+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
29 Апрель 2021, 12:20

Туймазының милли биҙәге

Милли кейем нисек башты юғары күтәрә, яурындарҙы яҙа, хәрәкәттәрҙе талғынлата! Һәр биҙәге гүзәл заттың күңел нескәлеген аса, матурлығына ишара яһай, баһаһын арттыра.

Туймазы районында 60-тан артыҡ милләт вәкиле йәшәй. Иң күп һанлылар – башҡорттар, татарҙар, рустар. Кем булһалар ҙа, улар бер-береһенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибарлы. Үзбәк ҡыҙының үҙ милли кейемен нисек итеп ғорурланып күрһәтеүен иҫтәре китеп һөйләйҙәр. Һәм бына төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатыны кейеменең ниндәй сағыу, күркәм булыуын сәхнәлә тамаша ҡылабыҙ! «Уны, һандыҡ төптәренән сығартып, архивтарҙан эҙләнеп, яңынан тергеҙеп алдыҡ. Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, төҫтәр аһәңен нисек нескә тойғандар, биҙәкте биҙәккә нисек оҫта һалғандар!» – тип һоҡлана Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Краснова. Әйтерһең, уның биҙәк­тәрен төндәр буйы ултырып үҙе һырымаған да күҙ нурҙарын түкмәгән! Ошо күҙҙең яуын алыр күлдәктәрҙе кейеп сәхнәлә балҡып торор өсөн ниндәй көс һәм күпме ваҡыт исраф итеүен ул үҙе генә белә. «Кисә төнгө беренсе яртыла һуңғы епте өҙҙөм дә, «ура!» ҡысҡырып, ватсап аша үҙемде­келәрҙе һөйөнсөләнем», – ти ул.
Улар бер ойошҡан көс, бер команда булып, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен тергеҙеү тантанаһына, Туймазы районының Кәкребаш ауылы клубына, халыҡты йыйҙы. Был ваҡиғанан беҙ ҙә ситтә ҡала алманыҡ. Башҡорт милли кейеме буйынса оҫталыҡ дәресе тип атағандар уны, «Ҡусҡар» сәхнәләш­терелгән тамашаһын. Кәкребаш ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе, ошо кисәне ойоштороусы Зөләлә Рәйес ҡыҙы Төхвәтуллина – байрамдың уртаһында. Үҙе өсөн махсус тектерелгән милли кейеме, ана, нисек уның йөҙөн аса!
Ҡунаҡтар ҙа күп кенә булып сыҡты. Өфөнән «Селтәр» студияһы, «Без – башҡортлар» ойошмаһы ағзалары, рок-йырсы Альберт Исмаил, «Тамға» ижад берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова, Туймазы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейгән милли кейемдең тергеҙелеп, сәхнәнән күрһәтелеүенә шаһит булды. Байрамдың ниндәй күтәренке рухта үтеүен һөйләп тормайым. Һәр яҡтың кешеһе айырылып торған, кейе­менән, төҫ-һыпатынан, һөйләшенән дә уны танығандар. Был үҙен­сәлектәрҙе тора-бара билдәләү ҙә ҡыйынлашҡандыр, сөнки бер халыҡ булып ойошҡанбыҙ. Мәҙәниәт үҙе, теге йәки был өлгөгә өҫтөнлөк биреп, бер төрлөнө өҫкәрәк сығарған. Әммә милли биҙәк бер ҡалыпҡа һалынған булырға тейеш түгел. Онотолобораҡ торғанды киренән балҡытыу ҙа – изге эш. Шул яҡтан был сара әһәмиәтле лә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: