-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
23 Июнь 2023, 10:32

Зәңгәр күлдәр илендә...

Учалы районының урман-тауҙар араһында ултырған Ҡобағош ауылы Бәхет утрауын хәтерләтә. Ҡала ығы-зығыһынан гүзәл тәби­ғәтле һиллеккә сумғанда, күлендә пар аҡҡоштар йөҙөүен күҙәтеп, ҡоштар һайрауына арбалғанда, ҡашмауҙары сыңлап көлгән, мөләйем йөҙлө апайҙарҙың йыр-моңона сорналып, хеҙмәтебеҙҙең мөһимлеген, журналыбыҙҙың аҫыл асылын аңлаған ауыл уңғандары менән ҡапма-ҡаршы әңгәмәләшкәндә, татлы ҡуллы Нурзилә Зыкринаның тел йоторлоҡ тортынан ауыҙ иткәндә, ысынлап та, үҙеңде ожмахтағылай хис итәһең. Сөнки яныбыҙҙа күңелдәштәребеҙ, йәндәштәребеҙ йыйылған.

Зәңгәр күлдәр илендә...
Зәңгәр күлдәр илендә...

Зәп-зәңгәр генә күктәре,
Зәм-зәм шифа һыуҙары.
Ил өҫтөндә – алтын биҙәк
Ҡобағош һылыуҙары!

Аҫыл һандуғас моңолай,
Йөрәк арбар йырҙары.
Ҡашыҡҡа һалып йотмалы,
Ай, Ҡобағош ҡыҙҙары!

Таһыллыҡта, уңғанлыҡта
Ал бирмәҫ ҡыйыуҙары.
Йүгереп йөрөп донъя көтә
Ҡобағош һылыуҙары!

Күңел наҙҙарға мансылды,
Күлдәрендә пар аҡҡош!
Йөрәктәрҙә йыр, нур булып,
Ҡалырһың һин, Ҡобағош!

 

Учалы районының урман-тауҙар араһында ултырған Ҡобағош ауылы Бәхет утрауын хәтерләтә. Ҡала ығы-зығыһынан гүзәл тәби­ғәтле һиллеккә сумғанда, күлендә пар аҡҡоштар йөҙөүен күҙәтеп, ҡоштар һайрауына арбалғанда, ҡашмауҙары сыңлап көлгән, мөләйем йөҙлө апайҙарҙың йыр-моңона сорналып, хеҙмәтебеҙҙең мөһимлеген, журналыбыҙҙың аҫыл асылын аңлаған ауыл уңғандары менән ҡапма-ҡаршы әңгәмәләшкәндә, татлы ҡуллы Нурзилә Зыкринаның тел йоторлоҡ тортынан ауыҙ иткәндә, ысынлап та, үҙеңде ожмахтағылай хис итәһең. Сөнки яныбыҙҙа күңелдәштәребеҙ, йәндәштәребеҙ йыйылған.
Эшһөйәр, егәрле, тырышып донъя көткән ихлас халыҡ йәшәй бында. Ауыл бәләкәй генә булһа ла, гөрләп тора. Башланғыс кластар өсөн мәктәп, мәктәпкәсә йәштәгеләргә балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, почта-элемтә бүлексәһе, яңы ФАП, китапхана, икмәк бешереү цехы һәм шәхси ял йорттары бар. Ҡобағоштар үҙҙәренең данлыҡлы шәхестәре: педагог, ғалим, исеме әҙәбиәт тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған Марат Минһажетдинов, профессор Әхмәт Аҙнабаев, ялҡынлы шағир һәм публицист Вил Ғүмәров, йыр сәнғәте батшаһы, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов, БР-ҙың атҡаҙанған эшҡыуары Резеда Сайдарова, Белорет районының «Урал» гәзите баш мөхәррире Сатура Минһажетди­новалар менән хаҡлы ғорурлана. Марат Минһажетди­новтың атаһы нигеҙ һалған һәм тәүге уҡытыусы булған Хәләф Минһажетдинов исемен йөрөткән мәктәптә ошо ғилемле династияның иҫ киткес бай, мәғлүмәтле музейы булдырылған. Аҫыл шәхестәрҙең рухын, күңел йылыһын һаҡлаған ҡомартҡыларҙан яҡты нур бөркөлгәндәй, был музей – һис шикһеҙ, киләһе быуындарға изге аманат.
Башланғыс синыф уҡытыусыһы Рәмзиә Ғәйнуллина, балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Зыяитдинова тәҙрәләренән ҡояш иркәләгән яҡты мәктәптә ең һыҙғанып кескәйҙәргә белем бирә. Урта һәм юғары класс уҡыусылары 17 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Миндәк ауылына автобуста йөрөп уҡый.
Заманса төҙөкләндерелгән ауыл мәҙәниәт йортонда «Ынйылар» фольклор ансамбле, үҙешмәкәр театр түңәрәге эшләй. Мәҙәниәт йорто мөдире Зөлфиә Ғаззалова билдәләүенсә, һәр байрамдың, бәйгеләрҙең биҙәге ул «Ынйылар». Улар башҡарыуындағы «Самауыр бейеүе», күрше Ҡаҙаҡҡол ауылының фольклор коллективы сығышы, дүрт йәшлек кенә Әмилә Ҡунаҡбаеваның «Туҡтатығыҙ һуғышты!», Әнисә Юлаеваның «Был донъяла һин булмаһаң» йырҙары, ғәжәйеп хәтерле, һүҙгә маһир, нурлы йөҙлө 90 йәшлек Кинйәһылыу Рәхмәтуллина осрашыу йәме булды. Яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үткән, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре терәге, гәзит-журналдарға иң беренсе яҙылыусы Әлфиә Зыкрина, һәр байрамдың бағыусылары, ҡымыҙ, буҙа ҡойоусы шәхси эшҡыуарҙар Люциә менән Рим Ғәйфуллиндарҙың матур ғаиләһе, бер саранан да ситтә ҡалмаған Рәйлә Бикташева, китапханасы Зимфира Лоҡманова хаҡында ауылдаштары тик маҡтау һүҙҙәрен генә әйтте.
Хөрмәтле ветеран-уҡытыусы Әнисә Ниғмәтйәнова 1918 йылда төҙөлгән данлы мәктәп тарихын, Зәйнулла ишандың уҡыусыһы, 1937 йылда нахаҡҡа ғәйепләнеп, репрессия ҡорбаны булған Хәләф Минһажетдинов, бүтән уҡытыу­сылар династиялары тураһында тулҡынланып һөйләне һәм заманында уҡыусылар менән шығырым тулы белем усағының бөгөн инде башланғыс мәктәпкә генә тороп ҡалыуына (8 бала уҡый) үкенесен дә белдерҙе. «Данлыҡлы, исемле мәктәптәр бөтөргә тейеш түгел!» – тип, иҫ киткес моңло тауышы менән халыҡ йыры «Сыбай ҡашҡа»ны башҡарып тамамланы ул сығышын.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

 

Зәңгәр күлдәр илендә...
Зәңгәр күлдәр илендә...
Зәңгәр күлдәр илендә...
Зәңгәр күлдәр илендә...
Зәңгәр күлдәр илендә...
Зәңгәр күлдәр илендә...
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: