“Әйҙүк, тиеп, ҡапҡа асып,
Һин – бәхетле, ҡайтыр ерең,
Туғандарың булғанға!” (Мәрйәм Бураҡаева) тигән юлдар яҙылған баннер күңелде күтәреп ебәрә. Эш сәфәре түгел был. Ҡәләмдәштәрҙе күреп аралашыу, ут алыу, ҡорһаҡһыған рухты һуғарыу ниәтенән юлға сыҡтыҡ. Ибрайҙа билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева йәшәй. Ошонда уҡ билдәле шағирә, Тәнзилә апайҙың ҡан туғаны, билдәле шағирә Земфира Аҡбутина килен булып төшкән. Әле Земфираға төбәп киләбеҙ. Апайына минең дә эйәреп алыуым мәғлүм түгел уға.
Ошо сәфәрҙә билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаны ла барып күрергә ниәт иткәнбеҙ. Ул күптән инде Ейәнсураның Иҙәш ауылында йәшәй. Шәхси эшен асып ебәреп, халыҡты эш, икмәк менән тәьмин итәм тигән изге ниәт менән ҡайтып төпләнгәйне ул ауылына. Миңә Ибрай менән Иҙәш араһы яҡындыр төҫлө ине. Баҡтиһәң, улар араһында йөҙ саҡырым юл ята, имеш.
Оло Һүрәмде һыулаған Ейәнсура районының Ибрай ауылында 188 йорт бар, 616 кеше йәшәй. Урта мәктәп, 40 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, яңыраҡ төҙөлгән фельдшер-акушер пункты – халыҡтың бынан ситкә сығып китә һалып бармауына бер сәбәптер. Әммә сере ошонда ғынамы икән һуң?
Ибрайҙарҙың ҡара тырыш, сәмле булыуҙары менән тирә-яҡҡа даны сыҡҡан. Ауылдар араһында үткән бәйгеләрҙә ҡатнашып, гел еңеү яулағандар. Байдәүләт ауыл советы башлығы Шәһит Ғимран улы Ҡолмөхәмәтов әйтеүенсә, халыҡты ҡыҙҙырып ебәрһәң, бер нисек тә туҡтатып булмай икән. Бай ҙа йәшәмәйҙәр, әммә ҡотларға аҙаҡҡы аҡсаһына бүләген тотоп килеүҙәре мөмкин, аш-һыуға оҫталар, ризыҡты мул әҙерләйҙәр. Ҡунаҡ һыйлау тиһәң, Ибрайҙарҙы ҡуш, тиҙәр улар хаҡында. Йылдың-йылы сит ил ҡунаҡтарын Өфөнән бында алып килеп һыйларға ғәҙәтләнгәндәр. Тау-таш араһында йәшәгәс, бесәнде ыҙалыҡ менән эшләйҙәр. Умарта тоталар. Емеш-еләген йыйып һатып, аҡса итәләр, шәл оҫталары йәшәй бында.
Земфира менән Дәүләтбай Аҡбутиндарҙың ҡотло өйө иман йорто ҡаршыһында ғына булып сыҡты. Мәсетте ауылдаштары өсөн Рәхим Йәнғәле улы Киреев һалған һәм “Рәйсә” тип әсәһенең исемен биргән. Ҡосаҡашып күрешеп, Земфира әҙерләп торған тәмлекәстәр менән ризыҡланып алғас, яҡында ғына торған бейек тау үҙенә тартты. Башҡа тауҙарға оҡшамаған ул. Ҡабырғаһы менән торғанға “Ҡабратау” тигәндәр. Йырын шишмәһен кисеп сығып, кисләтеп барғанда Һикә яғынан Ҡабратауға яҡынланыҡ. Бынан тотош ауыл күренә. Ауыл халҡы тауға менергә ярата, һуҡмағын бик таҙа тота. Артылыш һайын туҡтап хәл алыр урын бар. Унда сәй ҡайнатып, ял итергә өҫтәл-ултырғыс ҡуйғандар, ҡаҙаныңды аҫ та усаҡ яҡ, сәй ҡайнатып ебәр. Утыны ла әҙер генә ята. Ә беҙ тиҙерәк үргә ынтылдыҡ. Унда ҡыуыш кеүек көплө көмбәҙ эшләнгән һәм уға бишек ҡуйылған. Иҫ киткес мәғәнәгә эйә был күренеш! Тау башында – барыбыҙҙың да юлы башланған бишек! Әллә ниндәй хистәргә бирелеп шиғырҙар уҡыныҡ, ҡояшты оҙаттыҡ. Ауылда ғына була торған һағынылған моңло тауыштар – мөңрәп көтөү ҡайтыуы, эттәр өрөүе, ҡоштар сутылдашыуын, мең төҫтәрҙә емелдәгән офоҡто, аҙаҡ өйҙәргә ут алыуҙарын күңел тулып күҙәттек. Иртәгәһен ошо хаҡта Мәрйәм апайға һөйләгәс, ул кеткелдәп көлдө: “Ярай ҙа айыу-бүрегә осрамағанһығыҙ!”
Ветерандар советы рәйесе, элек район китапханаһы селтәрен етәкләгән Нәзирә апайҙы маҡтап телгә алдылар. Урындағы халыҡтың матбуғатҡа яҙылыуы китапханасы һәм почтальондан тора, тиештеләр үҙҙәре. Беҙҙең менән осрашыуға ла, коронавирус хәүефе янау сәбәпле, Байдәүләт ауыл советы башлығы Шәһит Ғимран улы Ҡолмөхәмәтов, уның хәләл ефете, китапханасы Сәүиә Сабит ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының почта элемтәһе оҫтаһы, БР Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Миңлебикә Хажғәле ҡыҙы Мырҙабаева һәм билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева килде.
Шәһит Ҡолмөхәмәтов һөйләй
“Ауылда 19 эре ара бар. Суҡай, мышы, сөрәкәй, төлкө, йомаҡай – һәр береһе борондан килгән ошондайыраҡ исем йөрөтә. Ҡор башлыҡтары системаһы беҙҙең ауылда 2000 йылда барлыҡҡа килгәйне. Республикала тәүгеләрҙән булып ауылда шәжәрә байрамын үткәрҙек. Үҙәк телевидениенан да килеп төшөрҙөләр. Ҡорҙоң ысынлап ергеп китеренә кемдер ышанып ҡараны, башҡа берәү ышанманы. Бөгөнгө көнгәсә ул эшләп килә. Ауылыбыҙҙа бер бөртөк кенә урыҫ йәшәй. Уныһы ла башҡортса һөйләшә. Ҡатын-ҡыҙҙар яғынан да ҡор башлыҡтары барлыҡҡа килде. Биләмәлә ауыл хакимиәте, ауылдың старостаһы һәм ҡор башлыҡтары бар. Мәҫәлән, мин старостаға шылтыратам, ә ул ҡор башлыҡтарына сыға. Хакимиәтте, старостаны тыңламауҙары мөмкин, ә үҙҙәренең араһының абруйлы кеше һүҙен улар йыҡмай. Әйтәйек, бөгөн өмә үткәрәбеҙ тибеҙ икән, ҙурыраҡ ҡорҙан – биш, бәләкәйерәктәренән икешәр кеше килә. Килмәгәндәр өсөн ҡор башлыҡтары яуап тота. Эштән ситтә ҡалғандарҙа ла сәм уяна. Ауылдаштарым шундай сәмле ул. Беҙҙең тәжрибә район кимәленә тарала башланы. Башҡа биләмәләргә лә өлгө итеп ҡуялар. Һәр бер араның үҙ эше бар. Ябай ғына миҫал. Ауыл осона “Ибрай” тигән яҙыу эленгән. Уны бер ара буяп, рәтләп тота. Туҡталыш, ҡоҙоҡ та араларға беркетелгән. Бынау торған баннер үткән ҡышта дауылда йыртылғайны, уны яуаплылар яңыртып та ҡуйҙы.
Ниндәй генә байрам булһа ла, ерле кешене күтәрергә, сәхнәгә мендерергә тырышабыҙ. Сөнки бөгөнгө көндә улар – ауылдың арҡа һөйәге. Элек үҙәк тип Сирғол һаналды, ауыл советы ла, урта мәктәп тә шунда ине. Бәләкәй ауылдар юҡҡа сыҡҡан мәлдә Ибрайҙа ике урам барлыҡҡа килә. Йәштәргә өй һалырға ер бөткән. Ғаилә башлыҡтары ҡырҙа эшләп ҡайта. Мәскәү, Себер тарафтарында, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында. Пандемия башланғас буш торған өйҙәрҙе лә биләп бөттөләр. Йәштәребеҙ ҙә бар. Мәктәбебеҙ ҙә урта белем бирә, биш ауылдан йөрөп уҡыйҙар. Юл насар – беҙҙең төп проблема шул. Киләһе йыл “юл йылы” тип иғлан ителәсәк, шуға өмөтләнәбеҙ”.
Миңлебикә Мырҙабаева – алдынғы почта таратыусы
Үҙенең эшләү дәүерендә Миңлебикә апай бик күп конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм еңеп сыҡҡан. Ул – райондың алдынғы хат ташыусыһы. Уның идеяһы менән бөтә ауыл “Башҡортостан ҡыҙы”на һәм һәм башҡа милли баҫмаларға ла күпләп яҙылған. Юҡҡа уны республикабыҙҙың баҫмалары – “Башҡортостан” (ике тапҡыр) һәм “Йәшлек” гәзиттәре – матбуғатҡа иң күп яҙҙырыусы конкурстарында бүләкләмәгән. Шул рәүешле ул бер ваҡыт велосипедлы булған. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда, үҙенең урынына килгән улы менән килененә почта хеҙмәтендә ярҙамлашып йөрөй. Сөнки һәр кемгә һүҙе үтә. Үҙе сәхнә күрке лә – йырлай ҙа, бейей ҙә. Ғаиләһе менән биләмәләге конкурстарҙа ҡатнаша. Ейән-ейәнсәрҙәре менән “Иң күп китап уҡыусы” бәйгеһендә лә, Мостай Кәримдең юбилейына арналған әҙәби марафонда ла һынатмағандар, мәҙәниәт усағында үткән һәр сара уртаһында Миңлебикә апай йөрөй. Мәктәп уҡытыусылары менән дә гөрләтеп эш алып бара. Йыл аҙағында матбуғатҡа иң күп яҙылған ғаиләләрҙе билдәләп, үҙенең бүләген тапшырыу йолаһын булдырған. Эшләгән ваҡытында Маҡтау ҡағыҙҙары яҙҙырып алып ҡайтып ауылдаштарының күңелен үҫтергән. Матбуғат тип янып йөрөгән милләттәштәребеҙҙең береһе ул.
Мәрйәм Бураҡаеваның әйткәне
“Ауылда береһе лә исем өсөн генә эшләмәй. Фельдшерыбыҙ Илүзә Кинйәбулат ҡыҙы Күсәрбаеваны алайыҡ. Ул эшенә инде мөкиббән киткән.
Бындағы “Аҡһаҡалдар ҡоро”ноң эше күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Ауылдаштарым “Иң матур ауыл” бәйгеһендә ҡатнашырға дәртләнгәйне. Ауыл эсендә юл төҙөлгәс, йоланы кеше үҙе уйлап сығарған, әйҙә беҙ ҙә “Юл ҡотлау” йолаһын үткәрәйек, тип тәҡдим итеүем булды, халыҡ дәррәү күтәреп алды. Ике көн эсендә барыһы ла әҙер ине. Урам тулып юл ҡотлау байрамына ағылдылар. Республика буйынса “Иң бай йолалы ауыл” номинацияһында еңеп сыҡтыҡ. Халыҡ әүҙем беҙҙә. Әле ойошторолған “Өләсәйҙәр мәктәбе”ндә ейән-ейәнсәрҙәрҙән йомаҡ әйттерәбеҙ, шиғыр һөйләтәбеҙ. 2012 йылдан бирле балалар өсөн эшләп килгән Республика “Йәйләү” лагеры пандемия арҡаһында быйыл онлайн форматта үтте”.
Командир ниндәй, һалдаты шундай
Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса үткәрелгән конкурста ауыл өс йыл рәттән еңеп сыҡҡан. Тәүге йылда ҡыйығынан һыу ағып торған мәҙәниәт усағына ремонт яһалһа, ултырғыстар алып ултыртылһа, икенсе йылына халыҡтың аҡсаһы урам юлына асфальт түшәргә китә. Быйыл зыяратты тулайым тимер менән кәртәләп алырға ниәтләнгәндәр. Йыл да ошондай программаларҙа ҡатнашып, ауылды күркәмләтеү яғында ибрайҙар. Тәүге йылда 263 мең һум аҡса йыя алғандар. Бәләкәй генә ауыл өсөн был бик һәйбәт. Асфальт йәйәбеҙ тигәндә, 210 мең һум тупланған. Был, кеше башына мең һумдан тура килгән, тигән һүҙ.
Ауылда интернет бар, ул яҡтан проблема юҡ, мегафон тота. Һөйләшеүҙә асыҡланыуынса, халыҡҡа ябай осрашыуҙар етеңкерәмәй. “Халыҡ шағир, яҙыусылар менән шиғырлы-моңло, рухи осрашыуҙарға һыуһаны. Һайлау алдынан килеп, кире тойғо уятып ҡуйғандар булды. Матур итеп шиғырҙарығыҙҙы тыңлап ултырғы килә. Халыҡсан сараларға халыҡ теләп йөрөй”, – тиеште әңгәмәселәребеҙ. Үҙҙәре лә аралар араһында концерт ҡуйып ярыш ойошторғандар икән. Концертта ҡатнашам тип әллә ҡайҙа ятҡан Мәскәүҙән дә ҡайтып төшкәндәр! Спектакль, урам-урам менән ярышып, концерт ҡуйыу ҙа ибрайҙарға бер ни тормай. Йыр-бейеүгә дәртле. “60-50, 50-40 йәшлектәр араһында концерттар ойоштороуыбыҙ ҙа халыҡҡа оҡшаны. Эргәлә генә Мәрйәм апай бар. Идея биреүсе, дәрт өҫтәүсе. Ауылға ҡайтып, халыҡҡа эш булһын тип талҡан цехы асып ебәргәнен иҫләйһегеҙҙер. Хәҙер талҡан Ейәнсураның брендына әйләнде. Бөгөнгө көндә ауылдың ошолай һаҡланыуында уның да өлөшө баһалап бөткөһөҙ”, – ти биләмә башлығы Шәһит Ғимран улы. Ул үҙе белеме буйынса филолог. Матур итеп шиғыр ҙа һөйләп ебәрә. Күреүебеҙсә, эште гөрләтеп алып бара. Ҡатыны Сәүиә Сабит ҡыҙы менән ике Данир һәм Венер исемле ул тәрбиәләгәндәр. Икеһе лә хәрби кеше буып киткән.
Проблемалар ҙа юҡ түгел: улар – эшһеҙлек, эскелек. Иҫерткес эсемектәрҙе һатыусылар ҙа бар. Йәштәрҙең үҙҙәренә ҡул һалыуы борсолдора. “Айныҡ ауыл” акцияһының һөҙөмтәле булыуын билдәләй әңгәмәселәрем. Биләмәнең Бәйдәүләт ауылы егеттәре башланғысты күтәреп ала. Йәшел йылан ағыуы һатылған бөтә нөктәләрҙе йөрөп сығалар. Тартып алып, яра һуғып та китәләр, киоскыларын алып ташлауҙы талап итәләр. Егеттәр үҙҙәре мәсет һалдыра башлай, бер йыл эсендә манараһын күтәрәләр. Райондың Үрген ауылы республика буйынса беренселеккә сыға.
“Һәр бер ырыу үҙенекен ҡараһын. Йылына бер-ике осрашып ҡына эскелекте бөтөрөп булмай. Сәмләндерергә кәрәк халыҡты! – тигән фекерҙәләр әңгәмәселәрем. – Шәжәрә байрамында эскән кеше булырға тейеш түгел, ундай осраҡта, балдарҙы кәметеү менән янауыбыҙ һөҙөмтәле булды. Тимәк, айыҡ тормош үҙебеҙҙән тора”.
...Һуғымдарҙы һуйғас, Ибрайҙа кис ултырыуҙар башлана. Биләмәлә ете фольклор-вокаль ансамбле бар, шуларҙың икәүһе “Һүрәм” һәм “Ҡарасәй” халыҡ ансамбле исемен алған. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе уларға костюмдар бүләк иткән. Фольклориадаға тип тә дәртләнеп тотонғандар.
“Башҡортостан ҡыҙы”н элек 80-дән артыҡ алдырһалар, хәҙер 5-6-нан артмай. “Ватандаш” журналын бөтөнләй алдырмайҙар. Матбуғатҡа хаҡ ҡиммәтәйгәс, яҙылыуҙан туҡтаныҡ, тиҙәр. Ауыл халҡының эш хаҡы юҡлығын иҫәпкә алғанда, был да аңлашыла. Әммә осҡонһоҙ ут тоҡанмай. Йышыраҡ килергә кәрәк был яҡтарға. Көҙгә мотлаҡ тағы килергә! Юл ғына асыҡ булһын, тип дәртләнеп ҡайттыҡ Ейәнсуранан.