Эстетик медицина һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә айырым тармаҡ булып һанала һәм үҙ эсенә косметология, хирургия, трихология, стоматология, офтальмология, дистология, диетотерапия, нутрицевтика, иммун диетологияһы, нутригеномика кеүек антиэйдж программаларҙы, төрлө инъекциялар, фото һәм лазер технологияларын ала. Ул һаулыҡҡа һәм матурлыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе төрлө фәнни эшмәкәрлек күҙлегенән, яңы технологиялар һәм ҡоролмалар ярҙамында хәл итә.
Генетик паспорт, йәки ауырыуҙың шәжәрәһе
Баҡтиһәң, бөгөнгө заман медицинаһында кешенең генетик паспортын төҙөү ҙә бар икән, ул үҙенсәлекле бер шәжәрә кеүек. Тулы генетик паспортты бөгөнгө көндөң мөғжизәһе тип тә атарға мөмкин, сөнки ДНК тикшеренеүҙәре үтеп, гендарҙы асыҡлаған махсус анализдар ярҙамында кешенең ниндәй ауырыуҙарға бирешеүсәнлеген алдан иҫкәртеп була. Төҫ-баш һыҙаттарыбыҙ, холҡобоҙҙоң теге йәки был үҙенсәлеге беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан бирелгән кеүек, ауырыуҙар ҙа ете быуыныбыҙҙан күсә икән. Сәләмәтлек торошо фәҡәт көн тәртибенә, йәшәү рәүешенә, дөрөҫ туҡланыуға ғына түгел, ә гендарҙағы мәғлүмәттәргә лә туранан-тура бәйле.
@bonneclinique клиникаһының төп йүнәлеше – ана шул генетик паспортты төҙөү. Ул – киң тармаҡлы, ҡалала иң-иңдәрҙән һаналған заманса медицина үҙәге. Кешенең генетик йәше – 120 йыл, әгәр йәштән һаулығыңа битараф булмай, йыл да кәрәкле анализдар тапшырып, заман технологиялары менән организмдағы тайпылыштарҙы кисектерһәң йә иһә контролдә тотһаң, 100 йәшкә етеү мөмкинлеге бар, ти белгестәр. Генетик паспорт эшләүҙең әһәмиәте ауырыуҙы булдырмауҙа ниндәй кәрәкле алымдар ҡулланылыуы тураһында bonneclinique клиникаһының директоры, биология фәндәре докторы, 30 йылдан ашыу микробиология, генетика менән шөғөлләнеүсе Ирина Мартынкевич бик ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Ә клиниканың тәжрибәле врач-дерматологы Ольга Шаго, беҙгә сәс, тире, тырнаҡ торошоноң эске органдар менән тығыҙ бәйләнешен, бер косметологик процедуралар менән генә матурлыҡты һаҡлап булмауын, килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү өсөн дауаланыу комплекслы алып барылырға тейешлеген, кардиолог, терапевт менән кәңәшләшеп, генетик тикшереүҙәр үтергә кәрәклеген аңлатып, үҙе эшләгән клиниканың ул йәһәттән үҙенсәлекле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был мөләйем ҡатын, ҡырҡҡа етеп барыуына ҡарамаҫтан, һаман йәш ҡыҙҙар кеүек матур, һылыу. Табипҡа мөрәжәғәт итеүселәр араһында бик күп танылған сәхнә йондоҙҙары, шул иҫәптән билдәле йырсы Татьяна Буланова ла бар.
Генетик паспортты кешегә ғүмереңдә бер тапҡыр эшләтеү ҙә етә, сөнки гендар мәғлүмәте үҙгәрмәй һәм ул ғүмерлек медицина картаһы ролен үтәй, тиергә мөмкин. Шулай ҙа уны 25 йәшкә тиклем эшләтеү иң отошлоһо һанала. Ниндәй ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә, нимәне, киреһенсә, ҡулланырға ярамай, ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнергә мөмкин, ниндәй көн тәртибен тоторға һәм башҡа бик күп һорауҙарға яуап бирә генетик паспорт.
ЭКО алымы һәм осраҡлы енси бәйләнеш һөҙөмтәһендә ауырға ҡалған ҡатын-ҡыҙ өсөн дә был генетик тикшеренеү ҙур әһәмиәткә эйә: тыуасаҡ бала нәҫел сирҙәренә дусар түгелме, уның ризыҡҡа, хайуандарға, үҫемлектәргә аллергияһы юҡмы, үҫешендә физик-психик тайпылыштары күҙәтелмәйме – борсоған бөтә һорауҙарға ла генетик паспорттың тулы яуабы әҙер.
«CapitalMed» – енси косметология үҙәге
Европа кимәлендәге диагностика һәм дауалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған «CapitalMed» клиникаһының эстетик медицина индустрияһында үҙ йөҙө, үҙ урыны бар. Ул – 18 йыллыҡ тәжрибәһе булған, матурлыҡ һәм һаулыҡҡа бәйле барлыҡ дауалау алымдарын ҡулланған күп профилле медицина учреждениеһы. Унда ПЦР-тестан һәм компьютер томографияһынан башҡа бөтә төр анализдарҙы ла бирергә, күп яҡлы тикшеренеү үтергә, консультация алырға мөмкин.
«CapitalMed»тың үҙенсәлеге шунда: ул башҡа клиникаларҙан айырмалы рәүештә енси косметологияға ҙур иғтибар бүлә. Интим тема хаҡында күптәр өндәшмәүҙе хуп күрә, проблемалар булһа ла, уны ситләп үтеү нисектер дөрөҫ кеүек, йәмғиәттә күптән шундай ҡалып һалынған. Ләкин енси тормош кеше ғүмерендә ҙур әһәмиәткә эйә, һәм уға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең бер ниндәй ҙә хилафлығы юҡ. Клиникала пластик хирургия, косметология, отоларингология, флебология менән бер рәттән, маммология, урология, гинекология бүлектәре лә эшләй. Бында простата, аденома, киста, кандидоз, хламидиоз, микоплазмоз, түлһеҙлек кеүек ауырыуҙарҙы дауалайҙар, шулай уҡ бала тапҡанда ауыр йәрәхәт алған, көсләүгә дусар ителгән ҡатын-ҡыҙ проблемалары менән дә шөғөлләнәләр. Операциялар ярҙамында енси ағзаларҙың формаһын үҙгәртергә, бәүел тотмауҙы дауаларға, яман шештәрҙең барлыҡҡа килеүен иҫкәртергә мөмкин.
Ынйы кеүек тештәр – һаулыҡ билдәһе
Тештәрҙең ынйылай ап-аҡ, тигеҙ, матур булыуын кемебеҙ теләмәй. Ә бит тештәр матурлыҡ билдәһе генә түгел, ә һаулыҡ күрһәткесе лә, аш һеңдереү ағзаларының сәләмәтлеге лә уларға бәйле. Шуға күрә бөгөнгө заман медицинаһы тештәрҙе бала саҡтан һаҡлауға, ҡарауға ҙур иғтибар бүлә.
«Вероника» стоматология клиникалары селтәре – ололар менән бер рәттән балалар ҙа яратып йөрөгән иң ышаныслы дауаханаларҙың береһе. Эшен 1998 йылда ябай кооператив булараҡ башлаған клиника бөгөн ололар өсөн – ике, балалар өсөн биш филиалы булған, юғары заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән холдинг. Уның төрлө ҡатмарлыҡтағы протезлауҙарҙы уңышлы башҡарырға булышлыҡ итеүсе үҙ техник лабораторияһы ла бар. Ә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында:
«VECTOR» – Германиялағы «Durr Dental» компанияһының пародонт ауырыуҙарҙы һаҡсыл дауалау терапияһы;
VISTA PROOF – балалар өсөн уңайлы йәшерен кариесты асыҡлаусы камера;
T-SCAN – тештәрҙең окклюзион бәйләнешен системалы диагнозлау кеүек заманса аппараттар «Вероника» стоматология үҙәгенең иң-иңдәр рәтендә икәнен иҫбатлай.
Ғәҙәттә, күптәр теш табибынан ҡурҡа, бигерәк тә – балалар. Ә «Вероника»ла эшләүсе табиптар кескәйҙәрҙе уйын рәүешендә балалар баҡсаһы кеүек йыһазландырылған күркәм бүлмәләрҙә дауалай. Сит ил клиникаларында оҙайлы стажировка үткән, тәжрибәле балалар теш табибы, хирург Елена Климова әйтеүенсә, телдәге ҡуныҡҡа (налет) ҡарап, эске ауырыуҙарҙы ла асыҡларға мөмкин, шулай уҡ бәхетһеҙ осраҡта төшкән тамыр тештәрен дә ҡабат ҡуйып, уларҙы һаҡлап ҡалып була. Уның өсөн, теште һөткә йәки бүлмә йылылығындағы таҙа һыуға һалып, 48 сәғәт эсендә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Пирогов клиникаһы – матурлыҡ утрауы
Санкт-Петербургтың күркәм Васильев утрауында урынлашҡан Пирогов исемендәге күп тармаҡлы клиниканы – үҙ пациенттарына матурлыҡ бүләк итеүсе утрау, тип атарға мөмкин. Уның тышҡы йөҙөнән үк ниндәйҙер йылылыҡ, һиллек бөркөлә. Клиника архитектура ҡомартҡыһы иҫәпләнгән зауыҡлы, мөһабәт тарихи бинала урынлашҡан. 1899 йылда архитектор Карл Шмидт проекты буйынса төҙөлгән был бина оҙаҡ дәүер Александринск ҡатын-ҡыҙҙар приюты булараҡ эшләй, һуңынан бала табыу йортона әйләнә. Ә 1999 йылда, тулыһынса төҙөкләндерелеп, Пирогов исемендәге күп профилле клиника асыла.
17 бүлектән, 80-дән ашыу юғары квалификациялы табиптан торған дауалау үҙәгендә кардиология, онкология, ортопедия, урология, гинекология буйынса һәм башҡа төрлө юҫыҡтағы йылына 20 мең операция эшләнелә, сит илдәрҙән дә мөрәжәғәт итеүселәр күп. Унда бөтә төр пластик операциялар ҙа үткәрелә, умыртҡа нейрохирургы бүҫерҙе, арҡалағы хроник сирҙәрҙе дауалаһа, лазерлы дерматология бүлеге табиптары эстетик етешһеҙлектәрҙән (миң, папиллома, һөйәл, һипкел һ.б.) арынырға ярҙам итә. Янғын, юл фажиғәһе һәм башҡа бәхетһеҙлек осрағынан алынған яра-йөйҙәр ҙә табиптарҙың мөғжизәүи ҡулдарынан уңала. Юҡҡамы ни, 2017 йылда Пирогов исемендәге был клиника «Санкт-Петербург ҡалаһының иң яҡшы клиникалары» исемендәге ТОП – 5-кә, ә быйыл «Фонтанка».ру» ҡала порталы рейтингы буйынса тәүге урынды яулаған.
Санкт-Петербургта үткән был эш сәфәре күңел офоҡтарын байытты, аң даирәһен киңәйтте, медицина өлкәһенең сит илдә генә түгел, ә беҙҙә лә иң юғары кимәлдә үҫешкәнен күрһәтте.
Санкт-Петербург ҡалаһы.