+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
28 Сентябрь 2021, 09:25

Бәҫһеҙ ҡунаҡ булғансы...

Урам аша сығырға тип ынтылғайным, ҡупшы биҙәлгән алтын төҫтәге ялтырап торған ҡыйбатлы ҙур сит ил машинаһының яҡынлашыуын күреп, туҡтап ҡалдым. Уның  артынан шар һәм таҫмалар таҡҡан тиҫтәнән ашыу замана арбаһы эйәргәйне. Йома һәм шәмбе көндәре – был ғәҙәти хәл. Аллаға шөкөр, туйҙар булып тора, улар хәҙер киң һәм бай итеп үткәрелә. Шуға кортежды артыҡ иҫем китмәй генә оҙатып ҡарап ҡалдым.

Бәҫһеҙ ҡунаҡ булғансы...
Бәҫһеҙ ҡунаҡ булғансы...

Рәсүл Байгилдин

Бәҫһеҙ ҡунаҡ булғансы...

хикәйә

Урам аша сығырға тип ынтылғайным, ҡупшы биҙәлгән алтын төҫтәге ялтырап торған ҡыйбатлы ҙур сит ил машинаһының яҡынлашыуын күреп, туҡтап ҡалдым. Уның  артынан шар һәм таҫмалар таҡҡан тиҫтәнән ашыу замана арбаһы эйәргәйне. Йома һәм шәмбе көндәре – был ғәҙәти хәл. Аллаға шөкөр, туйҙар булып тора, улар хәҙер киң һәм бай итеп үткәрелә. Шуға кортежды артыҡ иҫем китмәй генә оҙатып ҡарап ҡалдым.

- Ҡара әле, ҡайһылай бай туй. Байҙа-а-а-р! Гел ҡыйбарлы сит ил машиналары, - тине эргәмдә, минең кеүек үк юл аша сығырға торған ҡатын. Ысынлап та, мин быға иғтибар ҙа итмәгәнмен – кортеж гел зиннәтле машиналарҙан тора ла баһа.

- Эй-й-й! Бына нишләп беҙ туйға саҡырылмай ҡалдыҡ, - тинем мин яңыраҡ ҡына үҙем менән булған бер хәлде ҡапыл иҫемә төшөрөп.

- Нимә? - баяғы ҡатын үҙенә өндәшәләр тип уйланы, буғай.

- Юҡ-юҡ. Мин үҙ алдыма ғына, - тинем уңайһыҙланып.

Нәҡ ошо мәлдә Өфөлә гел ҡатышып йәшәгән өс туған ҡәйнешем төп ҡоҙа дәрәжәһендә туй мәжлесе түрендә ултыралыр, моғайын. Ҡыҙын бирә бөгөн. Ҡатыным менән мин был ғайлә тантанаһы тураһында белмәҫ тә инек, тик һуңға аҙна-ун көн эсендә: “Туйға бараһығыҙҙыр?” - тигән һорау менән йонсоттолар. “Юҡ. Ә ниндәй туй?” - тип, һорауға һорау менән яуаплаһаҡ, бот сабып аптырайҙар, белмәмеш булып ҡыланаһығыҙ, тиҙәр, ышанмайҙар.

Ҡәйнеш ҙур урында эшләй – хөкүмәттә бүлек начальнигы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, танауын күккә сөймәй, туғанды – туған итеп белә, барыһы менән дә ихлас ҡатыша. Саҡырған ергә йөрөй, үҙе лә йыш ҡына мәжлестәр үткәрә.

Хөкүмәт кешеһенә ҡунаҡҡа йөрөүебеҙ таныш-тоноштар, дуҫ-иштәр араһында беҙҙең дә мәртәбәне күтәрә. “Ҡәйнештең юбилейына барып ҡайттыҡ әле”, - тиһәң, әңгәмәсең, ҡайһы ҡәйнешеңә барыуыңды шунда уҡ аңлап ала, ҡыҙыҡһынып төпсөнә башлай. Кемдәр булған, өҫтәлгә нимәләр ҡуйға…

- Беләһеңме, ҡәйнеш беҙҙе нишләп ҡыҙының туйына саҡырмағанын? – тип өндәштем ҡатынға ҡайтып ингәс тә.

- Нишләп, тип ней, Аллаға шөкөр, туғандар күп, ырыуыбыҙ тәрән тамырлы. Туйҙы үткәргәндә бит, алдан килешелә: ике яҡтан күпмешәр дуға саҡырырға. Исемлек ҙурайып китһә, төшөп ҡалғанбыҙҙыр. Тағы ла бит сиратлап саҡырыу тигән йола ла бар. Һәр ваҡыт бер үк кешеләрҙе йыйып ултырыу ҙа яраған эш түгел. Туғандарға ҡараш тигеҙ булырға тейеш.

- Ана-ана. Дөп-дөрөҫ  әйттең: тигеҙ ҡараш булырға тейеш! Быға тиклем гелән исемлектә булдыҡ та, хәҙер төшөп ҡалғанбыҙ. Нишләп?

- Бер ҙә төшөнә алмайым – нимәгә һуҡтыраһың?

- Мин урамда әле генә туй кортежын ҡарап торҙом. Гел сит ил машиналары ғына ине унда.

- Булһа һуң?

- Беҙҙең машина эрәсәйский!

- ..?

- Инде барып еттеме?

- Гөлнурҙар… Саматтар… Рәшиттәр…

- Вә-ә-т. “Форт”, “Ниссан”, “Рено”…

- Китсе…

- Улар араһында беҙҙең машина “шестерка” ише генә шул. Кәртинәне боҙа. Өфөнән Дүртөйлөгә халыҡты, ах, иттереп барып төшөүе үҙе ни тора. Бәҫле, затлы, байманлы ҡоҙалар, тиәсәктәр. Кемдәр икән, тип һорашасаҡтар. Төп ҡоҙаның хөкүмәттә эшләүе асыҡланасаҡ. Ана бит, ҡайһы яҡҡа бора туйҙа ҡатнашҡан машиналар көн тәртибендәге мәсьәләне. Туйҙа кешеләр түгел, машиналар ҡатнаша булып килеп сыға инде.

- Һуң, һинең дәрәжәң? Алып һатар, йә өс эшсеһе, ун һыйыры, ике тракторы ҡалған колхоз рәйесе түгелһең. Район хакимиәтендә эшләйһең!

- Хакимиәттә эшләй, тип маңлайыма яҙылмаған. Ә машина – ҡупшыҡай – бына ул, күҙ алдында. Үҙе дөйәләй дәү, үҙе күҙҙең яуын алып тора. Иғтибар итмәй, һоҡланмай  мөмкин түгел…

- Эй, ҡуйсы, нимәһенә көйәләнәһең. Саҡырһа ла барырҙай форсатыбыҙ юҡ ине лә баһа.

- Мин көйәләнмәйем. Асыш яһаным бит, шуны һөйләйем. Хәйер, борон да, моғайын атһыҙ кешене туйға саҡырып тормағандарҙыр. Заман башҡа заң башҡа, тигәндәй, хәҙер дәрәжә сит ил машиналары менән генә билдәләнә... 

- Эш улайға киткәс, тиҙләтәйек машина алмаштырыуҙы, - тип ҡатыным “дәрәжәбеҙ” хәстәренә борҙо әңгәмәне.

- Аҡсаһы тупланған, Өфөгә сығып, һайлап алырға ҡул ғына теймәй, үҙең беләһең. Хәйер, ҡәйнеште һынап ҡарарға кәрәк. Улай булғас,  икенсе аҙнала юлға сығам. Тимер аттың еллеһен алам, ҡәйнешкә һуғылам. Ни тиер икән.

Ысынлап та, ниәтләгән ғәмәлемде билдәләгән ваҡытта атҡарып ҡуйҙым.

- Еҙнәй, иртәрәк алырға булманымы быны, - тине ҡәйнешем минең машинаны әйләнеп ҡарап сыҡҡас, күҙе ҡыҙып.

- Туй үткәргәнһең икән, - тинем мин яуап урынына.

Ҡәйнешем уңайһыҙланғандай булды:

- Ҡыҙҙы урынлаштырып ҡуйҙым шул. Һеҙҙгә әйтә алманым. Кеше күбәйеп ките, - тине ул күҙҙәрен ситкә алып, уңайһыҙланған тауыш менән. – Иртәрәк алмағанһың икән, - тип өҫтәне тағы бер тапҡыр.

Ҡәйнешемдә оҙаҡ туҡталманым. Бер сынаяҡ сәйен эстем дә, юлға сыҡтым. Хушлашҡанда:

- Кем белгән, ҡәйнеш, һинең туй ниәтләп ятҡаныңды, - тинем. Һиҙгер ҡәйнешем минең тел төбөн аңланы, буғай, йөҙөнә ҡыҙҙыллыҡ  йүгерҙе.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: