+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
17 Апрель , 12:06

Баймаҡта әҙәбиәт яраталар

Был хаҡта барыбыҙға мәғлүм. Журналыбыҙҙы ла иң күп алдырыусы райондарҙың береһе ул. Баймаҡ, тиһәләр, ашҡынып сәфәргә сығабыҙ. Был юлы ла маҡсатыбыҙ – журнал уҡыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәр менән күҙгә-күҙ осрашыу, фекер алышыу ине.

Баймаҡта әҙәбиәт яраталар
Баймаҡта әҙәбиәт яраталар

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Милли әҙәбиәт музейы директоры, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, «Шоңҡар» журналының яуаплы сәркәтибе, яҙыусы Венер Исхаҡов, прозаик, тәржемәсе Рәйлә Сабитова, тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова, музей хеҙмәткәре Хәмит Әбүбәкиров менән йәнле осрашыу үтте.
Артабан Башҡортостан Яҙыусылар союзының күсмә шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр секцияларында Рәйес Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби берекмәһе ағзаларының әҫәрҙәре ҡаралды. Раушания Хажиева, Мансур Рәхимғолов, Сынтимер Юлыев, Илнара Аҡбулатова, Фәйрүзә Солтанғолова, Фәнилә Йәндәүләтова, Тәнзилә Йәнтилина, Сәлимә Барлыбаева, Гөлзифа Исрафилова, Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева, Зәкиә Юнысбаева, Асия Бикбова, проза өлкәһендә Әнүзә Мәжитова, Рәйсә Иҫәнбаева, Таңһылыу Йәнтүрина, Айһылыу Юнысбаева, Борис Хәйретдинов, Таңһылыу Вәлиеваларҙың ҡулъяҙмалары тикшерелде.
Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллин студенттар менән осрашырға саҡырғас, ҡыуанып риза булдыҡ. Йәштәр менән күрешеү һәр саҡ күңелле. Ер кешеләре, бик кәрәкле һөнәр эйәләре буласаҡ йәш быуын менән аралашыу кәйефтәрҙе күтәрҙе. Әйтерһең, уларҙың йәшлек сәме беҙгә лә йоҡто.
Сыңғыҙ ауылы модель китапханаһында беҙҙе күҙ яуын алып торған матур күлдәктәрҙә ағинәйҙәр ҡаршы алды. Улар халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен сағылдырған күргәҙмә ҡорған. Һөйләшеү-аралашыу бында ла йәнле барҙы. Сыңғыҙ ауылы кешеләре үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Яҡты йөҙлө, йор һүҙле, төплө аҡыллы, рухлы халыҡ менән осрашыу күңелде байытты, ҡанатландырҙы.
Билал ауылы китапханаһындағы кисәне үҙ эшенә мөкиббән бирелгән ижадкәр китапханасы Райхана Булатова бик үҙенсәлекле итеп ойошторғайны. Ауыл кешеләре беҙҙең һәр беребеҙгә төрлө-төрлө һорау әҙерләгән. Уйын рәүешендәге фәһемле аралашыу осрашыуҙы йәнләндереп ебәрҙе.
Билал китапханаһы быйыл йыл башынан яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереү маҡсатында «Яҙыусынан – уҡыусыға» проектын тормошҡа ашыра икән.
Мәғариф ветераны Әлифә Әминева Миләүшә Ҡаһарманованың ижадын яҡын иткән. Уның һәр яҙғанын уҡый, әҫәрҙәрен яҡшы белә. Ул яҙыусының бер туған ҡоҙағыйы ла булып сыҡты.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналында донъя күргән мәҡәләләрҙе яратып уҡыған, ижадымды күҙәтеп барған мәғариф ветераны Ишһылыу Әминева сығышын тыңлау тулҡынландырғыс булды. Сулпан Шаһибалова – Тәнзилә Дәүләтбирҙинанан, Әлиә Дауытбаева Хәмит Әбүбәкировтан һорауҙарына төплө яуап алһа, Айнур Әминев өсөн Венер Исхаҡовтың ижады йәненә ауаздаш икән.
Ғәҙилә Бүләкованың уҡыусыһы Флүрә Яруллина менән осрашыуы тулҡынландырғыс төҫ алды. Китапханасы Райхана Булатова һорауҙарын Рәйлә Сабитоваға юлланы. «Интернет селтәрендә Хаят Сабитова исеме аҫтында сыҡҡан авторҙың мәҡәләләрен яратып уҡып барам. Уның «Артыҡбикә» повесы тетрәндерҙе», – тине ул.
Һорауҙар ижадҡа ла, донъяуи мәсьәләләргә лә, яҙыусыларҙың шәхси тормошона ла, мауығыуҙарына ла ҡағылды. Кисәлә үҙенең шиғырын уҡып, ҡәләм оҫталарынан төплө кәңәш алыусылар ҙа булды.
Халыҡ менән яҙыусы араһында йәнле бәйләнеште юғары кимәлдә ойошторған район хакимиәтенә, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китап­ханаһы директоры Зилә Мортазинаға, сәфәребеҙҙәге һәр осрашыуҙа китап сауҙаһы алып барған Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте етәкселегенә, уның хеҙмәткәре Илзидә Йосоповаға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Ошондай йәнле осрашыуҙар алда ла көтһөн, юлдар беҙҙе йәнә лә алға әйҙәһен!


Баймаҡ районы.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: