+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
5 Август 2022, 12:23

Ҡәрҙәшлек көсө

Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы ижадсыларының китабына мөхәррир булырға һорап, «Таң йондоҙо» башҡорт фольклор коллективының художество етәксеһе Луиза Хәдит ҡыҙы Бәхтийәрова мөрәжәғәт иткәс, уйлап тормай ризалаштым. Сөнки быға хәтлем дә ырымбурҙар менән аралашҡандан тик йылы тәьҫораттар ҡалған. Шиғырҙар йыйынтығы «Тыуған төйәк һуҡмаҡтары» (Красногвардейский районында йәшәгән башҡорттарҙың мәҙәни мираҫын асыҡлау һәм һаҡлау саралары) проекты сиктәрендә Президент гранттары фонды ярҙамында урындағы башҡорт ҡоролтайы булышлығы менән донъя күрҙе.

Ҡәрҙәшлек көсө
Ҡәрҙәшлек көсө

Районда башҡорт телендә шиғыр яҙыусылар бихисап. Проект сиктәрендә уларҙың әҫәрҙәренә яһалған һүрәттәр бәйгеһе үткәрелгән һәм ебәрелгән эштәрҙең иң яҡшы тип табылғандары ошо китапҡа һайлап алынған. Луиза Бәхтийәрова, Фәйрүзә Буранғолова, Ҡәнифә һәм Юрий Салдеевтар, Фәрит Буранғолов, Мәрзиә Райманова һәм Дилә Буранғолованың шиғырҙарына балалар тырышып һүрәт төшөргән. Тимәк, улар башҡорт телендә яҙылған шиғырҙар менән ҡыҙыҡһынған, мәғәнәһенә төшөнгән, моңонан арбалған. Китаптың тәүге бүлеген ошо авторҙарҙың ихлас йөрәктән сыҡҡан йөкмәткеле шиғырҙары биләһә, икенсе өлөшөн һайлап алынған һүрәттәр тәшкил итте, өсөнсөһөндә Туҡ буйы башҡорттарының мәҙәни тормошон сағылдырған фотоһүрәттәр урын алды. Айгөл Нуриева китапты версткаға һалды, рәссам Рауил Шәйхелисламов уға күркәм тышлыҡ эшләне. Китапҡа «Тыуған ил һуҡмаҡтары» тип исем ҡуштыҡ. Йыйынтыҡ әҙер булғас, Пләшән ауылы мәҙәниәт йортонда үтәсәк сараға – исем туйына саҡырыу алдыҡ. Башҡортостандан ҡәләмдәшем, шағирә Зөлфиә Ханнанова менән барыу бәхете яҙҙы. Зөлфиә «Йөрәк һүҙе»ндә еңеп алған «тимер ат»ын сая ауыҙлыҡлаған. Юлыбыҙға фатиха биргәндәй, ҡанаттарын йәйеп бөркөттәр шыҡыйып осто. Ямғыр яуып үтте. Александровка районын уҙғас, асфальт бөттө лә юл батҡаҡҡа әйләнде. Барып еткәнсе зәңгәр төҫтәге машинабыҙ балсыҡҡа буялып, ҡарағыһыҙ булғайны.
Туҡ буйы башҡорттары ижади көстәре менән осраштыҡ. Мәҙәниәт йортона халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Уларҙы шиғри шәлкемдәре тупланған йыйынтыҡ сығыуы уңайы менән ҡотлап, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡортостан ҡыҙы» исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнек. Шиғырҙар уҡыштыҡ, ихлас күңелдән аралаштыҡ. Хакимиәттән социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Н. В. Пеннер ҡотланы. Уның сығышынан милләттәштәребеҙгә ихтирам һәм хөрмәт тойҙоҡ. Красногвардейский районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе И. З. Кучаев та Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ҡыуанысы оҙаҡҡа һуҙылһын, ижад ҡомарҙары һүрелмәһен, тигән теләктә таралыштыҡ. Был, ысынлап та, – ҙур ваҡиға, ҙур еңеү.
Дилә Дәүләткирәй ҡыҙы Буранғолова беҙҙе өйөнә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ике ҡатлы ҙур йортта Рәмзис улы һәм килене Әлфиә менән йәшәй ул. Баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерәләр, ҡаҙ-өйрәк тоталар. Әлфиә гинеколог булып эшләй, Рәмзис төҙөлөш менән булаша. Ҡыҙҙары һәм улдары Ҡаҙанда юғары уҡыу йортонда белем ала. Дилә апай тормош иптәше менән оҙаҡ ваҡыт Үзбәкстанда йәшәп ҡайтҡан. Ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән улар. Пләшәндә мәсет һалыуҙы башлап йөрөүселәрҙең һәм ошо хыялды тормошҡа ашырыусыларҙың береһе – Дилә ханым. 17 китап авторы ул. Дин, тәрбиә, Ҡөрьән, иман хаҡында уның был йыйынтыҡтары. Балаларға яҙылған шиғырҙары киң билдәлелек яулай. Кескәйҙәрҙең уларҙы яратып ятлағанын видеоларҙан күрҙек. Әкиәттәр китабы ла бар Дилә апайҙың. Пләшән ауылы эргәһендәге әүлиә ҡәберен кәртәләтеп алыуҙы, яҙылған таш ҡуйҙыртыуҙы ла Дилә апай башлап йөрөй. Был ерҙәрҙән ислам динен таратыу маҡсатында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең 17 сәхәбәһе үткән. Берәүһе ныҡ ауырып киткән дә донъя ҡуйған. Уны бейек тау битләүенә мендереп ерләгәндәр. Исеме лә билдәһеҙ был изге кешенең. Бары тик ҡәбер ташының фрагменттары ғына һаҡланған. Әүлиәләрҙең һуңғы төйәк иткән еренә Аллаһ Тәғәләнең нуры төшә, шуға теләктәр ҙә ҡабул була, тиҙәр. Беҙ ҙә, Дилә апайға эйәреп, әүлиәнең һуңғы төйәгенә зыярат ҡылып, доғалар уҡыныҡ, илебеҙгә тыныслыҡ, өйҙәребеҙгә бәрәкәт, ғаиләләребеҙгә татыулыҡ, һәр кемебеҙгә һаулыҡ, бәхет теләнек.
Белеүебеҙсә, әүлиә ерләнгән ерҙән һыу сыға. Бында ла тау аҫтынан шишмә бәреп сыҡҡан. Ваҡыт тығыҙ булыу сәбәпле, унда барып торманыҡ. Тау башынан Пләшән дә ус төбөндә кеүек кенә күренә. Тауҙың итәгенән кейәү үләнен йыйып алдыҡ.
Үрге Ильяс (Тәңес) ауылын инеп күреп китегеҙ, һеңлем һеҙҙе көтөп торор, тигәйне тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев. Бик күп данлы шәхестәр сыҡҡан боронғо ауыл икән ул. Башҡортостандың халыҡ сәсәне, «Урал батыр» эпосын яҙып ҡалдырған Мөхәмәтша Буранғолов, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев, шағирә Дилә Буранғолова ошонда тыуған. Китапханасы, клуб мөдире булып Земфира Миңлеғужа ҡыҙы Ҡалмантаева эшләй. «Әгәр бында мәҙәниәт усағы дөрләй икән, унда Земфирабыҙҙың өлөшө ҙур», – ти ауылдаштары. Уның өйөнә инеп сәй эсеп, башҡорт ҡунаҡсыллығын күрҙек. Тәңестә йәтеш кенә итеп «Динислам» исемле мәсет тә төҙөлгән. Туй үтергә тейеш, тип ҡапҡа төптәрендәге эскәмйәлә көтөп ултыралар ине. Ҡунаҡтарҙы улар ихлас тәбрикләне. Киленгә һыу юлы күрһәтергә килергә тейештәр, йола тотабыҙ, тиеште улар. Туғайҙарҙы яҙын һыу баҫыуын, ҡыр өйрәктәре килеп тулыуын, ҡыш илектәр төшөүен, яҡындағы тауҙа бәшмәк йыйыуҙарын, Туҡ йылғаһында балыҡ күп булыуын илһамланып һөйләне Земфира ханым. Тауға ултыртылған ылыҫ ағастары ауылды ҡомло елдән һаҡлай икән. Ерҙәре уңдырышлы – ни сәсһәләр, шул уңа, имеш. «Тәңестә «Башҡортостан ҡыҙы»н яратып уҡыйҙар, китапхана уға яҙылыуҙан өҙөлгәне лә юҡ», – тиеүҙәре йөрәккә май булып яғылды.
Миәкә һылыуы Фәйрүзә Абдулла ҡыҙы был яҡтарға, Буранғоловтар нәҫеленә килен булып төшкән. Йырсы Венер Камаловтың бер туған апайы икән ул. Һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан апай хәҙер байрамдарҙа үҙенең шиғыры менән сығыш яһай. Сыҡмай торһа, ауылдаштары саҡырып сығара. Уның шиғырҙарын яратып тыңлайҙар.
Ырымбур яҡтарында, Пләшән ауылында, сейәләр ҙә иртәрәк өлгөрә. Эре раузалары күҙҙең яуын ала. Дилә апайға: «Был тамылйышҡан сейәләрегеҙ төшөмә инер, тәме тел осонан китмәҫ», – тинем хушлашҡанда. Эш сейәлә генә лә түгел, күңел тартыуы, ҡәрҙәшлек хистәрен нығыраҡ тойҙортҡан далала йәшәүсе милләттәштәребеҙ барлығын онотмабыҙ. Рәхмәт, ырымбурҙар, ҡунаҡсыллығығыҙға, яҡты йөҙөгөҙгә! Илһам алып, ҡанатланып ҡайттыҡ. Үҙебеҙ ҙә һеҙгә йөрәгебеҙҙең бер өлөшөн ҡалдырҙыҡ.

Ырымбур өлкәһе.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: