһеҙ булһаң бер хәл.

– Белмәйем, улай булғас…

– Тап… Үҙең!

– Ирһеҙме?!.. Итәгемдә алып ҡайтайыммы?

– Улай тимәйем дә баһа… – Әсә менән ҡыҙ араһында был һөйләшеү Гөлбаныу ханым күршеләренә инеп сыҡҡандан һүң икенсе көнөнә булды.

– Ҡара әлә, ҡыҙым, былар, күршеләрҙе әйтәм, аталарын ҡаршыларға барғандар икән. Ҡайһылай шатлана балалары… Ҡултыҡлашып алғандар үҙҙәре… – Өләсәй булырға хыялланған ханым урамдан үтеп барыусыларға күҙе ҡыҙып ҡарап ҡалды. Тойғоларын йәшермәне был юлы. Гүзәлиә иһә өндәшмәне.

Аҙна-ун көн үткәндер:

– Әсәй, таптым!... – Гүзәлиә өйгә атылып килеп инде.

– Ә?.. Нимә таптың? – Әсәһе һиҫкәнеп китте, аптырап ҡыҙына текләне.

– Кейәү!..

– Нимә?

– Кейәү…

– Ҡайҙа? – Ошо ябай һүҙҙәр аша әсә менән ҡыҙ үҙҙәре өсөн иң мөһим темаға ҡағылышлы мәғлүмәтте еткерҙе бер-береһенә.

Ҡыҙы кейәү тапҡан, әсәһе уны тиҙерәк күргеһе килә.

– Ҡайҙа, тип ни. Ошонда, ауылда, – Гүзәлиә ултырғысҡа ултырҙы ла башын эйҙе.

– Кем ул? – Әсәһе янына сүгәләне.

– Рөстәм…

– Ялҡаумы?

– Ялҡау түгел икән ул, ә особый, имеш. Силсәүит эше менән өйҙәренә барғайным, иҫем китеп сыҡтым – вис, булған нәмәһен ағастан семәрләп эшләп бөткән. Вәт, дә-ә-ә. Үҙенең ҡоймалары вайран килеп ҡыйралып ята. Художниктар шулай булалыр инде, – Гүзәлиә уйсан ҡарашын әсәһенә төбәне.   

– Ҡулы оҫта уның, бөтә ауыл белә. Итәғәтле лә үҙе, – Гөлбаныу ханым һаумал ҡымыҙға ҡур өҫтәне.

– Күҙҙәре яғымлы ишшу…

– Яусы ебәрәйек!

– Ә?

– Яусы-ы-ы… – әсәһенә был һүҙҙең мәғәнәһе яңы барып етте шикелле, икеләнеп кенә саҡ һуҙып ҡуйҙы аҙағын.

– Нимә? – оҙаҡ ултырып киткән ҡарт ҡыҙ менән өләсәй булғыһы килгән ханым бер-береһенә текләнеләр ҙә, туҡтай алмай көлә башланылар. “Ха-ха-ха… Хи-хи-хи…  Хо-хо-хо…”, – был ауаз байтаҡ яңғырап торҙо өй эсендә.    

– Яусы-ы-ы… Ха-ха-ха…

– Яусы-ы-ы… Хо-хо-хо… – күңелдәре булғансы, илағансы көлдөләр.

– Ҡарале, ҡыҙым, йола ла беҙгә ҡаршы булып тора. Яусының килгәнен беҙ көтөп ултырырға тейешбеҙ ҙә баһа. Ә килмәй ҡуйһасы? Әмәлен табырға кәрәк, – Гөлбаныу ханымдың инде лә ҡул ҡаушырып ултырырға иҫәбе юҡ ине.

Ҡыҙы ауыҙынан йылы һүҙ сыҡҡанда, ҡыҙыулатырға булды эште. 

Ул иртәгеһенә үк ауылда димсе исемен йөрөткән Мәхмүзә ҡарсыҡҡа юлланды. Мул итеп күстәнәстәр алды. Бер самауыр сәйҙе эсеп бөтөүгә улар алда торған яуаплы һәм сауаплы ғәмәлдең бөтә нескәлектәрен тикшереп, аныҡ ҡарарға килгәйнеләр инде.

Гүзәлиә менән Рөстәмдең туйы өс айҙан һуң гөрләп үтте. Гөлбаныу ханым туйға күршеһе Айгөл менән уның иптәшен дә саҡырҙы – никахтың түлле булыуын теләне.

2014 йыл, ноябрь.

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: