-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
23 Октябрь 2022, 12:30

Тауҙар иле – Дағстан

Сентябрь уртаһында Дағстанға сәфәр төштө. Кавказ тарафтарына тәүгә барғанға күрә, күңел бик үк тыныс түгел, төрлөсә уйландыра. Ул яҡтар тураһында беҙ бит яҡшыһын да, яманын да күп ишетәбеҙ. Хәйер, күп милләтле был республика иң элек бөйөк шағир Рәсүл Ғамзатовтың тыуған төйәге булыуы менән данлыҡлы икәнен белеү өнһөҙ һорауҙарға үҙе үк яуап бирә.

Тауҙар иле –  Дағстан
Тауҙар иле – Дағстан

Тәүге тәьҫораттар
Өфөнөң томанлы иртәһендә самолетҡа ултырып, Мәскәүгә барып төштөк. Баш ҡаланың Внуково аэропортында һалҡынса, ямғыр яуа. Өс сәғәттән ашыу осҡандан һуң, Махач­каланың «Уйташ» (ҡумыҡ теленән тәржемәһе – «Өй таш») аэропортында инек инде. Самолет Каспий диңгеҙе өҫтөнән боролдо һәм, ҡаланы һулда ҡалдырып, тау ыңғайынан барып ергә ултырҙы.
Ямғыр яуа. Шулай ҙа йылы. «Бөгөн ямғыр шул. Былай эҫе тора көндәр», – тип ҡаршыланылар. Фатирға Каспийск ҡалаһында төштөк. Ул, асылда, республиканың баш ҡалаһы Махачкала менән тоташҡан, барған юлда ята.
Кавказ – йылы яҡ, тигән фекер нығынған беҙҙең аңда. Шуға йәшеллек, субтропик ағастар күрербеҙ, тигән һымағыраҡ уйҙа инек. Самолет иллюминаторынан уҡ күҙгә ташланған пейзаж өмөттәрҙе аҡламаны – ҡыуарған үлән ҡаплаған ер ҡотһоҙлоғо менән аптыратты. Мин үҙем тыуған Матрай ауылының (Йылайыр районы) тирә-яғындағы яландар, совет осоронда хәтһеҙ һөрөлөп, малдан тәләфләнеп, ҡарағура үләнгә, әремгә тороп ҡалған. Күҙ алдындағы пейзаж таныш шул күренешкә тартым ине. Яҙ һәм йәй, әлбиттә, тәбиғәттең бында бөтөнләй икенсе төҫтә булыуына шикләнәһе түгел.
Аэропортта таксистар башлыса Дербентҡа барыусыларҙы эҙләй. Быға ғәжәпләнәһе юҡ, сөнки ул – Рәсәй­ҙәге иң боронғо ҡала, Дағстандың йөҙөк ҡашы. 438 йылда төҙөлгән фарсы нығытмаһын, шул замандың башҡа ҡоролмаларын, йорттарын күрергә теләүсе туристар күп килә бында.
Такси, тигәндәй, был төр хеҙмәт­тең дә айырым үҙенсәлектәре бар Каспий буйы республикаһында. «Яндекс. Такси» аша саҡырыуға «Лада Приора» машинаһы килде. Дағстанда йөрөргә тура килгән такси күпселек осраҡта ошо маркалы «тимер ат» булды. Кавказда «Приора»ны ныҡ яраталар, ул әле лә урындағы халыҡҡа ышаныслы хеҙмәт итә.
Әлбиттә, таксистар тураһында әйтеп үтмәйенсә булмай. Шәп йөрөү – уларҙың иң бәләкәй гонаһы. Ҡапыл тормозға баҫып, алдағы машинаға төкөй яҙып туҡтау, уйламаған ерҙә ҡаршы һыҙатҡа сығып, алдағы транспортты «ҡырҡып» барып уҙыу, был маневрҙарҙы эшләгәндә телефондан һөйләшеү – ҡәҙимге хәл.
Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте инспекторҙарының мотлаҡ автомат менән тороуын, машина йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың бик һирәк осрауын да әйтеп үтергә кәрәктер. Туристар күпләп булған урындарға дресс-код (кейем әҙәбе) һаҡлау кәрәклеге тура­һында иҫкәрткән плакаттар ҡуйылған. Ҡыҫҡа балаҡлы шортиктар, түш тирә­һе, ҡултыҡ аҫтары асыҡ өҫкө кейем Дағстанда ирҙәр өсөн дә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла килешһеҙ һанала.

 

Сулаҡ тарлауығы
Дағстанға килгән туристарға мотлаҡ Дербент ҡалаһын, Сулаҡ тарлауығын, Һарыҡом барханын, Тобот шарлауығын һәм тағы ла тиҫтәгә яҡын тарихи урындарҙы һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын күрергә тәҡдим итәләр. Беҙгә Сулаҡ тарлауығын барып ҡарарға һәм Сулаҡ йылғаһы тау ҡыҫымынан сыҡҡан урында төҙөлгән «Главрыба» тип аталған ял паркында ғына булырға тура килде. Һарыҡом барханын юлдан ҡарап үттек.
Тарлауыҡҡа төшөү үтә лә ҡатмарлы. Шуға күрә, туристар уға өҫтән баҡһын өсөн, тау башында махсус урын эшләгәндәр.
Мең ярым метр аҫта Сулаҡ йылғаһы аға. Уның арғы ярында, киртләс һыртта, ултырған авар ауылы Зубутли күренә. Борма-борма тау юлы ҡайҙандыр килеп сыға ла, ауыл аша үтеп, артабан дауам итә. Һул яҡта Чиркей ГЭС-ын эшләткән ҙур быуа йәйрәп ята. Зәңгәр йәүһәр төҫөндәге йылғала мотор кәмәләре йөҙә, ә күкте бөркөттәр айҡай. Кеше күп. Кеүәҫ, туңдырма, емеш-еләк, сувенирҙар һаталар. Юғарынан ҡурҡмаған бер нисә егет аҫтараҡ ҡалҡып торған таш бағанаға менеп баҫты.
Кавказда иң бейек һаналған Эльбрус һәм Казбек түбәләре биш мең метрҙан ашһа, беҙ күтәрелгән тау 2300 метр тирәһе ине. Эҫе көндөң монары күрер араны ҡыҫҡарта, шуға кинофильмдарға, фотоһүрәттәргә төшөрөлгән панорама асылманы беҙгә. Уның ҡарауы, Сулаҡ тарлауығы хайран итте. Тәбиғәт йәшел саҡта килһәң, бигерәк матурҙыр инде ул.
Туристар өсөн майҙансыҡ Чиркей ГЭС-ын хеҙмәтләндергән энергетиктарҙың Дубки ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан. Ҡасабаға тиклем, ҡырҡ бөгөл ҡырҡып, текә тауҙа асфальт юл һалынған. Беҙҙәге Инйәр, Белорет тарафтарына барған юлдан ике-өс тапҡырға бормалыраҡ булыр ул.
Кире төшкәндә бәләкәй генә майҙансыҡта ҡабымлыҡ ризыҡ, виноград һатыусылар эргәһенә туҡтап сәй эстек. Дағстанда туризм индустрияһы саҡ үҫеш юлында, шуға ҡулайлыҡтар бик аҙ. Яҙа-йоҙа әтмәлләнгән өҫтәл­дең булыуы беҙҙе ҡыуандырҙы. Ҡуҙғалырға йөрөгәндә ҡара төҫтәге ҙур туй машинаһы килеп туҡтаны. Унан төшкән йәштәр шунда уҡ лезгинка бейергә кереште, егеттәрҙең береһе пистолеттан һауаға атып ебәрҙе. Барыһы ла нәҡ кавказса килеп сыҡты.

Әйткәндәй...
Туйҙы унда, бер нисә йөҙ, хатта меңгә яҡын ҡунаҡ саҡырып, бик киң үткәрәләр икән. «Шул тиклем кеше йыйырлыҡ залдар бармы?» – тип аптырайбыҙ. «Булмай һуң. Ошонда 800 кешене ултыртып була. Аренда хаҡы – 500 мең һум. Өҫтәлгә ҡуйылған ризыҡ, тамада, башҡа сығымдарҙы һалығыҙ...» – ти яуап итеп таксист, күркәм бинаға күрһәтеп. Эйе, ҙур ғына сумма килеп сыға шул. Беҙҙең үлсәмгә һыймай. Тик бында бер бәләкәй генә сер бар – туйға төшкән аҡса күпселек осраҡта барлыҡ тотоноуҙарҙы ҡаплай.
Сулаҡ йылғаһы аша тарлауыҡтан сыҡҡан урында ҙур парк ҡоролған. Унда иркенләп ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған: аттракциондар, уйын майҙансыҡтары, туҡланыу урындары бар, һыуҙа мотор кәмәһендә йөҙөргә мөмкин. Шунда уҡ бағыр балығы үрсетәләр. Күрәһең, шуғалыр электән килгән исеме менән ял итеү урынын «Главрыба» тип йөрөтәләр.
Юлда барғанда тирә-йүнде ҡыҙыҡһынып күҙҙән үткәрәм. Ҙур булмаған биләмәләрҙә картуф ҡаҙа­лар, һуған сығаралар. Һыйыр, ваҡ мал осрай, емеш баҡсалары күренә. Тупраҡ беҙҙәге шикелле ҡара түгел. «Ҡайҙа ла ауыр хеҙмәт ауыл халҡына төшә», – тигән уй килә, кешеләрҙең башын ерҙән күтәрмәй эшләүенә ҡарап.
Һәр төбәктең – үҙ йәме, үҙ матурлығы. Шулай ҙа Башҡортос­таныбыҙҙан да гүзәл ер юҡ икән был донъяла.


Дағстан Республикаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: