+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
25 Октябрь 2021, 15:18

Данлы Салауат еренә сәфәр

Беҙҙе юлдар, юлдар саҡыра, Саҡырған юл яҡын дуҫ кеүек... Күңел түрендә ошо нурлы йыр урғылды ла  урғылды. Ниндәйҙер ашҡыныу менән оло сәфәргә юлландыҡ. Ашҡыныуыбыҙҙың сәбәбе лә барҙыр, бигерәк тә журналыбыҙҙың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева өсөн. Нисәмә йылдар барам тип ниәт иткән, күңел түрендә йөрөткән уй-хыялын тормошҡа ашырған көн, мәл ине бит ул. Гөлназ Мират ҡыҙының ҡабатланмаҫ күңел ынйыларын тойоп, ҙур шағирә буласағын күҙаллап, шиғриәт, әҙәбиәт донъяһына үҙ фатихаһын биргән иң тоғро дуҫтарының береһе, остазы Ғәбиҙулла Зариповтың тыуған яғына – Салауат ра­йонына төбәп сыҡҡанбыҙ. Таланттарға бай Салауат еренә – Рәми, Юлай, Салауат, Байыҡ сәсән, Әлибай, Ғәбиҙулла, һ.б. бик күп ҙур шәхестәр эҙҙәрен һаҡлаған яҡтарға аяҡ баҫыу, ысынлап та, тулҡынландырғыс ине.

Данлы Салауат еренә сәфәр
Данлы Салауат еренә сәфәр

Йүрүҙәне йүгереп аҡҡан, Ҡорғаҙағы шарлап урғылған, Янғантауы янып торған, урман-тауҙарға бай матур тәбиғәтле тарафҡа юл оҙонлоғо артыҡ һиҙелмәне лә. Сөнки, нәҡ йырҙағыса: 

Алыҫ  аралар ерҙә юҡ кеүек,

Саҡырған юл яҡын дуҫ кеүек...

Беренсе көнөбөҙ Тирмән ауылында  үтте. Тау битләүендә ултырған матур ҙур ауылда ғүмере бик йәшләй өҙөлгән талантлы  шағир Ғәбиҙулла Зарипов һәм күренекле шағир, журналист, балалар яҙыусыһы Сафуан Әлибаев тыуған. Иң тәүҙә беҙ, оло шәхестәребеҙҙең һуңғы төйәгенә – ауыл зыяратына барып, мәрхүмдәргә  бағышлап, доға ҡылдыҡ, сәскәләр һалдыҡ. Ауылдың имам-хатибы Хәлфәт хәҙрәт әруахтарҙы тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алып аят уҡыны.

Ғәбиҙулла ағайҙың таҡтаташынан шат йылмайып, күркәм йөҙлө йәш ир-уҙаман баҡҡан. Шағир был донъяларҙан йәшнәп йәшәр сағында, 39 йәшендә  генә, киткән. Уның тыуған ауылында һәм район үҙәге Малаяҙҙағы яңы урамдар шағир исемен йөрөтә. Районда шулай уҡ Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге әҙәби премия булды­рылған. Шағирҙың милли рух менән һуғарылған, ауыҙ-тел ижадына бай тәрән фәлсәфәүи поэзияһы, балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре әҙәбиәтебеҙҙә билдәле урын алып тора. Ғәбиҙулла ағайҙың таҡтаташына эстәлекле шиғыр яҙылған.

Ете йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән шағир Сафуан Әлибаев – Ғәлимов Сәләм, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г.Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат районының почётлы гражданы. Йыр-моңға мөкиббән ғашиҡ кеше булараҡ, ул йырларға ныҡ яратҡан, бигерәк тә башҡорт халыҡ көйҙәрен үҙенсәлекле итеп башҡарған. Сафуан Әлибаев башҡарыуында тиҫтәләгән йыр бөгөн Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының фонотекаһында һаҡлана. Ә уның үҙе ижад иткән, барыбыҙ яратып йырлаған, тыңлаған «Ҡойон», «Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына», «Һуң түгелдер» йырҙары үҙе ни тора! Ундай шәхестәр онотолорға  тейеш түгел, тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, ти халыҡтың тапҡыр мәҡәле лә.

Ауыл хакимиәте башлығы Альфред Зарипов әйтеүенсә, Тирмән ауылында меңгә яҡын кеше йәшәй. Сафуан Әлибаев исемен йөрөткән урта мәктәп, мәҙәниәт йорто бар. Тирмәндә элек-электән спорт мәктәбе ныҡ көслө булыуын республикала ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә беләләр.Унда әле лә спортта алдынғылыҡты бирмәгән, һәләтле йәштәр үҫеп килә. Ауыл халҡы, замана ауырлыҡтарына бирешмәй, тырышып донъя көтә, йүнселдәр йүнен таба. Тирмәндең иң бейек ерендә, тау битләүендә, ауыл мәҙәниәт йорто урынлашҡан. Тик ҙур бина шығырым итеп халыҡ йыйыуға, кешеләрҙе ҡабул итеүгә яраҡһыҙ – түбәһенән һыу аға, иҙәндәре серек, ҡышҡыһын һыуыҡ. Ләкин, шундай эш шарттары булыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт йорто ишектәренең ябыҡ түгел, ә асыҡ булыуы шатландырҙы. Мөдир Миләүшә Фәтҡуллина үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡара.

Беҙҙе «Олоер» фольклор ансамбле ағзалары менән, ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойоштороп, үҙҙәре теккән матур кейемдәрҙә йылы ҡаршы алдылар. Ансамбль 2007 йылдан алып эшләп килә, уның һәр ағзаһы – оҫта ҡуллы, сәсән телле, йыр-моңға әүәҫ, шиғриәткә ғашиҡ аҫыл ҡатын-ҡыҙ. Клубтың бер бәләкәй генә бүлмәһен йәтешләп, йыйылыр урын итеп, «Өләсәйемдең өйө» исемле музей  булдырғандар. Боронғо ҡомартҡыларҙан, төрлө ҡул эштәренән, һаҡал-селтәрҙәрҙән, күҙ нурҙары түгелгән ойоҡбаш-башалтайҙарҙан, һуғылған ҡупшы балаҫтарҙан, сәйләндән эшләнгән әйберҙәрҙән торған бүлмәнән ниндәйҙер йылы йәм бөркөлә. Балаҫ һуға торған ҡул станоктары ла бар. Ҡулдарында – ҡот, йөҙҙәрендә нур уйнаған апай-инәйҙәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, мәктәп уҡыусыларына белгәндәрен өйрәтә. «Оҫта ҡулдар» түңәрәгенә балалар бик теләп, ашҡынып йөрөй, ти улар бер  тауыштан. Малайҙарҙан ғына торған ҡалаҡ менән көйҙәр сығарыусы бик тә үҙенсәлекле «Ҡалаҡтар» фольклор ансамбле лә эшләп килә. Ауылда ниндәй генә     саралар үткәрмәй «Олоер»ҙәр. Беҙ барғанда «Картуф байрамы»на әҙерләнә инеләр. «Ҡар һыуына барыу», «Ҡышты оҙатыу», «Ҡарға бутҡаһы» кеүек милли йолаларыбыҙҙы үткәреү, оҙаҡ йәшәгән парҙарҙы ҡотлау, «Ғаилә. Мөхәббәт. Тоғролоҡ», «Атайҙар», «Әсәйҙәр», «Ағай-һеңлеләр», «Ололар» көндәрен  билдәләү ҙә бер матур йолаға әйләнгән. Күрше өлкәләрҙә лә беләләр «Олоер» ансамблен. Сөнки улар  ҡан-ҡәрҙәш­тәре үткәргән һәр йыр-бейеү бәйгеһендә ҡатнашырға тырыша. Ҡатнашҡан һайын диплом йә грамотаһыҙ ҡайтмайҙар. Яңыраҡ Силәбе өлкәһендә үткәрелгән  «Йәйғор нурҙары» башҡорт-татар ижады фестиваль-конкурсында  «Милли өҫтәл» номинацияһында     1-се урын алғандар. Шул уҡ бәйгелә вокал буйынса Гүзәлиә Исламетдинова – беренсе, ә Миләүшә Фәтҡуллина икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған.

Ансамблдең етәксеһе Миләүшә Нотфулла ҡыҙы үҙе оҫта ҡуллы. Кейеҙҙән эшләнгән йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар, төҫлө таҫмаларҙан үрелгән броштар, сәс ҡыҫтырғыстары, сулпылар, түшелдеректәр, балаҫтар, әрмәктәр – һәр береһе күҙ нурын алып тора. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған «Оран» район сувенирҙар конкурсында III  дәрәжә дипломға лайыҡ булыуы ла уның маһирлығы хаҡында һөйләй. Учалы музыка училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлаған ханым матур итеп йырлай ҙа, өҙҙөрөп бейей ҙә, ойоштороу эшенә лә һәләтле. «Беҙҙең ансамблдең һәр ағзаһы тураһында айырым мәҡәлә яҙырлыҡ, – ти ул. – Береһенән-береһе уңған, тилбер, оҫта улар – килмәгән яҡтары юҡ. «Олоер»гә нигеҙ һалыусы Фәриҙә Йомағолова ғүмер буйы партком секретары, балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән. Әле ул – ветерандар советы рәйесе, ике шиғыр китабы авторы. Иң әүҙем ағзаларыбыҙҙың береһе Нурия Бикамова ансамбле­беҙгә милли күлдәктәр, түшел­деректәр тегә. Оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡара, Һатҡы ҡалаһында үткән «Оҙон көй» бәйгеһендә йыл да ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Уның тормош иптәше һәр сәфәребеҙҙә беҙҙе машина менән йөрөтә, аш-һыуға мул ҡуллы апайыбыҙҙы барыбыҙ ҙа хөрмәт итәбеҙ. Сейәгөл  Зарипова апай – мөнәжәттәр оҫтаһы, дин юлында, матур итеп аяттар уҡый, моңло йырлай ҙа. Зөһрә Ҡасимова сәйләндән матур әйберҙәр эшләй. Минең уң ҡулым, йыр-моңға маһир Гүзәл Исламетдинова – ансамбелдең художество етәксеһе, дүрт бала әсәһе. Китапханасы Гөлназ  Заһитова – рәссам, музейыбыҙҙы уның төшөргән һүрәттәре биҙәй. Ихлас, алсаҡ Алһыуыбыҙ тегеү-бәйләүгә лә, аш-һыуға ла оҫта. Кистәрен йыйылып, ҡул эштәре менән булабыҙ, ығырбауҙар ишәбеҙ, әле сергетыш эшләргә йыйынабыҙ. Бөтә ауыл-район мәҙәни сараларында, йыл да Салауат йыйынында ҡатнашабыҙ». 

 

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Фәррәх улы Кашапов менән дә осрашыу матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ул, Сафуан Әлибаев ҡәберенә таҡтаташ ҡуйыу мәсьәләһе тиҙ арала хәл ителер тип, күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Журналыбыҙҙы алдырыуҙа, тара­тыуҙа ярҙам күрһәтәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Малаяҙҙағы Салауат Юлаевҡа арналған бай һәм йөкмәткеле музейҙа милли кейем көнөнә арналған күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре бара ине.

Ике көнгә һуҙылған сәфәребеҙ Нәсибаш ауылында тамамланды. Клуб мөдире булып эшләүсе һәүәҫкәр композитор, автор-башҡарыусы Альбина Ғәйфуллина «Көҙгө моң» тип исемләнгән концерт ойошторҙо. Кисә бейеүҙәр, гармун моңдары менән үрелеп барҙы, ҡул оҫталарының күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Байрам кисе сәй табыны менән йомғаҡланды. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Салауат вариҫтарына иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, тағы ла осрашыуҙар насип булыуын теләп, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Һау бул, Салауат ере, тағы осрашҡанға тиклем!

Салауат районы.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: