+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
21 Сентябрь 2021, 08:50

Заморыш

Юл йөрөгәндә кемде генә осратмайһың. Сираттағы командировканан ҡайтып килгәндә, юлдаштарымдың берәүһе тынысһыҙ булып сыҡты. Күрәһең, холҡо ла, уны асыҡ-яран рисауай иткән һуҡмышлығы ла сәбәпсе ине быға.

Заморыш
Заморыш

Рәсүл Байгилдин

Заморыш

хикәйә

 

Юл йөрөгәндә кемде генә осратмайһың. Сираттағы командировканан ҡайтып килгәндә, юлдаштарымдың берәүһе тынысһыҙ булып сыҡты. Күрәһең, холҡо ла, уны асыҡ-яран рисауай иткән һуҡмышлығы ла сәбәпсе ине быға.

- Ниһәйәт!.. Аллам төшкөрө… Илемә, тыуған Баймағыма, ҡайтып етәм, - тине автобусҡа саҡ өлгөрөп ҡалған пассажир, арттағы һәндерәгә “шап” итеп ауғас.

Улар өсәү ине. Һәр береһенә тәүге тәьҫораттарым шауҡымы аҫтында үҙемсә исем дә бирҙем: Заморыш, Йонсоу, Өндәшмәҫбикә.

Заморыш - бәләкәй буйлы, сибек, ҡырҡты уҙған бик телдәр ир. Өҫ-башы ситкә сығып йөрөмәгән ауыл ирҙәренекенә тартым. Башында - эре элмәктәр менән бәйләнгән ҡалын ҡара башлыҡ, ҡытай туны, аяғында арзанлы тупыс томшоҡло йылы итек.  

Йонсоу, киреһенсә, мыҡты кәүҙәле,  урта буйлы. Шулай уҡ ябай кейенгән. Туны бишенсе йә алтынсы ҡышты сығалыр, моғайын.

Өндәшмәҫбикә төпкә инеп ултырҙы ла, башҡа күренмәне лә, тауышы ла сыҡманы. Тормош ярайһы миктәткән буғай ҡатынды.

Беҙ Өфө универмагы эргәһенән көн дә ҡуҙғалып киткән “Өфө – Сибай” маршруты буйынса йөрөгән бәләкәй автобусҡа ултырғайныҡ. Шәхси эшҡыуар тота ул такси-автобусты.

- Был ысын Баймаҡҡа барамы? - Заморыш Йонсоуға өндәште.

- Баймаҡҡа уҡ түгел - Сибайға… Түлкә Сермән аша. Гәзитте бирермен һиңә аҙаҡтан. Уңай такси ул, - тине уныһы.

- Эйеме?

- Эйе.

- Бер ваҡытта ла ул яҡтан йөргәнем юҡ. Әлдә һеҙҙе осраттым. Иркенләп һөйләшеп барайыҡ. Күрешмәгәнгә өс йылдан… Бәлки, күбекәтер ҙә…

- Барҙыр-барҙыр...

- Хөрт, электрик түгелһең… Билләһи, үҙемдең яныма эшкә урынлаштырыр инем. Маҡтанып әйтмәйем, шәп урындамын… Карман гресендамын. Әпирәтер… - күрәһең өҙөлгән хәбәрҙе ялғап алып китте ирәбе юлдашыбыҙ.

- Түгелмен шул…

- Күрешкәне һатып алып та була, кәнишнә. Упыт кәрәк түлке. Шунһыҙ булмай... Фидер нимә икәнен беләһеңме? Теге, ана Саянда турбина сығып осто бит әле… Ҡурҡыныс. Әтвитственный бигерәк эшем. Маҡтанып әйтмәйем. Шулай…

- Упытһыҙ булмай шул ундай эштә.

- Турбина ҡалтырана башлаһа, абарутты яйлатам. Эшем шулай. Маҡтанып әйтмәйем… Бармаҡты бармаҡҡа һуҡмайым, экранға ғына ҡарап ултырам. Абарутты кнопкаға баҫып ҡына яйлатам. Шулай, эшем... Шәп!.. Аҡсаһын да алам. Өҫтөмә иғтибар бирмә. Юлда матур кейенеп йөрөргә яратмайым... Юлға түләмәнек тә баһа. Оялма, әйт, күпме аҡсағыҙ етмәй. Маҡтанып әйтмәйем, аҡсам бар. Түләрбеҙ… Еңгәй буламы, киленме? Нишләп өндәшмәй ул? Башҡа милләттәнме әллә?

- Юҡ, үҙебеҙҙеке. Башҡорт...

- Өндәшмәйсе?..

- Арыған. Юлда оҙаҡбыҙ.

- Ул Набережныйға барғансы, үҙебеҙҙә эҙләргә ине эште. Жәлке, күрышкаң юҡ… Урынлаштырыр инем… Туймазыла типлицала эш бар. Кәрәк булһа, әдрисен дә, телефонын да бирәм. Хужа - ҡатын кеше. Ашау, йәшәү бушлай. Ун ике мең түләй кеше башына. Кәрәкме? Бирәм телефонын.

- Алырмын ярай. Ун ике мең насар түгел. Ашау ҙа, йәшәү ҙә бушлай булғас.

- Ә теге һеҙҙе эшкә ебәргән нәҫтәкәйҙәр аҡсаңды кире ҡайтарырмы икән?

- Буш ҡына хаҡ алдылар былай. Барып та йөрөп булмаҫтыр уның өсөн генә.

- Ярай, әтеү. Юлға түләмәнек бит әле.

- Инйәрҙә туҡтай ул. Шунда түләрбеҙ. Гел шулайта үәдитель.

-Тартынма, әйтерһең, күпме аҡса кәрәк. Аҡса бар. Маҡтанғандан түгел… “Уфтандыра, ярамайға ҡарамай”, - йырлап алайыҡ мәллә?

Тынғыһыҙ юлаусы бер килке ауыҙ эсенән мөңгөрләп йырлап ултырҙы.

- Бибисараны беләһеңме? Шәп йырлай. Азаматова фамилы... Беҙҙеке ул.

- Белеп етмәйем шул. Мин Силәбе яҡтарынан бит сығышым менән. Мәктәптә лә урысса ғына уҡыным, - юлдашын тамам албырғатты Заморыш мәнһеҙ хәбәре менән.  Йонсоуҙың иптәше ыңғайына булмай ҙа хәле юҡ, күрәһең. Кешегә көнөң төшһә, уның йырын йырламай ҡалайтаһың.

Юлдаштарымдың ҡолаҡҡа төшкән ярым-йыртыҡ хәбәрҙәренән шуны төҫмөрләргә мөмкин ине.

 Сибайҙа йәшәгән Йонсоу менән Өндәшмәҫбикә ниндәйҙер агентство аша эшкә урынлашырға Яр Саллы ҡалаһына юлланған. Тик уларҙы  эшкә алмағандар. Сәбәбе тураһында һүҙ булманы ирҙәр араһында. Бәлки, алдан уҡ ул теманы сәйнәп төкөргәндәрҙер. Сит ерҙә унда һуғылып, бында ҡағылып йөрөгәндәр ҙә, кире ҡайтырға сыҡҡандар. Күрәһең, аҡсалары наҡыҫыраҡ булғандыр, Өфөнөң автовокзалынан ары китә алмағандар. Бәхеттәренә, таныштары осрай. Бәлки, алыҫ туғандарылыр ҙа. Осрашыу хөрмәтенә төшөргәндәрме, әллә алдан күңелләнеп алған булғанмы Заморыш, әйтеүе ҡыйын. “Гәзитте мин һиңә бирермен. Уңай такси ул”, - тине бер нисә тапҡыр Йонсоу. Маршрут таксиһына саҡ-саҡ өлгөрөп ҡалғас, тимәк, улар Заморыш менән осрашҡас, вокзалда оҙаҡ булмағандар, аҡса менән ярҙам итәм тигән йылы һүҙен ишетеү менән, йәһәтләп автобус-такси туҡталышына киткәндәр. Ҡулдарында реклама гәзите булған, унда күрһәтелгән телефон аша диспетчер менән һөйләшеп, автобусты аҙ ғына көттөргәндәр.

Инйәрҙә Заморыш менән Йонсоу юл өсөн иҫәпләштеләр. Һәм ошо мәлдән Заморыш бигерәк бәйелһеҙләнеп китте. Ул барин ине - аҡса түләне, оло миһырбанлыҡ ҡылды.

- Ауылға нисек ҡайтырмын икән? - тип яңы хәбәр башланы ул.

- Автобустар китеп бөтә беҙ барып етеүгә, такси ҡыйбатҡа төшә инде, - Йонсоу теләмәй генә яуап бирҙе.

- Старыйға, Иҫке Сибайғасы?.. Ҡайынбикәм йәшәй унда…

- Унда такси менән дә артыҡ ҡыйбат булмаҫ.

- Ултыртып ебәрәһеңме?

- Ултыртырмын.

- Берәр яртыһын да алырға ине…

- Алырмын. Ҡайтып етәйек.

- Их, йырлағы килә: әйтмә һин ауыр һү-ү-ү-ҙ… Һүҙ! Әйтмә – тү-ү-ү-ҙ.. Әйҙә бергәләп.

- Әйттем бит, мин йыр белмәйем.

- Ярай, әтеү… Такасиға ултыртаһыңмы? Минең аҡса етеңкерәмәҫ... Һин ултыртырһың инде.

- Ярай, барып етәйек әле Сибайға.

- Ауыр һү-ү-үҙ. Ҡайнбикәмә барып етһәм, бирешмәҫмен. Таксиға ултыртаһың инде әтеү.

- Ай, инәңде… Әйттем дә баһа ултыртам тип, мейене сереттең бит, б…т, - Йонсоуҙың түҙемлеге бөттө, сәсрәп ярһып китте. Заморыштың  алдында бурыслы булыуы ла тыйып тота алманы уны.

Йонсоуҙың уйламағанда-көтмәгәндә асыуланыуы Заморышты шаңҡытты, буғай, яуап итеп бер ни өндәшмәне. Бөршәйеп тынып ҡалды.

Яңы ғына ете күктең өҫтөндә йөҙгән кешене ергә төшөрҙөләр. Этеп ҡолатып төшөрҙөләр, ҡәҙерен белмәгәндәр.  Күңеле йыр, ихтирам һәм иғтибар көтөп, сарсап ултырған ерҙән. Быларға тулыһынса хаҡлы бит. Шулай булмай ни, ике кешене үҙ иҫәбенә ни тиклем ерҙән алып ҡайтып килә. Ул осрамаһа йөрөрҙәр ине  бомжовать итеп. Әле билдәһеҙ, ниндәй хәлгә тарырҙар, кем ҡулына эләгерҙәр ине. Ҡотҡарҙы! Был миһырбанлығынан үҙе лә кинәнә, ә былар уның ҡулын үбергә тейеш. Мәғәнәһеҙҙәр: береһе тымпайып тик ултыра, икенсеһе, күңелен күреү урынына һүгенеп тороп әрләшә…

Байтаҡ ваҡыт үтте. Бер мәл Заморыш ниҙер ҡыштырҙатып, үҙ алдына мығырҙап алды ла, кире тынды. Бара биргәс, был тағы хәрәкәткә килде. Түҙмәнем, башымды бороп ҡараным: ҡараңғыла ул аҡса һанай ине. “Етмәй”, - тине лә төпкәрәк шылып арҡа терәп ултырҙы. Ҡулдарын ҡаушырҙы, эйәген күкрәгенә терәне. Хәсрәт баҫҡан, тәрән һәм ҡаты уйға батҡан кеше ҡиәфәтен алды. 

- Ҡарале, һин миңә бурысыңды ҡайтар, - тине Йонсоуға, башын бороп.  - Миңә кәрәк…

- Ҡайтып еткәс бирермен, хәҙер ҡайҙан алайым, - Йонсоу тынысланғайны инде. Эстән генә, бәлки, ҡыҙып китеүенә үкенеп тә ултырғандыр.

- Бурысыңды бир хәҙер үк. Аҡсаны алды ла, ҡалай ул…

- Әйттем бит: Сибайға етәйек…

- Миңә хәҙер кәрәк! - Заморыш талапсан ҡаты интонацияға күсте. Ул тағы ла инициативаны үҙ ҡулына алырға, эргәһендәге үҙенән ике тапҡырға ҡалын ирҙең ихтыярын буһондорорға ашҡына ине.

- Ҡуйсы, юҡыт, - Йонсоуҙың уның менән бәхәсләшергә лә, алдында аҡланырға ла, башҡаса кәмһенергә лә иҫәбе юҡ, күрәһең, бимазалаған себәнде ҡыуған ише битараф өндәште.

- Бир бурысыңды, тейем! - тегенеһе уғата әтәсләнде.  

- Заморыш, хәҙер үк тыммаһаң, елкәңдән һөйрәп автобустан сығарып ташлайым, - алдағы урында ултырған егет түҙмәне, әйләнеп тынғы бирмәгән юлдашының иҙеүенән эләктереп үк алды.  -  Ишеттеңме, автобустан выкину! – тине ярһып. “Эйе шул, ҡаҡшатты юл буйына”, - тиеште алда ултырған ҡатын-ҡыҙҙар. Мин иһә егеттең: “Заморыш”, - тиеүенә йылмайып ҡуйҙым. Тимәк, юлдашыбыҙҙың исеме есеменә тап килә. Ике кеше бер-беребеҙ менән килешмәй бер үк исем таҡҡас уға. Өҫтөнә баҫҡанбыҙ. Кәүҙәһенә ҡарап исем таҡҡайным мин уға тәүҙә. Күреүебеҙсә, булмышы ла сибек булып сыҡты Заморыштың.

Ҡарман ГРЭС-нда эшләйем тиеүенә мин ышанманым. Кешенең фиғелендә һөнәре лә, көндәлек шөғөлө лә асыҡ сағыла, ғәҙәттә. Ҡеүәтле электр станцияһында, миллион мегаватт энегрияны ауыҙлыҡлап тотҡан ҡоролмала “заморыш”тар эшләй алмай. Була торған хәл түгел был. Күп тигәндә үҙе бик белеп һөйләгән теплицала ҡыяр үҫтерә беҙҙең тыңғыһыҙ юлдашыбыҙ: тиреҫ ташый, ҡый утай, һыу һибә.  Сезон ябылғас, ҡайтып килә. Кеҫәһендә әллә аҡсаһы бар, әллә юҡ - быныһы ла икеле. 

Күпмелер ваҡыт үткәс, Заморыш: “Бөтәһе лә миңә ҡаршысы”, - тип ҡуйҙы бошоноп.

Власть кешене аҙҙыра шул. Ана, Заморыш, ҡайһылай ҡыланды сараһыҙҙан ҡулына килеп эләккән, уға көндәре төшкән юлаусыларҙан. Ә үҙебеҙҙең түрәләргә күҙ һалһаҡсы, аҙмы ни улар араһында шундай уҡ “заморыш”тар...

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: