+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
6 Октябрь 2021, 09:55

Ҡыңғырау сыңы тарта беҙҙе

Хикәйә Миңә быйыл ҡала мәғарифы бүлеге исеменән һуңғы ҡыңғырау тантанаһы айҡанлы гимназия-интернат уҡыусыларын, уларҙың уҡытыусыларын һәм ата-әсәләрен тәбрикләргә насип булды. Матур байрам ойошторҙолар. Тәрән мәғәнә һалып.

Ҡыңғырау сыңы тарта беҙҙе
Ҡыңғырау сыңы тарта беҙҙе

Хикәйә

Миңә быйыл ҡала мәғарифы бүлеге исеменән һуңғы ҡыңғырау тантанаһы айҡанлы гимназия-интернат уҡыусыларын, уларҙың уҡытыусыларын һәм ата-әсәләрен тәбрикләргә насип булды.

Матур байрам ойошторҙолар. Тәрән мәғәнә һалып.

Сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренең ҡырҡ йылдан һуң буласаҡ осрашыуҙарын сәхнәләштереп күрһәтте.

- Бына минең интернатым - ғүмеремдең иң матур миҙгелен кисергән ғәзиз урындарҙың береһе. Беҙ ҡулай, бөхтә мәктәптә уҡырға, матур йыһазландырылған ятаҡта йәшәргә хыялланғайныҡ, афарин, төҙөп ултыртҡандар күҙҙең яуын алып торған яңы бинаны. Атаҡ-атаҡ, һин кем? Бер ҙә танымайым, - күренеште башлап ебәргән егет тирә-йүнгә һоҡланып бағып торҙо ла, ҡаршыһына килгән инсанға өндәште.

- Танымайһыңмы ни? Мин - Харис! Йырларға яратҡан Харис.

- Ә-ә-ә, дуҫ, һин икән, сырамытмай торамсы...

- Мин әле лә йырсы, тик һөнәрем башҡа. Атаҡлы нефтсе, ҙур етәксемен. Ә йыр тормошомдо биҙәп, алға барырға, бейеклектәр яуларға көс бирә.

- Маҡтаныштан киткәс, алдыңда элекке Яныбай - Янбай түгел, ә иптәш генерал баҫып тора, - яурындарынан күренмәгән сүпте ҡаҡҡандай ҡулдарын йөрөтөп ала Яныбай. - Ҡарале, Ислам түгелме был яҡҡа ыңғайлаған әҙәм?

- Үҙе, тап үҙе! - һабаҡташтар ҡосаҡлаша, ҡыуаныстарының сиге юҡ.

- Һин кем, Ислам, был тормошта?

- Профессор, медицина фәндәре докторы!..

Синыфташтар ҡоро киңәйә, ҙурая бара. Барыһы ла шат, барыһы ла бәхетле. Был тормошта үҙ урындарын табып, ҡолас ташлап кинәнеп йәшәйҙәр улар:

Борсолмағыҙ, тапшырырбыҙ

Заман ҡуйған һынауҙарҙы.

Тормошҡа беҙ ашырырбыҙ

Уйҙарҙағы хыялдарҙы,- музыка аппараты колонкаһынан йыр ағыла.

Моңһоу ҙа, үҙәккә үтерлек һағышлы ла ул. Шул уҡ ваҡытта, йәш йөрәктәрҙе елкендереп, алға, алыҫтағы серле һәм барып етеү мөмкин булмаған офоҡҡа, оло эштәргә  әйҙәй, дәртләндерә… 

Был йырҙы ишеткән кеше бер нисек тә битараф хәләттә ҡала алмай - юҡ, битараф ҡалыу мөмкин түгел! Йөрәге семетеп ала уның, күңеле һулҡылдай башлай, бар булмышы иҫтәлектәргә сорнала - уның да тормошонда ошондай ҡабатланмаҫ гүзәл мәл булғайны ла баһа!  Ҡайҙарҙа ҡалды ул?

Эх-х-х…

Йыр үҙе тос романға торошло. Һәр һүҙе, һәр интонацияһы - гүйә романдың тотошлай бер бүлеге:

Һау бул инде, туған мәктәп,

Күрешкәнгә тиклем, дуҫтар.

Таралабыҙ төрлө яҡҡа,

Ҡанат ҡағып осар ҡоштай, - тик туң йөрәктәр генә был әһәңле юлдарҙан хистәр даръяһына суммайҙыр.

Ижад ителгәндән бирле йыл һайын сағыу май айы аҙағында мәктәп балаларын, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм байрамдың осраҡлы шаһиттарын тетрәндерергә дусар иткән был йырҙың авторы Зөһрә Фәйзуллина менән уны башҡарыусы Алһыу Бәхтиева, һис шикһеҙ, оло баһаға лайыҡтар. Бәлки, дәүләт премияһыналыр хатта!

Мин дә интернат-мәктәптә ҡанат нығытып үҙ аллы тормош юлына сыҡҡан ҡошсоҡ. Мәктәпте тамамлауға утыҙ туғыҙ йыл тулыу айҡанлы беҙ былтыр йыйылғайныҡ.

Тик беҙҙең тулышҡан хистәргә сыҙай алмай ашҡынып талпынырлыҡ, маһайып күкрәк һуғырлыҡ рәтебеҙ самалы ине. Тағы ла осрашыуыбыҙға, иҫәнлектә күрешеүебеҙгә ҡыуандыҡ, әлбиттә. Күрешеү, хәл белешеү - ул бит сауаплы ғәмәлдәр.

Иң юғары күтәрелгән класташыбыҙ ауыл Советы башлығы. Унан ҡала - мәктәп директорына үрләне алмаштырғыһыҙ комсоргыбыҙ. Арабыҙҙа уҡығандар: инженерҙар, табиптар, уҡытыусылар, финансистар бар. Нишләптер, хужа булып ултырғандар ғына юҡ. Мин үҙем иһә мәғариф бүлеге инспекторынан ары күтәрелә алманым. Тәтемәне беҙгә түрәлек. Уҡығандар фәнгә лә ылыҡманы, китап та яҙманы. Әллә шулай төшөп ҡалған быуын булдыҡ инде?

- Бигерәк дөрөҫ тәрбиәләнгәнбеҙ, намыҫсанбыҙ, ғорурбыҙ, шуға күтәрелмәнек. Тырышып эшләйем, тәртип боҙмайым. Сирек быуат тир түгеп, райондың маҡтау ҡағыҙына быйыл тәүгә саҡ лайыҡ булдым, - тип һөйләп ултырғайны инженер Хөсәйен һабаҡташ осрашыу мәжлесендә әллә зарланғандай, әллә ғорурланғандай.

- Эйе, эйе, шулай, - һәр яҡтан уны ҡеүәтләгән ауаздар ишетелде.

Бер бөйөк әһел әйткән ти бит: “Аллаға шөкөр, власть тарафынан маҡталманым, түрәләр ҡулынан наградалар алманым. Намыҫым таҙа”, - тип. Тик, беҙҙең был тиклем лайыҡлы ғүмер кисереүебеҙҙе кем иғтибарға алыр һәм баһалар икән?

Хәйер, кәрәкме ул баһа? Һәр кемдең - үҙ тормошо, ғәмәл дәфтәре. Ваҡыты еткәс,  яуапты ла һәр кемгә үҙенә генә тоторға. Фанилыҡта алған маҡтау ҡағыҙҙарын унда ҡабул итмәйҙәр.

Баштараҡ осрашыуға ла барыбыҙ йыйыла инек. Йылдар үтә торҙо, арабыҙ һирәгәйә барҙы. Егерме, егерме биш, утыҙ йылдан һуң балалыҡ иптәштәрен күрергә тип мәктәбебеҙгә класташтарымдың яртыһы, унан да аҙырағы килер булды. “Әйҙә, интеллигенттар йыйылышып маҡтанышһындар үҙҙәре, беҙгә - ябай работягаларға - улар араһында урын юҡ”, - тип әйткән, имеш, бала саҡ дуҫтарыбыҙҙың береһе саҡырыуҙан баш тартып.

***

 Әйләнәбеҙ парланышып -

Баласаҡтың һуңғы вальсы.

Ошо ябай изге моңдар

Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын, - вальс әйләнгән сығарылыш уҡыусылар араһында бер пар башҡаларҙан ни яғы менәндер айырылып торған һымаҡ тойолғайны баштан уҡ. Ҡәҙимге егет менән ҡыҙ…  !ҙем дә абайламай вальс бөткәнсе уларға бағып тик ултырғанмын икән.

Егеткә баштан уҡ иғтибар иткәйнем. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһын ойоштороусы, уны әүҙем алып барыусыларҙың береһе ине ул. Йә тегеләй, йә былай йүгереп кенә йөрөнө: йырлап та алды, инцинировкала ла ҡатнашты, трибунанан ҡотлаусыларға сәскәләр гөлләмәһе сығарып та тапшырҙы… Хатта иң тантаналы мәлдә күккә сойорғотолорға тейешле күгәрсендәрҙе, бикле ҡаптан алып, иптәштәренең һәр береһенә үҙе өләшеп бирҙе. Күрәһең, элгәре был ҡоштарҙы ла мәктәп ҡыйығы эсендә үҙе тотоп ҡыялған, миңә ҡалһа...

Ысын лидер, эшһөйәр бала. Оҙонораҡ буйлы, ҡаҡса кәүҙәле үҙе. Асыҡ йөҙөнән йылмайыу китмәй.

Тағы ла шуныһы - түбәһендәге ыҡсым эшләпәне сараның башынан аҙағын хәтлем һалманы. Шуның менән дә айырылып торҙо бүтәндәрҙән.

Беҙҙең арабыҙҙа ла ундай иптәшебеҙ булды. Яҡшы уҡыны, йырланы-бейене, баянда һыҙҙырып уйнаны, мәктәп тормошоноң уртаһында ҡайнаны. Ул ғына Мәскәүҙә уҡыны, үҙҙәренең районында аҙаҡтан юғары вазифалар биләне. Беҙҙең ҡорҙан да йүнле бер кеше сыҡты, тип ҡыуандыҡ, уның республика кимәлендә ҙур түрә буласағына шигебеҙ юҡ ине.

Тик абынды ул. Тирләгән арғымаҡ-атты һыуыҡ йылғаға төшөрҙөләр. Яндырҙылар. Эргә-тирәһендәгеләре… Дуҫыбыҙ, күрәһең, уларға ҡаршы тора алманы.

Көрәшсе рухы тәрбиәләмәгәндәр, гел баҫып килгәндәр беҙҙе, ахыры. Шуға ла алға ынтылмайбыҙ, күндәнбеҙ, башҡалар ихтыярына бирелеүсәнбеҙ. Һәм, әлбиттә, яулаған үрҙәребеҙ ҙә - түмәләс кенә… “Намыҫсанбыҙ, ғорурбыҙ”, - тип күкрәк һуғыу артыҡлыҡ, буғай.

Тағы ла шуны өҫтәргә кәрәктер: старттан уҡ бар көсөнә алға ташланғандар, ғәҙәттә, финиш һыҙығын беренсе булып үтә алмай. Тирә-яғығыҙға күҙ ташлағыҙ: түрә булып ултырыусылар, башҡа өлкәләрҙә ниҙер ҡаҙаныусылар - күберәк осраҡта элек “өслө”гә уҡыған, артыҡ күҙгә эләгеп бармаған мәктәп уҡыусылары.

Ялҡынлылар иртә көл-күмергә ҡалыусан.

Был яҙмыш, берүк, мин иғтибарға алған һәр йәһәттән булдыҡлы егеткә - яҙмамдың геройына яҙмаһын!

Тормош ҡаты һәм бәғерһеҙ шул. Әле, талпынып, ҙур өмөттәр менән киләсәккә баҡҡан балаларға быны аңлаттымы икән уҡытыусылары, ата-әсәләре?

…Ҡыҙыҡай башҡаларҙан артыҡ айырылмай ине. Һипкелле аҡ түңәрәк йөҙө, оҙон керпектәре аша һөҙөп ҡарауы, һаран йылмайыуы ғына, ниндәйҙер серле һөйкөмлөк бирә уға. Тантана бөткәнсе, вальсҡа сығыуын иҫәпкә алмағанда, ул уҡыусылар сафынан тайпылманы.

Буйсан егет партнерына өҫтән баҡҡан. Ҡыҙыҡай ҙа уға аҫтан күҙ һирпеп-һирпеп ала.

Бына улар етәкләшкән килеш бер-береһенән ҡул һуҙымы аралыҡҡа алыҫлаштылар. Шул мәлдә йөҙҙәренә һөрөм булып борсолоу, һағыш, юҡһыныу билгеләре яғылды. Вальс тактына бойһоноп, тағы йәнәш баҫтылар, һәм бар булмыштарын шатлыҡ сорнаны.

Ҡыҙыҡай әйләнә лә, егеттең йөҙөнә баға: “Бына мин ниндәй, күр!” - ти уның серле ҡараштары. Егет, атҡа менгәндәй,  тантана ҡыла, тыйнаҡ һәм ҡәнәғәт йылмая үҙ буйы бейеклегенән: 

Был донъяға нимә булған,

Тирә яғы моңға тулған.

Әйләнәбеҙ ҡара-ҡаршы,

Ә күҙҙәргә һағыш тулған,- егет менән ҡыҙ ҙа һағышлы инеләр. Әллә мөхәббәт утында яна инде был ике йәш йөрәк, тип уйлап ҡуйҙым үҙем дә абайламаҫтан.

Вальс тамамланды. Уҡыусылар үҙ урындарын алды. Мин егет менән ҡыҙға тағы иғтибар иттем. Улар яҡын уҡ торһалар ҙа, егет башҡаларҙың башы осо аша ситтән ниҙер байҡай. Ҡыҙҙы онотҡан кеүек. “Яңылыштым, ахыры. Улар араһында бер ни ҙә юҡ”, - тип һығымталаным да, уйҙарымдан шунда уҡ кире дүндем. Егет ҡыҙыҡайҙы етәкләп баҫып тора ла баһа -  уҡыусыларҙың тығыҙ рәте араһынан уларҙың тотоношҡан ҡулдары бер мәлгә генә күҙемә ташланды.

 

***

Кешене өмөт йәшәтә. Һәр быуын: “Йәшәйеш хәҡиҡәте беҙҙең өсөн сер түгел”, - тип үҙаллы тормош юлын башлай. Әле күҙ алдымда мәж килгән егет һәм ҡыҙҙарҙың йөҙөндә лә ул яҙылған. Ошо өҫтөнлөктәрен белгәнгә күрә, һауалы һәм тәккәбер ҙә кеүектәр үҙҙәре. 

Яңылышмаймы улар?

Юҡ, әлбиттә. Хәҡиҡәт беҙҙең барыбыҙға ла мәғлүм. Ул - лайыҡлы ғүмер кисереү! Уҡыу, эшләү, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү, ижад итеү, иманлы булыу. Башҡаһы бирелмәгән. Бәлки, беҙгә мәғлүм булмаған кешенең оло тәғәйенелеше - миссияһы барҙыр. Булған хәлдә, ул әлегә әҙәми затҡа еткерелмәгән. Иртәрәктер, күрәһең.

Эштең - күңелеңә ятышлыһын, иштең  бер бөтөн булып йәшәрлеген насип итһә, балаларыңа тәүфиҡ бирһә, уларға ҡарһүҙ һөйләргә үҙеңдә илһам тапһаң - һин бәхетле!

 Тик кешегә бәхеттең ябайы, ынтылып алырлығы кәрәкмәй. Ул ошо ябайлыҡты бутай, ҡатмарлаштыра, табып алғыһыҙ итеп осон сырмай. Шунан бер мәл уҡмашҡан төйөндө сисә, йәғни томошон дөрөҫ юлға һала була маташҡылап ҡарай - булдыра алмай. Ул арала ғүмере үткән, йәшәйһе йәшәлгән инде. 

- Мин һеҙгә ышанам! Тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, тик алға барырһығыҙ, маҡсаттарығыҙға өлгәшерһегеҙ, бейек үрҙәргә артылырһығыҙ! Беләм: һеҙҙең менән беҙ киләсәктә ғорурланасаҡбыҙ әле. Ҡошсоҡтарым, мин һәр саҡ һеҙҙең менән. Ҡанат ҡуйған мәктәбегеҙҙе, уҡытыусыларығыҙҙы онотмағыҙ! - Синыф етәксеһе үҙенең ялҡынлы телмәре менән тағы бер тетрәндерҙе барыһын да.

Уҡытыусым - тоғро дуҫым

Кәңәш бирә һуңғы тапҡыр:            

Абынмайса атла алға,

Барыр юлдар булмаҫ таҡыр, - уҡытыусы ла уҡыусылары менән тулҡынлана, шатлана, һағышлана. Ул да бит ҡасандыр, яҙмышын ялынан урап тотоп, уны үҙе теләгән яҡҡа ҡайырырға ашҡынып, мәктәп тупһаһынан үҙаллы тормош юлын башлағайны. Изге ынтылыштар, үкенеүҙәр, күңел төшөнкөлөгө, ҙур һәм бәләкәй еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр кисереп, үткән йылдары менән бергә сыуып, ярайһы таушалған урта йәштәрҙәге ҡәҙимге ҡатын кеше ул хәҙер. Үҙенең тормош тәжирбәһен уҡыусыларына еткерергә тырышты. Унан ҡалманы. Юҡ, нығынмаған күңелдәрҙе шиңдерергә, күктән ергә төшөрөргә тигән маҡсат ҡуйманы. Һәр быуындың үҙ юлы, үҙ маҡсаты, үҙ идеалдары бит. Педагог булараҡ, быны ғына аңлай.

Имтихандарҙы тапшырып, сығарылыш кисәһенән һуң ҡояш ҡаршылағанда, уҡыусыларының һәр береһенең үҙенә генә тәғәйен теләктәрен айырым-айырым тағы бер тапҡыр әйтеп сығасаҡ әле ул.

- Зың-зың-зың… - буйсан егет менән кескәй ҡыҙ, еҙ ҡыңғырауҙы ҡушарлап тотоп, тигеҙ сафтар алдынан урап үтте.

Тантана тамамланды, етәкләшкән егет һәм ҡыҙҙар, мәктәп ишеге аша үтеп,  күҙҙән юғалдылар.

Байрам ғүмере ҡыҫҡа шул.

 

***

 Хикәйәтем тамамланмай байтаҡ ятты. Уны шартына килтереп ослап ҡуйырға кәрәк ине. Белем көнөндә мәғариф бүлеге исеменән гимназия-интернатҡа мине ҡуйыуҙарын үҙем юлланым.

Беренсе сентябрҙа байрам кәйефе башҡараҡ, уйҙар һәм кисерештәр ҙә икенсерәк.

Май айындағы тантанала үҙем иғтибар иткән уҡыусыларҙың исемдәрен дә белешмәгәнмен икән. Уларҙы фотоһүрәттәрҙән генә сырамытып артабанғы яҙмыштары тураһында саҡ һораша алдым. Флорида Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингән. Ә Харис - егет үҙ исеме менән инсценировкала уйнаған булып сыҡты - армияға киткән.

- Нисек армияға? - Минең ҡапыл ҡысҡырып ебәреүемдән хикәйәтем геройҙарының элекке синыф етәксеһе Рәмилә Хәйҙәр ҡыҙы тертләп китте.

- Эйе, армияға китте. Шулай хәл итте Харис үҙе. Тәүҙә ил алдында бурысымды үтәйем, шунан уҡырға инәм, тине. Берҙәм имтихан сертификаты дүрт йыл үҙ көсөндә бит. Юғары балл йыйҙы, артабан уҡыу тураһында хафаланаһы юҡ уға. Теләгән вузға инеп китәсәк. Армияла хеҙмәтен дә иҫәпкә алһалар - хәҙер портфолио тигән нәмә лә бар бит, иш янына ҡуш, тигәндәй. Быларҙың барыһын да үҙегеҙ  минән дә яҡшыраҡ беләһегеҙ. Харрис дөрөҫ эшләне. Егеттәрсә! Хуплайым уны. Малайҙарға өлгө итеп ҡуясаҡмын, - Рәмилә Хәйҙәр ҡыҙы элекке уҡыусыһы менән ғорурлана ла ине шикелле.

- Барыбер тәүҙә уҡып алырға ине уға. Үҫмер максимализмы, минеңсә был, - мин үҙ фекеремдән ҡайтманым.

Хәҙер армияға киткән, ә артабан, ғәҙеллек, намыҫсанлыҡ принциптарына барып, тәҡдим ителгән вазифанан баш тартыр - әле үҫеп етмәгән, унан лайыҡлыраҡтар бар, йәнәһе; кеҫәһенә үҙе инергә торған аҡсаны алмаҫ - ул кеше өлөшөнә төшмәй, бур ҙа түгел. Шулай бер, ун, егерме, утыҙ йыл үтер.  Илле йәше лә тулып китер. Уға инде вазифа ла, йомошон йомошларға булышып ебәргәне өсөн аҡса ла тәҡдим итмәҫтәр, хужаның үҙ кешеһе булмағас, тейешлеһенән артыҡ премия ла яҙмаҫтар. Хәләл көсө менән һалып сыҡҡан ағас өйҙә йәшәр, арзанлы машинала йөрөр. “Беҙ шулайыраҡ шул. Шулай тәрбиә алғанбыҙ”, - тип һөйләп алыр иптәштәре алдында ун, егерме һәм утыҙ йыл үткәс тә, ҡулай мәлен тап килтереп.

Башҡа берәү уҡыуы булмаһа ла, эш рәтен белеп етмәһә лә йылы урынға йәбешеп ята, кәрәк ерҙә түбәнселеккә бара, ялағайлыҡ сифаттары ла уға төҫ. Уңдан, һулдан, уйламаған ерҙән бирһенме -  йомоп ҡуя. Ул ихтирамға лайыҡ, ике ҡатлы кирбес коттеджда йәшәй, текә сит ил машинаһында елдерә.

Сеү, иптәш автор, артыҡ шаштырма. Тормош тапалған берләм һуҡмаҡ түгел, ул - һөрөлмәгән сиҙәм, төпһөҙ киң океан, сиге күренмәгән Арктика тундраһы. Ә кеше - сәйәхәтсе, юл ярыусы! Харис башлап тәүге аҙымын ғына эшләгән әле. Сабыр булайыҡ! Өмөт итәйек!

Быға тиклем ергә килеп киткән бихисап быуын кешеләре эшләй алмағанды йәштәр атҡарып сығыр - өмөт йәшәтә, алға әйҙәй беҙҙе.  Ҡасан да кешелек үҙ бәхетен табыр, моғайын. Йәшәйештең оло мәғәнәһе лә, һис шикһеҙ, йәш быуын аша асылыр.

Өмөт һәм ышаныстан яҙҙырмаһын беҙҙе.

…Флорида Харисты армияға оҙатып ҡалған, көтөргә вәғәҙә биргән.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: