Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Хәлилов бик йылы ҡабул итте. Журналға яҙылырға йәлеп итәсәктәрен белдерҙе. Ул эште үҙенән башланы: “Бәйләнештә” селтәрендә кем дә кем “Башҡортостан ҡыҙы ” менән фото төшөп һала һәм #БашкортостанкызыАбзелил хештегы менән билдәләп тарата, күп тауыш йыйыусыларҙың өсәүһенә подписка бүләк итәсәген белдерҙе. Бына, исмаһам, был егеттәрсә!
Ишҡол ауыл китапханаһындағы осрашыу күңелде имләне. Яратҡан уҡытыусыларым Вәсилә Хәкимйән ҡыҙы Вәлиева, Рәшиҙә Фазылйән ҡыҙы Мөхәмәтдинова хәтирләре менән уртаҡлашты, “Башҡортстан ҡыҙы”нда яратып уҡыған материалдар хаҡында һөйләне. Осрашыуға мәктәптең юғары класс уҡыусылары ла килгәйне. Урамдаш, күрше апайҙар, еңгәйҙәр, апайҙарҙың мине күреп ҡалырға ашығыуҙары һөйөндөрҙө. Улар әсәй-атайымды иҫкә алды, улар рухына аят бағышланы. Йома сәйе эскәс, район мәҙәниәт йортона юлландыҡ. Унда ла халыҡ эркелеп килеүе һөйөндөрҙө. Кисәне ауылдаш ҡыҙҙарым, үҙәк китапхана усағын дөрләткән Айгөл Тоҡомбәтова һәм Зөлфиә Сафина асып ебәрҙе. Әбйәлил район хакимиәте башлығы исеменән тәбрикләү өсөн һүҙҙе социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Вадим Фәнил улы Ғафаров алды. Ул миңә рәхмәт хаты тапшырҙы. Минең һүҙҙәремә яҙылған Гөлфирә Йәһүҙинаның “Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары” (Артур Туҡтағолов көйө), Фәриҙә Уйылданованың “Кисер” (Юлай Үҙәнбаев көйө) йырҙарын башҡарыуы йөрәккә май булып яғылды. Кисәне шулай уҡ Ишҡол урта мәктәбе уҡытыусылары, Ишҡол мәҙәниәт йорто ҡыҙҙары ансамблдәре йырҙары биҙәне. Ошо урында Ишҡол урта мәктәбе директоры Азат Рәфҡәт улы Махияновҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ул һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ауылдашым Мансур Баһаув сәхнә тултырып “Перовский”ҙы башҡарҙы, “Һаман яратам” тигән йыры менән гүзәл заттар күңеленә ут һалды.
Райондың ижади берекмәһе “Йәйғор”ҙар исеменән Гөлфиә Ниғмәтуллина, Мөнирә
Кирәева, Нәсимә Ғайсина, Фәрзәнә Хамматовалар сығыш яһаны.
Мине баш мөхәррир һүҙҙәре оҡшай, шул яҙмаларыңды айырым китап итеп күрге килә тип дәртләндергән Асҡар икмәк комбинаты Нәзирә Исламбаева ла китап менән ҡотланы, үҙе етәкләгән коллектив ҡыҙҙары “Башҡортостан ҡыҙы”на даими яҙылыуын әйтте.
Амангилденән Миңзәлә Юлмөхәмәтова поэмамдан өҙөктө шул хәтлем тәьҫирле итеп уҡыны, тәндәр семберләне, күңелдәргә үтте. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Әкрәм ҡыҙы Ҡунафинаның матбуғатҡа яҙылырға кәрәклеге хаҡында сәхнәнән әйткән һүҙҙәрҙе лә яҡташтарым хуплап ҡул сапты.
Ишҡол урта мәктәбен бергә тамамлаған класташ ҡыҙҙарым Йәүрә һәм Фаяның ҡотлауы минең өсөн әһәмиәтле булды.
Әбйәлилдәге осрашыуҙарҙа ысын мәғәнәһендә күңел байрамы кисерҙем. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Кемдәр осрашыуҙарға килә алмаған, “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылып ҡуйһын ине. Рухиәтле халыҡ бер ниндәй ауырлыҡтарға ла бирешмәҫ. Һаулыҡ, тотҡан ураҙаларығыҙҙың ҡабул булыуын, йортоғоҙға именлек, бәрәкәт теләйем!