Былтыр ун йыллығын билдәләгән «Сәсән» ижади берекмәһен 2015 йылдан бирле белгәс, төбәп килеүем дә – уларға. Ырымбурҙа тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы, талантлы үҙешмәкәр композитор, «Сәсән»дең етәксеһе Әлфиә Агеева менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙ тос емеш бирә. Шулай уҡ сараны үткәреүҙә булышлыҡ иткән Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Әхмәҙуллинға, Башҡортостандың Мәскәүҙәге дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса Аппарат етәксеһе урынбаҫары Евгений Кравцовҡа рәхмәтлебеҙ. Был – илебеҙҙең баш ҡалаһында «Башҡортостан ҡыҙы»ның дүртенсе осрашыуы, һәм ул Мәскәү милләттәр йортоноң матур залында үтте.
«Хазина» төркөмө менән тәүләп таныштыҡ. Улар башҡарған «Шәл бәйләнем», «Бишбармаҡ» бейеүҙәрен тамашасы яратып ҡабул итте. Залдағылар Лилиә Кәримова менән Әлфиә Килдейәрованың «Бер алманы бишкә бүләйек» дуэтына ҡушылып йырлап ултырҙы. Гөлнара Ғәфүрованың «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде.
Рената Бәҙәмшина, ижади хеҙмәттәшлекте нығытып, минең шиғырыма Әлфиә Агеева көй яҙған «Апайыма» йырын тәүге тапҡыр йырлап ишеттерҙе.
Ирле-ҡатынлы Луиза менән Арсен Кәримовтар бөтә Рәсәй буйынса башҡорт-татар моң һөйөүселәренең мөхәббәтен яулап өлгөргән. Улар хаҡында баҫмабыҙҙа яҙып сыҡҡаныбыҙ ҙа булды. Луиза менән Арсендың һөйөү, бәхет хаҡындағы йырҙары шиғри-моңло кисәгә биҙәк өҫтәне. Айрат Йәноҙаҡовтың ҡурай моңо ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың күңелен асты, тыуған яҡтарҙың киң сәхрәләрен иңләтте, һағыныу хистәрен уятты.
Мәғариф ветераны Земфира Сәхипова журналыбыҙҙы оҙаҡ йылдар алдырыуы, уның менән хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләне. Ауырлыҡтарға ҡарамай алға барырға, баҫманың ҡағыҙ вариантынан төңөлмәҫкә кәрәклеген әйтте. Яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина журналдың рухиәттәге әһәмиәтен билдәләне.
Ҡул эштәре оҫтаһы, Мәскәүҙә шәхси эшен булдырған Гөлназ Ҡорамшина миңә сәйләндән үҙе һырып яһаған милли биҙәүес бүләк итте. Уның, Рәсәйҙең баш ҡалаһында милләтебеҙ мәҙәниәтен сағылдырған кейемдәр, биҙәүестәр ижад итеп, яҡташтарыбыҙ ситтә лә үҙ асылын юғалтмаһын өсөн бер таяныс булыуы һоҡландырҙы. Ул – журналдың «Таҡыя нағышы» бәйгеһе еңеүсеһе лә. Редакциябыҙ үткәргән бындай сараларҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай.
Кисәне алып барыуға бар оҫталығын һалған һөйкөмлө Учалы һылыуы Алһыу Буш Лаура ҡыҙын да алып килгән. Ошондай рухлы осрашыуҙарға йәштәрҙең йәлеп ителеүе һөйөнөслө. Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллегендә эшләгән Әбйәлил ҡыҙы Айгөл Саҡаева ла журналыбыҙҙы Мәскәүҙәге уҡыусылары менән осрашыу уңайынан тәбрикләне. Ул кескәй Милана ҡыҙы менән килгәйне.
Сарала ҡатнашҡан илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәүсе башҡорттарҙан кемде генә алма, һәр береһе яуаплы урындарҙа эшләй. Әммә туған моңдар, телебеҙ яңғыраған, милләттәштәребеҙ йыйылып аралашҡан ергә ҙур теләк менән йөрөйҙәр. Мәскәүҙәге яҡташтарыбыҙ «Башҡортостан ҡыҙы»н алдыра һәм яратып уҡый. Кисәлә улар ошо хаҡта әйтте һәм редакциябыҙҙың пландары, тормошҡа ашырыла килгән проекттары хаҡында ҡыҙыҡһынып тыңланы, шиғриәт моңдарында тирбәлде.
Иҫтәлекле осрашыуҙан киләсәккә ниәттәр билдәләп, маҡсаттар ҡуйып таралыштыҡ.
Май аҙағында баш ҡала менән бәйле тағы бер һөйөнөслө ваҡиға булды. 24-25 майҙа Мәскәүҙә «Сифатлы пресса һәм уның үҫеш перспективалары» тигән медиафорумда «Матбуғаттың алтын фонды» конкурсының «Йылдың баш мөхәррире» махсус дипломы менән бүләкләндем. Был еңеүҙе тотош редакциябыҙҙың, журналыбыҙҙың ҡаҙанышы тип ҡабул итәм. Ул уңышта һинең дә өлөшөң бар, уҡыусым!
Мәскәү ҡалаһы.