Питер – медицина туризмы үҙәге
«Яман шеш», «онкология» тигән һүҙҙәрҙе һау кешенең ишетәһе килмәй. Сөнки был сиргә юлыҡҡан яҡындарының ниндәй ғазап уты аша үткәнен ишетә-күрә йөрөйҙәр. «Рак – ул хөкөм түгел! Уны хәҙерге көндә бик уңышлы дауалайбыҙ. Ҡайһы ерҙә һәм нисек үҫеүенә ҡарап, 900 дауалау протоколы бар. Шуға был диагнозды ҡуйған кешеләргә, уның яҡындарына өмөтһөҙлөккә бирелергә түгел, ә көрәшергә кәрәк!» – тигәнде күп тапҡырҙар ишергә тура килде Питерҙа.
Фин ҡултығы буйында курорт, клиника кеүек һаулыҡ һаҡлау һәм дауалау комплекстарын үҙ эсенә алған 40-лаған учреждение эшләп килә. Санкт-Петербургтың туризм комитеты медицина туризмына өҫтөнлөк бирә. Был сәйәхәт төрөн һайлағандар ҡаланың тарихи урындары менән танышыу менән бер рәттән һаулығын нығытыу, эске ағзаларға операция ярҙамында алдырғандан, химия-нурланыуҙан һуң реабилитация үтеү мөмкинлегенә эйә.
«Rehab space»та хәрәкәт дауалай
«Rehab space» үҙәге етәксеһе, реабилитолог Альбина Владимировна Һиҙиәтуллина әйтеүенсә, реабилитация диагноз ҡуйылыу менән үк башланырға тейеш. Сирҙе дауалау уның ниндәй эҙемтәләргә килтереүен алдан күҙаллап ҡоролорға тейеш. «Rehab space» – донъя күләмендәге реабилитация методикаларын, тән хаҡындағы фәнде кешенең психологияһы менән берлектә өйрәнеп, хәрәкәт ярҙамында һаулығын тергеҙеүгә йүнәлтелгән үҙәк. Унда мануаль терапевт, психолог, реабилитолог, тренер булышлығында ауырыуҙарҙы ҡатмарлы операцияларҙан, имгәнеүҙәрҙән һуң аяҡҡа баҫтырыу маҡсаты ҡуйыла.
«Луч» – киләсәккә яҡты нур
«Луч» («Нур») – һаулыҡ һаҡлау системаһының онкология өлкәһендә дауалауҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән яман шеште дауалау клиникаһы. Ракты профилактикалау мәрхәмәтлелек-мәғариф фондының Юғары онкология мәктәбен үҫтереү идеяһынан башланғыс алған был проект йыл да 10–12 иң һәләтле йәш табипҡа юғары белем алыу өсөн грант бүлә. Уларҙың ординатурала уҡыу сығымын ҡаплай, стипендия түләй һәм иҫбатлау онкологияһы, пациенттар менән аралашыуға өйрәтеү, клиник эпидемиология, онкогенетика кеүек өҫтәлмә белем курстары ойоштора. Шуға ул башлыса табиптарҙың квалификацияһын үҫтереү йүнәлешендә эшләй. Һөҙөмтәлә белемле белгестәр үҫеп сыға. Улар ярҙамында социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт иткән пациенттарға ярҙам ойошторолған. Заманса дауалау үҙәге булған «Нур»ҙа дауаланыу түләүле, әммә сифатлы. Клиниканың етәксеһе Светлана Волкова һөйләүенсә, уларҙа ҡайһы бер онкологик препараттар тикшереү үтә. Яман шеш менән сирләгән ғаилә ағзаһының туғандарын рактан профилактикалау менән шөғөлләнә.
Иң алдынғы технологияларҙы ҡулланып
Н. Н. Петров исемендәге онкология милли медицина тикшеренеү үҙәгендә яман шешкә ҡаршы вакцина, уның нисек эшләнеүе, ҡайһы ваҡытта ҡулланылыуы һәм уның шифаһы, Анджелина Джолилағы кеүек, BRCA1/BRCA2 генетик мутациялы ҡатындарға профилактик мастэктомияны Рәсәйҙә эшләтеү, яман шеш менән ауырығандарға нисек дауаланыу һәм һау бала табыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләштек. Онкоиммунология фәнни бүлеге мөдире, профессор, медицина фәндәре докторы Ирина Балдуева беҙгә күҙәнәктәр технологияһы лабораторияһына экскурсия ойошторҙо. Бында кешенең күҙәнәге компьютер ярҙамында нисек өйрәнелеүен ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Аҡ ҡалпаҡ, аҡ халаттарҙа үҙебеҙҙе лә ошо тылсымлы донъяға мөнәсәбәтле итеп тойҙоҡ. Хәҙерге көндә медицина фәненә миллиондарса аҡса бүленеүе дәүләт тарафынан яҡлаулы булыуыбыҙ тойғоһо, киләсәктә был яман ауырыуҙарҙы кешелектең еңеп сыға алыуына ышаныс уятты.
Түш яман шеше буйынса хирургия бүлеге мөдире Петр Криворотько Үҙәктә 2023 йылға ҡәҙәр IВ-IIВ стадияһындағы түш яман шешенән заманса уникаль методика буйынса 200 пациентты операцияһыҙ дауалау, аҙаҡ был алымды Рәсәйҙең башҡа онкология үҙәктәре практикаһына индереүгә иҫәп тотоуҙары хаҡында һөйләне.
Бала табыу йәшендәге онкоауырыуҙарға ошо һәләтен һаҡлау программаһы быйыл, 2021 йылда, тормошҡа ашырыла башлаған. Яман шешкә дусар булыусыларҙың 15 проценты 40 йәшкә лә етмәгән булыуын иҫәпкә алып, хирургик операция, нурланыу һәм химиотерапия үткәндәргә ата-әсәлек бәхетен татыу өсөн был бик әһәмиәтле аҙым булып тора.
«Евроонко» – донъя яулар селтәр
Санкт-Петербургтағы «Евроонко» клиникаһында онкологик ауырыуҙарҙы донъя медицина үҙәктәре кимәлендә заманса диагностикалау һәм дауалау методтары ҡулланыла. Бында яман шешкә ҡаршы тикшереү үткән яңы заманса препараттар менән Европа медицина онкологтар йәмғиәте (ESMO) һәм башҡа абруйлы һөнәри төркөмдәр тәҡдиме буйынса халыҡ-ара дауалау протоколына ярашлы дауалайҙар. Күп осраҡта пациенттар «Евроонко»ға ауыр хәлдә, 4-се стадия башланғанда, башҡа клиникалар кире ҡайтарғанда, килә. «Евроонко» клиник-эксперт онкология федераль селтәренең клиникаһы Мәскәүҙә 2011 йылдан эшләһә, Питерҙа былтыр барлыҡҡа килгән. Тағы ла ул Краснодар ҡалаһында ла бар. Ә Түбәнге Новгородта мәғлүмәти-сервис үҙәге булараҡ эшләй башлаған. Киләсәктә тағы ла 5 клиника асыу ҡарала, шул иҫәптән уларҙың береһе Ҡаҙағстанда буласаҡ, тип күҙаллана.
Пациенттар килеү менән дауалана башлай ала, сөнки амбулатор-поликлиника звеноһы бында юҡ. Донъялағы иң алданғы генетик лабораториялар менән хеҙмәттәшлек итеүҙәре арҡаһында «Евроонко» белгестәре 60 000 шеш төрө өлгөһөнә нигеҙләнгән молекуляр-генетик тикшереү үткәрә. Донъя күләмендә ыңғай һөҙөмтәләр алынған, етди тикшеренеү үткән берәй алым йәки препарат рәсәйлеләргә тиҙерәк етһен өсөн тырыша улар. Инфузион имплант порт-системалар ҙа тап «Евроонко»ла ҡуйыла башлаған. Порт-имплант рәүешендә тирегә индереп урынлаштырылған камера веналағы катетерға тоташтырыла һәм ул токсик химик препаратты хәүефһеҙ һәм ауыртыуһыҙ бирергә булышлыҡ итә. Ул ҡан химия терапияһы арҡаһында тамырҙары насар тип табылған һәм дарыуҙарҙы оҙайлы ваҡыт алырға тейешле ауырыуҙарға ҡуйыла.
Сәйәхәт күңелде байыта
Санкт-Петербургтағы Невский урамы, 70-се бинала урынлашҡан Журналистар йортонда медицина туризмы буйынса үткән пресс-конференцияла Рәсәй журналистары һәм блогерҙары ойоштороусыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Ҡаланың тарихи урындарын, иҫ киткес архитектураһын күреп илһамланғас, бындай гүзәллекте мөмкин тиклем күберәк кеше күреүен теләп, комитет рәйесе Сергей Корнеевҡа, уҡыусы балаларға, студенттарға, йәш ғаиләләргә дәртләндереү рәүешендә мөғжизәүи ҡалаға сәйәхәт бүләк итеү ҡаралмағанмы, тигән һорау бирҙем. Ул был программаның Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылыуын, йылдың-йылы уның маршруттары киңәйә барыуын әйтте.
...Бынан теүәл 30 йыл элек, 17 йәшемдә, Калинин исемендәге колхозда йәйге осорҙа эшләгән өсөн Санкт-Петербургҡа сәйәхәт бүләк итеп, әкиәти ҡалаға юлыҡҡайным. Күпме генә хыялланһам да, юл төшмәне. Һәм бына журналист, мөхәррир булараҡ, был ҡалаға икенсе төрлө күҙ ташланым. Әйтергә кәрәк, уның һауаһы ла йәнде дауалай, таш диуарҙары, киң урамдары, асылмалы күперҙәре менән ул күңелде яулай. Исаакиевский соборы, Петропавловск ҡәлғәһе, Ҡышҡы һарай, «Аврора» крейсеры, Кронштадҡа сәйәхәт онотолмаҫлыҡ булып хәтергә уйыла. Төрлө ҡалаларҙан килгән хеҙмәттәштәрем менән танышып, дуҫлашып, артабан нисек аралашып йәшәргә, юғалтышмаҫҡа һүҙ ҡуйышабыҙ. Беҙҙе матур ҡабул иткән ойоштороусыларға, проект етәксеһе Бәләбәй ҡыҙы Алина Нәбиуллинаға, экскурсиялар үткәргән Мая Ивановаға, фотографыбыҙ Дима Моторинға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Эште һәм ялды аралаштырып, тарихи ҡаланың гүзәл урындары менән таныштырған, минең үҫмер саҡтың эҙҙәре буйлап йөрөткән мөғжизәүи сәйәхәт тамам. Яман шеш диагнозы ҡуйылып, унан дауаланыусыларға ярҙам итеү хаҡында барған һөйләшеүҙәр, ошо өлкәлә эшләгән табиптар, сирлеләр менән осрашыуҙар бер һығымтаға этәрҙе: иң ҙур байлыҡ – һаулыҡ, уны һаҡларға кәрәк. Әммә был сир күберәк генетик характерҙа булыусан, шуға яҡындар, таныштар был алама ауырыуға дусар булһа, ҡул ҡаушырып ултырыу ярамай. Тик көрәшергә! Медицина әлеге заманда ныҡ алға киткән. Ә беҙҙә шундай ҡурҡыу бар. Ауырыған кешегә, барыбер ул үлемгә дусар, тип ҡарау ҙа осрап ҡуя. Ғүмер – берәү. Һәм ул – ҙур бүләк. Иң ҙур ҡиммәт! Битарафлыҡтан арынырға, ҡурҡыуҙы алып ташларға өйрәткән йөкмәткеле осрашыуҙар мәңгелеккә йөрәктә ҡалыр. Ә ҡаланы күрмәгән булһағыҙ, һеҙҙең дә уға юл төшһөн! Тик сараһыҙҙан түгел, ә романтик тәьҫораттар алырға барырға яҙһын!
Санкт-Петербург.