-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
7 Март 2023, 16:22

Әбйәлилдәр усағы – йыр-моңға бай ҡосағы

Әбйәлилдәрҙең күңел һандығы йыр-моңға мөлдөрәмә тулы. Өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаһындармы, орсоҡтай өйөрөлөп бейеһендәрме, хисләнеп йырлаһындармы, ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтһендәрме, йөкмәткеле сара үткәрһендәрме – баҫҡан ерендә ут сәсрәткән Ҡыҙыл буйы таланттарына ҡарап, һоҡланыуҙан күңел ҡанатлана. Гүйә, Ҡырҡтының һәр ташы, һәр үлән-сәскәһе моңдан туҡылған, ә ошо бәрәкәтле төйәкте атайсалы иткән халыҡтың булмышы, йәшәйеше үҙе аҫыл йыр төҫлө. Йыр-моң көйәнтәһен иң беренсе булып, әлбиттә, райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙ иңенә ала, оло тырышлыҡ, яуаплылыҡ талап иткән эште фиҙакәрлек менән башҡара улар.

Әбйәлилдәр усағы – йыр-моңға бай ҡосағы
Әбйәлилдәр усағы – йыр-моңға бай ҡосағы

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Таһир улы Нафиҡовтың һүҙҙәре быға асыҡ дәлил: «Мәҙәниәт шәхестең рухын байыта, йәмғиәттең милли ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә. Әбйәлил халҡының рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында һәр ауылда тиерлек мәҙәниәт йорто эшләй. Ниндәй генә ауыр финанс шарттары булыуға ҡарамаҫтан, береһе лә ябылмаған. Халыҡтың мәҙәни ялын ойоштороу, төрлө саралар уҙғарыу буйынса бихисап эш башҡарыла. Район сәнғәт оҫталарының конкурс-фестивалдәрҙә маҡтаулы урын алыуы, юғары кимәлдәге сараларҙа лайыҡлы сығыш яһауы һәм халыҡҡа рух байрамы бүләк итеүе артында, әлбиттә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең күҙгә күренмәгән ҙур хеҙмәте ята. Мәҙәниәттә осраҡлы кешеләр оҙаҡ тотҡарланмай. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәрҙең эшен лайыҡлы баһаларға тырышам, улар менән ғорурланам».
Әбйәлил – республикала иң күп мәҙәниәт усаҡтары булған райондарҙың береһе. Барлығы 71 ауыл мәҙәниәт йорто һәм клубы, бер район мәҙәниәт һарайы, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов музейы эшләй. 2022 йылдан был тармаҡты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин етәкләй. 145 хеҙмәткәрҙең 108-е – халыҡҡа нур, йылылыҡ өләшкән, көн-төн тип тормай егелеп эшләгән, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа әйҙәгән ҡатын-ҡыҙҙар. Әбйәлилдәрҙе данлаған 30 ижад коллективы – «халыҡ», дүртәүһе «өлгөлө» исемдәренә эйә. Район мәҙәниәт һарайында эшләгән йырсы һандуғастар – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөмәрә Хызырова, Рәзидә Юлдашева, Айгөл Суфъянова моңдары менән һәр тамаша биҙәге генә түгел, ә үҙҙәре етәкләгән ансамблдәрҙә яңы «йондоҙ» ҡабыҙыусылар ҙа. Рәзидә Ғәзиз ҡыҙы «Әхирәттәр» халыҡ фольклор ансамбле һәм бәләкәй балалар менән шөғөлләнә. Айгөл Вәлит ҡыҙы йәш таланттарҙы «Көмөш ай» халыҡ вокаль студияһына йәлеп итә, үҙен төрлө конкурстарҙа һынап ҡарарға ла ваҡыт таба. Художество етәксеһе – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Гөлнара Мостафина, үҙешмәкәр артистарҙы сәхнәлә балҡытып, сығыштарынан ҡыуаныс-йыуаныс табып, эшен ихлас алып бара.
БР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Әсәҙуллина – «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, «Илһам» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбленә лә йөрөй. Уның ҡул аҫтындағы солисткалар – Гөлназ Ғәбитова, Юлиә Ялалова, Зөлфиә Үҙәнбаева, Әлиә Фәтхетдинова – балалар бейеү коллективтары менән шөғөлләнә. Һылыуҙарҙың, мәҙәни саралар уртаһында ҡайнап, балаларына хәстәрлекле әсәй, тормош иптәштәренә нәзәкәтле ҡатын булып, өлгөлө ғаилә ҡороп йәшәүҙәре лә һоҡландыра. Йырсы һәм фольклорсы Илүзә Шәйәхмәтова «Йәйғор» халыҡ театрын етәкләй. Бөрйәндән килен булып төшкән Гөлирә Нафиҡова – иң кәрәкле йәш белгес. Сәхнә биҙәүсе, афиша яһаусы, персонаждарҙың костюмы авторы, рәссам-декоратор Гөлирә булмаһа, гүйә, эшебеҙ туҡтап ҡала, ти әбйәлилдәр.
Ярлыҡап менән Ҡолоҡас ауылдарының клубтарын бер иткән, бар иткән Миңһылыу Абдуллина хаҡында ла тик йылы һүҙҙәр генә ишетелде. Уның хеҙмәте һәр яҡтан маҡтауға лайыҡ.
Әлфиә Ҡадирова, Гөлнәфис Солтанова, Сәриә Бикҡулова, Фәнирә Мәғәфүрова – Амангилде филиалының дүрт клубында эште әүҙем тартҡан уңғандар. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зифа Ҡужәхмәтова – оҙаҡ йылдар филиалда мөдир. Бында «халыҡ» исемен йөрөткән өс ансамбль эшләй. Әлфиә Ғәбит ҡыҙы иһә – «Моңдаръя» халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе генә түгел, фольклор, бейеү коллективтары ағзаһы ла, шулай уҡ ауыл клубында методист.
Байым күп тармаҡлы моделле ауыл мәҙәниәт йортонда ла талантлы, эшсән ҡатын-ҡыҙ йыйылған. Филиалда йәмғеһе һигеҙ клуб эшләй. Ун бер мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡты сараларға йәлеп итеп, балаларҙың ижади һәләтен үҫтереп, ял белмәй гөрләтеп хеҙмәт итә. Улар район, республика кимәлендәге сараларға дәррәү әҙерләнә һәм һәр ваҡыт еңеү яулай. Дәрт-дармандары ташып торған Байым апайҙары матур донъя көтә, кейеҙ ҙә баҫа. Милли биҙә­үестәр яһаған, ҡорамалар ҡорған һәм, әлбиттә, башҡорт аш-һыуҙарын телде йоторлоҡ итеп әҙерләгән оҫтабикәләр йәшәй күбәләк ырыуы ерендә.
Ләйсән Ғиләжева мөдир булған Таштимер филиалына һигеҙ клуб инә. Ундағы ун ике хеҙмәткәрҙең унауһы – ҡатын-ҡыҙ. Мөдирҙәр Гүзәлиә Ғәниева, Альбина Һәйетҡолова, Сәфинә Байгилдина, Гөлфирә Ялмырҙина, Ғәлиә Ғиләжева, Ләйсән Тажиева, Нәйлә Ғәзизова һәм Лилиә Мөхөтдинова үҙ эшен яратып башҡара. Таштимер ҡыҙҙары олоһон да, кесеһен дә тыпырҙатып сәхнәгә баҫтырып ҡуя.
Боранғол филиалында ла мәҙәниәт усаҡтарын етәкләгән йәш ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ. Филиал мөдире – Миләүшә Сәлимова. Гөлйөҙөм Вәлиева, Альбина Харрасова, Фирүзә Сафина, Сәүҙә Шәһивәлиева, Гүзәл Камалова, Рәмзиә Фәттәхова – йыр-моңға һөйөү уятыусылар. Спорт яратҡан ҡыҙҙар волейбол ярыштарында ҡатнаша, район буйынса йыл һайын уҙғарылған быйма менән хоккейҙы ла улар ойоштора.
Хәлил ауылы тамырҙары ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуына барып тоташа. Тарихтан билдәле булыуынса, ҡыпсаҡ ҡыҙҙары электән ҡыйыулығы менән дан тотҡан. Хәлил филиалында тап шундай ғәзиз тупрағын, илен ҡурсалап яуға сабыр сая рухлы ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәт итә. Ағинәйҙәр ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән бергә балалар өсөн төрлө сара үткәрә. «Ләйсән» халыҡ бейеү ансамблендә (етәксеһе – Нәйлә Дәүләтова) ғаиләле йәш парҙар башҡорт бейеүен өйрәнергә ихлас йөрөй, дискотекалар һәр ваҡыт гөрләп үтә. «Сағыл» халыҡ театры ла йылдан-йыл яңы асыштар яһай. Урамдар араһында уҙғарылған ижади бәйгеләр брендҡа әйләнгән. Ошо күркәм саралар – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Нәйлә менән Гөлназ Дәүләтовалар, Сания Фазылйәнова, Гөлназ Итҡолова, Земфира Нарынбаеваларҙың көсө, фиҙакәр эше һөҙөмтәһе.
Красная Башкирияла ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тик саф башҡортса һөйләшергә маҡсат ҡуйған. Башҡорт телен өйрәнгән филиал мөдире Галина Руденцова «афарин» тип ҙурлауға лайыҡ. Унда йыр, бейеү ансамблдәре бар. Сәхнә кейемдәрен Галина Николаевна үҙе тегә. Галина Руденцова, Гөлйөҙөм Сыңғыҙова, Гөлшат Ишбулатова, Венера Чуева, Люциә Мөхәмәтшина, Альбина Зәйҙуллина йәмәғәт эшендә лә алдынғы, берҙәм.
Дәүләт филиалының үҙәк клубы бинаһы эшкә яраҡһыҙ, шуға унда «күсмә» коллектив эшләй. Элекке медпункт бүлмәһендә көндәлек эштәрен, түңәрәктәрен алып баралар. Көн яҡтыһында ғына эшләй улар, сөнки ут юҡ. Ә булған мәҙәни сараларҙы һыуыҡ-ямғыр тип тормай, урамда үткәрәләр. Шуға ҡарамай, Дәүләт мәҙәниәт йорто «халыҡ» исемен йөрөткән ике ансамблдең ҡуҙын һүндермәй, бик күп конкурстар лауреаты булған ҡумыҙсылар ансамбле менән дә дан тота.
Ҡушый, Яңауыл ауыл клубтарында ла эш гөрләй, халыҡ балалар мәҙәниәт усағына ихлас йөрөй, төрлө уйындар, акция-флешмобтарҙа ҡатнаша. Башҡарылған һәр эш артында үҙ вазифаһын яратып атҡарған, йән йылыһын, физик көсөн, талантын, тырышлығын һалған Дәүләт филиалы мөдире Нәзифә Солтанова, хеҙмәткәрҙәр Миңлегөл Мусина, Фәнүзә Дәүләтова, Гөлнара Хәмзина, Наталья Васючковалар тора.
2021 йылда Гусев ауыл клубы күп функциялы мәҙәниәт йорто тип атала башлай. Бина өр-яңы музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары, тамаша залы өсөн йомшаҡ креслолар менән тәьмин ителгән. Филиал мөдире Элиза Ямалова, яңыраҡ ҡына килеүенә ҡарамаҫтан, эш рәтен яҡшы белә. Районда үткән мәҙәни сараларҙы йыр-моңға бай талантлы ханымдан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Коллективта Аҡсәсәк Кәримова, Эльвира Аҫылбаева, Сәүиә Дәүләтбаева, Динара Хөснөтдинова, Роза Хәжиәхмәтова, Гөлназ Әхмәтҡужиналар эшләй. Филиалдың биш мәҙәни усағында ла тормош ҡайнай, ауыл халҡы уларға ҙур теләк менән йөрөй.
Әлмөхәмәт филиалында башҡорт милли рухи хазинаһын өйрәнеү һәм таратыуҙа мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәренең – филиал мөдире Фәриҙә Әхмәтова, Мөнәүәрә Өмөтбаева, Розалия Ғәниева, Дилә Шәрәфет­динова, Розалия Байрамғолова, Лилиә Ғабдуллина, Рәшиҙә Вайднер, Гөлназ Итекәеваларҙың өлөшө ҙур. Сиҙәм яғы клубтарында үҙ һөнәрен яратҡан, киләһе быуын яҙмышы өсөн борсолған, уларға тәрбиә бирергә тырышҡан мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәренең эше маҡтауға лайыҡ.
Тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған Йәнгел филиалының биш мәҙәниәт йортонда фольклор, бейеү, вокал, ҡул эштәре түңәрәктәре, «халыҡ» исемен йөрөткән ике ансамбль эшләй. Филиал мөдирҙәре Нәзифә Мәғәфүрова, Нәйлә Арғынбаева, Маргарита Хамматова, Рима Замалетдинова, Таң­һылыу Абдрахманова, Джәмилә Ибраһимова, Әлиә Әхмәтйәнова урындағы халыҡ өсөн мәҙәни саралар ойоштороу менән бер рәттән, төҙөк­ләндереү эштәре лә алып бара, балаларға төрлө кисәләр, йәштәргә дискотекалар үтә.
Ә Ҡырҙас филиалында ике генә хеҙмәткәр. Филиал мөдире Гөлназ Кирамова менән Әхмәт клубының мәҙәни ойоштороусыһы Флүрә Мәсәлимова, ауыл халҡының күңелен күреп, эштәрен мәҙәни усаҡты һүрелтмәй алып бара. Ғүмерен мәҙәниәткә арнаған БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роза Әүхәҙей ҡыҙы Хәйруллинаны хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙатҡандар.
Хәмит филиалында ла ике ауылда өс ҡатын-ҡыҙ эшләй. Әлиә Ҡасимова, Рәмилә Нуретдинова һәм Шәүрә Ямалова саралар ғына үткәреп ҡалмай, хужалыҡ эштәрен дә үҙ иңдәренә алған. Бирешмәйҙәр: самауыр, йыуаса бәйгеләрен ойошторалар, бер байрамды ла ҡалдырмай, халыҡ күңелен күреп, ихлас эшләйҙәр. Уларҙың ярҙамсылары – ауылға килен булып төшкән йәштәр – йыр-бейеү ансамблдәрендә ҡатнаша.
Рауил филиалында ла эш ҡайнай. Ғәлимә Сәфиуллина, Әлфинә Дауытова, Миңлегөл Вәлиева, Гөлдәр Баһаува, Нуридә Ниғмәтуллина һәм Гөлназ Ғәлиуллиналар – һәр береһе үҙ эшен яҡын күреп, ауылдаш­тарының тормошон сағыуыраҡ, балҡышлыраҡ итеү өсөн тырыша.
Алты ауыл клубын үҙ эсенә алған Ташбулат филиалында иһә «халыҡ» исемен йөрөткән өс коллектив бар. Әлфиә Ғүмәрова, Айгөл Сеилова, Әғниә Бикмырҙина, Хәлиҙә Хөснөтдинова, Минзәлә Тимер­йәнова, Ғәлиә Йәнйегетова, Гөлсәсәк Аллаярова, Фатима Хәкимоваларҙың эше ауыр ғына. Сөнки Ташбулат яғы – курорт зонаһы. Бында йәшәгән халыҡтың талаптары юғары. Шуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бирешмәй: башҡорт милли йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлап, уларҙы терге­ҙеүҙе маҡсат итеп, алға ынтылалар.
Таһир Кусимов музейында йәш белгес Гүзәл Искәнйәрова ихлас эш алып бара. Музейға килгән һәр кешене ул асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, матур экскурсиялар ойоштора, мауыҡтырғыс саралар үткәрә.
Мәҙәниәт усаҡтарында яңы технологик алымдарҙы ҡулланыуҙы талап итеүсе, өйрәтеүсе, методик яҡтан ярҙам күрһәтеүсе, ауыл клубтарының мәшәҡәтле эшен еңеләйтерҙәй уңайлы ысул эҙләүсе ҡыҙҙар – ул «Мәҙәни-ял үҙәге»нең методик бүлеге хеҙмәт­кәрҙәре. Методистың эше күренмәй, сөнки улар сәхнәгә сыҡмай, әммә уны яйға һалып, бурыстарын урын-еренә еткереп башҡарған ҡыҙҙарға ял да, тәнәфес тә юҡ. Методик бүлек район мәҙәниәтенең инеш башы булып тора. Бүлекте Гөлшат Шәйәхмәтова етәкләй, төп методист – Әлфиә Заһиҙуллина, әйҙәүсе методистар – Алена Әхтәмова, Фәриҙә Уйылданова, методистар – Әлиә Айсыуаҡова һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәзилә Тайыпова. Улар, райондың 72 клубына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып, семинар-практикумдар үткәреп, эште берҙәм алып бара. Әбйәлилдәрҙең күңел һандыҡтары моңға тулы, ә үҙҙәре – яҡты булмышлы йырлы, нурлы халыҡ. Бергәләп башҡарғанда ғына эш яйлы бара, был өлкәлә улар – ысын мәғәнәһендә өлгө!

P.S. Материалды әҙерләүҙә ярҙам күрһәткән МАУ «Мәҙәни-ял үҙәге»нең методик бүлеге етәксеһе Гөлшат Шәйәхмәтоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Әбйәлилдәр усағы – йыр-моңға бай ҡосағы
Әбйәлилдәр усағы – йыр-моңға бай ҡосағы
Әбйәлилдәр усағы – йыр-моңға бай ҡосағы
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: