+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
17 Сентябрь 2021, 12:00

Быяла ярсыҡтары

Сабир менән Кәрим бөгөн уғата йонсоуҙар. Эйелгән баштары, ҡойма ҡаҙағына эленгән буш сүлмәк кеүек, баҫҡан һәр аҙым һайын йә ул яҡҡа, йә был яҡҡа сайҡала.

Быяла ярсыҡтары
Быяла ярсыҡтары

Рәсүл Байгилдин

Быяла ярсыҡтары

хикәйә

 

Сабир менән Кәрим бөгөн уғата йонсоуҙар. Эйелгән баштары, ҡойма ҡаҙағына эленгән буш сүлмәк кеүек, баҫҡан һәр аҙым һайын йә ул яҡҡа, йә был яҡҡа сайҡала.

Хәлһеҙләнгән ике әшнә тротуарҙан ситтәрәк утрау булып күпереп ултырған үләнгә сүгәләне. Әллә ойоп киттеләр - улай-былай үткеләгән кешеләргә лә, аяҡ-ҡулдарын еҫкәп киткән эткә лә иғтибар итмәнеләр.

- Ҡара әле, Кәрим, рюмка, - Сабир терелгәндәй булды. Аяғының эргәһендә үлән араһында ятҡан әйберҙе һәрмәп алды. - Шул көйө, бөп-бөтөн.

- Юҡты, - уйҙары бүленгән дуҫы ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

- Тотонорға яраҡлы әйбер…

- Аяҡ аҫтында ятҡан ҡый.

- Ҡара, ситтәре бөтөнләй кителмәгән, ҡалын быяланан эшләнгән. Хыт сервантҡа ҡуй.

-  Сервантың бармы һуң?

- Булмаһа ней, булыр. Эш тапһам, кешесә йәшәй башлармын әле.

- Ҡулыңдан нимә килә һинең?

- Өйрәнермен эшкә.

- Бысағымамы ул рюмка һиңә. Ташла.

- Кәрим, уға араҡы ҡойоп эсеп була.

- Араҡыһы булһа, нимәгә ҡойоп эсергә табырмын.

- Мин рюмканы ошонда йыйып ҡуям, араҡы йүнләһәк, килеп алырбыҙ.

- Туҡта әле, алкаш, лығырҙама. Ана, минең һабаҡташ килә. Тауышланма, тик кенә ултыр ошонда. Баһамды төшөрмә дуҫым алдында. Хәҙер бер яртылыҡ алам мин унан, - Кәримгә ҡайҙан көс-ҡеүәт ингәндер, шул тиклем етеҙ аяғына баҫты, йөҙөнә йылмайыу сыҡты, төҫ-ҡиәфәте ғәжәп рәүештә үҙгәрҙе, мөләйем, алсаҡ, телдәр кешегә әүрелде. Тик таушалған кейеме, йонсоу йөҙө генә уның мөшкөл хәленә ишара ине.

- Шәпме, Риза дуҫ? Күптән, күптән күрешкән юҡ. Именлектәме?

- Кисә генә күрҙем мин һине. Ныҡ күңелләнеп алған инең. Танымай ҙа үтеп киттең.

- Эйе, кисә ҡайнағаның юбилейында булғайным. Ныҡ һыйланы. Абайламағанмындыр.

- Буйҙаҡтың да ҡайнағаһы була икән…

- Ҡуй, дуҫ, һүҙгә бәйләнмә. Риза ит. Үлтермә. Ҡайһылай татыу булдыҡ бала саҡта. Кәсебең дә уң. Хәйер иҫәбенән.

- Кәрим, ташлаһаңсы ошо яман сиреңде. Әрәм булаһың бит.

- Ташлайым, дуҫ, һис сикһеҙ ташлайым. Башты ғына төҙәтеп ебәр, үлтермә.

- Оялһаңсы һоранырға. Мә, бер сәкүшкәлек…

- Рәхмәт, дуҫ. Мәңгегә онотмам изгелегеңде, - Кәримдең ҡурылдай, һөйәге татлы шәрбәт йотҡандай, аҫҡа-өҫкә югереп алды, күҙҙәрендә ут тоҡанды. Аҡсаны усына йомоп ситкә, магазин яғына, уҡталғандай итте лә, ҡапыл нимәлер иҫләгәндәй туҡтап ҡалды. Дуҫына ғәйепле ҡараш ташланы: - Именлектә күршергә яҙһын, - тип хатаһын төҙәтте. Хушлашырға онота яҙған бит, хәйерсе.

- Мин рюмканы алдым, - Сабир Кәримдең артынан ҡалышмаҫҡа тырышып йүгерә-атлай барғанда, тыны ҡыҫылһа ла, хәбәр ҡушыуҙы кәрәк тапты.

- Сәкүшкәлек, тигән була. Сәкүшкә минең бәләкәй телгә лә йоҡмай ҡала бит. Был аҡсаға бер ярты сәмәй килгәнен белмәй инде ул. Сәмиғәнең сәмәйе бигерәк зәһәр, ике кешене йыға, - Кәрим әллә үҙ алдына һөйләнде, әллә Сабирға тәғәйенләнде уның был һүҙҙәре, белмәҫһең.

Сәмиғәнең ҡулынан алғас та, Кәрим, ҡомһоҙланып, шешәнән бер йоттом эшләне. Сабир тамшанып ҡарап торҙо, дуҫының һәр хәрәкәтен күҙҙәтте, үҙенең яғына эшләнгән ишараны зарығып көттө. Кәрим иһә, эргәһендә шешәләше булыуын да онотоп, йәһәтләп урамға атланы.

- Мин, теге, рюмканы алдым, - Сабир үҙенең барлығын белдерҙе.

- Ҡойроҡҡа баҫмаһындар, теге урынға барайыҡ, - табышын ҡурсалаған януар шикелле һиҙгер һәм тәүәккәл ине Кәрим. Алан-йолан ҡаранып, шәп-шәп атланы.

Берәр рюмка һалып эскәс, Кәрим шешәне ҡуйынына тыҡты. Һуҙылып төшөп үләнгә ятты. Ләззәтле йылының тәне буйлап таралыуына кинәнде. Хәҙер донъя, тормош тураһында ғәп һатып алыу ҙа яҙыҡ түгел.

- Ана, минең ниндәй шәп дуҫым бар. Ә һинеке, алкаш, бер кемең дә юҡ. Гел мин эсерәм һине. Ярай, йәл түгел, мин сумартмын ул.

- Кәрим, ҡара әле, мынау рюканы әйтәм, ни эшләп сығарып ташлағандар икән? Тағы ла йөҙ, юҡ, мең йыл хеҙмәт итерлек. Быялаға ни булһын...

- Быяла, тинең бит! Ул быяланан эшләнгән, тимәк, хужаһы байый төшкән, гәлсәр рюмкалар алып ебәргән дә, быны сығарып ташлаған.

- Һуң, бөтөн бит. Сатнамаған да.

- Байыған, тинем бит. Б-а-й-ы-ғ-а-н! Аңланыңмы.

- Төшөндөм дә ул. Һуң, бөтөн дә баһа!..

- Сатнамаған…, бөтөн… Бир миңә шул нәҫтәкәйҙе. Көнө буйы лыҡылдайһың. Һарыуымды ҡайнаттың, - Кәрим, асырғанып, Сабирҙың ҡулынан рюмканы тартып алды. - Бөтөн, тиһеңме? Ҡара, - бар көсө менән быяла һауытты ташҡа бәрҙе. Селпәрәмә килгән рюмканың ярсыҡтары төрлө яҡҡа сәсрәне.

Сабир өнһөҙ генә урынынан торҙо ла, уларҙы усына йыйып алды. Ҡояш нурына йымылдашҡан быяла киҫәктәренә оҙаҡ текләп ултырҙы.

- Ҡана, берҙе генә йотайымсы, - кәрәге ҡалмаған ярсыҡтарҙы ергә һирпте лә, Кәримгә тилмереп баҡты.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: