Байрам алдынан күптәнге дуҫыбыҙ, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаеваға инеп сыҡтым.
«Журналды беҙҙең районда яраталар, яҙылыу ваҡытында әүҙем генә эшләп алырбыҙ», – тип вәғәҙә бирҙе ул. Әйткәндәй, баҫмабыҙға 24 октябргә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бар.
Байрамды үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге етәксеһе Эльвира Хөсәйенова йәнле итеп алып барҙы. «Ағиҙел һылыуҙары», «Алағуян ҡыҙҙары» командалары оҫталыҡта, зирәклектә көс һынашты. Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова әйтеүенсә, «Бәлеш байрамы» йыл да үткәрелгән матур йолаға әйләнгән. Ә бәлештәрҙең ниндәйе генә юҡ ине! Алманан, кишерҙән, кәбеҫтәнән, картуфтан, иттән... Һәр береһе үҙе бешергәнен яҡланы, рецептары менән бүлеште, командалар аш-һыуға бәйле йомаҡтар ҡойошто, таҡмаҡтар әйтеште, йыр-бейеүҙә ярышты. Мәҙәниәт йорто артистары Нур Йәнбирҙин, Лилиә Шәмиғолова, Нәзилә Әлибәкованың моңло йырҙары күңелгә дәрт өҫтәне.
Бөрйән районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2024) һанында уҡығыҙ.