-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
20 Апрель 2023, 10:04

Иң-иң килен кем?

Балтас тиһәң, Ҡолой Балтасов, Батырша (Ғабдулла Ғәлиев) исемдәре телгә килә. Яҡташтары танылған педагог, театр режиссёры, профессор Фәрдүнә Ҡасимова, актриса Алһыу Ғәлинаны ғорурланып иҫкә ала. Бында килгән ҡунаҡтар «балан ҡатығы»ның тәмен бер ваҡытта ла онотмай. Хәҙер Балтас «Йәш килен» республика бәйгеһе менән тарихта ҡалыр. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторолған конкурс инде дүртенсе тапҡыр ошо бәрә­кәтле ерҙә гөрләп уҙа. Был юлы балтастар уны Республика Баш­лығы Грантына тормошҡа ашырҙы.

Иң-иң килен кем?
Иң-иң килен кем?

«Йәш килен» IV республика этноконкурсында Балтас, Ҡариҙел, Асҡын, Миәкә, Әбйәлил, Илеш, Туймазы, Ҡыйғы, Өфө, Краснокама райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән 11 һылыу көс һынашты. 35 йәшкә тиклемге ҡатнашыу­сылар, башҡорт әҙәби йәки үҙ теленең диалект үҙенсәлек­тәрен ҡулланып, тормоштары хаҡында һөйләне, ырыуының йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, шәжәрәһен белеүҙә, милли аш-һыу яраштырыу оҫталығында ярышты.
Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, йәш килендәрҙе сәләмләп, йәш кейәү бәйгеһен дә ойош­торорға тәҡдим итте. Баһалама рәйесе, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов, арағыҙҙан иң-иң киленде беҙгә һайлап алыу ҡыйын булыр, әммә мөһим баһаны һеҙгә тормош ҡуйыр, тине. Республикала билдәле шәхестәр Йәмилә Бикбаева, Рафаэль Амантаев, Гөлгөнә Баймырҙина, Гөлназ Ҡотоева, килендәрҙең һәр сығышын ентекле ҡарап, баһа ҡуйҙы.
Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Дамир Мәүлетхан улы Хамматовтың командаһы был сараны үткәреүгә ентекле әҙерләнгән. Ҡунаҡтар һәр ҡайҙа ла хужаларҙың хәстәрлекле ҡарашын, яҡшы мөнәсәбәтен тойҙо. Режиссер Редик Ғәниевтың сәхнәгә ҡуйыу оҫталығын да билдәләмәү мөмкин түгел.
Ҡыҙҙар үҙ районының этнографик костюмында сығыш яһаны. Улар башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен бәйән итте. Беренсе көндә һылыуҙар үҙҙәре һәм ғаилә тарихы тураһында һөйләне, шулай уҡ ижади маһирлығын күрһәтте. Икенсе көндө ҡыҙҙар ҡул эштәре һәм аш-һыуға оҫталыҡта һынау тотто. Йәш килендәр «Һыу юлына барыу», «Һандыҡ асыу», «Килен сәйе» йолаларының үҙ ерле­генә хас нескәлектәрен асып бирҙе.
Бәйгенең төп бүләге Өфө ра­йонынан Ләйсән Йәнбирҙина өлөшөнә төштө. Ләйсән, ысынлап та, үҙен бар яҡлап уңған, өлгөр килен итеп танытты. Беренсе урынды Ырымбур өлкәһенән Әнисә Булатова яуланы. Әнисәнең рухлы, маҡсатлы булыуы һоҡландырҙы. Ырымбурҙар Балтасҡа ҙур команда менән килгәйне. Уларҙың ҡеүәте бәйгесегә ышаныс өҫтәгәндер. Икенсе урынға Балтас районынан Светлана Суфиянова, Әбйәлил районынан – Илнара Лоҡманова һәм Ҡыйғы районынан Гөлфәриә Илсебаева сыҡты. Илнараның бер йәше лә тулмаған бала менән килеүе бер аптыратһа, сәхнәлә «Килен менән ҡәйнә» бейеүен башҡарыуы «аһ» иттерҙе. Гөлфәриә Марс ҡыҙы иренең махсус операцияла ҡатнашып, һаулығын нығытырға госпиталгә инеүен, «Батырлыҡ» ордены менән наградланыуын, Наҙгөл ҡыҙы менән уны һағынып көтөүҙәрен тулҡынланып һөйләне. Светлана Суфиянованы Балтастың йәш әсәләре яҡшы белә. Йәш килен декрет ялына тиклем район үҙәк дауаханаһында педиатр булып эшләгән. Әлеге ваҡытта тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Мәктәп йылдарынан бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүе, «Өҙә баҫ» район конкурсында еңеүсе булыуы уға бәйге һынауҙарын еңел үтергә ярҙам иткәндер. Светлана Мәүлитйән ҡыҙы йөҙөндә балтас­тар ҡунаҡтарға ошо ерлектәге йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе бөтә тулылығында күрһәтеп ҡалырға тырышты. Килендең ике яҡтан да туғандары, ата-әсәһе, Түбәнге Һикеяҙ мәҙәниәт йорто хеҙмәт­кәрҙәре булышлыҡ иткән.
Өсөнсө урынды Миәкә районынан Лиана Мортазина, Ҡариҙел районынан – Рузинә Ниғәмәтова, Туймазы районынан Азалия Чиглинцева бүлеште. Көйөргәҙенән – Рәсимә Миһранова, Илештән – Илһөйәр Тәхәвиева, Краснокаманан – Зөлфиә Шәрифуллина, Асҡындан Регина Хәлиуллина ла төрлө номинацияларҙа билдәләнде һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Килендәрҙең барыһы ла – заманыбыҙҙың ҡаһарман ҡыҙҙары, һәр береһе хаҡында журнал биттәрендә бәйнә-бәйнә яҙырлыҡ. Әммә тәү сиратта Гөлфәриә Илсебаева менән уҡыусыларыбыҙҙы таныштырасаҡбыҙ, тип иғлан иттек һәм уны журнал логотибы төшөрөлгән алъяпҡыс һәм автографлы китап менән бүләкләнек.
Сара барышында фольклор белгестәре һәм жюри ағзалары фольклор коллективтары етәкселәре һәм методистар өсөн түңәрәк өҫтәл, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, «Туй йолалары» семинары ойошторҙо.
«Йәш килен» сәм уты, дәрт тоҡандырҙы. Уңғанлыҡта, отҡор­лоҡта, оҫталыҡта, рух ҡотон һаҡлауҙа ярышҡан һылыуҙары­быҙҙың һәр ҡайһыһына тормошта һынатмауын, ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ.


Альберт Шәйхелисламов фотолары.
Балтас районы.

Иң-иң килен кем?
Иң-иң килен кем?
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: