Тыуған яҡты өйрәнеү музейынан
Тыуған яҡты өйрәнеү музейында уның директоры Гүзәл Рәсих ҡыҙы Хәмитова беҙҙе район тарихы менән таныштырҙы. Кушнаренкоға Топорнин дворяндары нигеҙ һалған. Бөтә Рәсәйгә билдәле был нәҫел Оболенскийҙар, Вяземскийҙар, Якубовичтар, Толстойҙар менән яҡын бәйләнештә йәшәй. Музейҙа уларҙың биш йөҙҙән ашыу исемдән торған шәжәрәһе һаҡлана. Күп йылдар үткәс, Топорниндар усадьбаларын ҡытай сәйен алып килеп һатыусы сауҙагәр Грибушинға һата.
Ағиҙел йылғаһында ике ҙур пристань була, ә ауылдың үҙендә тирмәндәр һәм ярма һуғыу ҡоролмалары бик күп. Әлегә тиклем егерменән ашыу сауҙагәр йорто һаҡланған. Һуңыраҡ ауыл Башнаркомземдың сәйәси бүлеге начальнигы И.И. Кушнаренко хөрмәтенә үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кушнаренко ауылында разведчиктар әҙерләү мәктәбе эшләй, ул сер итеп тотола.
Музейҙа Кушнаренко ауылында урынлашҡан Коминтерн мәктәбе хаҡында материалдар иғтибарҙы тартып тора. Әлеге ваҡытта разведчиктар ҡулланған китаптар, документтар музей ҡарамағына күскән. Ул замандағы күренекле сәйәси эшмәкәрҙәр: Георгий Димитров, Пальмиро Тольятти, Вильгельм Пик, Долорес Ибаррури, Вальтер Ульбрихт ингән Коминтерндың Башҡарма Комитеты тап Өфөгә эвакуациялана, шунлыҡтан уның мәктәбе Кушнаренкола урынлашыуы һис тә осраҡлы түгел. Разведчиктарҙы уҡытыу сифаты тураһында һүҙ алып барғанда, шундай фактты килтереү ҙә етә: бында ГДР-ҙың Дәүләт именлеге министрлығын («Штази») етәкләгән, һуғыш йылдарында иң һөҙөмтәле эшләгән разведчик Маркус Вольф әҙерлек үткән. Ошо берәмектәрҙе ентекле йыйған Гүзәл Рәсих ҡыҙы Рәсәй Президенты грантын отҡан. Тейешле кимәлгә еткерелһә, бөтә ер йөҙөнән туристар ағылыуын көт тә тор.
Лондон халҡы – 0 меридианы, Салехардта йәшәүселәр – 66-сы, ә Ставрополь кешеләре 45-се параллелдәре менән ғорурланған кеүек, башҡортостандар ҙа 55-се нөктәне бренд итеп бөтөн донъяға күрһәтә ала. Кушнаренколар был урынды «Ерҙең кендеге» тип атай. Ер шарында 55-се параллель менән 55-се мердиан киҫешкән дүрт нөктә бар. Уларҙың өсәүһе Атлантик, Һинд һәм Тымыҡ океандарҙа, тик берәүһе генә ҡоро ергә – Башҡортостандың Кушнаренко районы Түбәнге Сәйет ауылына тура килә.
Әлбиттә, улар хеҙмәттәре менән данлы шәхестәр «Ҡара Генерал» ҡушаматы менән таныулы партизандар хәрәкәте етәксеһе Даян Мурзин, шағирә, артистка Рәғиҙә Янбулатова, донъяға билдәле балет оҫтаһы Рудольф Нуриев, әҙиптәр Рәдиф Ғаташ, Хәсән Мөхтәр, Карам Бакиров, Нәжибә Әминева, Әсхәр Кәшфуллин, Афған Ғиззәт, Лира Абдуллина менән ғорурлана. Баҡай ҡыҙҙары иң матурҙары, тиеүҙәрендә дөрөҫлөк бар: Мостай Кәримдең тормош иптәше Рауза ханым, Әнғәм Атнабаевтың ҡатыны Сәүиә апай, Миләүшә Мортазина тамырҙары менән Кушнаренкоға бәйле. Туғыҙ йыл рәттән район мәктәптәрендә йәш ижадсылар өсөн «Ҡаурый ҡәләм» үткәрелеп килеүе кушнаренколарҙың әҙәбиәт йүнәлешендә лә уңышлы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй.
Һалҡынға бирешмәй торған виноград сорттары ла тик Кушнаренко районында сығарыла.
Кушнаренколар МХО-ға гуманитар ярҙам йөҙөнән әллә күпме йөк оҙатҡан. Әле лә мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәре үреү туҡталмаған, килгән кеше ваҡытын бүлеп, үҙ өлөшөн индерә ала.
«Ҡаһарман ҡатыны», «Ҡаһарман әсәһе» күргәҙмәләре лә крайҙы өйрәнеү музейында урын алған. Шулай уҡ ҡыҙыу нөктәләрҙә булған егеттәр хаҡында иҫтәлектәр ҙә бында ҡәҙерләп һаҡлана.
Ожмах – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында
Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Заһит улы Латипов, әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, уларға йылы теләктәрен еткерҙе. РФ Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы, Дәүләт Думаһының транспорт һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мирхәтим улы Мәрҙәншин алты бала әсәһе Регина Фоат ҡыҙы Исламоваға «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы. Ул да ҡаһарман әсәйҙәргә теләктәшлеген, һоҡланыуын белдерҙе. Йыр-шиғыр, бейеүҙәр менән үрелеп барған тамашанан һуң әсәйҙәр сәй өҫтәле артында аралашты. Һорауҙарымды биреп, улар менән мин дә танышып сыҡтым. Түбәндә һөйләгәндәрен килтерәм.
Валентина Абъяпарова, 73 йәштә: «Милләтем буйынса русмын. 40 йыл ауыл мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Биш ул әсәһемен. Улым Алик «Салауат Юлаев» батальонында хеҙмәт итә. Үткән йылдың ноябрендә үҙе теләп махсус операцияға юлланды. Ялға ҡайтып китте. Улдарыбыҙҙан яҡшы хәбәрҙәр генә килһен. Үҙебеҙгә зиһен теүәллеге бирһен Хоҙай».
Ольга Валентиновна: «Бер йыл инде улым Тимур – сик буйында. Имен-һау ҡайтһын!»
Светлана Гәрәева: «Улым Фидус – Луганскиҙа. Күптән түгел генә янында булдым. Гуманитар ярҙам алып барҙыҡ. Нимә мөмкин, барыһын да алдыҡ, хатта машинаға тиклем тейәнек. Баланы туйғансы күрер өсөн өмөтләнеп бараһың, айырылыуҙары ауыр. Уны алып ҡайтырға, тигән маҡсат менән бармаһам да, йән киҫәгеңде ҡалдырып ҡайтып китеүҙәре ҡыйын».
Ильфира Кузнецова: «Тимур улым мобилизация менән китте. Иглиндән алынды. Ғаиләһе ҡалды. Биш улым бар, быныһы – өсөнсөһө. Ике аҙнаға бер тапҡыр бәйләнешкә сыға. Иҫән-һау ҡайтһын, тип гел доғаларымды уҡыйым».
Әлфиә Шәйхелисламова: «Артур Шәһиев минең ҡустым ине. Дүрт йәшенән, әсәйҙәре мәрхүм булғас, тәрбиәгә алғайным. Ете бала ҡалдылар, таралып китмәһендәр тип, беҙ бишәүһен алдыҡ, үҙемдеке алтау ине, айырмай ҡараныҡ. 11 бала буй еткерҙе. Үҫә һәм ҡул араһына инә барҙылар, бөтә эште белә инеләр. Үткән йыл сентябрь аҙағында киткәйне, февралдә үлгән, июндә алып ҡайтып ерләнек. Ике балаһы ҡалды».
Ольга Ғиззәтуллина: «Ҡаңны ауылынанбыҙ. Улым Сергей Фәнис улы яуҙа баш һалды. Былтырғы йылдың 11 июлендә алдыҡ ауыр хәбәрҙе. 37 йәшендә ине. Ике балаһы ҡады. Сабыр итәбеҙ. Йәшәргә кәрәк».
Гөлнара Сәрүәрова: «Иремдең аяғы яраланды. Госпиталдә. Мәскәүгә алып килергә тейештәр. Ҡайтам, тине инде. Көтәбеҙ».
Әсәйҙәрҙең ныҡлығынан, сабырлығынан тора донъя. Шундай улдар үҫтергән илаһи заттарға рәхмәт!
Юлдар илтте Ҡалтайға
Боронғо тарихлы, уңған кешеләре менән данлыҡлы ауыл ул. Фермер Дамир Фәнүз улы Ғилмановтың кешелеклеге, ауыл йәшәһен өсөн бихисап эштәр башҡарыуы, класташы менән мәсет күтәреүҙәре, әле яңыраҡ мәктәп алдында МХО-ла һәләк булған, үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән Ильвир Ильмир улы Ғәлләмовҡа бюст ҡуйыуҙа ла ҙур ярҙам күрһәтеүе хаҡында һөйләгәйнеләр. Уның менән мәктәптә осрашырға килештек. Бик ҡыҙыҡлы әңгәмә килеп сыҡты. Ҡатыны Эльвира Мисбах ҡыҙы ошо мәктәптә уҡыта. Ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләгәндәр. Улар хаҡында яҙмамды киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ. Әле шаулы-гөрлө мәктәп тормошона сумайыҡ. Ҡалтай мәктәбендә Гүзәл Әүхәт ҡыҙы Сафина уҡытыусылар коллективы менән таныштырҙы. 50 генә уҡыусы белем алған мәктәп татыулығы менән айырылып тора.
Мөнирә Наил ҡыҙы Ялалетдинова тарих һәм йәмғиәт фәндәренән белем бирә һәм директор урынбаҫары йөгөн тарта. Саҡмағош һылыуы Ҡалтай ауылына кейәүгә сыға һәм ерегеп йәшәп китә. Тормош иптәше менән ике бала үҫтергәндәр. «Гәзит-журналдарҙы яратып уҡыйбыҙ», – тине ул.
«Ауыл ерендә мәктәпте тотоу өсөн берҙәмлек, ярҙам итергә әҙер фиҙакәрҙәр кәрәк. Терәкле булып йәшәүгә ни етә?» – ти директор Гүзәл Сафина.
Мәктәп китапханаһында «Башҡортостан ҡыҙы»н күреп һөйөндөк. Ҡайҙа ла танып, көтөп алған дуҫтарың булыуы – ниндәй ҙур бәхет!
Булат Маликов фотоһы.
Кушнаренко районы.