-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
31 Май 2021, 14:11

Илештәр шул килештәр

Нисек йәшәйһегеҙ, илештәр? Шул килеш көр, матур тормошта көн итәһегеҙҙер, тип ышанам. Сөнки тап Илештә генә өйҙәр шундай сағыу төҫтәргә буяла, ҡайындар уҡ кеүек зәңгәр күккә тартыла, үләндәр – йәм-йәшел, ағастар – шау сәскәлә. Беҙ Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә төбәп килдек, сөнки уларҙан күптән саҡырыу алғайныҡ. Сәфәребеҙҙең маҡсаты, күҙгә күҙ ҡарашып, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы борсоған мәсьәләләр хаҡында фекер алышыу, хәл белешеү ине. Былтыр Өфөлә осрашҡанда улар үҙҙәренә саҡырғайны, тик пандемия арҡаһында юлдар өҙөлөп торҙо. Журналға яҙылыуға килгәндә, Илештә «Башҡортостан ҡыҙы»н алдырып уҡыусылар башҡа йылдарға ҡарағанда ҡырҡа кәмегән: бөтә районға ни бары 21 генә дана алдырыла. Элек баҫмабыҙ 2000 өйгә таралһа, илештәргә нимә булған, тигән һорауҙы ла ҡуйҙыҡ беҙ. Һүҙҙе үҙҙәренә бирәйек.

Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нурыева:
– Беҙҙең Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй башланы. Уның етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс тә, Үрге Йәркәйҙә йәшәгән зыялы ҡатын-ҡыҙҙар менән үҙ-ара кәңәшләшеп, ағинәйҙәр ҡорон ойоштороу, әхирәттәр клубы менән өләсәйем һандығы кеүек йүнәлештәге саралар үткәреү һәм башҡа эштәр планлаштырҙыҡ. Халҡыбыҙ һәм уның киләсәге өсөн янып-көйөп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән, үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған был тарихи үҙәк ҙур пландар менән эшкә тотондо.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсидә Мостафина етәкселегендә фольклор ансамбле, йыр-бейеүҙәр, ҡобайырҙар өйрәнеү, уларҙы халыҡҡа еткереү менән бер рәттән, Мәрйәм Шәмсиева, Ғәлиә Мөхәмәтова, Ғәлимә Ғәлиева, Гөлүсә Йәнгирова, Зәлифә Кашапова, Фәнә Минһаева ижад иткән мөнәжәттәр менән дә сығыш яһауҙы күҙ уңында тотҡайны. Үҙәккә йәштәр ҙә бер сараны ла ҡалдырмайынса, ҙур теләк менән йөрөй, иң әүҙемдәре – Гөлназ Карамова, Лилиә Нурғәлиева, Гөлнара Исламова.
Милли ризыҡтар, биҙәктәр, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре буйынса Әнисә Саттарова, оҙаҡ йылдар йыйған тәжрибәһе менән уртаҡлашып, оҫталыҡ дәрестәре алып бара икән, был да төньяҡ башҡорттарының үҙ йөҙөн, үҙ асылын күрһәтә.
Халҡыбыҙҙың үткәне, уның данлы улдары, бөйөк шәхестәре менән таныштырыу, улар тураһында төрлө саралар ойоштороп, уҡыусы балалар менән аралашыу менән бер рәттән, шәжәрәләр күргәҙмәһе үткәреү, йәшлектәге уйындарҙы тергеҙеү үҫеп килгән быуындың күңеленә рухи орлоҡтар булып сәселә икән, киләсәктә улар емеш бирер, тип ышанғы килә.
Туған тел һәм уны үҫтереү, һаҡлау мәсьәләләрен маҡсат итеп алған, өлкән быуын кешеләре туплаған тәжрибәне йәштәргә тапшырыу, улар менән, күҙгә-күҙ ҡарашып, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү – бөгөнгө көндә Үҙәктең алдында торған төп бурыстар.
Шаран районының Ямаҙыбаш ауылында, Борай районында Йәлдәк ырыуының шәжәрә байрамында булып ҡайта ағинәйҙәр. Күҙҙең яуын алып торған төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡыҙҙары кейемдәрен дә үҙҙәре өйрәнеп тегеп кейгән. Яҙыусылар ҙа улар менән осрашыуҙарға йыш килә.
Гөлфинә Сәлимова хикәйәләр, мәҡәләләр яҙа. Әҫәрҙәре «Тулпар», «Кызыл таң» кеүек баҫмаларҙа донъя күреп тора. Гәзит-журналдарға яҙылыуҙың кәмеүен баҫма матбуғатҡа хаҡ артыуынан күрә: «Баҫма матбуғат йәшәргә тейеш», – ти ул.
Гүзәлиә Хөрмәтуллина оҙаҡ йылдар Себерҙә йәшәп ҡайтҡан һәм Үрге Йәркәйҙә төпләнгән. «Башҡортостан ҡыҙы»нда сыҡҡан рецептар менән төрлө халыҡ вәкилдәре менән бүлештем, һағыныуымды баҫыр өсөн, журналды теҙеп һалып ҡарай инем. Ғүмере буйына һауынсы булып эшләгән әсәйем дә был баҫманан өҙөлмәне. Мин дә журналығыҙға яҙылып ҡуям. Әле ҡул эштәре менән булам. 24 селтәр эшләнем», – тип тулҡынланып сығыш яһаны ул.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: