-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
8 Декабрь , 21:08

Ерҙең ҡояшлы яғында

Күк Ирәндек тауҙарына һыйынып ҡына ултырған Сибай ҡалаһы салт аяҙ күге, көҙгө сағыу ҡояшы менән ҡаршы алды. Урал аръяғының йөҙөк ҡашы һаналған, лайыҡлы йәшәү өсөн бөтә мөмкинлектәре булған был ыҡсым, матур ҡалала рухиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ һағында тороусы уңған, ихлас халыҡ йәшәй. Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә Сибай ҡалаһында «Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы» тигән күркәм сараның юғары кимәлдә үтеүе лә – әйткәндәргә асыҡ дәлил.

Ерҙең ҡояшлы яғында
Ерҙең ҡояшлы яғында

Буласаҡ йәш әсәйҙәрҙе, гүзәл заттарҙы тәрбиәләү, уларға сетерекле тормош хәленән сығырға ярҙам итеү, ағинәйҙәрҙең алтын аҡыл-кәңәшен еткереү – ошо изге ниәттәрҙе маҡсат итеп ҡуйған сараның ойоштороусылары – Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы. Ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге ғәйәт ҙур ролен, тотҡан урынын, әһәмиәтен сағылдырған эшлекле һөйләшеүҙә мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сибай ҡалаһы ҡала округы советы сәркәтибе Элиза Киреева, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева, Сибай ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Сажиҙә Ғәниева, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙә-ниәт идаралығы начальнигы Гөлиә Нәҙерғолова, ҡаланың атайҙар ҡоро рәйесе, СССР-ҙың спорт мастеры Фәнил Әминев, «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе Асия Ғәйнуллина, Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина, педагогик хеҙмәт ветераны Светлана Буранбаева, Сибай ҡалаһының эске эштәр бүлеге инспекторы, полиция лейтенанты Элина Шевкунова, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Диана Замановаларҙың сығышы йөрәктәргә үтеп инде.

Өс өлөштән торған мәҙәни сараны Сибай ҡалаһы ҡала округы советы сәркәтибе Элиза Киреева асып, күләмле осрашыуҙың мөһимлеген, маҡсаттарын билдәләне һәм маҡтау грамоталары тапшырҙы. Сибай ҡалаһы  хакимиәтенең Рәхмәт хатына Гүзәл Сыңғызова, Мәстүрә Ғибәҙуллина; Башҡортостан Респуб-ликаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзының Почет грамотаһына Лариса Фәйзуллина, Зәлиә Йәнбәкова,Альбина Сәлихова; Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайының Рәхмәт хаттарына Диана Сөләймәнова һәм Рәзилә Иҫәндәүләтовалар лайыҡ булды.

Сарала ҡатнашҡан йәш һылыуҙарға ҡатын-ҡыҙҙар консуль-тацияһы мөдире Диана Заманова үҙ һаулығыңды хәстәрләү, даими рәүештә табиптарға күренеү, оҙайлы көсөргәнеш кисереүҙең кире һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Ә Сибай ҡалаһының эске эштәр бүлеге инспекторы Элина Шевкунова йәш гүзәлкәйҙәрҙе тәүге һөйөү хистәренә бәйле ауыр енәйәттәрҙән аралап, уларҙы булдырмаҫҡа өндәне. «Дуҫлашып йөрөгән егеттәрегеҙгә, үс алыу маҡсатынан, ул мине көсләне, тип яла яғыуҙан һаҡ булығыҙ! Уның өсөн яуапҡа тарттырыу ҡаралған. Бындай хәлдәр хәҙерге көндә йыш күҙәтелә. Һылыуҙарыбыҙ, зинһар, үҙегеҙҙең һәм егеттәрҙең яҙмышын боҙмағыҙ», – тине Элина Эрнест ҡыҙы үҙ сығышында.

«Башҡортостан ҡыҙы» журна-лының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева: «Беҙ Сибайға оло теләк менән, ҡанатланып киләбеҙ. Сөнки тап бында «Башҡортостан ҡыҙы»н яратып алдырған, уның йөҙөн билдәләрҙәй, ышаныслы, яҡын әхи-рәттәребеҙ йәшәй. Ошо йөрәк йылытыр яҡынлыҡ киләсәктә лә алыҫ араларҙы яҡынайтһын, бөгөнгө ауыр заманда бер-беребеҙҙең терәк-таянысын тойоп йәшәйек», – тине һәм килгән ҡунаҡтарға автографлы китаптарын, журналдар бүләк итте. Сибай ҡалаһының атайҙар ҡоро рәйесе Фәнил Әминевтың атайҙар абруйы хаҡындағы сығышы ла күңелдәргә хуш килде.

Ҡатын-ҡыҙға арналған бай йөкмәткеле кисәгә Айһылыу Әминева етәкләгән «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеү-ҙәре ансамбленең, педагогия колледжының «Ялҡын», 2 Д төркөмө вокаль ансамбле ҡыҙҙарының сығыштары (етәкселәре Әлфиә Балхина), физкультура бүлегенең 4-се курс студенты Илсур Рамазановтың тасуири шиғыр һөйләүе йылылыҡ һәм наҙ өҫтәне.

«Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡ-лаусы» исемле сараның төп өлөшө тамамланғас, алты йүнәлешкә бүленгән оҫтаханалар үҙ эшен башланы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, алтын ҡуллы Асия Ғәйнуллина һәм «Ете ҡыҙ» халыҡ ижады һәм этнография студияһы етәксеһе Миңзилә Ғәйнуллина «Традицион халыҡ мәҙәниәте» оҫтаханаһында һылыу-ҡайҙарҙы ҡулъяулыҡ сигеү серенә төшөндөрҙө.

«Башҡорт ҡумыҙы – Урал тауыштары» оҫтаханаһында «Яугүл» ҡумыҙ-сылар халыҡ ансамбле етәксеһе Дилара Рафиҡова аҙ ғына ваҡыт арауығында ҡумыҙ сиртергә өйрәтте. Унда ҡатнашыусылар «Ете ҡыҙ» көйөн данлыҡлы музыкантыбыҙ      Роберт Заһретдиновтың ҡумыҙында уйнау бәхетенә иреште. Дилара Мөхөтдин ҡыҙы: «Аллаһы Тәғәлә халҡыбыҙҙы ғилемгә, һөнәр алыуға өндәгән. Белемле кешенең юлы яҡты,  асыҡ була», – тип студенттарҙы ка-миллашыуға әйҙәне.

«Ҡатын-ҡыҙ – ырыу һәм ғаилә һаҡсыһы» оҫтаханаһын «Мироколица» рус йыры халыҡ ансамбле етәксеһе Татьяна Борисовна Вершинина алып барҙы. Ул ҡатын-ҡыҙҙың асылы Һыу, Һауа, Ер, Ут стихияларынан тороуын, гүзәл заттың сәс толомдарының юғары көскә эйә булыуын билдәләне. Һәм ҡатын-ҡыҙҙы  яман көстәрҙән, насар күҙҙәрҙән һаҡлаусы, яҡлаусы ҡурсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ә «Тылсымлы моң иле»ндә «Миләш» халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Мәмдүҙә Илбәкова йырларға өйрәтте. Динә Талхина һүҙҙәренә Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы үҙе ижад иткән «Өләсәйем нәсихәттәре» йыры  сараның матур бер биҙәге булды.

Сибай ҡалаһы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Ерҙең ҡояшлы яғында
Ерҙең ҡояшлы яғында
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: