+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
9 Ғинуар 2020, 17:24

Әсәләрҙе данланы

Дүртөйлө ҡалаһында Әсә көнөнә арналған «Ҡатын-ҡыҙ – хеҙмәтсән. Ҡатын-ҡыҙ – Әсә» зона форумы үтте. Уны Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Бөтә Рәсәй йәмғиәт-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлеге менән район хакимиәте ойошторғайны. Сараға Дүртөйлөгә яҡын ятҡан 30 райондан әүҙем ҡатындар, күп балалы әсәләр ҡунаҡҡа саҡырылды.

Йыйын башланыр алдынан танылған гросс­мейстер, халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина балаларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзының төбәк бүлеге етәксеһе Рәшиҙә Солтанова, форумды асып, үҙ исемен атарға теләмәгән эшҡыуарҙың Ғафури районында ауыр шарттарҙа көн иткән биш балалы ғаиләгә Туймазы районындағы бер ауылдан 180 квадрат метрлыҡ яңы өй бүләк итеүе тураһында әйтте һәм сертификат тапшырҙы. Был изгелекте эшләгән уҙаман үҙе өс бала атаһы. Өйгә яман ғәҙәттәрҙән алыҫ торған күп балалы ғаилә күсергә тейеш, тигән шарт ҡуйған була ул. Ике бүлмәле иҫке генә фатирҙа йәшәгән Хәкимовтарға йылмайҙы был бәхет.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы хәләл ефете Каринэ Хәбированың 100 йәшен тултырған Суфия Ҡазыханованы тәбрикләүе үҙе бер тулҡынландырғыс мәл булды.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова сығышында ғаиләгә ярҙам итерлек бик күп программалар булыуы хаҡында һөйләне.
Дүртөйлө районында йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙе лә күреп ҡыуандыҡ. Первушиндар – 9, Мартышиндар – 10, Янбаевтар – 7, Камаевтар 8 бала үҫтерә. «Пышка» компаниялар төркөмө уларға тәмле­кәстәр әҙерләгәйне – иң ҙур торт Мартышиндар ғаиләһенә эләкте.
Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов күп балалы әсәләргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Уның ҡулынан Вера Буранбаева, Резеда Зарипова, Галина Илларионова, Зилә Сафиуллина, Рима Хәмиҙуллина, Людмила Мартышина, Гөлшат Тимашева «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға – 100 йыл» миҙалын алып һөйөндө. Хакимиәт башлығының сәхнәнән шиғыр уҡыуы барыһының да күңеленә хуш килде.
Психолог Нина Филиппова, «Әсә бәхете: уны һаҡлау һәм арттырыу» темаһына һөйләшеүгә саҡырып, нисек ғаилә мөнәсәбәттәрен еңел ҡороу, бәхетле булыу серҙәрен асты, үткәргән күнекмәләре, күңелде балҡытып, әсәләргә үҙҙәренә икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итте.
100 йәшен тултырған Суфия Сәйфетдин ҡыҙы Ҡазыханова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
«Күҙ ҙә күрмәй, ҡолаҡ та ишетмәй инде хәҙер», – тип шаян йылмайып көлдөрөп алһа ла, Суфия апай бик теремек.
«Иң ҡыйыны Һеҙгә ниндәй үрҙәрҙе артылыу булды?» – тигән һорауыма ул бик күп ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килеүен, заманы шулай булыуын билдәләп үтте. «Әммә беҙ бирешмәнек – эшләнек. Һыйыр ҙа һауҙым, иген дә иктем, бесәнен дә саптым. Башҡорт телендә уҡыным, мәктәптә белем алдым. Әле һәйбәт кенә ғүмер кисәбеҙ, балалар ярҙам итеп тора. Хөкүмәт пинсийә бирә. Өйөбөҙ йылы, рәхәт, ошонан да ҙур ниндәй бәхет булыуы мөмкин?!» – тине ул.
Суфия Сәйфетдин ҡыҙы Дүртөйлө районы Түбәнге Маншыр ауылында тормош иптәше Сафуан менән 72 йыл татыу ғүмер итә. Алты бала үҫтергәндәр: бер ҡыҙ, алты ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер малайҙары мәрхүм булып ҡалған. Ире үҙенән йәшерәк, 1925 йылғы. «Тормош иптәшем һәйбәт. Әле һаман бергә көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятабыҙ, эште бергәләп башҡарабыҙ, аш-һыуҙы ла хатта бергәләп әҙерләйбеҙ. Алма һәм йәшелсә баҡсабыҙ бар. Өҫтәлдәге ризығыбыҙ – шунан. Балаларыбыҙ беҙгә ихтирамлы һәм иғтибарлы», – ти йөҙйәшәр инәй.
Нимә тураһында хыялланаһығыҙ, тигән һорауыма ул: «Ил тыныс булһын, балаларыбыҙ иҫән-һау йәшәһен, Хөкүмәт хәстәренән өҙмәһен», – тип теләне. Каринэ Владимировнаға ул үҙе бәйләгән ойоҡ бүләк итте. Зал йөҙйәшәр ил инәһен аяғүрә баҫып алҡышланы. Ысын-ысынында бәхет шулдыр – 100 йәштә лә үҙең үҙеңде ҡарап, ҡушағаң менән сөкөрләшеп донъя көтөү, балаларға фатиха биреп, терәк булып ултырыу, тип уйлағандыр һәр гүзәл зат, ошо матур күренештән рухланып.
Дүртөйлө ере таланттарға, көслө рухлы шәхестәргә бай. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми, халыҡ артисы Фидан Ғафаровты үҫтергән төбәк ул. Халҡына юғары рух, еренә бәрәкәт теләп хушлаштыҡ беҙ был изге төйәк менән.
Риф Сәғәҙәтулла улы ЙОСОПОВ, Дүртөйлө ра­йоны муниципаль район хакимиәте башлығы, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре:
– Нефткә, газға бай, ҡеүәтле игенселеге, малсылығы, алдынғы иҡтисады менән билдәле Дүртөйлө районы өлгөлө ғаиләләре менән дә дан тота.
Районыбыҙҙа ата-әсә абруйын, ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән мөһим эштәр башҡарыла. Ишле ғаиләләргә һәм дә ата-әсәһеҙ ҡалып, тәрбиәгә алынған балаларға айы­рыуса ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, былтыр, Ғаилә йылы сиктәрендә, етем 20 балаға бөтә уңайлыҡтары булған фатир асҡыстары тапшырҙыҡ.
Беҙҙә 100-ҙән артыҡ күп балалы ғаилә теркәлгән. 150-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Быйыл иһә туғыҙ бала тәрбиәләүсе Первушиндар ғаиләһенә «Ата-әсә даны» миҙалы тапшырылды.10 балаға ғүмер биргән Мартышиндар ғаиләһе микроавтобус менән бүләкләнде.
Районда ғаиләләр ҡатнашлығында төрлө конкурстар, фестивалдәр үтә. «Атай, әсәй һәм мин – баһадир ғаилә!», «Атай, әсәй һәм мин – йәш ғаилә!», «Ғаиләм шәжәрәһе», «Уңған килендәр» һәм башҡа са­ралар айырыуса ҙур йәнлелек менән уҙа.
Ил күрке булырлыҡ берҙәм ғаиләләребеҙ, республика кимәлендә лә уңышлы сығыш яһап, мәртәбәле еңеүҙәргә өлгәшә. Мәҫәлән, Шәрәфетдиновтар ғаиләһе республика конкурсында «Ғаиләм йылъяҙмаһы» номинацияһында Гран-при алһа, Байморатовтар «Бейеүсе ғаилә» номинацияһында III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Балтас районында республика «Шәжәрә байрамы» сиктәрендә үткән «Йәш килен» этноконкурсында Резеда Шәрәфетдинова, лауреат исемен яулап, II дәрәжә диплом алып ҡайтты.
Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса күп балалы ғаиләләргә һалым түләүҙә ташламалар индереү ҙә уларҙың көнитмешен еңеләйтеүсе дәүләт ярҙамының бер төрө булып тора.
Ҡалабыҙҙа «Башҡортостан Рес­публикаһының 100 йыл­лығына – 100 объект» программаһы сиктәрендә дүрт ҡатлы балалар дауа­ханаһы төҙөлә, 220 урынлы балалар баҡсаһына нигеҙ һалынды, һөт кухняһы эшләй башланы – был матур ғәмәлдәр барыһы ла бер маҡсатта: ғаилә, бала киләсәген уйлап тормошҡа ашырыла. Һәр ҡайһыһы кескенә бер дәүләт булған ғаиләләребеҙ көслө икән – илебеҙ ҙә ныҡ һәм ҡаҡшамаҫ!

Дүртөйлө районы.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: