«Айыҡ ҡатын» старт алды!
Хәйбулла районында, «йәшел йылан» ҡотҡоһона бирелеп, имен булмаған һәм ауыр тормош хәленә ҡалған йөҙгә яҡын ғаилә иҫәпләнгән. Уҙған ике йылда районда ете тиҫтәгә яҡын ата-әсә дауаланыу үтеп, эскелектең төпһөҙ һаҙлығынан ҡотолған. Тартып алынған балаларын ҡайтарып, айыҡ тормош башлағандар. Шул ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе һөйләшеүгә ҡунаҡ булараҡ саҡырылғайны. Сараның тап ошо ауылда башланып китеүе осраҡлы түгел: Бәләкәй Арыҫланғол айыҡлыҡ, именлек биләмәһе булып тора.
«Айыҡ ҡатын» һүҙбәйләнеше ҡолаҡты яра, күңелгә уҡ булып йәнселә. Гүзәл затты бер нисек тә алама күренешкә бәйләй алмайбыҙ, уға Йыһанға нур һибеүсе бөйөк әсә итеп ҡарарға күнеккәнбеҙ. Әммә ул беҙҙең тормошта бар. Шуның арҡаһында ғаиләләр тарҡала, балалар етем үҫә, тейешле тәрбиә күрмәй. Борон башҡорт халҡында эскелек булмаған. «Айыҡҡандарын данлау түгел, һаҙлыҡтағыларын сығарыу – «Айыҡ ҡатын» проектының төп маҡсаты», – ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова. «Түңәрәк өҫтәл»де ул үҙе алып барҙы.
«Эскән ҡатынды күрһәң, беренсенән, йәлләү тойғоһо уяна, икенсенән, балалары ҡарауһыҙ ҡалһа, ул кешегә ҡарата нәфрәт уты тоҡана. Милләттең киләсәге – әсәйҙәр ҡулында. «Иманға килгән» тигән һүҙ – Аллаға ышаныу ғына түгел, өлгөлө кешеләр артынан эйәреү, мин еңдем бит, һин дә еңәсәкһең, тип, артта ҡалғандарға ярҙам итеү ҙә ул», – тип сәләмләне форумға йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙы Әбеш ауыл советы рәйесе Таһир Мөғлетдин улы Юнысов. Ул ауыл фельдшеры Баныу Мәғәфүр ҡыҙы Мөхәммәтоваға юбилейы уңайынан Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Күҙ терәп торғандары ошо кеше бит. Өлгө.
Сара ҡыҫҡа метражлы тетрәндергес «Быйма» фильмын ҡарауҙан башланды. Эскелектең тормошта ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтереүе хаҡында ине ул. Күҙҙәрҙән йәштәр сөбөрләп аҡты. Атаһының «йәшел йылан» ҡоло булыуы арҡаһында аяҡтарынан яҙған бала йәлләү уятты. Ниңә бер гонаһһыҙ сабый атаһы арҡаһында яфа күреп йәшәргә тейеш? Ул тиҫтерҙәре артынан йүгерә алмаҫ, тауҙар артылмаҫ...
Роза Рәүҙәт ҡыҙы асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы. «Һәр эскән кешенең ғаиләһендә ошондай ҡурҡыныс хәл булмаһа ла, балалар яралы күңел менән үҫә. Быға юл ҡуймау өсөн, иҫерткес эсемлектән бөтөнләй баш тартыу зарур. 69 кешене эскелектән дауаларға өлгәшкәнбеҙ, шуларҙың 6-һы ғына кире эсте. Светлана Мартиновна, Динә Ревмир ҡыҙы, рейдтан йөрөп ҡайтҡас, төшөргән фото һәм видеолар күрһәтәләр – уларҙан тетрәнеп бөтөнләй йоҡо осоуы ла мөмкин. Һәр бер ғаиләне йөрәк аша үткәрәбеҙ – сөнки улар беҙҙең яҡташтарыбыҙ, яҡын кешеләребеҙ. Айыҡ тормошто балалар бәхете өсөн һаҡларбыҙ, тип өмөтләнәм», – тип ул тәүге һүҙҙе райондағы имам-мөхтәсиб Рәсүл хәҙрәттең хәләл ефете Лилиә Мөхәмәтйәноваға бирҙе.
Динебеҙ – ҡатын-ҡыҙ хаҡында
Лилиә абыстай ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләһе, ире алдындағы бурыстары, вазифаһы хаҡында һөйләне. «Хәҙис буйынса, ил етәксеһе – халҡы өсөн, ир кеше – ғаиләһе, ә ҡатын-ҡыҙ мал-мөлкәт һәм балалары өсөн яуаплы. Был нимәнән ғибәрәт? Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙға ҙур вазифа һалынғанын беләбеҙ. Ул ғаилә усағын ғына һаҡлап ҡалмай, ә киләсәк быуынға тәрбиә бирергә, уның өсөн өйҙә дөрөҫ мөхит булдырырға тейеш. Был нимәгә ҡайтып ҡала? Ир балала – ир-егет, ә ҡыҙҙа әсәлек сифаттарын үҫтерергә бурыслыбыҙ. Тәрбиәнең иң яҡшы алымы – атай-әсәй миҫалы. Бала атаһына йә әсәһенә оҡшарға тырыша. Әсәй кеше юғары әхлаҡлы, сабыр булырға тейеш. Шуға күрә эскелек, эгоизм, тупаҫлыҡ кеүек сифаттарҙан ул йыраҡ торһон», – тине ул. Лилиә ханымдың тағы бер хәҙисте иҫкә алыуы форумдағыларҙың күңеленә хуш килде. Пәйғәмбәребеҙ дөйәлә китеп барған бер нисә ҡатын-ҡыҙҙы күрә лә: «Һағыраҡ бул, һин гәлсәр ҡумталарҙы алып китеп бараһың», – тип карауансыға өндәшә. Уларҙы, тимәк, ныҡ ҡәҙерләргә кәрәк, динебеҙ шулай ҡуша. Лилиә абыстай мәсеттә һабаҡтар ҙа бирә. Проектта артабан да ихлас ҡатнашасағын белдерҙе ул.
Эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш
Ике айлыҡ ҡына баланың әсәһе менән айҡашалар икән. 30 йәшлек ҡатын боҙоҡ юлға баҫҡан. Үҙе лә ярҙам итеүҙәрен үтенә. Опека бүлеге эскесе ҡатындың ғаиләһен 6-7 тапҡыр тикшергәс, баланы дауаханаға алырға мәжбүр була. Ошо хәлдәрҙең уртаһында ҡайнаусы райондың опека бүлеге етәксеһе Светлана Мартиновна Пахтусова һүҙ алды.
«Иң беренсе маҡсатыбыҙ – эскән әсәйҙәрҙе айыҡтырыу һәм баланың уның ҡурсыуында үҫеүен тәьмин итеү. Сөнки сабыйға үҙ әсәһе ҡосағын берәү ҙә алмаштыра алмай. Хәҙер эскелектең ауырыу икәнен аңлайым. Ундай юлдағыларҙы, рәхәт тормоштан шашҡан, тиҙәр. Был улай түгел. Улар өсөн иң ҡыйыны – балаларынан яҙыу. Беҙ үҙебеҙ ҙә – атай-әсәй. Әсәнән айырылған һәр бала йәнде әрнетә. Аҫрауға алынған балалар – эскесе тоҡомо уларҙан ниндәй кеше сыҡһын, тигән ҡараш та яңылыш. Вәзәм ауылында ғына ла ундай балалар тәрбиәләгән ғаиләләр аҙмы ни? Опекундарының йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ әлегә уларҙың. Бөтә бәләләрҙең башы – эскелек. Иҫерек килеш үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙың, күп ауырыуҙарҙың да нигеҙе шунда. 40-тан 5 ҡатынды эскелектән йолоп алһаҡ та, оло еңеү. Айыҡ ауыл ғына түгел, айыҡ район булһын ине. Ғаилә бәхете, атай-әсәй наҙы тапҡан балалар өсөн ҡыуанабыҙ ғына», – тине ул.
Вәзәмдә тәрбиәгә алынған балалар күп
Вәзәмдәрҙең һәр береһе бөтмөр, һәр береһе егәрле. Унда ла эш юҡ, тормоштарын нимә менән тултыралар, йәшәүгә көстө ҡайҙан алалар икән? Был һорау күптән тел осонда тора ине. Яуабы ла көттөрмәне: һүҙҙе ауыл уңғаны Зәкиә апай Мусинаға бирҙеләр.
– Вәзәмдә тыуып үҫтем. Ситкә сығып китмәнем. Быйыл 65 йәшемде тултырҙым. Ауылым, ауылдаштарым менән ғорурланам. Һуғыштан һуңғы апайҙар менән аралашып йәшәйем. Ирһеҙ ун ҡатын колхозда һауынсы булды. Яңауылға йәйләүгә сыҡтылар. Улар араһында араҡы эсеү һымаҡ яман күренеш һис булманы. Донъяларын матур көттөләр. Шуларҙы күреп үҫтек. 90-сы йылдарҙан һуң ҡырҡа һуғылдыҡ. Колхоз бөттө. Ҡайҙа барырға? Үҙебеҙгә генә ышанып йәшәргә ҡалды. Мал көсө менән ғүмер итәбеҙ. 3-5 баш һыйырҙан ғына килем була. Һәр йортта хәҙер – техника. Берәүҙән күреп икенсеһе ала. Әсәйем Вәзәм ауылының бәрәкәтле урында ултырыуын, бынан бер ваҡытта ла ырыҫ китмәйәсәген әйтә торғайны. Мал тотҡас, ағын эш итеп, майын да, ҡаймағын да һатабыҙ. Яҡташтарыма, афарин, тием, ауылдың данын ебәрмәнеләр. Хәҙер ҡул эшенә тотоноп киттек. Үҙем 6-сы кластан шәл бәйләйем. Беҙгә килендәр ҙә эйәрә. 20-нән артыҡ ҡыҙ, үҙебеҙҙең ауыл егеттәренә кейәүгә сығып, ошонда төпләнде.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2022) һанында уҡығыҙ.