-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
23 Август 2023, 14:36

Һәр ташында – тарих

Мәҙәни баш ҡала исемен йөрөткән Санкт-Петербург тураһында яңы һүҙ әйтеү, ғөмүмән, мөмкин түгел. Барыһы ла һөйләнгән, ҡағыҙға теркәлгән, кино таҫмаларына төшөрөлгән. Шулай ҙа һәр ташына тарих яҙылған ҡаланан һәр кем үҙ тәьҫораттары менән ҡайта, уны үҙенсә аса.

Һәр  ташында –  тарих
Һәр ташында – тарих

«Аҡ төн»дәр, Нева проспекты...
Улым Илнур тәүге тапҡыр Төньяҡ баш ҡаланы мәктәптә уҡығанда барып күрҙе. Ҡайтҡас: «Уҡырға Питерға барам!» – тине ҡәтғи рәүештә. Был 2006 йылда булғайны. Уның ниәте тормошҡа ашты – аттестат алғас, Профессор М. А. Бонч-Бруевич исемендәге телекоммуни­кация университетына инде, хәҙер кино индус­трияһы тармағында хеҙмәт итә. Байтаҡ фильмдар төшөрөүҙә ҡатнашты. Улар араһында «Ментовские войны», «Ленинград 46», «Выжить любой ценой» һәм башҡалар бар. Әле ижади төркөм «Свои» сериалының сираттағы миҙгеле өҫтөндә эшләй.
Пулково аэропортына хәләл ефетем менән төндә барып төштөк. Илнур беҙҙе ҡаршы алды һәм һил ҡала урамдары буйлап алып китте. Петербургтың «аҡ төн»дәре артыҡ әҫәрләндермәне. Сөнки минең үҙемә йәш саҡта Якутияла геологтар экспедицияһы менән поляр түңәрәге аръяғында булырға, ике йыл Чукоткала эшләргә тура килде. Ул төбәктәрҙә йәйҙең иң оҙон көндәрендә ысын «аҡ төн»дәр хөкөм һөрә – ҡояш, офоҡҡа етеп, кире күтәрелә, ҡараңғы бөтөнләй төшмәй. Санкт-Петербургта иһә йырҙарҙа йырланған тәүлектең был осоро ҡараңғы эңерҙе генә хәтерләтә. Һүҙ юҡ, барыбер матур – урам фонарҙарының уты уға үҙенсәлекле хозурлыҡ өҫтәй, сихри төҫ бирә. Астрономдарҙың мәғлүмәтенә ярашлы, «аҡ төн»дәр 10 июндән 2 июлгә тиклем 23 тәүлек дауам итә. Был осор туристар өсөн иң ылыҡтырғыс ваҡыт һанала.
Юлыбыҙҙы сөйөрөлөп Нева өҫтөнә ҡалҡҡан Троицкий күпере бүлде. Уны сығарылыш уҡыу­сылары өсөн үткәрелгән «Ал елкәндәр» фестивален әҙерләүгә бәйле репети­циялар сәбәпле ваҡытынан алда күтәргәндәрҙер, тип фараз итте улым. Уның ҡарауы, Санкт-Петер­бургтың үҙенә генә хас тағы бер үҙенсәлеген тарихи ергә аяҡ баҫҡас та күрергә яҙҙы.
Ҡала бөгөн 42 утрауҙа ултыра. Бөгөн, тиеүемдең сәбәбе – тәүҙә улар һаны 101 була, тора-бара ваҡ йылғалар күмелә, утрауҙар берләштерелә. Йылғалар һәм каналдарҙан торған һыу магистраленең оҙонлоғо – 282 километр, уларҙың ярҙарын 342 күпер тоташ­тырып тора (ҡайһы сығанаҡтарҙа, йәйәүлеләр өсөн ваҡтарын да индереп, 800-гә яҡын, тип билдәләнгән), шуларҙың 21-е күтәрмәле итеп төҙөлгән.
Өс-дүрт көндә бай тарихлы мәҙәни баш ҡаланы ҡарап сығыу мөмкин түгел. Шуға күрә үҙебеҙгә уның тураһында дөйөм тәьҫораттар алыу маҡсатын ғына ҡуйҙыҡ. Һәм, әлбиттә, экскурсияны Санкт-Петербургтың төп урамы – Нева проспектынан башланыҡ.
Боронғолоҡ... Шул тиклем мөһабәт биналарҙы, таштан, металдан эшләнгән архитектура элементтарын ике-өс быуат элек нисек төҙөгәндәр, булдырғандар, тигән һорау тыуа иң элек. Дәү таштарҙы юғарыға күтәрергә хәҙерге крандар, һәр һырын, уйымын теүәл һәм симметрия закондарына ярашлы башҡарырға махсус станоктар булмаған бит. «Ҡазан, Исаак соборҙарының ҡолас етмәҫ колонналарын нисек эшләгәндәр һәм күтәреп ҡуйғандар?» – тип уйлайһың да әҙәм балаһының ни тиклем таһыллы, зирәк булыуына хайран ҡалаһың. Тимәк, бөгөнгө белем, техноло­гиялар, техника менән беҙ Айға ла күпер һалырға һәләтлебеҙҙер ул, тигән фекер килә башҡа ирекһеҙҙән. Петр I батҡаҡ һаҙлыҡта донъя мәҙәни мираҫы булып танылған ҡала күтәргән – маҡсат ҡуйған һәм бер нәмәгә ҡарамай уны тормошҡа ашырған. Көс, рәхимһеҙ ҡатылыҡ, аҡыл, үҙ заманының инженер фекере, хәйлә менән алдырған. Мәҫәлән, Петербургка ингән һәр кем үҙе менән таш алып килергә тейеш булған: йәйәүленән – ҙур булмаған бер, атлынан – 5 фунттан да (1 фунт – сама менән 0,5 кг тарта) кәм булмаған өс, барка менән йөҙөп килеүсенән 30 таш алғандар. Был талапты үтәмәгәндәргә штраф һалынған. Төҙөлөш өсөн материалға ҡытлыҡ шундай тәртип индерергә мәжбүр иткән.
Нева проспекты буйлап сәйәхәтте Карауан­һарайҙан башлағайныҡ. Ошо урын­дарҙа ҡасандыр Пушкин, Толстой, Достоевский йөрөгән бит – һәр бинаға текләңкерәп бағаһың, ул осорҙо күҙ алдына килтерергә тырышаһың. Тик эргә-тирәләге заман мөхите һиңә ирек бирмәй, бөгөнгөнән алыҫ ебәрмәй. Шуға, ул дәүер һулышын нығыраҡ тойор өсөн, нәфис һүҙ һөйөүселәргә «Петер­бургтың әҙәби урындары» тип аталған экскурсия маршруттары буйлап үтеү – иң отошлоһо.
Октябрь революцияһы тураһында кинокадрҙар бәләкәй саҡтан хәтергә һеңеп ҡалған. Иң сағыуҙарының береһе – сәмреғошло тимер ҡапҡаға матростарҙың үрмәләп менеүе. Ул эпизодты тулайым күҙ алдына килтерер өсөн, Ҡышҡы һарайға Триумфаль арка аша бағырға кәрәк, минеңсә. Үкенескә, мөһабәт ансам­блде тәшкил иткән Һарай майҙанын, уны уратып ултырған Ҡышҡы һарайҙы, Төп штаб бинаһын, Триумфаль арканы, уртаһында ҡалҡып торған Александров колоннаһын иркенләп ҡарай алманыҡ. Сөнки «Ал елкәндәр» байрамы өсөн ғәйәт ҙур сәхнә ҡороу сәбәпле, унда техника, эшселәр мыжғып йөрөй ине.
Туристарға бик күп экскурсиялар тәҡдим итәләр. Санкт-Петербург менән танышыу йәһәтенән һыу юлы буйлап йөҙөү күпкә уңай һымаҡ. Һыу туры тәҡдим иткән «агент»тар Нева ярына етәрәк осрай башлай. Тәүҙә хаҡты мең һум, хатта унан да күберәккә ҡуялар. Шунан төшәләр. Беҙ 600 һумлыҡ билет алдыҡ.
Нева, Фонтанка, Мойка йылғалары, һанһыҙ ка­налдар, күперҙәр – үҙҙәре бер тарих. Ә ярҙарында ике яҡлап ултырған биналар хаҡында әйтәһе лә түгел. Уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында ентекле мәғлүмәт тыңлап бараһың кәмәлә. Ике сәғәтлек экскурсия «һә» тигәнсе үтеп тә китә.

Фонтандар баҡсаһы
Петергофта, Фин ҡултығының көньяҡ ярында, 1723 йылда асылған император резиденцияһы урынлашҡан. Петр I донъяла тиңе булмаған, француз батшаларының Версаль ҡалаһындағынан да гүзәлерәк һарай-парк ансамбле төҙөргә уйлай. Һәм ниәтен, ысынлап та, тормошҡа ашыра. Дәһшәтле дәүерҙәр аша үтеп, Петергоф бына инде теүәл өс быуат үҙенең ғәжәйеп фонтандары, баҡсалары, биналары менән кешеләрҙе ылыҡтырып тора.
Беҙ унда Кронштадт аша 2011 йылда төҙөлөп бөткән дамба өҫтөнән һалынған юл буйлап машина менән барҙыҡ. Был гидротехник ҡоролманың оҙонлоғо 23 километрҙан ашыуыраҡ. Ул Фин ҡултығын тулыһынса яба һәм Санкт-Петербургты һыу баҫыуҙан һаҡлай. Ошо тәбиғәт афәте иһә нигеҙ һалынғандан алып ҡалаға даими янаған, йыш ҡабатланып торған. 1824 йылда, мәҫәлән, Нева 4,2 метрға тиклем күтәрелә. Һыу еткән ошо кимәл күп биналарҙа махсус билдәләр менән күрһәтелгән.
Петергоф һарай-парк ансамблен бер көндә ҡарап бөтөрлөк түгел. Өҫкө һәм аҫҡы парктарҙың дөйөм майҙаны 117,5 гектар тәшкил итә. Фонтандар һаны ғына – 191. Уларҙың һәр ҡайһыһы – сәнғәт өлгөһө, һыуҙы ла төрлөсә урғылталар, бер-береһен ҡабатламайҙар. Тағы нимәһе иғтибарға лайыҡ: һыу менән тәьмин итеү системаһы боронғоса һаҡланған, һурҙырғыстар бөтөнләй ҡулланылмай, баҫым рельефтың тәбиғи тау-уйпаттарын файҙаланыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ҙур каскадтың уртаһындағы Самсон фонтаны, мәҫәлән, һыу бағанаһын 21 метрға тиклем урғылта.
Беҙ аҫҡы паркты ғына йөрөп күрҙек, өҫкөһө 2024 йылға тиклем комплекслы реставрацияға ябылған икән.
Ҙур каскад – парк комплексының иң сағыу урыны, алтынға мансылған скульптураларҙан (төрлө 225 фигура ҡуйылған), фонтандар ансамбленән (64 фонтан), биҙәлештән күҙҙәр ҡамаша. Уларҙың һәр ҡайһыһын тәфсирләп ҡарау мөмкин дә түгел. Тик урталағы арыҫландың ауыҙын шаҡарған ғәйрәтле Самсондың һынын иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай. Ул Рәсәй державаһының сикһеҙ ҡеүәтен һәм Төньяҡ һуғышта шведтарҙы еңеүҙе кәүҙәләндерә, бөтә компо­зиция уның тирәләй ҡоролған.
Ҙур каскад Фин ҡултығына тиклем барып еткән Фонтандар аллеяһы каналына тоташа. Ошо һыу юлы аша император ҡунаҡтарын батша һарайына тиклем кәмәлә алып килер булған. «Рим», «Әҙәм һәм Һауа», «Алтын тау», «Сатраш тауы», «Арыҫландар каскады», «Ҡояш», «Пирамида»... Бихисап фонтандың үҙ тарихы, төҫө, биҙәлеше, ҡоролошо. Күп мәғлүмәттән баш ҡайнай, оҙаҡ йөрөүҙән аяҡтар геүләй. Әйткәндәй, өҫтәп түләп (бер кешегә – 1500 һум), күп урынлы электрокарға ултырып, гид менән сәйәхәт ҡылырға мөмкин.
Аҫҡы паркка инеү хаҡы 600 һум тора. Ундағы музейҙарҙы ҡарар өсөн айырым түләргә кәрәк. Петергофҡа ҡала-ара маршрут транспорты, тур автобустары, «Метеор» пассажир теплоходы менән килергә мөмкин.
Кирегә Стрельна аша көнбайыш тиҙ йөрөшлө диаметрға (западный скоростной диаметр – ЗСД) сығып ҡайттыҡ. Ерҙән күтәртеп, эскадаларға ултыртып эшләнгән был юл да беҙҙең өсөн ғәҙәти түгел. Тәпәшерәк йорттар менән бер кимәлдә бараһың, аҫта ҡайнашҡан кешеләргә, техникаға ҡамасауламай, юғары тиҙлектә елә бирәһең. Урыны менән юл һигеҙ һыҙатлы. Тик шуныһы: көнбайыш тиҙ йөрөшлө диаметрҙан йөрөү – түләүле.
Петергоф һарай-парк ансамблен дә килә-китә яйлап бер нисә көн ҡарарға кәрәк. Беҙҙең ярты көнлөк сәйәхәтебеҙ танышыу рәүешендә генә булды.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Һәр  ташында –  тарих
Һәр ташында – тарих
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: