-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
10 Сентябрь 2021, 09:25

Һуңғы дәрес

Рәсүл Байгилдин. Хикәйә. Ишекте шаҡыуға бер кем дә яуап бирмәне. Бикһеҙ икән – этеүгә ул асылып ките. - Кем унда? - көсһөҙ генә тауыш ишетелде. - Беҙ күмәк, унынсы “б”, бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә етмеш туғыҙ, мәктәп -интернат... - Һеҙ икән. Яратҡан уҡыусыларым, - Мөршиҙә Рәхим ҡыҙы үҙе күренде.

Һуңғы дәрес
Һуңғы дәрес

Рәсүл Байгилдин

Хикәйә

Ишекте шаҡыуға бер кем дә яуап бирмәне. Бикһеҙ икән – этеүгә ул асылып ките.

- Кем унда? - көсһөҙ генә тауыш ишетелде.

- Беҙ күмәк, унынсы “б”, бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә етмеш туғыҙ, мәктәп -интернат...

- Һеҙ икән. Яратҡан уҡыусыларым, - Мөршиҙә Рәхим ҡыҙы үҙе күренде.

Синыф етәксебеҙ ныҡ бирешкәйне. Һурыҡҡан йөҙө төҫһөҙ, тәрән һырҙар ятҡан, күҙҙәре төпкә батҡан.  Ҡайҙа беҙҙең сибәр, мөләйем апайыбыҙ?.. Күрешмәгәнгә биш йыл - нисек мәрхәмәтһеҙ ҡыланған был ваҡыт. Ергә һеңдергән дә ҡуйған кешене.

- Танымайһығыҙ мәллә? - күңелһеҙ йылмайҙы. - Ауырыу ҙа, ҡартлыҡ та һорап килмәй. Минең хәлем самалы хәҙер.

- Танымау ҡайҙа ул, Мөршиҙә апай. Ныҡ ауырый, тип ишеткәйнек, әлдә бирешмәгәнһегеҙ.

- Көткәйнем мин һеҙҙе. Мәктәпте тамамлағанға утыҙ йыл, осрашыуығыҙ булырын ишеттем. Һуңғы дәресемде биргем килә һеҙгә…

Инде иллегә етеп барған элекке уҡыусылары бер-береһенә аптыраулы ҡараш ташланы. Алыҫта, бик алыҫта, ҡалған ул дәрестәр - рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре. Йырҙа йырланғансы - бик-бик алыҫтарҙа, күк томандар артында… Ҡайһы бер мәлдәре генә хәтерҙә.

- Ҡасандыр ошо юлдарҙы һеҙ ятлағайнығыҙ:

 “Теүәллекте һөйгән олатайым,

Киткәс сәсерәп ауырып,

Мәжбүр итте үҙен ололарға

Һәм башҡаса әмәл тапманы.

Уның хәле башҡаларға өлгө;

Тик, йә, Хоҙай, ниндәй был яза -

Эргәһенән  китмәй бер аҙым да

Ауырыуҙы бағыу көн һәм төн!

Ниндәй түбән мәкер бында -

Әжәл ҡорбанының күреү күңелен,

Яҫтығын уның төҙәткеләү,

Сырай һытмай дарыу эсереү

Һәм көрһөнөп уйлап ҡуйыу:

Ҡасан һине алыр был шайтан!”

Евгений Онегиндың олатаһы хәлендәмен, балалар. Кем уйлаған ошо көндәрҙең үҙемә лә килеп етерен. Йәш инек, үҙебеҙҙе үлемһеҙ һымаҡ тойҙоҡ. Эй, ғүмер тигәнең - үтте лә китте. Үтте… - Мөршиҙә Рәхим ҡыҙы көрһөнөп ҡуйҙы.

Уҡытыусыбыҙ менән йәш араһы ни бары егерме йыл. Сығарылыш кисәһенән һуң ҡояш ҡаршылаған таң кисәгеләй иҫтә.

Беҙҙең менән синыф етәксеһе лә бар. Ул әле берәүгә, әле икенсегә барып ҡолағына ниҙер шыбырҙай, арҡаһынан һөйә. Оло, олпат ине апайыбыҙ беҙҙең өсөн ул саҡта. Асылда уға ни бары утыҙ  ете йәш булған. Бөгөн утыҙ етене ҡыуғандарҙың йәш тә, иҫәр ҙә булыуына көнләшеп ҡарайбыҙ.

- Илатаһығыҙ бит, Мөршиҙә апай. Ә беҙ дәрескә килгәйнек, - мәктәп йылдарында алыштырғыһыҙ синыф старостаһы, комсорг булған Миңһылыу ролгә инеп, шаярып өндәште.

- Тәүҙә сәйләп алайыҡ. Ҡыҙҙар, тиҙ генә өҫтәл әҙерләгеҙ. Мин малайҙар менән һөйләшә торайым.

- Дәресте беҙһеҙ башламағыҙ, - тип, ҡыҙҙар аш бүлмәһенә йүнәлде.

Алып килгән күстәнәстәр менән матур табын ҡороп, сәй эстек. Өҫтәлде йыйыштырып алғансы күберәк мәктәп йылдарының ҡыҙыҡ мәлдәрен иҫләп ултырҙыҡ.

- Балалар, - Мөршиҙә Рәхим ҡыҙы етдиләнгән тауыш менән өндәште. - Һеҙ мине күп тыңланығыҙ, һорауҙарыма күп яуап бирҙегеҙ дәрестә. Бөгөн мин һеҙҙең алда яуап тотам. Уҡытыусығыҙға бирелмәй ҡалған һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ. Рәғип, һин һәр саҡ төптән уйлап эш иттең, әйҙә, башла.

Рәғип иптәштәренә күҙ йөрөтөп сыҡты ла, яуабы һәр саҡ әҙер уҡыусылай, һорауға керешеп тә китте:

- Мөршиҙә апай, мин бер хәлде йыш иҫләйем. Әгәр яуап алмаһам, үкенескә ҡалыр.  Владимир Маяковскийҙың биографияһын һәм әҫәрҙәрен үткәндә, уның фажиғәле үлеме тураһындағы юлдарҙы уҡып, һеҙ беҙҙән, уҡыусыларығыҙҙан, тартынмай илағайнығыҙ. Нишләп шул мәлдә күҙегеҙгә йәш алдығыҙ, Мөршиҙә апай?

- Маяковский күңелемә яҡын шағирҙарҙың береһе шул. Иҫләйһегеҙме:

Парадты яратабыҙ,

                    күркәм йырҙы ла.

Матур һөйләйбеҙ

                    халыҡ алдында.

Тик пәрҙә аҫтында,

                    күтәрһәк уны -

тормош иҫкеһе.

Йыйылыштарҙа һайрай:

                  Алға, иптәштәр…

Ә өйҙә,

       онотоп ошо аһәңде,

ҡатынын битәрләй:

        йә татһыҙ ашың, ти,

йә тоҙһоҙ ҡыярың.

Ниндәй тормошсан, хәҡиҡәттең үҙе бит был. Һәр кемгә йәбештереп була. Тура һүҙле булғанға яратам Маяковскийҙы.

Ул утыҙ ете йәшендә китә… Үҙ ихтыяры менән... Теүәл генә, фәҡәт һеҙҙең алдығыҙҙа илағанымды иҫләмәйем. Ундай хәлдәр булғылай ине. Һеҙҙең менән Маяковский ижады темаһын үткәндә миңә утыҙ ете йәш тирәһе булған.  Бәлки, уның тормошон үҙемдеке менән сағыштырып ҡарағанмындыр: утыҙ етелә - ул бөйөк, ә мин - бер кем дә түгел. Ул фанилыҡта эшен ғәмәлләп баҡыйлыҡҡа атлай, ә мин  һаман бына-бына тормошто өр яңынан башлармын кеүек, - уҡыусы хәлендә ҡалған уҡытыусы бер килке уйланып ултырҙы ла, һүҙен дауам итте.- Моғайын, шағирҙы йәлләгәнмендер ҙә.  Бик йәшләй киткәнгә. Тормоштоң бәғерһеҙлегенә, хатта бөйөк шәхесте лә үҙһенмәүенә хайран ҡалып, үҙемде, саф балалыҡ өмөттәре менән донъяға баҡҡан һеҙҙе йәлләп илағанмындыр. Тормош үкенесле шул. Илар өсөн сәбәптәре күп. Ә шағирҙар, тапҡыр һүҙ менән күңелебеҙҙең иң нескә ҡылдарын тирбәтеп, үкенестәрҙе сағыуыраҡ, көслөрәк кисерергә мәжбүр итә.

- Апай, иҫләйһегеҙме, һеҙ беҙҙе бер тапҡыр ныҡ әрләнегеҙ. Яман  һүҙҙәр менән, биттән алып. Беҙ ятаҡҡа ҡайтҡас, бер-беребеҙгә күтәрелеп ҡарарға ла оялып йөрөнөк. Нимә өсөн әрләүегеҙ иҫтә ҡалмаған. Ә һүҙҙәрегеҙ, шул саҡтағы сырайығыҙ күҙ алдында, -  көтмәгәндә башланып киткән әңгәмәне Миңһылыу элеп алды.

- Мин һеҙҙе әрләмәгәнмендер. Кәйефемдең насар сағы булғандыр. Хәҙерге заманса әйткәндә, йыйылып киткән стресты сығарғанмындыр. Кеше бит, нисек кенә маһаймаһын, үҙен тәбиғәт батшаһы тип атамаһын, ҡырағайлыҡтан алыҫ китмәгән. Идеал түгелбеҙ.  Ваҡыты-ваҡыты менән тәбиғәтебеҙҙе, түбән асылыбыҙҙы, күрһәтеп алабыҙ. Мин дә эсемә йыйылып киткән ҡара үттән ярһып, сыҙай алмай, ҡөһөрөмдө яҡлаусығыҙ булмаған һеҙгә төшөргәнмендер. Үтте ҡайнатырлыҡ сәбәптәр йыш булып торҙо эштә.

Күп йылдар бер коллективта - бер ҡаҙанда ҡайнаған кешеләр араһында мөнәсәбәттәр юғары сәйәсәттәге кеүек ҡатмарлы, кем әйтмешләй, күп векторлы була, аҫтыртын төҫ ала. Кем уҫал, хәйләкәр, ышаныслы таянысҡа терәлгән, шул өҫкә сыға, хәл-ваҡиғаны үҙенсә көйләй башлай. Ундайҙар үҙһенмәгән кешеләрҙе ситләтә.  Мин һүҙ йөрөтмәнем, ишеткәндәремде эсемә йомам да ҡуя инем, ятын ҡылыҡтарҙы күрмәҫкә тырыштым. Ике йөҙлө була белмәнем…

Булғандыр… Көтөүсе ҡөһөрөн малға төшөрһә, уҡытыусы - балаларға инде. Ундай хәлдән һуң ныҡ ғәрләнә торғайным, өйгә ҡайтып, үҙемдең, кешеләрҙең бәғерһеҙлегенә әсенеп илар булдым. Буҫлығып ҡараңғы бүлмәлә балауыҙ һығып алһаң, күңел бушап ҡала...

- Апай, нишләп һеҙ ғүмерегеҙҙе яңғыҙлыҡта үткәрҙегеҙ? - хәтәр һөйләшеүҙе башлағанда Мөршиҙә Рәхим ҡыҙы был һорауҙы урап үтә алмаясағын белгәндер, моғайын. Шулай булһа ла уны ишеткәс, башына күҫәк төшкән кеше шикелле, сүгәләгәндәй итте.

Тормошта яңғыҙ булманы ул. Көнө буйы мәктәптә балалар менән, өйөнә ҡайтһа - әсәһе, улы ҡаршы ала. Һикһән йәшен еткереп донъя ҡуйҙы ҡәҙерле кешеһе. Улы ла ситкә китмәне, бөгөнгәсә янында. Тик кәләш алып, килен йомшау, ҡартәсәй булыу ҡыуаныстарынан ғына мәхрүм итте.

Пенсияға сыҡҡас, үҙешмәкәр вокал төркөм ойоштороп, ҡала, район фестиваль-конкурстарында даими ҡатнашты, иң яҡын әхирәттәрен туплаған коллектив дуҫ, бер ғаилә кеүек, татыу булды. Ҡаты ауырып китһә лә, ташламайҙар, һәр саҡ янындалар.

Уҡыусылыры тупһаһын һыуытмай. Шәберәк сағында, хатта өйҙәренә саҡырып, ике-өс көн ҡунаҡ итеп ҡайтаралар ине.

Эйе, тормош иптәшенән уңманы. Биш йыл ғына бергә йәшәп ҡалдылар. Берекмәне тормоштары, айырылыштылар. Башҡаса никахҡа инмәне.

Ваҡыт дауалай, тиҙәр. Ул ҡасандыр яндырып-көйҙөргән хис-тойғоларҙы, бөтә кисерештәрҙе юйып ташлай. Кеше үҙ тормошоноң яңы миҙгелен башлағанда үткән осорҙоң хәтирәләре менән йәшәһә лә, артабан улар һүрелә барып, һирәкләп кенә иҫкә төшә. Йөрәккә тәрән яра һалғандары ғына ваҡыты-ваҡыты менән һулҡылдап ала.  Был һорау Мөршиҙә Рәхим ҡыҙының уңалмаҫ яраһына тейҙе.

- Мин иремдән уңманым, - тип башланы һүҙен, уйсан ҡарашын иҙәнгә төбәп. - Һуғыш осоро балалары булғанғалыр, беҙҙең быуын тормошҡа етди ҡараш менән инде. Ас-яланғас үҫкәс, йәшәргә тырышып яттыҡ. Тәүҙә  - йәш саҡта - шулай булдыҡ. Аҙаҡтан күптәр һынды. Бигерәк тә - ирҙәр. Эскелеккә бирелделәр, ҡыланыштары бәйелһеҙләнде. ғаиләләрҙә ғауға йыш булды, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа ҡыйырһытылды.  

Яратып, үҙемдән олораҡ кешегә тормошҡа сыҡтым. Бәлки, яратыу ҙа булмағандыр. Хәҙер уйлайым да, моғайын, атайһыҙ үҫкән ҡыҙ бала үҙенә ел-ямғырҙан ышыҡ эҙләгәндер, тип ҡуям. Баштан насар йәшәнек. Тора-бара мин унан ҡурҡа башланым, шунан ытырғаныу тойғоһо уянды.Ҡатын-ҡыҙ асылымды мыҫҡылланы. Түҙмәнем, бер көндө баламды алдым да, ағайымдарға сығып киттем. Ғүмерлеккә ир-атҡа күңелем ҡалды. Һоратыусылар булды, барманым. Эйе, ғүмерем яңғыҙлыҡта, заяға үтте. Хәҙер үкенәм. Оло үкенесем ул, - хәлһеҙ тауыш, һүнә барып, тымып ҡалды. Бүлмәлә тәрән тынлыҡ урынлашты. 

- Ошо отличниктар уҡығанда ҡаҡшатты, ҡартайып баралар, әле  лә ғәҙҙәттәрен ташламайҙар. Маяковский, имеш. Ә беҙгә, аҙ ғына иҫәр, бер күҙгә ҡылыйыраҡ, көмрөгә тартым иңбашлы “өслө”ләр моҡсайҙарына тамаҡ яҡыныраҡ, - мәктәптә артыҡ күҙгә эленмәгән, оло тормош юлында иһә үткен һәм шаян бисәгә әүрелгән Зарифа телгә килде. -  Мөршиҙә апай, һигеҙенсе март байрамы алдынан һеҙ бөтә  синыфты - утыҙ алты кешене - тәмлекәс-пироженныйҙар менән һыйланығыҙ бер осор? Һәр беребеҙгә ҙур өлөш таратып бирҙегеҙ. Ҡара иҫәп менән ун-ун ике һум сыҡҡандыр. Совет заманы өсөн ярайһы ғына ҙур аҡса…

- Аңланым тел төбөңдө, - йөҙө яҡтырып киткән Мөршиҙә Рәхим ҡыҙы Зарифаны бүлдерҙе. - Баланың ҡыуанғанын күреү минең өсөн - оло ләззәт. Бала  ике йөҙлө була белмәй, уның күңеле һәм теләктәре саф… Ул перожныйҙарҙы иҫләйем. Ҡыуандырғым килде һеҙҙе. Ана, һаман онотмағанһығыҙ, рәхмәт төшкөрҙәре. Аҡсаның артығы булмаһа ла, эш хаҡым  тормош көтөргә етә ине, хәйер-саҙаҡа иҫәбе лә бар бит.

- Мөмкинме миңә? - Себер тарафтарында төпләнгән Морат һүҙ алды. - Армиянан ҡайтышлай һеҙгә һуғылдым, Мөршиҙә апай, иҫләйһегеҙҙер?

- Һуң, иҫләмәй. Әле лә, ғорурланып, тыуған йортона ла ҡайтып етмәй иң беренсе миңә, уҡытыусыһына, инде, тип маҡтанып кешегә һөйләйем.

- Һеҙ миңә араҡы тәҡдим иттегеҙ…

- Ныҡ ғәрләндем аҙаҡ. Ҡулымдағы шешәгә төбәлгән аптыраулы, уңайһыҙланған йөҙөңдө күргәс, яҙыҡ эшләүемде аңланым. Ҡарашыңда сәйерһенеү, буталсыҡ кисерештәр сағылды. Юҡ, апай, мин эсмәйем, тинең. Миңһылыу, зинһар өсөн, миңә ярҙам ит. Һин дә уҡытыусы, ошондай хәлгә ҡалғаның булдымы?

- Мөршиҙә апай, мин Мораттың тойғоларын аңлайым. Беҙҙең өсөн үҙ уҡытыусыбыҙ - изге кеше. Һеҙ түшәк тураһында әйтеп һалғас, ҡыҙҙарҙың бит алмалары алһыуланып ҡуйҙы. Фәрештә кеүек һауа менән туҡланмаһағыҙ ҙа, тормошта була торған насар эштәрҙән ситтә тороуығыҙ беҙҙә бөгөн дә шик тыуҙырмай. Эскелек иң алама ғәҙәттәрҙең береһе, тип тәрбиәләнегеҙ. Һеҙ - һәм араҡы…Мораттың баҙап ҡалыуына аптырайһы түгел.

- Эйе, яңылыштым, буталдым ул мәлдә мин. Тормоштоң ике йөҙлө булыуы бутаны. Алдымда армиянан сынығып ҡайтҡан егет торһа ла, унда  иң элек уҡыусымды күрергә тейеш инем. Морат миңә һабаҡ бирҙе. Тормош һабаҡтары күп булды…- Мөршиҙә Рәхим ҡыҙы моңһоу күҙҙәре менән тәҙрәгә, сағыу ҡояш төшкән баҡсаға баҡты. Ҡарашында сиге лә, төбө лә булмаған үҙәкте өҙгөс һағыш ята ине. – “Кешеләр, арыҫландар, бөркөттәр һәм ҡыр тауыҡтары, мөгөҙлө боландар, ҡаҙҙар, үрмәкселәр, һыуҙа йәшәгән өнһөҙ балыҡтар, диңгеҙ йондоҙҙары һәм күреп еткереү мөмкин булмаған башҡалар - ғөмүмән, бөтә ғүмерҙәр, бөтә ғүмерҙәр, бөтә ғүмерҙәр, моңһоу әйләнеш үтеп, һүнделәр …” -  Антон Чехов, балалар. Һуңғы дәресемде мин тартып-һуҙып “өслө”гә үткәрҙем. Баһам шулай! Тормошомдоң баһаһы, балалар!..

Ярты йыл үткәс, һалҡын көҙ мәлендә, Мөршиҙә Рәхим ҡыҙы менән мәңгегә бәхилләштек. Уның үҙе үткәргән “һуңғы дәресенә” ни өсөн “өслө” ҡуйыуы беҙгә сер булып ҡалды.  Һорауҙарҙың бигерәк ауырын бирҙек шул. 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: