+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
29 Декабрь 2024, 12:25

Бәхет утрауында

Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина: «Ҡайҙа барһам да, иң тәүҙә балаларҙың һәм өлкәндәрҙең күҙҙәренә иғтибар итәм. Ишектән инеүебеҙгә ауыҙ тултырып «Һаумыһығыҙ!» – тип ҡаршылаған балаларҙың балҡыулы ҡарашын, уҡытыусыларҙың ҡурсалаусан мөғәмәләһен  күреү менән башыма: «Ҡалай ҡәҙерләп үҫтергән балалар», – тигән уй килде. Кешенең «иң бәхетле сағым», тип ғүмер буйы иҫләп, көс алып йәшәр йылдарын үҙенең ауылындағы мәктәптә, туғандарса мөхиттә үткәреүҙең ни тиклем мөһим икәнен, нишләптер, тап Сурайҙа уйланым.

Бәхет утрауында
Бәхет утрауында

Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы һымаҡ шәхестәр йәшәүгә ысын мәғәнәһендә дәрт бирә. Донъяла бер кешенең яҡшылығынан бик күп нәмә торғанын, бер сыранан ҡырҡ сыра тоҡандырып булғандай, үҙенең изге ниәте менән бихисап кешеләрҙе матур ҡаҙаныштарға рухландыра алғанын күреп күңел үҫә. Яҡшылыҡтың, ғәҙеллектең, миһырбандың арабыҙҙа йәшәп ятҡанынан был.

Республикабыҙҙың алыҫ төбәгендә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт  тотоп йәшәгәнгә күрә, осрашыуҙарға йөрөргә бик үк форсатым юҡ. Әммә ошондай оло йөрәкле, йомарт ҡуллы, әҙәбиәт менән сәнғәт йәһәтенән зауыҡлы, ә шул өлкәлә хеҙмәт иткән кешеләргә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы кешенең саҡырыуын кире ҡаға алманым, әлбиттә. Мәүлит Ямалетдиновтың шиғри тәржемәләгән «Ҡөрьән» китабын баҫтырыуға ярҙам иткән кешенең һүҙен нисек йыҡмаҡ кәрәк?

Ә уның үҙ ауылындағы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ауылдаштары менән таныштырырға теләүен бер мәртәбәләй ҡабул иттем. Тормош юлдашы менән икеһе бергә һаҡлап алып ҡалған мәктәп, мәктәп ҡаршыһында ғына һалдырған мәсет, мәсет ихатаһында тыуған илебеҙҙе яҡлап һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған обелиск –  үҙем барып күргәс, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең сығышын ишеткәс, ошо мәсеттең имам-хатибының тәрән ихласлыҡ менән әйтелгән доға теләктәрен тыңлағас – был урын миңә үҙенә күрә бер һөйөү утрауы  булып тойолдо», – тип уй-хистәре менән бүлеште билдәле яҙыусы.

 

Тәбрикләү

Миңзәлә Фазлетдиноваға

Таң менән мин һеҙҙе ҡотларға ашығам,

Гүйә, мин ҡысҡырам менеп тау башынан:

Донъяны һеҙ тотҡан изгелек ҡотҡара!

Бәхеткә әйләнеп, янында ҡот бара!

 

Гүйә мин менәмен бейек тау башына,

Һөйләшкән ваҡытта, килгәндә ҡаршыңа.

Күңелде үҫтерер, әйҙәр тик хыялға...

Маҡсатҡа етергә, тиң булып ҡыянға.

 

Һынауҙы үтергә, кешесә, сыҙамлы,

Тәүәккәл булғанда, аҙымың ырамлы...

Мин һеҙҙе бөгөн дә ҡотларға ашығам!

«Яратам!» – тип әйтәм тауҙың иң башынан!

 

Ҡәләмдәшем Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарова менән Әлшәй районы Сурай урта мәктәбе уҡыусылары, ауыл халҡы менән осрашыуға йыйындыҡ. Барыһы ла ыңғай ғына тура килде: ваҡыты ла, юлы ла. Ошо ауылға өсөнсө тапҡыр килеүем. Быға хәтлем журналыбыҙҙың дуҫы – Сурайҙа тыуып үҫкән билдәле шәхес, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле эшҡыуар, «РУМИКС» ғилми-етештереү фирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдинова «Ағинәй» мәсетендәге, мәктәптәге сараларға йәлеп иткәне булғайны. Тормош иптәше Ҡадурий менән ауыл халҡы өсөн «Ағинәй» мәсете төҙөткән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары хөрмәтенә обелиск ҡуйҙырған, мәктәпте лә, Аллаһ йортон да ишек, тәҙрә генә түгел, компьютер, ҡурайға хәтлем хәстәрләп, үҙ ярҙамынан бер ҡасан да ташламаған хөрмәтле апайҙарын бында һәр ваҡыт һөйөнөп ҡаршылайҙар. Әммә был юлы Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы, осрашыуҙы үҙе ойоштороуға ҡарамаҫтан, билдәле сәбәптәр арҡаһында, беҙҙең менән ҡайта алманы.

Утыҙ йылға яҡын мәктәп коллективы менән етәкселек иткән Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы Солтангәрәева хаҡында «Башҡортостан ҡыҙы»нда (10-сы һан, 2020 йыл) баҫылған «Балаларға арналған ғүмер» очергы аша беләһегеҙ. Бер заман, 2012 йылда, Әлшәй районының Сурай ауылында мәктәп ябылыу ҡурҡынысы килеп тыуа. Сөнки уҡыусылар һаны тейешленән кәм булып сыға. Шул саҡта уҡытыусылар бәләкәй күрше ауылдарҙан район үҙәгендә, йәки Дәүләкәндә интернатта ятып уҡырға мәжбүр балаларҙы йәшәргә үҙ йорттарына алып ҡайта, бер тин хаҡ һорамай бушлай ҡарай. Шул рәүешле мәктәп һаҡлап ҡалына. Был юлы ла беҙҙе балалары, электән ошонда хеҙмәт иткән мөғәллимәләре менән шат йылмайып Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙының ҡаршы алыуы күңелгә рәхәт булды. Элекке тәртип, йылылыҡ әле лә һаҡлана, тимәк. «2012 йылдан 2020 йылға тиклем балалар ҡараныҡ. Уҡытыусылар өйҙәрендә 2-шәр, 3-әр бала тотто. Уларҙың тормош иптәштәренә рәхмәт – балаларҙы аҙна һайын илтеп ҡуйып, барып алалар ине. Ауыл халҡы ла аңлап ҡараны. Балаларға ҡулдан килгәнсе ярҙам иттеләр. Уҡыусыларыбыҙҙы тәрбиәләүҙә мәктәп эргәһендә генә торған мәсеттең өлөшө ҙур. Иманлы, тәртипле булып буй еткерҙе улар. Ауыл муллаһы Жәүит Ризуанов хәҙрәт үҙе лә, мәсеткә балалар инһә, тәрбиәүи, әхлаҡи һөйләшеүҙәр үткәре уларға тормошта юғалып ҡалмаҫҡа көс бирҙе, ҡанаттарын нығытты. Барыһы ла, үҙ юлын табып, һөнәрле кеше булдылар. Әлеге көндә туғыҙ йыллыҡ мәктәптә 32 бала уҡый», – ти Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы.

Ҡармыш ауылы хакимиәте башлығы Дауыт Урал улы Шәкүров та беҙ биргән «Илһөйәрлек тәрбиәләү» дәресенә ҡушылды һәм ауылдаштары хаҡында матур мәғлүмәттәр еткерҙе:

– Тыуған ауылығыҙ менән ғорурланып йәшәгеҙ. Уның киләсәге – һеҙҙең ҡулда. Ауыл – халҡы менән данлы. Эшһөйәрҙәр йәшәй бында. Ҡарап тормайҙар – барыһы ла ҡулдарынан килә. Сит яҡҡа китһәләр ҙә һынатмайҙар. Донъяһын гөрләтеп көтәләр. 2015 йылда ауылдың 270 йыллыҡ юбилейын үткәрҙек. Күркәм йорттар үҫеп сыҡты. Мәктәп тамамлағандар араһында эшһеҙлектән интегеүселәр юҡ. Ринат Дәүләткирәев, нефть институтын бөтөп, инженер булып эшләй. Илдар Сәхибгәрәев финанс министрлығында хеҙмәт итә. Мәктәптә төплө белем бирәләр. Һеҙ, балалар, атай-әсәйгә, тыуған төйәккә ҡайтып, кәрәкле кеше булабыҙ, тигән маҡсат ҡуйырға тейешһегеҙ. Һеҙгә ҡарап, башҡорт милләте хаҡында фекер йөрөтәсәктәр.

Бөгөнгө көндә барған МХО илебеҙҙең сиктәрен, бөтөнлөгөн  һаҡлау маҡсатын тота. Бәләкәй генә ауылдан бик күп ағайҙарығыҙ яуҙа йөрөй. Белеүегеҙсә, Ғәзинур Әхмәткирәев отпускыға ҡайтып китте, Альмир Солтангәрәев һәм Фидан Миңлеғәлиев ауыр яраланды, әлеге ваҡытта ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Әмирйән Зарипов ошо яуҙа батырҙарса һәләк булды. Марат Сәхибгәрәевтан хәбәр юҡ, Илфак Вәлиев, Урал Мусин, Ғәзим Һәүбәнов, Раил Хәсәнов, Илмир Муллағәлиев, Руслан Шәмсетдинов, Рифҡәт Зарипов әлеге ваҡытта  – тыуған илебеҙ һағында. Махсус хәрби операция башланған көндән  алғы һыҙыҡта ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡан Русландың «Батырлыҡ» орденына һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булыуын ишетеп һөйөндөк. Уның ҡаһарманлығы, бөтә Сурай ир-егеттәренең даны булып, уҙамандарыбыҙҙың көслө, ҡыйыу, батыр рухын ҡабат иҫбатланы. Еңеү менән ҡайтһындар, тип теләйек, – тине ул.

Балалар үҙҙәре лә ҡунаҡтар алдында тел, ил хаҡында шиғыр уҡыны, йыр башҡарҙы.

Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарова илһөйәрлек көсө, хыялдарҙың тормошҡа ашыуы, белемгә ынтылыш кешегә юлдар асыуы хаҡында һөйләне. Уҡыусылар, «Башҡортостан ҡыҙы» хаҡында ла ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп, уның эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәттәр алды.

Яҙыусылар менән осрашыу ауыл халҡында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

«Ағинәй» мәсетендәге сарала Сурай ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе, ауыл-дың депутаты һәм старостаһы Зөбәржәт Садиҡ ҡыҙы Ғәбдүлмәнова клубта ҡатын-ҡыҙҙарҙың маскировкалаусы селтәрҙәр үреүҙәр  барыһының да Еңеү өсөн хәлдән килгәнсе ярҙам итергә тырышыуы хаҡында ғорурланып һөйләне. Мулла Жәүит Ризуанов ауылда гүзәл зат-тарҙың тотҡан ролен юғары баһаланы.

Сурайға тағы бер килеп урарбыҙ әле, тигән изге ниәттәр менән ҡайттыҡ сәфәрҙән. Бәхет утрауы үҙенә гел тартып тора шул.

 

Әлшәй районы.

Бәхет утрауында
Бәхет утрауында
Бәхет утрауында
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас