-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
17 Июль 2023, 13:10

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер

Башҡортостанда йәй башында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ойоштороу матур йолаға әйләнде. Уны ла Әбйәлилдәр башлап ебәргәйне. Быйыл сара райондың Мораҡай, Булат, Юлдаш, Красная Башкирия, Дәүләт ауылдарында үтте. Минең тыуған ауылым Ишҡолда ул 24 июндә гөрләп уҙҙы. Яҡташтарым был мөһим ваҡиғаға ныҡлы әҙерләнгән: урамдарҙы таҙалаған, өйҙәрен йүнәткән, рәшәткә-ҡапҡаларын сағыу буяуҙар менән балҡытҡан.

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер

Ҡунаҡтарҙы ауыл осонда яңыртып эшләнгән стела алдында йыр-бейеү, һый менән ҡаршы алғас, урамдарҙы күрһәтергә алып киттеләр. Ауыл шартлы рәүештә Әрмәнстан, Тажик­стан, Даманск, Чукотка тип бер нисә өлөшкә бүленгән. Унда 1200-гә яҡын кеше йәшәй.
Төп һаналған Калинин урамынан оло юл үтә. Мәсет, магазиндар ҙа унда урынлашҡан. Ҡунаҡтар тәүге йорт – Рамазановтар ихатаһы алдында туҡталып, ҡымыҙ, буҙа менән һыйланды, иҫтәлеккә фотолар төштө. Артабан таныштырыу түбән осҡа күсте. Даян Бикйән улы Шәһәрғәзин атай нигеҙен ташламаған. Кәләше Тәнзилә менән гөрләтеп донъя көтә. Уларҙың Ильяс, Батыр, Айгиз, Динар, Әмилә исемле балалары бар. Бизмәндәр араһының шәжәрәһен дә төҙөп, матур итеп ҡапҡаларына элеп ҡуйғандар.
Йәштәр урамы, Мортазиндар, аръяҡтар – ҡунаҡтар ҡайҙа ғына туҡталмаһын, уларҙы асыҡ йөҙ, уйын-көлкө, йыр, бейеү, шиғыр менән ҡаршы алды ауылдаштарым. Һәр береһен танығас, һөйләшеп һүҙ бөтмәне.
Ҡарантау артындағы яланда барыһы өсөн дә матур байрам ойошторолғайны. Шәхси эшҡыуар Илшат Хәсән улы Мөхәммәтдинов ауылдаштар был урынға ыҙалыҡһыҙ етһен өсөн автобус бүлгән. Ул шулай уҡ тыуған ауылының мәсетенә сертификат, мәктәпкә күп функциялы принтер бүләк итте. Район етәкселеге ауылды төҙөкләндереү эштәренә 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Ҡунаҡтар ауылға буш ҡул килмәгән, иҫтәлекле бүләктәр менән ҡотланылар. Һуңынан татыу йәшәгән ғаиләләр, оҙаҡ эшләгән, ҙур хеҙмәт күрһәткәндәр тәбрикләнде, уларға матур бүләктәр тапшырылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт дәрт, сәм өҫтәне. Көрәш, ярыш майҙандарында батырҙар көс һынашты. Фидан Солтанов исемендәге турнир еңеүселәре билдәле булды. Уның бағыусыһы – батырҙың әсәһе Нуридә Дим ҡыҙы Ниғмәтуллина еңеүселәргә телевизор, автомобиль өсөн саң һурҙырғысы, хужалыҡта кәрәкле дрель кеүек ҡиммәтле бүләктәр әҙерләгәйне. Турнир ауыл өсөн янып йөрөгән йәш уҙамандар Шамил Шайморат улы Ғиниәтов һәм Динар Юлай улы Мәхмүтов арҡаһында бик ҡыҙыу үтте. Өлкәндәр араһында Илфат Таһир улы Сафин абсолют чемпион тип табылды, Вәғиз Динар улы Хәлисов берәүгә лә ал бирмәне, ә балаларҙан Вилдан Заһир улы Кәримов еңеүсе булды.
Байрам биҙәктәрен һөйләп тә, яҙып та бөтөп булмаҫ ине. Ишҡолда үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына район хакимиәте башлығы Илдар Таһир улы Нафиҡовтың килеүе күркәм сараға мәртәбә өҫтәне. Ул ауылдаштарымдың уңыштарын юғары кимәлдә баһаланы. Ауыл хакимиәте башлығы Абдулхай Исмәғил улы Солтановтың тырышлығы хаҡында ла билдәләп үтергә кәрәк. Ул һәр өйгә инеп, аңлатып, ҙур эш алып барған, ауылдаштарҙың бөтә теләктәрен иҫәптә тотоп, ҙур команда менән ошо байрамдың иҫтә ҡалырлыҡ булып үтеүен ойошторған.
Һәр осраған кешене танып ҡосаҡлап алыу, һәр кемдә яҡыныңды күреү – үҙе бер бәхет. Иҫән-һау ғына булығыҙ, ауылдаштарым! Һеҙҙең менән аралашып, күңел күге бейегәйеп, донъябыҙ бөтәйеп ҡайттыҡ. Тағы ла осрашырға яҙһын, ауылдарыбыҙ йәшәһен, тигән теләк-доғала ҡалам.

Әбйәлил районы.

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: