Филүзә рухташым, күңелдәшем булып сыҡты. Самауырҙы йыҡҡансы сәй эстек, күңелгә еңеллек, рәхәтлек бирҙе уның менән аралашыу. Ҡунаҡ эргәһенә тағы ҡунаҡ алдым. Гөлгөнә, Гүзәл әхирәттәрем тиҙ генә килеп етте, күптән ниәтләнеп тә, саҡыра алмай йөрөгән хөрмәтле уҡытыусым Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова ла беҙгә ҡушылды. Яҡынлашып килгән 8 Март менән ҡотлап, барыбыҙға ла үҙе баш һүҙе яҙған, иҫке төркисәнән тәржемә иткән Ҡол Ғәлиҙең «Ҡиссаи Йософ» китабын бүләк итте хөрмәтле апайыбыҙ. Филүзә «Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы» тип, мине лә Миәкәгә саҡырҙы. Тап йәй мәлендә, йәмле саҡта килерһегеҙ, «аҡтирәк»тәр һеҙҙең менән танышыуға шат булыр, тигәйне ул.
Һәм бына, ниһайәт, август айының һуңғы көндәрендә беҙ Тамъян-Таймаҫҡа юл тоттоҡ. Ауылды уртаға бүлеп, Сирәш йылғаһы аға, ул, өс саҡырым юл үтеп, Димгә ҡоя. Ҡаршытауға ҡышын сана, саңғы шыуырға, яҙ, тау битләүе ҡарҙан әрселгәс, усаҡ яғырға, уйындар уйнарға йөрөгәндәр. Әминә, Шәйәхмәт шишмәләренән һыу эсә халыҡ. Ирмаш ҡойоһо – Ереклекүл ауылы менән Тамъян араһында. Олокүл, Киндер күлдәре бар.
Филүзәнең йорт алды гөл-сәскәләргә күмелеп ултыра. Баҡсаһында балан ҡыҙара. «Аҡтирәк» аҫылбикәләре менән ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Һәр береһе менән ентекләп танышам. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ улар: туғыҙ алтын бөртөгө. Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Солтанова ансамблгә Ҡаран-Ҡунҡаҫтан йөрөй. «Туғаным фольклор төркөмө төҙөргә ниәтләгәс, уға терәк булайым тип, изге башланғысын хуплап килдем. Тамъянға мин ят түгел, тыуған ауылым бит», – тине ул үҙе менән таныштырып. Ғүмер буйы почтала бүлек начальнигы булып эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаһы. Филүзә – ете балалы ғаиләлә кинйәһе. Өс ҡыҙ, дүрт ул үҫә улар. Шулай уҡ ансамблгә йөрөгән бер туғандарҙың береһе – Фәриҙә Йәғәфәр ҡыҙы Аллаярова. Ул 43 йыл мәктәптә химия-биология фәненән уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ире Ғүмәр менән татыу ғүмер итәләр.
Сәлимә Ғәбиҙулла ҡыҙы Исламғолова – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Тормош иптәше Минехай менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Тап Сәлимә апай «Башҡортостан ҡыҙы» ойошторған лотоуйында ҡатнашып, вафля бешергес отто. Беҙ уға был затлы бүләкте тапшырҙыҡ. Бик ҡыуанып ҡабул итте.
«Аҡтирәк»тәрҙең иң йәше Гөлназ Ҡазыхан ҡыҙы Динеева балалар баҡсаһында тәрбиәсе вазифаһын башҡара. Өс бала әсәһе. Ире Тәбрис Дәүләкәнгә йөрөп эшләй. Гөлнур Шамил ҡыҙы Сөләймәнова – Заһит ағаһының хәләл ефете, Филүзәнең еңгәһе. Тормош иптәше менән ике бала үҫтерәләр. Гөлнур апай ҙа почтала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Милли кейем менән ҡыҙыҡһына. Уғатарҙар өсөн кейемдәр тегеп һата, милли әйберҙәрҙе тергеҙеү, таратыу эше алып бара. Салауат ҡалаһының 75 йыллығына арналған оҫталар йыйынында ҡатнашыу уға йылы тәьҫораттар биргән.
Клара Әнүәр ҡыҙы Ғатина – ветерандар советы рәйесе. Ире Ғәбит Кәлимулла улы менән Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, был ауылға 1981 йылда килеп төпләнәләр. Клара Әнүәр ҡыҙы математиканан уҡыта, ире – географиянан. Өс балалары бар. Рита Ғәбит ҡыҙы – фән кандидаты, уртансы улы Ринат Дим районында эске эштәр бүлегендә эшләй, подполковник дәрәжәһе алған, кинйәләре Радик – нигеҙ һаҡсыһы. Әлфизә килене менән Дамир исемле ейән бүләк иткәндәр. Роза Закир ҡыҙы Ғәлиева тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға китә. Тажикстанда йәшәй. 1992 йылда тормош иптәше менән тыуған ауылына ҡайтып төпләнә.
Гөлдәр Барый ҡыҙы Ғәлиева – өс бала әсәһе. Ғаилә тағы дүрт баланы ҡарауға алған. Миәкәгә йөрөп эшләй. «Барыбыҙ ҙа туған, әрләшә лә, яманлаша ла алмайбыҙ», – тиҙәр уйынлы-ысынлы.
«Аҡтирәк»тәрҙе район мәҙәниәт йортоноң баш методисы Эльвира Рәфис ҡыҙы Солтанова ярҙамынан ташламай, төрлө бәйгеләргә эштәрен ебәрһенме, кәңәш итһенме, һәр ваҡыт ул иңен ҡуйырға әҙер. Әйткәндәй, ул – Филүзәнең килене, оло улы Данистың хәләл ефете.
«Аҡтирәк»тәрҙең хыялы – сәхнәгә спектакль сығарыу. «Тарих һандығы» бейеүе менән «Байыҡ»ҡа үтәләр. Республикала билдәле балетмейстр Фәнил Әсәҙуллин «Аҡтирәк»тәргә «Тамъян ҡыҙҙары» бейеүен ҡуя. Тап ошо сығыштары менән II турҙа лауреат булалар. «Гала-концертта ҡатнашыу – үҙе рәхәт тә, үҙе тулҡынландырғыс та ваҡиға», – ти Филүзә.
«Тамъян йыйыны»на тарихтан күренеш сәхнәләштереп ҡатнаша «Аҡтирәк»тәр. Сценарийын Филүзә яҙған өҙөктә ата-бабаларының Дим буйында тирмә ҡороп йәйләүҙәре, мең кешеһе Бузан старшинаның тамъяндарҙы ҡаршы алыуы һүрәтләнә.
«Ансамблгә тағы кеше алыр инек. Һәр эшкә йүгереп торған етеҙ һәм уңғандар кәрәк. Ауыл халҡы хужалығын ҡалдырып, сығып китә һалмай шул», – ти Филүзә ханым.
2019 йылдың ноябрендә Филүзә төҙөгән Тамъян-Таймаҫ ауылындағы башҡорт фольклор коллективы «Аҡтирәк» булып ойоша. Уларҙың сығыштарын яраталар, алҡыштарға күмәләр, дипломдар менән билдәләйҙәр.
Әммә коллективты төҙөү байтаҡ алдан, ниәттән, тарих өйрәнеүҙән, милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе тергеҙеүҙән башлана. Хәҙер инде «Аҡтирәк»тәр мобиль бер төркөмгә әйләнгән. Тиҙ генә йыйынып сығып китәләр, аппаратура һатып алғандар. 2021 йылда «Аҡтирәк»тәр «Өләсәйем әкиәттәре» республика онлайн-сәсәндәр бәйгеһендә еңә. Улар һөйләгән әҫәрҙең «Халыҡ әкиәттәре – халыҡ аҡылы» китабында донъя күреүе лә ҙур мәртәбә бит. Быйыл апрель айында «Күктәрҙе балҡыта яҙ моңо» концерты менән сығыш яһағандар.
2021 йылда «Йырлы ауыл» бәйгеһендә Филүзә үҙе – I дәрәжә, «Аҡтирәк»тәр II дәрәжә лауреат була. «Дәүерҙәрҙең тере бәйләнеше» республика фольклор сәнғәте бәйгеһендә I дәрәжә диплом менән бүләкләнәләр.
Санкт-Петербургтағы «Сағылыш» халыҡ-ара фестиваль бәйгеһендә – I дәрәжә, 2022 йылда Миәкә районында «Дим биҙәктәре», Дәүләкәндә «Халыҡ ижады ынйылары» асыҡ район фольклор коллективтары фестиваль-бәйгеләрендә II дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булалар. Шул уҡ йылда «Торатау мираҫы» фольклор фестиваль-бәйгеһендә III дәрәжә диплом алалар. Быйыл Илеш районында үткән «Ауаз» күп жанрлы башҡорт этник мәҙәниәте һәм хәҙерге заман сәнғәте асыҡ фестивалендә «Бейеү коллективы» номинацияһында I дәрәжә дипломы менән бүләкләнә улар. Салауат ҡалаһында оло йәштәгеләр араһында ойошторолған «Яратам һине, тормош!» фестиваль-бәйгеһендә I урынға лайыҡ булалар. Октябрь айында Өфөлә үтәсәк йомғаҡлау концертында сығыш яһарға маҡсат ҡуйғандар. Әбйәлил районында уҙғарылған «Ер ҡото» республика халыҡ дауалаусылары этномәҙәни фольклор фестивалендә ҡатнашыу уларға дәрт-сәм өҫтәй. Мөжәүир хәҙрәттең һуңғы мәҡаменә барыу рухтарын нығыта.
«Гел генә уйын-көлкө түгел бит ул тормош. Байрамдарҙы ғына түгел, ауырлыҡ килгәндә лә, ҡыуаныста ла бергәбеҙ», – ти ансамбль етәксеһе. Үҙ ерҙәрендә бер биҙәк булып йәшәй «Аҡтирәк». Яулайһы үрҙәре алда әле уларҙың. Уңыштар ғына юлдаш булһын халҡымдың аҫыл гәүһәрҙәренә.
Булат Маликов фотолары.
Миәкә районы.